Эстәлеккә күсергә

Бедржих Сметана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сметана Бедржих битенән йүнәлтелде)
Бедржих Сметана
чех Bedřich Smetana
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Австрия империяһы
 Австро-Венгрия
Тыуған көнө 2 март 1824({{padleft:1824|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Литомишль[d], Богемия короллеге, Австрия империяһы[2][4][5][…]
Вафат булған көнө 12 май 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3][…] (60 йәш)
Вафат булған урыны Прага, Богемия короллеге, Австро-Венгрия[2][4][5][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Ерләнгән урыны Вышеградское кладбище[d][6][7]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы František Smetana[d]
Бер туғандары Karel Smetana[d]
Хәләл ефете Bettina Smetanová[d] һәм Kateřina Otylie Kolářová[d]
Туған тел чех теле
Һөнәр төрө композитор, дирижёр, уҡытыусы, уҡытыусы, пианист, музыка педагогы, музыкант
Эшмәкәрлек төрө музыка[8]
Эш урыны Harmonious Society[d]
Глагол пражский[d]
Provisional Theatre[d]
Уҡыу йорто Штепанск академик гимназияһы[d]
Кемдә уҡыған Йозеф Прокш[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Младочехи[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм скрипка
Әҫәрҙәр исемлеге list of compositions by Bedřich Smetana[d]
Сәнғәт йүнәлеше музыка эпохи романтизма[d]
Ойошма ағзаһы Умелецка беседа[d]
Жанр классик музыка, Опера һәм симфоник поэма
Личная библиотека хранится в Музей Бедржиха Сметаны[d][9]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Bedřich Smetana
 Бедржих Сметана Викимилектә

Бедржих Сме́тана (чех Bedřich Smetana [ˈbɛdr̝ɪx ˈsmɛtana], суҡындырғанда Фри́дрих (нем. Friedrich) исеме бирелгән; 2 март 1824 йыл, Австрия империяһы, Литомишль — 12 май 1884 йыл, Австро-Венгрия, Прага — чех композиторы, пианист һәм дирижёр, чех милли композиторҙар мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Бедржих Сме́тана 1824 йылдың 2 мартында Австрия империяһының (хәҙерге Чехияның көнсығышындағы) Литомишль ҡалаһында һыра ҡайнатыусы Франтишек Сметана һәм уның ҡатыны Барбора Линкова ғаиләһендә тыуған. Улар немец телле илдә йәшәһәләр ҙә, урындағы властарҙың тыйыуына ҡарамаҫтан, өйҙәрендә бары тик чех телендә аралаша, малайҙарын да туған телдә һөйләшергә генә түгел, уҡырға һәм яҙырға ла өйрәтә. Һуңынан, үҫмер гимназияла уҡыған йылдарҙа, уның донъяға ҡараштары формалашыуға уҡытыусыһы Вацлав Дивок ыңғай йоғонто яһай, нәҡ ул уҡыусыларында милли мәҙәниәткә ысын һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләй. Был осорҙа Бедржих буласаҡ чех сәйәсмән-милләтсеһе Карел Гавличек менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштыра[11].

Франтишек Сметана һәүәҫкәр скрипкасы була, һәм Бедржих музыка буйынса үҙенең тәүге дәрестәрен атаһынан ала[12]. Әйтергә кәрәк, был күнекмәләр тәбиғәттән бирелгән һәләткә бик яҡшы өҫтәлмә була: дүрт йәшендә малай скрипка менән бер рәттән фортепианола уйнарға өйрәнә. Ул ғына түгел, 1830 йылда алты йәшендә сәхнәнән тәүге тапҡыр пианиносы булараҡ үҙ аллы сығыш яһай, «Немая из Портичи» операһы увертюраһын башҡара[11], ә 1832 йылда фортепиано өсөн үҙенең тәүге пьесаһын — Галоп ре-мажорҙы ижад итә[13]. Гимназияла уҡыған йылдарында Бедржих камера ансамблдәре һәм оркестрҙары составында даими сығыш яһай башлай[14] һәм бер үк ваҡытта фортепиано өсөн яңы пьесалар тыуҙыра — улар башлыса күңелле һәм шаян полькалар була («Луизина полька», «Воспоминания о Ново-Месте»)[11]. Был ваҡытта Сметана ижадына немец һәм итальян композиторҙарының [13] ул дәүерҙәге төрлө салондарҙа башҡарылған һәм күңел асыуға йүнәлтелгән музыка өлгөләре ныҡлы тәьҫир яһай [15].

Мәктәпте тамамлаған Бедржихты атаһы илдең эре ҡалаларының береһе Пльзенгә хоҡуҡ белеме буйынса уҡырға ебәрә[15]. Үҫмер унда өс йыл яҡын туғандары булған профессор Йозеф Сметана ғаиләһендә йәшәй, ғалим егеттең патриотик ҡараштары формалашыуға ыңғай йоғонто яһай. Шулай ҙа төп уҡыуы менән бергә Бедржих Людвиг Бетховен, Гектор Берлиоз Фредерик Шопен һәм Роберт Шуман кеүек билдәле композиторҙар ижадын яҡындан өйрәнә, пианинола уйнау оҫталары Игнац Мошелес, Иоганн Непомук Гуммель һәм Сигизмунд Тальберг эшмәкәрлеге менән ныҡлап таныша[11], Ференц Лист концерттарына бик теләп йөрөй. Һөҙөмтәлә, 1843 йылда ул үҙен тулыһынса музыкаға арнарға ҡарар итә, юриспруденция менән шөғөлләнеүҙән бөтөнләй баш тарта һәм артабан йәшәргә Прагаға күсенә[15].

