Травиата
«Травиата» (итал. La traviata — «хаталанған», «юлдан яҙған», ҡылым traviare — юлдан яҙыу) — Джузеппе Вердиҙың Александр (кесе) Дюманың «Камелиялы ханым» романы мотивтары буйынса Франческо Мария Пьяве либреттоһына яҙған операһы (1848). Тәүге тапҡыр 1853 йылдың 6 мартында Венецияла «Ла Фениче» опера театрында ҡуйыла һәм уңышһыҙлыҡҡа осрай, әммә эшкәртелгәндән һуң иң билдәле һәм популяр операларҙың береһенә әүерелә. Икенсе редакцияһының премьераһы 1854 йылдың 6 майында Венециялағы Сан-Бенедетто Театрында була (Виолетта — Мария Специя-Альдигьери[en]).
Ул замандағы опера постановкаһы өсөн ғәҙәти булмаған һыҙаттары:
- төп героиня — дауалап булмаған ауырыуҙан үлеп барған куртизанка;
- опералағы ваҡиғалар ул саҡтағы Парижда бара (XIX быуат уртаһы).
«Риголетто» һәм «Трубадур»ҙағы кеүек үк, Верди "Травиата"ла ла драманың үҙәгенә йәмғиәт тарафынан инҡар ителгән персонажды сығара.
Операның йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Операның партитураһы өс пәрҙәгә бүленгән: беренсеһендә ваҡиғалар — Виолеттаның салонында, икенсеһендә — уның ҡала ситендәге йортонда һәм Флора Бервуаның һарайында, өсөнсөһөндә Виолеттаның һуңғы фатирында бара. Икенсе пәрҙә үтә оҙон булғанлыҡтан уны ике пәрҙәгә бүлә башлайҙар, һәм хәҙер «Травиата» өс тәнәфесле дүрт пәрҙәле опера булараҡ ҡуйыла.
Ҡатнашыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Персонаждар | Тауыш |
---|---|
Виолетта Валери, куртизанка | сопрано |
Альфред Жермон, бай ҡатламға ҡарамаған йәш ир-егет | тенор |
Жорж Жермон, уның атаһы | баритон |
Флора Бервуа, Виолеттаның әхирәте | меццо-сопрано |
Барон Дуфоль, Виолеттаның һөйәре | баритон |
Виконт Гастон де Леторьер | тенор |
Маркиз д’Обиньи | бас |
Доктор Гренвиль | бас |
Аннина, Виолеттаның хеҙмәтсеһе | сопрано |
Эстәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]I пәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Октябрь, XIX быуаттың уртаһы, Париж
Юғары ҡатламдарҙа әйләнгән еңел холоҡло ҡатын Виолетта Валери үҙенең салонында мәжлес ойоштора. Уны күптән түгел Парижға провинциянан килгән Альфред Жермон менән таныштыралар. Яңы танышы әлеге һөйәре барон Дуфолгә ҡарағанда Виолеттаға нығыраҡ оҡшай. Жермон да уға тәү ҡараштан ғашиҡ була. Табын ҡыҙған мәлдә егет мөхәббәтте данлап ялҡынлы тост әйтә («Libiamo ne' lieti calici» дуэты). Көтмәгәндә быуылып йүткерә башлаған Виолетта залдан сығырға мәжбүр була, Альфред уға эйәрә. Ул хистәрен белдерә һәм ҡатынға, был еңел-елпе тормоштан баш тартып, үҙе менән китергә тәҡдим итә. Виолетта уға ярата белмәүен әйтә («Un di, felice, eterea» дуэты) һәм егеткә иҫтәлеккә камелия сәскәһе бүләк итә, Альфред уны һулығас та кире ҡайтарырға тейеш була. Ҡунаҡтар таралыша. Куртизанканы Альфредтың һүҙҙәре хисләндерә; ул үҙенең дә уға битараф түгеллеген аңлай. Ни ҡылырға белмәй, ул музыка менән онотолорға, ауыр уйҙарын ҡыуып таратырға тырыша.
II пәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғинуар, Париж ситендәге йортта
Виолетта Альфредтың тәҡдименә ризалаша һәм юғары ҡатлам вәкилдәренең шау-шыулы тормошонда ҡатнашыуҙан баш тарта. Хәҙер ғашиҡтар Париж ситендәге бер йортта йәшәй. Альфред һөйгәненең етеш тормошҡа түләр өсөн уға белдермәй генә мөлкәтен һатыуы тураһында белеп ҡала. Оялып, ул бер аҙ аҡса табыу ниәте менән Парижға китә. Ул юҡта Альфредтың атаһы Жорж Жермон килә. Ул, куртизанка улының ғына түгел, бөтә ғаиләнең абруйына тап төшөрә, тип иҫәпләй: Альфред Виолетта менән араһын өҙмәһә, ҡыҙының йәрәшкән егете уны ташларға йыйына. Альфредтың атаһы Виолеттанан улы менән ғишыҡ мөнәсәбәттәрен туҡтатыуҙы талап итә. Виолетта туберкулёз менән сирләгәнен һәм тиҙҙән үләсәген белә, шуға өлкән Жермондың өгөтөнә күнә. Ул Альфредҡа хушлашыу хаты яҙа ла өйҙән китә. Альфред ҡайтҡас хатты табып уҡый: ул Виолетта үҙен аҡса арҡаһында ташлаған тип уйлай. Хаттан ул ҡыҙҙың элекке йәшәү рәүешен дауам итергә йыйыныуы тураһында белә. Жорж Жермон улын өйгә ҡайтырға өгөтләй, тик теге ризалашмай. Көтмәгәндә ул Виолеттаның әхирәте Флора Бервуанан балға саҡырыу ҡағыҙын табып ала. Альфред Парижға ҡайтырға һәм хыянат өсөн үс алырға ҡарар итә.
Флораның һарайында бал-маскарад
Виолетта залға барон Дуфоль менән ҡултыҡлашып килеп инә, әммә ул шат түгел: һөйгәне менән айырылышыуҙы ауыр кисерә. Ҡунаҡтар араһында Альфред та бар, ул ҡомарланып кәрт һуға һәм уйында даланлы булып сыға. Ул барон менән ыҙғышырға сыйыҡ эҙләй. Ҡунаҡтар төрлө залдар буйлап таралышҡас, Виолетта Альфредтың китеүен һорай. Альфред Виолетта менән генә китәсәген белдерә. Ҡыҙ Дуфолде яратыуы тураһында әйтеп һала. Көнсөл Альфред залға бөтә ҡунаҡтарҙы йыя ла бөтәһе алдында Виолеттаны кәмһетә, һөйөү өсөн түләү итеп, кәрттә отоп алған аҡсаһын йөҙөнә бәрә. Виолетта аңын юғалтып иҙәнгә йығыла. Альфредтың атаһы был ҡылығы өсөн улын битәрләй. Дуфоль көндәшен дуэлгә саҡыра. Виолетта хәсрәткә бата, сөнки Альфредҡа дөрөҫөн һөйләй алмай.
III пәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Февраль. Виолеттаның бүлмәһе
Виолеттаның хәле бик насарлана, ул түшәктән дә тормай, хеҙмәтсеһе Аннинаға аҡсаһын ярлыларға таратырға ҡуша. Уға өлкән Жермондан хат килтереп бирәләр; ул дуэлдә улының баронды яралағаны һәм ошо сәбәпле уның бер аҙға сит илгә китәсәге хаҡында яҙа. Әммә тиҙҙән кире ҡайтасаҡ, сөнки ҡарт выжданы ғазаплауға түҙмәйенсә улына дөрөҫлөктө әйтә. Асыҡ тәҙрәнән Виолеттаға музыка тауыштары һәм шау-шыу ишетелә — Парижда карнавал! Шул саҡ Альфред килеп инә, ғашиҡтар бәхетле, киләсәккә пландар ҡора, әммә Виолеттаның хәле бөтә. Альфред мөхәббәттә ант итә, ә Виолетта уға буласаҡ кәләше тағып йөрөргә тейеш буласаҡ медальонды бүләк итә. Альфред ҡаты хәсрәткә бата, Виолетта бер мәлгә генә хәлләнгәндәй тойола ла Альфредтың ҡулында донъя ҡуя.
