Эстәлеккә күсергә

Джузеппе Верди

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Верди битенән йүнәлтелде)
Джузеппе Верди
Giuseppe Verdi
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Джузеппе Фортунино Франческо Верди

Тыуған

10 октябрь 1813({{padleft:1813|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

Ронкола, Буссето янында,
Таро департаменты,
Франция

Үлгән

27 ғинуар 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (87 йәш)

Үлгән урыны

Милан, Италия

Ил

Парма герцоглығы, Ломбард-Венеция короллеге,
Королевство Италия (1861—1946) Италия короллеге (1861-1946)

Һөнәрҙәре

композитор, дирижёр

Әүҙем йылдары

XIX быуат

Инструменттар

фортепиано

Автограф
Автограф
giuseppeverdi.it
 Аудио, фото, видео Викимилектә
подпись

Джузе́ппе Фортуни́но Франче́ско Ве́рди (итал. Giuseppe Fortunino Francesco Verdi, 10 октябрь 1813 йыл, Ронколе, Буссето яны, Италия — 27 ғинуар 1901 йыл, Милан) — бөйөк итальян композиторы, ижады донъя опера сәнғәтененең иң юғары ҡаҙаныштарына инә, ул XIX быуаттың итальян операһын иң бейек баҫҡысҡа күтәргән.

Композитор 26 опера һәм бер реквием ижад иткән. Иң яҡшы опералары: «Бал-маскарад», «Риголетто», «Трубадур», «Травиата». Ижадының йөҙөк ҡашы: «Аида» һәм «Отелло».

Ижадының тәүге йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
СССР-ҙың Джузеппе Вердиға арналған почта маркаһы, 1963, (ЦФА каталогы, 2879, Скотт марка каталогы, 2745A)

Верди Таро департаменты Буссето янындағы Ле Ронколе ауылында донъяға килгән, департамент шул осорҙа Пармаға Пьяченца кенәзлеге ҡушылыу арҡаһында барлыҡҡа килгән Беренсе француз империяһына ингән. Шулай итеп, Верди рәсми йәһәттән Францияла тыуған тип һанала[1].

Верди 1813 йылда — Рихард Вагнер менән бер йылда тыуған. Улар ғүмер буйы бер-береһе менән ярышып ижад итә. Композиторҙың атаһы Карло Верди ауылда трактир тотҡан, әсәһе Луиджа Уттини еп иләү оҫтаһы булған. Джузеппеның балалығы бик фәҡир шарттарҙа, ауырлыҡта үткән. Ауыл сиркәүендә ул месса үткәрешер булған. Органда уйнарға ул Пьетро Байстроккиҙан өйрәнгән. Музыкаға тартылыуын күреп, ата-әсәһе уға спинет һатып алып бирә. Был ябай ғына музыка ҡоралын композитор ғүмеренең аҙағына тиклем һаҡлай.

Буссето ҡалаһының бай сауҙагәре Антонио Барецци ҙа малайҙың һәләтенә иғтибар итә. Ул Вердиҙың бөйөк композитор булып китәсәгенә бик ышана һәм үҙ ҡалаһына уҡырға саҡыра. Уҡыу йылдары ла бик ауыр була. Ялдарын Джузеппе Ле Ронколеға месса ваҡытында органда уйнарға йөрөй. Композияцияға тәүге уҡытыусыһы Фернандо Провези, Буссетоның Филармоник йәмғиәтенең директоры, өйрәтә. Ул Вердиҙа классик әҙәбиәткә мөхәббәт уята. Шекспир, Данте, Гёте, Шиллер яратҡан яҙыусылары була. Иң яратҡан әҫәре — бөйөк итальян яҙыусыһы Алессандро Мандзониниҙың «Йәрәшелгәндәр» романы.

Егерме йәшендә Милан консерваторияһына (хәҙер Верди исемен йөрөтә) имтихан тоторға барғас, уны әҙерлеге насар һәм йәше уҙған тип уҡырға алмайҙар[2]. Верди үҙаллы һабаҡтар ала башлай, опера спектаклдәренә, концерттарға йөрөй. Милан бомонды менән аралашыу уның театр композиторы булыу теләген нығытып ҡына ебәрә.

Буссетоға ҡайтҡас, Антонио Барецци ярҙамында тәүге концертын ҡуя (1830 йылда).

