Антонин Дворжак
Антонин Дворжак Antonín Dvořák | |
![]() А. Дворжак, 1880 йыл тирәһе | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Исеме |
чех Antonín Leopold Dvořák |
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Нелахозевес, Австрия империяһы |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Һөнәрҙәре |
композитор |
Жанрҙар |
классик музыка |
Хеҙмәттәшлек | |
Автограф | |
![]() | |
Антони́н Леопо́льд Дво́ржак (чех Antonín Leopold Dvořák ; 8 сентябрь 1841 йыл — 1 май 1904 йыл) — чех композиторы, романтизм осоро ижадсыһы. Әҫәрҙәрендә Моравия һәм Богемия халыҡ музыкаһы йоғонтоһо көслө. Б. Сметана менән берлектә чех милли музыка мәктәбенә нигеҙ һалалар. Дворжактың иң танылған әҫәрҙәренә АҠШ-та яҙылған Симфония № 9 «Из Нового света», «Русалка» операһы , Концерт си-минор (Дворжак), виолончель һәм оркестр өсөн, «Америка» ҡыллы квартеты, Реквием, Stabat Mater һәм «Славян бейеүҙәре» инә.
Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ижадының тәүге йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Антонин Дворжак 1841 йылда Нелагозевес ауылында тыуған,[1] Праганан алыҫ түгел был төбәктә ул тормошоноң күп өлөшөн үткәргән. Атаһы Франтишек Дворжак итсе, трактирсы булған, цитрала оҫта уйнаған. Ата-әсәһе баланың музыкаль һәләтен бик иртә тойоп алған, шуға алты йәшенән үк ауыл урта мәктәбенә биргәндәр. Урындағы сиркәү органсыһы уны уйнарға өйрәткән[1].1854—1857 йылдарҙа Злоницала музыка теорияһына, альтта, фортепианола, органда уйнарға өйрәнә[1]. 1857—1858 йылдарҙа Дворжак Прага орган мәктәбендә белем ала[1], шунда ул скрипкала һәм альтта виртуоздарса уйнай башлай ҙа инде.
1860-сы йылдарҙа Дворжак Чехия провизия театрындағы оркестрҙа альтсы булып эшләй. 1866 йылда оркестрға Бедржих Сметана етәкселек итә башлай. Даими аҡса етмәү арҡаһында йәш музыкант өҫтәмә эш ала, ваҡыты етмәй, шуға 1871 йылда музыка ижады менән генә шөғөлләнер маҡсат менән оркестрҙан китә.
Шул осорҙа Дворжак үҙенең уҡыусыһы — Жозефина Чермяковаға ғашиҡ була, «Кипаристар» тигән музыкаль йыйынтығын уға бағышлай. Һөйгәне икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡас, һеңлеһе Аннаға тәҡдим яһай. Анна менән никахтан уның туғыҙ балаһы донъяға килә.
Шул йылдарҙа Дворжактың композиторлыҡ таланты асыла башлай. Прагалағы Изге Адальберт сиркәүендә органсы булып эшләгәндә башкөллө ижад эсенә сума. 1875 йылда ул ҡыллы квинтет өсөн икенсе әҫәрен тамамлай. 1877 йылда тәнҡитсе Эдуард Ганслик Дворжакҡв уның әҫәрҙәренең Брамсҡа оҡшауын әйтә, бер аҙ һуңғараҡ был ике композитор дуҫтар булып китә. Тап Брамс музыкальн нәшриәтсе Ф. Зимрок менән һөйләшеп, 1878 йылда Дворжактың «Славян бейеүҙәрен» баҫтырып сығарта һәм был композиторға дәрт өҫтәп ебәрә. Ул халыҡ араһында танылыу яулай. Дворжактың сит илдә башҡарылған тәүге әҫәре — Stabat Mater (1880 й.).
Британияла уңыш яулаған был әҫәре донъя күргәс, 1883 йылда Дворжак Лондонға саҡырыла, 1884 йылда ул унда бик уңышлы сығыш яһай. Уның 7-се симфонияһы махсус рәүештә Британия баш ҡалаһына арнап яҙыла, һәм шунда 1885 йылда премьераһы уйнала. Дөйөм алғанда Дворжак Бөйөк Британияла туғыҙ тапҡыр була, йыш ҡына әҫәрҙәрен уйнаған оркестрҙарға үҙе дирижерлыҡ итә. П. И. Чайковскийҙың йоғонтоһо менән ул Рәсәйҙә 1890 йылда булып китә. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта үҙенең әҫәрҙәрен уйнаған оркестрҙарға дирижерлыҡ итә.
1891 йылда Дворжак Кембридж университетының маҡтаулы исеменә лайыҡ була. Шул уҡ йылда Бирмингем музыкаль триенналеһында уның Реквиемының премьераһы уйнала.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Дворжак Антонин — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). И. Ф. Бэлза
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Всё o Дворжакe
- Дворжак Антонин — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). И. Ф. Бэлза
- Краткое содержание (синопсис) оперы «Русалка» на сайте «100 опер»
- В.ЕГОРОВА — Симфонические поэмы Дворжака на сюжеты баллад Эрбена
- Дворжак: ноты произведений на International Music Score Library Project
- 8 сентябрҙә тыуғандар
- 1841 йылда тыуғандар
- 1 майҙа вафат булғандар
- 1904 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Прагала вафат булғандар
- Алфавит буйынса музыканттар
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Чехия композиторҙары
- XIX быуат композиторҙары
- XX быуат композиторҙары
- Опера композиторҙары
- Чехия музыканттары
- Романтик композиторҙар