Эстәлеккә күсергә

Франц II

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Франц Иосиф Карл
Franz II
Франц Иосиф Карл
Франц Иосиф Карл
Флаг
Флаг
Изге Рим империяһы императоры
Флаг
Флаг
5 июль, 1792 — 6 август, 1806
(под именем Франц II исеме аҫтында)
Коронация: 14 июль, 1792, Майндағы-Франкфурт, Гессен, Германия
Алдан килеүсе: Леопольд II
Дауамсы: титулы юҡҡа сығарылған
Венгрия короле,
Богемия короле,
Хорватия һәм Славония короле,
Галиция һәм Лодомерия короле
5 июль, 1792 — 2 март, 1835
Алдан килеүсе: Леопольд II
Дауамсы: Фердинанд I
Флаг
Флаг
Австрия императоры
Флаг
Флаг
11 август, 1804 — 2 март, 1835
Алдан килеүсе: титулы булдырылған
Дауамсы: Фердинанд I
Флаг
Флаг
Германия союзы Президенты
Флаг
Флаг
8 июнь, 1815 — 2 март, 1835
Алдан килеүсе: вазифаһы булдырылған
Дауамсы: Фердинанд I
 
Дине: католицизм
Тыуған: 12 февраль 1768({{padleft:1768|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Флоренция, Флоренция провинцияһы, Тоскана,
Үҙәк Италия, Италия
Үлгән: 2 март 1835({{padleft:1835|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (67 йәш)
Вена, Австрия
Ерләнгән: Император төрбәһе
Нәҫел: Габсбурги (Габсбург-Лотарингская династия)
Исеме: Франц II
Атаһы: Леопольд II
Әсәһе: Мария Луиза Испанская
Ҡатыны: 1) Елизавета Вюртембергская (21.04 1767 — 18.02 1790)

2) Мария Тереза Каролина Джузеппина (Жозефина) Бурбон-Неаполитанская (06.06 1772 — 13.04 1807) 3) Мария Людовика Моденская (14.12 1787 — 07.04 1816) 4) Каролина Шарлотта Августа Баварская (8.02 1792 — 9.02 1873)

Балалары: Мария-Луиза Австрийская[d]
Фердинанд I[1]
Мария Леопольдина Австрийская[d]
Клементина Австрийская[d]
Йозеф Франц Австрийский[d][2]
Мария Каролина Австрийская[d]
Франц Карл Австрийский[d]
Иоганн Непомук Австрийский[d][2]
Archduchess Ludovika Elisabeth of Austria[d][2]
Мария Каролина Австрийская[d][2]
Каролина Людовика Австрийская[d][2]
Амалия Тереза Австрийская[d][2]
Мария Анна Франциска Австрийская[d][2]
 
Автограф:
 
Наградалары:
Мария Терезия хәрби ордены
Мария Терезия хәрби ордены
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Австрия Леопольд орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Австрия Леопольд орденының Ҙур тәреһе кавалеры
I дәрәжә Тимер таж ордены
I дәрәжә Тимер таж ордены
Подвязка ордены
Подвязка ордены
Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалеры Изге Рух ордены кавалеры
Фил ордены
Фил ордены
Өслө орден кавалеры
Өслө орден кавалеры
Изге Фердинанд Ҡаҙаныштары өсөн орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Фердинанд Ҡаҙаныштары өсөн орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге Александр Невский ордены
Изге Александр Невский ордены

Франц II (нем. Franz II. Joseph Karl; 12 февраль 1768 йыл, Флоренция — 2 март 1835 йыл, Вена) — Германия короле (Рим короле), 1792 йылдың 7 июленән 1806 йылдың 6 авгусына тиклем — Изге Рим империяһының һуңғы императоры, 1804 йылдың 11 авгусынан алып үҙенең вафатына тиклем — Австрияның беренсе императоры. Австрия императоры, Богемия һәм Венгрия короле сифатында Франц I исеме аҫтында идара иткән.