1836 йылда Верди өҙөлөп һөйгән йәренә — Маргарита Барецциға өйләнә. Тиҙҙән уларҙың бер-бер артлы ике балаһы тыуа. Верди яңы операһы өҫтөндә эшләгәндә балалары ауырып китеп, үлеп ҡала. 1840 йылда 26 ғына йәшендә ҡатыны ла[3] ,[4][5] энцефалиттан вафат булып ҡала. Яратҡан кешеләрен юғалтыуҙы Верди бик ауыр кисерә.

Тәүге танылыу

Вердиҙың Милан "Ла Скала"һында ҡуйылған тәүге операһы («Оберто, граф Бонифачьо») (Oberto) тәнҡитселәрҙең хуплауын таба, бынан һуң театр импресариоһы Бартоломео Мерелли Вердиға ике опера яҙыуға контракт тәҡдим итә. Шулай итеп, "Бер сәғәтлек король" (Un giorno di regno) һәм "Набукко" («Навуходоносор») опералары тыуа. Ошо операларҙың тәүгеһе өҫтөндә эшләгәндә Вердиҙың ҡатыны менән ике балаһы мәрхүм була. Был әҫәре уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң композитор опера музыкаһы ижад итеүҙән туҡтарға ҡарар итә. Әммә 1842 йылдың 9 мартында "Ла Скала"ла «Набукко»ның премьераһы ҙур уңыш ҡаҙана һәм Вердиҙың опера композиторы тигән данын тарата. Киләһе бер йыл эсендә опера Европала 65 тапҡыр ҡуйыла һәм шунан бирле донъяның төп опера театрҙары репертуарынан төшмәй. «Набукко» артынан тағы бер нисә опера барлыҡҡа килә, улар араһында «Ломбардтар тәре походында» (I Lombardi alla prima crociata) һәм «Эрнани» (Ernani) тигәндәре лә була, улар Италияла уңыш яулай.

1847 йылда «Ломбардтар» операһы, бер аҙ үҙгәртелә төшөп, «Йәрүсәлим» (Jérusalem) тигән исем ала, ул Париж Операһы тарафынан 1847 йылдың 26 ноябрендә күрһәтелә, Вердиҙың гранд-опера стилендәге тәүге әҫәре була. Бының өсөн композиторға уны ҡабат эшкәртеп, итальян персонаждарын француз персонаждарына алмаштырырға тура килә.

Джузеппина Стреппони

Утыҙ һигеҙ йәшендә Верди карьераһын ослап барған йырсы (сопрано) Джузеппина Стреппониға ғашиҡ була (улар ун бер йылдан ғына өйләнешә, ә никахтары булмаған көйө бергә йәшәүҙәре тирә-яҡтағылар менән янъял сығара). Тиҙҙән Джузеппина сығыш яһауҙан туҡтай, һәм Верди, Джоаккино Россини өлгөһөнә эйәреп, карьераһын ҡатыны менән бергә тамамларға була. Ул бай, билдәле һәм ғашиҡ. Ләкин, моғайын, Джузеппина уны артабан да опералар яҙыуҙы дауам итергә күндерә алғандыр. Вердиҙың «ялға киткәндән һуң» ижад иткән тәүге әҫәре «Риголетто» уның беренсе шедевры булып сыға. Виктор Гюгоның "Король күңел аса" пьесаһы буйынса яҙылған либреттоға, цензура талаптарына тап килтереп, бер аҙ үҙгәртеүҙәр индерелә. Композитор операны яҙғанда бер нисә тапҡыр ташларға ниәтләп ҡуя, шулай ҙа осона алып барып сығара. Беренсе постановка 1851 йылда Венецияла була һәм ғәйәт ҙур уңыш ҡаҙана.

«Риголетто»ны музыкаль театр тарихындағы иң яҡшы операларҙың береһе тип ҡарарға була. Гүзәл көйҙәр бөтә партитураға һибелгән, классик опера репертуарының айырылмаҫ өлөшө булып торған ариялар һәм ансамблдәр бер-бер артлы эйәреп бара, кәмит һәм фажиғә бергә уҡмашып китә.

Вердиҙың сираттағы бөйөк операһы «Травиата» «Риголетто»нан һуң ике йылдан яҙыла һәм ҡуйыла. Либреттоһы Александр Дюма-улдың "Камелиялы ханым" пьесаһы буйынса эшләнгән.