Прототиптар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Опера «Камелиялы ханым» тигән роман буйынса яҙылған, ә роман нигеҙенә автобиографик тарих һалынған, шунлыҡтан операның төп персонаждарының прототиптары бар. Виолеттаның прототибы — билдәле Париж куртизанкаһы Мари Дюплесси, ул һылыулығы ғына түгел, аҡылы менән дә танылған булған. Дюплесси Александр (кесе) Дюманы ла әсир итә. Дюплесси менән улының араһын атай Дюма боҙған тип һанала. Парижға әйләнеп ҡайтыуына кесе Дюманың һөйгәне 1847 йылда туберкулёздан үлгән була. Бер аҙҙан «Камелиялы ханым» тигән роман донъя күрә. 1848 йылда роман театрҙа ҡуйыу өсөн эшкәртелә, әммә әхлаҡһыҙ тип танылғанлыҡтан дүрт йылдан ғына ҡуйылыуға рөхсәт ителә.
Опера персонажы | Роман персонажы | Прототип |
---|---|---|
Виолетта Валери | Маргарита Готье | Мари Дюплесси |
Альфред Жермон | Арман Дюваль | Александр кесе Дюма |
Жорж Жермон | Жорж Дюваль | Александр Дюма (атай) |
Барон Дуфоль | Йыйылма образ[2] | |
Флора Бервуа | мадам Дювернау | билдәһеҙ |
Дискография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарыусылар: Виолетта — Личия Альбанезе, Альфред — Жан Пирс, Жермон — Роберт Мерилл, NBC хоры һәм оркестры, дирижёр — Артуро Тосканини.
Башҡарыусылар: Виолетта — Елизавета Шумская, Альфред — Иван Козловский, Жермон — Павел Лисициан, СССР-ҙың Ҙур театры хоры һәм оркестры, дирижёр — Александр Орлов, 1947 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Елизавета Шумская, Альфред — Сергей Лемешев, Жермон — Павел Лисициан, Флора — О. Инсарова, Гастон — Б. Бобков, барон Дюфоль — М. Соловьёв, маркиз — Г. Воробьёв, доктор Гренвиль — В. Горбунов, Аннина — Т. Парфененко. СССР-ҙың Ҙур театры хоры һәм оркестры. Дирижёр С. Сахаров. 1951 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Рената Тебальди, Альфред — Гиацинт Пранделли, Жермон — Джино Орландини, Флора — Лилиана Пеллегрино, Итальян радиоһы хоры һәм оркестры, дирижёр — Карло Мария Джулини, 1952 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Мария Каллас, Альфред — Франческо Альбанезе, Жермон — Уго Саварезе, Coro Cetra, Турин радиоһы оркестры, дирижёр — Габриэле Сантини, 1953 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Г. Диомидова, Альфред — Сергей Лемешев, Жермон — Павел Лисициан. СССР-ҙың Ҙур театры хоры һәм оркестры. Дирижёр Т. А. Докшицер. 1956 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Мария Каллас, Альфред — Альфредо Краус, Жермон — Марио Серени, «Сан-Карлуш» театры (Лиссабон) хоры һәм оркестры, дирижёр — Франко Гийоне, 1959 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Тереза Стратас, Альфред — Фриц Вундерлих, Жермон — Герман Прей, Аннина — Бригитта Фассбендер. Bayerisches Staatsorchester хоры һәм оркестры, Мюнхен. Дирижёр Джузеппе Патане. 1965 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Монсеррат Кабалье, Альфред — Карло Бергонци, Жермон — Шерил Милнс, RCA-ның Италия бүлексәһе хоры һәм оркестры, дирижёр — Жорж Претр, 1967 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Галина Вишневская, Альфред — Владимир Атлантов, Жермон — Алексей Большаков, СССР-ҙың Ҙур театры хоры һәм оркестры, дирижёр — Борис Хайкин, 1968 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Беверли Силлз, Альфред — Николай Гедда, Жермон — Роландо Панераи, Король филармония оркестры, дирижёр — Альдо Чеккато, 1971 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Джоан Сазерленд, Альфред — Лучано Паваротти, Жермон — Маттео Манугуерра. Дирижёр Ричард Бонинг. London Opera Chorus. National Philharmonic Orchestra. DECCA. 1980 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Рената Скотто, Альфред — Alfredo Kraus, Жермон — Renato Bruson. Дирижёр — Риккардо Мути. Ambrosian Opera Chorus. Phillharmonia Orchestra. EMI Records. 1982 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Кристина Галлардо-Домас, Альфред — Роберто Ароника, Жермон — Владимир Чернов, «Метрополитен-опера» театры хоры һәм оркестры, дирижёр — Роберто Аббадо, 2000 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Анна Нетребко, Альфред — Роландо Вильясон, Жермон — Томас Хэмпсон, Вена филармония оркестры, дирижёр — Carlo Rizzi, Зальцбург фестивале, 2005 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Амалия Гогешвили, Альфред — Сергей Балашов, Жермон — Евгений Поликанин, Флора — Ирина Ващенко, Гастон — Валерий Микицкий, Дюфоль — Дмитрий Ульянов, Маркиз — Денис Макаров, Доктор — Дмитрий Степанович, Аннина — Валерия Зайцева, Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыка театры хоры һәм оркестры, дирижёр — Феликс Коробов, 2007 йыл.