Прагала тәүге осорҙа Сметана йәшәү хаҡына бай йорттарҙа фортепианола уйнай[15], ә 1844 йылдан 1847 йылға тиклем граф Леопольд фон Тун унд Гогенштейнда өй музыка уҡытыусыһы сифатында хеҙмәттә була. был йылдарҙа ул үҙе лә фотепианола уйнауын камиллаштырыу маҡсатында һәм композиция буйынса Йозеф Прокштан дәрестәр ала[13]. Был остаздың шундай уҡ дәрестәренә Сметананың буласаҡ кәләше Катаржина Коларова йөрөгән була. Роберт һәм Клара Шумандар менән булған шәхсән танышлыҡ әүҙем хат алышыуға күсә. Ижадсының ошо осор әҫәрҙәрендә нәҡ композитор Роберт Шуман стиленең тәьҫире бик асыҡ күренә[15] — был тәү сиратта «Экспромты и багатели» исеме менән 1844 йылда баҫылып сыҡҡан фортепиано өсөн пьесалар серияһында ныҡ сағыла[11]. Һуңыраҡ Сметана Берлиоз һәм Лист менән таныша[15], был танышлыҡ 1846 йылдан улар менән бик яҡын дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә үҫешә[11].

Көнбайыш Богемиялағы концерт турнеһы финанс йәһәтенән уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң Сметана үҙен тулыһынса композиторлыҡ карьераһына арнарға ҡарар итә[13]. Бынан тыш Прагала шәхси музыка мәктәбе асыу хыялы менән дә янып йөрөй, был уйҙарын Лист менән уртаҡлаша. Уныһы яуап итеп мәктәп асыу өсөн 400 флорин аҡсаһын бирә. Был ярҙамды күңеленә ныҡ яҡын ҡабул иткән Сметана дуҫына «Шесть характерных пьес» тип аталған әҫәрҙәр йыйылмаһын бағышлай, улар ҙа Листың булышлығы менән донъя күрә[15]. Прагалағы үҙе теләгән музыка мәктәбен асыу ниәтен Сметана 1848 йылдың йәй аҙағында тормошҡа ашыра[13]. Был музыка мәктәбендә уҡығандар араһынан Ян Людевит Прохазка (14.08.1837—19.07.1888) музыка эшмәкәре, пианист, композитор һәм педагог булып таныла.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сметана — Чехияның танылған музыканттарының береһе, милли композиторҙар мәктәбенә нигеҙ һалыусы булып иҫәпләнә. Композиторҙар араһынан үҙенең әҫәрҙәрендә ул беренсе булып чех халыҡ сюжеттарын һәм мотивтарын бик тә урынлы ҡуллана. Тулыһынса чех телендә яҙылған тарихтағы тәүге «Бранденбуржцы в Чехии» операһының авторы ла нәҡ Сметана була. Арҙаҡлы ижадсы артабанғы дәүер композиторҙары Антонин Дворжак, Зденек Фибих һәм башҡаларға ыңғай йоғонто яһай.

Сметананың «Моя родина» музыкаль циклының «Влтава» тип аталған симфоник поэмаһы Чехияның рәсми булмаған милли гимнына әйләнә. Йыл һайын уҙғарылған «Прага яҙы» музыка фестивале «Моя родина» әҫәре менән асыла, ә «Либуше» операһы Чехияның милли байрамдары көндәрендә башҡарыла[16].

  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118615017 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Bedřich Smetana // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 Сметана Бедржих // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. 5,0 5,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  6. BillionGraves (ингл.) — 2011.
  7. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  8. https://jh.tritius.cz/authority/537485
  9. http://www.osobniknihovny.cz/libraryDetail.do?categoryId=6433
  10. https://data.performing-arts.ch/a/ee51815f-42dd-4a53-b000-18095fdb4498 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Горбачева Е. Г. Бедржих Сметана // Популярная история музыки. — М.: Вече, 2002. — ISBN 5-94538-111-X.
  12. https://www.britannica.com/biography/Bedrich-Smetana%7CBedřich(недоступная ссылка) Smetana|2020-05-27}}
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 Vlasta Reittererová. Smetana, Friedrich (Bedřich) (нем.). Австрийская музыкальная энциклопедия (Oesterreichisches Musiklexikon online) (6 май 2001). Дата обращения: 27 май 2020.
  14. Музыкальная энциклопедия / Гл. ред. Ю.В. Келдыш. — «Советская энциклопедия», 1981. — 1056 с.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 Bedrich Smetana (кат.). Gran enciclopèdia de la música. Дата обращения: 27 май 2020.
  16. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; BRE төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  • Мартынов И. Бедржих Сметана. Очерк жизни и творчества. — М.: Музгиз, 1963.