Артабан тағы бер нисә опера яҙыла, улар араһында — хәҙерге заманда даими ҡуйыла килгән «Сицилиялағы вечерня» (Les vêpres siciliennes; Париж Операһы заказы буйынса яҙылған), «Трубадур» (Il Trovatore), «Бал-маскарад» (Un ballo in maschera), "Тәҡдир көсө" (La forza del destino; 1862 йыл; Император Ҙур (Таш) театры — Санкт-Петербург заказы буйынса), «Макбет» (Macbeth) операһының икенсе редакцияһы.

1869 йылда Верди тарафынан Джоаккино Россини иҫтәлегенә бағышланған Реквиемға «Libera Me» ижад ителә (ҡалған өлөштәрен беҙгә аҙ билдәле итальян композиторҙары яҙа). 1874 йылда Верди яратҡан яҙыусыһы Алессандро Мандзони вафатына бағышланған Реквиемын яҙа, уға алдараҡ ижад ителгән «Libera Me» реквиемының эшкәртелгән вариантын да өҫтәй.

Джузеппе Верди

Вердиҙың бөйөк операларының һуңғыларына ҡараған «Аида»ны яҙыуға Мысыр хөкүмәте заказ бирә. Ул Суэц каналын асыу тантанаһына бағышлана. Тәүҙә Верди баш тарта. Парижда сағында уға дю Локль аша тәҡдим ҡабаттан еткерелә. Был юлы Верди операның сценарийы менән таныша, уны оҡшата һәм ризалаша.

Верди һәм Вагнер, һәр береһе — үҙ милли опера мәктәбенең лидеры — бер-береһен яратмай. Улар үҙ ғүмерҙәрендә бер тапҡыр ҙа осрашмай. Вердиҙың Вагнер һәм уның музыкаһы тураһындағы фекерҙәре әҙ һаҡланған, улар нигеҙҙә дошмансыл рухта. Шулай ҙа, Вагнерҙың вафатын ишеткәс, Верди былай ти: «Ниндәй хәсрәт! Был исем сәнғәт тарихында оло эҙ ҡалдырҙы». Вагнерҙың Верди музыкаһы тураһында бер генә һүҙе билдәле. Реквиемды тыңлағас, башҡаларҙың музыкаһына баһа бирергә бик тә яратҡан телдәр бөйөк немец: «Бер ни ҙә әйтмәү яҡшыраҡ», — тиеү менән сикләнә.

«Аида» 1871 йылда Ҡаһирәлә ҙур уңыш менән ҡуйыла.

Һуңғы йылдары һәм вафаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Джузеппе Верди майҙанындағы статуя, Буссето
Джузеппе Вердиҙың Палермолағы (Италия) Массимо театры эргәһендәге бюсы. Антонио Уго эше

Артабанғы ун ике йыл эсендә Верди аҙ эшләй, йәш саҡтағы операларын шымартыу менән мәшғүл була.

Уильям Шекспир пьесаһы буйынса ҡуйылған «Отелло» (Otello) операһы Миланда 1887 йылда күрһәтелә. Уның музыкаһы «өҙлөкһөҙ» була, унда итальян операһына хас арияларға һәм речитативтарға бүленеш юҡ — был яңылыҡ Р. Вагнерҙың опера реформаһы аша тарала (ул мәрхүм булғандан һуң). Бынан тыш, шул уҡ Вагнер реформаһы йоғонтоһонда һуң осорғо Верди стиле речитатив стилен ала, был операға реалистик төҫ бирә, ләкин традицион итальян операһын һөйөүселәрҙе өркөтә.

Вердиҙың һуңғы операһы «Фальстаф»ҡа (Falstaff) иһә (либреттоһын либреттолар яҙыу оҫтаһы һәм композитор Арриго Бойто яҙған, Шекспирҙың «Виндзор шаянҡайҙары» (Merry Wives of Windsor) пьесаһы буйынса ижад ителгән) «үткәлдәге үҫеш» манераһы хас.

Пармала Верди мемориалы

1901 йылдың 21 ғинуарында «Grand Et De Milan»[6] (Милан, Италия) отелендә саҡта Вердиға инсульт була. Алты көндән 1901 йылдың 27 ғинуарында иртән мәрхүм була.

Башта Верди Миланда Монументаль зыяратта ерләнә. Бер айҙан кәүҙәһен Casa Di Riposo в Musicisti'ға — Верди тарафынан пенсионер музыканттар өсөн асылған ял йортона күсереп ҡуялар.

Ул агностик була. Икенсе ҡатыны Джузеппина Стреппони уны «әллә ни диндар түгел»[7] тип ҡылыҡһырлай.