Тулы титулы: Аллаһ мәрхәмәте менән һайланған Рим Императоры, үҙгәрмәй торған Август, Австрияның мираҫҡа ҡалған императоры. Наполеон һуғыштары ваҡытында батшалыҡ иткән, бер нисә еңелеүҙәрҙән һуң Изге Рим империяһын юҡҡа сығарырға һәм ҡыҙы Мария-Луизаны Наполеон I-гә кейәүгә бирергә мәжбүр була. Эске сәйәсәттә уның идаралығы туранан тура элгәре эш иткән кешеләрҙең либераль реформаларына ҡаршы реакция була.

Хакимлыҡҡа килгәнсе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леопольд эрцгерцогтың, киләсәктә Леопольд II императорҙың һәм испан короле Карл III ҡыҙы Мария Людовика Испанскаяның улы.

Балалыҡ ваҡыты Флоренцияла үтә; 1784 йылдан Венала үҙенең олатаһы Иосиф II һарайында тәрбиәләнә. Иосиф II уны аҙ һәләтле һәм үҙ һүҙле егет, тип һанай. 1788 йылда Вюртемберг принцессаһы Елизавета-Вильгельминаға өйләнә,

Төрөктәр менән һуғышта ул шәхси ҡыйыулыҡ күрһәтә; 1789 йылдағы походта ул хатта баш командующий була, әммә тик номиналь генә, ә ысынында поход менән фельдмаршал Лаудон етәкселек иткән.

Иосиф II (20 февраль, 1790 йыл) үлгәндән һуң, Франц атаһы Леопольд (12 мартта) Венаға килеп еткәнсе дәүләт регенты була; хөкүмәт башында элеккесә Кауниц торҙо. 1791 йылда ул француз революцияһына ҡаршы йүнәлтелгән план төҙөгән Пильниц батшалар съезында ҡатнаша; бында ул һуңынан король Фридрих Вильгельм III булып киткән прус кронпринцы менән бик яҡындан таныша, Ғүмеренең бөтә мөһим тарихи ваҡиғаларын Францтың ентекләп көндәлектәргә яҙып барыу ғәҙәте булған.

Революцион Франция менән көрәш һәм Польшаны бүлеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леопольд II вафаты (1792 йылдың 1 марты) Францты Австрия тәхетенә саҡырып ала; бынан һуң ул император булып һайлана һәм 14 июлдә Майндағы-Франкфуртта таж кейә; шулай уҡ ул Офенда венгр һәм Прагала богема таждарын кейә. Коронация ваҡытында Францта ябайлыҡҡа һөйөү һәм тора — бара һаранлыҡҡа әйләнгән һаҡлап тотоноуға (экономиялауға) көслө ынтылыш уяна.

Франц II Алтын йөн Ордены регалияларында

Үҙ ваҡытында Леопольд II, 1792 йылдың февраль айында, Пруссия менән Францияға ҡаршы килешеү төҙә. Апрелдә Франц һуғыш башлай һәм уны Австрияның һәм Изге Рим империяһы монархы булараҡ ҙур ныҡышмалылыҡ менән алып бара, хатта Пруссия менән Франция Базелдә (1795 йылдың 5 апреле) солохҡа ҡул ҡуйғандан һуң да. 1794 йылда Франц хәрәҡәттәге армияға китә. Ул килгәндән һуң Като һәм Ландрессила ике ҙур булмаған еңеүгә өлгәшелә. Был еңеүҙәрҙе Францтың килеүе менән бәйләйҙәр. Турнэ янындағы 1794 йылдың июнендә ҡыйыуһыҙ һуғыштан һуң Франц Венаға ҡайта. Генерал Бонопарттың Италиялағы еңеүҙәре Францты ла Кампоформиола (1797 йылдың 17 октябре) Австрия өсөн файҙаһыҙ солохҡа ҡул ҡуйырға мәжбүр итә. Килешеү буйынса Австрия Нидерландтарҙы һәм Ломбардияны юғалта, әммә Венецияны, Истрияны һәм Далмацияны ҡабул итә.