Башҡарыусылар: Виолетта — Диана Дамрау, Альфред — Пётр Бечала, Жермон — Желько Лучич. Ла Скала театры хоры һәм оркестры, дирижёр — Даниэле Гатти, Ла Скала театрында миҙгелде асыу. 2013 йыл.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарыусылар: Виолетта — Анна Нетребко, Альфред — Роландо Вильясон, Жермон — Томас Хэмпсон, Вена филармония оркестры, дирижёр — Карло Рицци, реж. Вилли Деккер, Зальцбург фестивале, 2005 йыл;
Башҡарыусылар: Виолетта — Мирей Делюнш, Альфред — Мэтью Поленцани, Жермон — Желько Лучич. Париж оркестры, дирижёр — Ютака Садо, реж. Петер Муссбах, Экс-ан-Прованс опера фестивале, 2003.
Кинематограф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1968 — «Травиата» — режиссёр Марио Ланфранки фильм-операһы, төп партияларҙа: Виолетта — Анна Моффо, Альфред — Франко Бонисолли (итал.)баш. (итал.)баш., Жермон — Джино Бекки. Рим операһы хоры һәм оркестры, дирижёр — Джузеппе Патане (итал.)баш. (итал.)баш..
- 1982 (1983) — «Травиата» — режиссёр Франко Дзеффирелли (Италия) фильм-операһы. Башҡарыусылар: Виолетта — Тереза Стратас, Альфред — Пласидо Доминго, Жермон — Корнелл МакНейл, Метрополитен Опера театры хоры һәм оркестры, дирижёр — Джеймс Левайн, бейеү номерҙарында: Екатерина Максимова һәм Владимир Васильев.
- 2000 — «Травиата в Париже» — режиссёр Джузеппе Патрони Гриффи һәм продюсер Андреа Андерман фильм-операһы. Баш оператор — Витторио Стораро. Төп партияларҙа: Виолетта — Этери Гвазава, Альфред — Хосе Кура, Жермон — Роландо Панераи (итал.)баш. (итал.)баш.. RAI телерадиокомпанияһының Милли симфоник оркестры (Турин), дирижёр — Зубин Мета. «I Solisti Cantori» хоры, хормейстер — Эмануэла Ди Пьетро.
Астрономияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джузеппе Верди операһының төп героиняһының исеме 1905 йылда асылған Виолетта астероидына бирелгән.
Музыкаль фрагменттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ah! fors'è lui и Sempre libera, беренсе пәрҙә. Баршҡарыусы Lucrezia Bori, 1910 |
Ah, fors e lui. Башҡарыусы Нелли Мельба, 1907 |
Sempre libera. Нелли Мельба, 1904 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Синопсис оперы Травиата 2016 йыл 4 март архивланған.
- Либретто оперы «Травиата»
- Балет «Травиата» Первый акт; Второй акт
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1970 М. C. Друскин. 100 опер. История создания, сюжет, музыка. Издательство «Музыка», Ленинград. — онлайн версия 2008 йыл 13 март архивланған.