Джузеппе Верди опералары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Джузеппе Верди, 1879
  • Оберто, граф ди Сан-Бонифачо (Oberto, Conte di San Bonifacio) — 1839
  • Бер сәғәтлек король (Un Giorno di Regno) — 1840
  • Набукко, йәки Навуходоносор (Nabucco) — 1842
  • Ломбардтар беренсе тәре походында (I Lombardi') — 1843
  • Эрнани (Ernani) — 1844. Виктор Гюгоның шул исемдәге пьесаһы буйынса
  • Ике Фоскари (I due Foscari) — 1844. Лорд Байрон пьесаһы буйынса
  • Жанна d’Арк (Giovanna d’Arco) — 1845. Шиллерҙың «Орлеан ҡыҙы» пьесаһы буйынса
  • Әлзирә (Alzira) — 1845. Вольтерҙың шул исемдәге пьесаһы буйынса
  • Аттила (Attila) — 1846. Захариус Вернерҙың «Аттила, һундар юлбашсыһы» пьесаһы буйынса
  • Макбет (Macbeth) — 1847. Шекспирҙың шул уҡ исемдәге пьесаһы буйынса
  • Юлбаҫарҙар (I masnadieri) — 1847. Шиллерҙың шул уҡ исемдәге пьесаһы буйынса
  • Йәрүсәлим (Jérusalem) — 1847 (Ломбардтарҙың версияһы)
  • Корсар (Il corsaro) — 1848. Лорд Байрондың шул уҡ исемдәге поэмаһы буйынса
  • Леньяно янындағы алыш (La battaglia di Legnano) — 1849. Жозеф Мариҙың «Тулуза янындағы алыш» пьесаһы буйынса
  • Луиза Миллер (Luisa Miller) — 1849. Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт» пьесаһы буйынса
  • Стиффелио (Stiffelio) — 1850. «Изге ата, йәки Инжил һәм йөрәк» пьесаһы буйынса, Эмиль Сувестр менән Эжен Буржуа авторлығында.
  • Риголетто (Rigoletto) — 1851. Виктор Гюгоның «Король күңел аса» пьесаһы буйынса
  • Трубадур (Il Trovatore) — 1853. Антонио Гарсиа Гутьеррестың шул исемдәге пьесаһы буйынса
  • Травиата (La Traviata) — 1853. А. Дюма-улдың «Камелиялы ханым» пьесаһы буйынса
  • Сицилиялағы мәжлес (Les vêpres siciliennes) — 1855. Эжен Скриб менән Шарль Деверьеның «Герцог Альба» пьесаһы буйынса
  • Джованна де Гусман (Giovanna de Guzman) ( «Сицилиялағы вечерня»).
  • Арольдо (Aroldo) — 1857 («Стиффелио» версияһы)
  • Бал-маскарад (Un ballo in maschera) — 1859.
  • Тәҡдир көсө (La forza del destino) — 1862. «Дон Альваро, йәки Тәҡдир көсө» пьесаһы буйынса, Анхель де Сааведра, герцог Ривас авторлығында. Премьера Санкт-Петербургта Ҙур (Таш) театрҙа була
  • Дон Карлос (Don Carlos) — 1867. Шиллерҙың шул исемдәге пьесаһы буйынса
  • Аида (Aida) — 1871. Премьера Мысырҙың Ҡаһирә ҡалаһындағы Хәдив опера театрында була
  • Отелло (Otello) — 1887. Шекспирҙың шул исемдәге пьесаһы буйынса
  • Фальстаф (Falstaff) — 1893. Шекспирҙың «Виндзор шаянҡайҙары» пьесаһы буйынса
  1. Martin, 3
  2. И.Охалова. Музыкальная литература зарубежных стран. Выпуск 4
  3. museocasabarezzi.it (in Itэнцефалиттан вафат була alian): «She died the following year [1840] on 18 June, aged only 26 years, while Verdi was working on his ill-fated second opera, Un Giorno di Regno
  4. on magiadellopera.com (in Italian): «On 18 June 1840 Margherita Barezzi’s life was cut short by violent encephalitis.»
  5. reocities.com (in Italian): 2013 йыл 24 август архивланған. «…on 20 Ҡалып:Sic June 1840 his young wife Margherita died, struck down by a severe form of acute encephalitis.»
  6. The hotel’s website contains a brief history of the composer’s stay and a few photographs of those days
  7. Tintori, p. 232.