Польшаны (Речь Посполитая) өсөнсө мәртәбә бүлгән саҡта (1795 йыл) Австрия Краков Һәм Кесе Польшаның Пилица, Висла һәм Буг араһындағы бер өлөшөн ала. Шулай уҡ Подляшье һәм Мазовияның дөйөм майҙаны 47 мең км² тәшкил иткән өлөшө лә уға күсә. Был территорияла 1,2 млн кеше йәшәгән була.

1799 йылда Франц Францияға ҡаршы икенсе коалицияға (Россия һәм Англия менән берлектә) ҡушыла, әммә Маренго һәм Гогенлиндендағы еңелеүҙәр уны Австрия өсөн үтә ауыр Люневиль солохына ризалашырға мәжбүр итә.

Наполеондың дошманы һәм ҡайныһы. Изге империяның ҡолауы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наполеон Францияны империя итеп иғлан иткәнгә тиклем уҡ, Франц үҙен Австрияның императоры тип иғлан итеп өлгөрә (1804 йылдың 11 авгусында).

1805 йылда ул Францияға ҡаршы Рәсәй, Швеция һәм Англияның Өсөнсө коалицияһына шатланып ҡушылды. Француздарҙың Венаға яҡынлашыуы уны баш ҡаланы уларға ҡалдырып, башта Пресбургка, һуңынан — Брюннға, унан һуң Ольмюцтағы хәрби лагергә ҡасырға мәжбүр итә. 23 сентябрҙә француздар Венаға бәреп инә, ә 29 сентябрҙә Франц улар менән солох тураһында һөйләшеүҙәрҙәр башлай, әммә шул уҡ ваҡытта һуғыш хәрәҡәттәрен туҡтатмай. 1805 йылдың 2 декабрендә данлыҡлы өс император Аустерлиц һуғышы була. Был һуғышта Франц шәхсән ҡатнаша. Ул да, үҙенең генералдары һымаҡ, Наполеондың стратегик пландарын аңларлыҡ хәлдә булмай. 1805 йылдың 26 декабрендә ул Пресбург солохо килешеүенә ҡул ҡуя. Был килешеү буйынса уға Тироль һәм Венециянан баш ҡағырға тура килә. 1806 йылдың 6 авгусында ул Изге Рим империяһы коронаһынан баш тарта.

Император Франц портреты. Леопольд Купельвизер эше.

Һуңғы һуғышта Авcтрияға килтерелгән зыян шул тиклем ҙур була, хатта Франц Пруссия менән Рәсәйҙең яңы союзында һәм 1806—1807 йылдарҙағы һуғышта, Францияға һәм революцион башланғыстарға нигеҙ һалыусы Наполеонға уның нәфрәте бер ҙә кәмемәһә лә, ҡатнаша алыр хәлдә түгел ине. Был тойғоно ҡәнәғәтләндереү мөмкинселектәрен ул 1809 йылда, дүртенсе мәртәбә Францияға һуғыш (бишенсе коалиция һуғышы) иғлан итеп кенә, тапты. Әммә Ваграм янындағы еңелеү уны Шенбрун (Вена) солох (1809 йылдың 14 октябре) төҙөүгә мәжбүр итә. Был килешеү буйынса Австрия Иллирияны юғалта һәм үҙенең бәхетһеҙлектәренең юғары нөктәһенә етә.

Шәхсән Франц тағы ла бер кәмһетелеүгә дусар була: Наполеон уның ҡыҙы Мария-Луизаның ҡулын һорай һәм Франц быға тиклем ябай ғына авантюрист тип һанаған Наполеон менән туғанлашырға тейеш була. Франц был никахҡа Ватан өсөн килтерелгән бөйөк ҡорбан тип ҡараһа ла, илдең сәйәси хәле бер ҙә яҡшырмай. 1812 йылдың майында Дрезденда Наполеон менән шәхси һөйләшеүҙәрҙән һуң, Франц үҙенең ғәскәрҙәрен Рәсәйгә ҡаршы ебәрергә мәжбүр була, әммә 1813 йылдың июлендә ул Наполеон менән һуғышҡан союздаштар алтынсы коалицияһына ҡушыла. Беренсе Париж солохона ярашлы ул юғалтҡан ерҙәренең күпселеген кире ҡайтарып ала.

1815 йылдан башлап Францтың вафатына тиклем Австрияла тыныслыҡ һөрә. Тик 1821 йылда ғына Италиялағы ихтилалдар илдәге тыныслыҡты боҙа биреп ҡуя, әммә улар ҙа сағыштырмаса еңел баҫтырыла.

Был осор Меттерних етәкселегендәге Австрияның эске һәм тышҡы (бигерәк тә Италияла) сәйәсәте киҫкен реакция осорона тап килә. Илдә ҡаты полиция режимы хакимлыҡ итә; матбуғат һәм башҡа төрлө ижтимағи фекерҙәр һуңғы сиккә тиклем ҡыҫырыҡлана; шымсылыҡ бик ныҡ дәртләндерелә. Франц үҙе барыһынан башҡа сәйәси енәйәттәр менән ҡыҙыҡһына, ул үҙендә төрмә пландарын тота, сәйәси тотҡондар тормошон бөтә нескәлектәренә тиклем хәстәрләй, уларҙың төрмәнән төрмәгә күсерелеүенә тиклем идара итә, бер сәйәси енәйәт тә язаһыҙ ҡалмауына ынтыла. Ул төҙөгән, һәр хәлдә ул нығытҡан, режим сиктән тыш ваҡсыл ҡанһыҙлыҡ менән айырылып тора (уның тасуирламаһын һәм Францтың шәхси роле тураһында ҡарағыҙ: Сильвио Пепликоның «Miei prigioni» («Минең зиндандарым» һәм Марончелли һәм Андриананың ҡушымталырын). Тышҡы сәйәсәт өлкәһендә Франц тулыһынса Изге берләшмә һағында торған.

Дошмандарына ҡарата ҡанһыҙ һәм ваҡсыл булыуына ҡарамаҫтан, Франц уның үҙен башҡалар йомшаҡ күңелле, мәрхәмәтле кеше, тип һанауын теләгән. Йәнәһе, уға кемгә булһа ла яза һалыу тик ауыр бурыс ҡына булып тора. Кеше менән аралашҡанда ул бик ябай булып күренергә тырыша. Күп телдәрҙе белгән кеше булараҡ, ул бик теләп ябай кешеләр менән халыҡсан вена һөйләшендә аралаша.

1790 йылда Францтың беренсе ҡатыны Елизавета Вюртембергская вафат була, ете айҙан ул Мария Тереза Сицилийскаяға өйләнә. Мария Тереза уға 13 бала таба, улар араһында һуңынан император булып киткән Фердинандты һәм Наполеондың ҡатыны булған Мария-Луизаны. 1807 йылда ул да вафат була; 8 айҙан Франц өсөнсө тапҡыр Моден принцессаһы Мария — Людовика Беатрисаға өйләнә. 1816 йылдың апрель айында ул вафат була. Шул уҡ йылдың ноябрь айында ул дүртенсе тапҡыр король Максимилиан-Иосиф Баварскийҙың ҡыҙы, кронпринцтың, һуңыраҡ король Вильгельм I Вюртембергскийҙың айырылған ҡатыны Каролина — Августаға өйләнә. Һуңғы ике никах, беренсеһе кеүек уҡ, балаларһыҙ була. Бик тиҙ арала яңы никахҡа инһә лә, Франц яҡшы ғаилә башлығы булып һанала һәм ҡатындарының барыһын да яратҡан, булһа кәрәк. Уға Венала, Прагала, Грацта һәм Францесбадта (Франтишкови-Лазне) һәйкәлдәр ҡуйылған.

Франц II ҡатындары һәм балалары:

  1. Елизавета Вюртембергская (1767—1790). 1788 йылдан алып
    1. Людовика Елизавета (1790—1791)
  2. Мария Тереза Бурбон-Неаполитанская (1772—1807). 1790 йылдан алып
    1. Мария Луиза (17911847), Наполеон Бонапарт менән — беренсе никахта, граф Нейпперг менән— икенсе никахта, граф Бомбель менән—өсөнсө никахта;
    2. Фердинанд I (17931875), Австрия императоры;
    3. Мария Леопольдина (17971826), Бразилия императоры Педру I ҡатыны;
    4. Мария Клементина (1798—1881), Салерно принцы, үҙенең олатаһы Леопольд ҡатыны;
    5. Мария Каролина (18011832), Саксония принцы Фридрих Август II ҡатыны;
    6. Франц Карл (18021878), София Баварскаяға өйләнгән;
    7. Мария Анна (18041858), кейәүгә сыҡмайынса вафат булған.
  3. Мария Людовика Моденская (1787—1816). 1808 йылдан алып.
    1. балалары юҡ
  4. Каролина Августа Баварская (1792—1873). 1816 йылдан алып.
    1. балалары юҡ
  • Алтын йөн Ордены
  • Мария Терезияның хәрби ордены, ҙур тәре
  • Изге Стефан король венгр ордены, ҙур тәре
  • Австрия Леопольд ордены, ҙур тәре
  • 1 класлы Тимер таждың ордены
  • Армия тәреһе 1813/14
  • Педру I ордены, ҙур төре (1827, Бразилия)
  • Подвязка ордены (Бөйөк Британия)
  • Фил ордены (Дания)
  • Изге Януарий ордены (Ике Сицилияның короллеге)
  • Изге Фердинанд ордены һәм ҡаҙаныштары, ҙур тәре (Ике Сицилияның короллеге)
  • Өслө орден (Португалия)
  • Изге апостол Андрей Первозванный ордены (01(13).03.1826, Россия)[3]
  • Изге Александр Невский ордены (01(13).03.1826, Россия)
  • Почетлы легион ордены, ҙур тәре (1811, Франция)
  • Изге Рух ордены (Франция)
  • Hormayr, «Kaiser F. und Metternich» (Лейпциг, 1848);
  • Meynert, «Kaiser F. I» (B., 1871—73);
  • Ad. Beer, «Leopold II, Franz II und Katharina II» (Лейпциг, 1874);
  • Wertheimer, «Die drei ersten Frauen des Kaisers F.» (B., 1893);
  • Guglia, «Kaiserin Maria-Ludovica» (B., 1894).
  1. Union List of Artist Names (ингл.) — 2014.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Lundy D. R. Franz II Joseph Karl von Österreich, Holy Roman Emperor // The Peerage (ингл.)
  3. Карабанов П. Ф. Списки замечательных лиц русских / [Доп.: П. В. Долгоруков]. — М.: Унив. тип., 1860. — 112 с. — (Из 1-й кн. «Чтений в О-ве истории и древностей рос. при Моск. ун-те. 1860»)
Алдан килеүсе:
Леопольд II
Изге Рим империяһы императоры
17921806
Һуңынан килеүсе:
Алдан килеүсе:
Леопольд II
Венгрия короле (Франц I),
Король Богемия короле (Франц I)

17921835
Һуңынан килеүсе:
Фердинанд V
Алдан килеүсе:
Австрия императоры (Франц I)
18041835
Һуңынан килеүсе:
Фердинанд I
Изге Рим империяһы императорҙары (Оттон I тиклем — «Көнбайыш императорҙары») (800—1806)
800 814 840 843 855 875 877 881 887 891
   Карл I Людовик I  —  Лотарь I Людовик II Карл II  —  Карл III  —    
891 894 898 899 901 905 915 924 962 973 983
   Гвидо Ламберт Арнульф  —  Людовик III  —  Беренгар I  —  Оттон I Оттон II   
983 996 1002 1014 1024 1027 1039 1046 1056 1084 1105 1111 1125 1133 1137 1155
    —  Оттон III  —  Генрих II  —  Конрад II  —  Генрих III  —  Генрих IV  —  Генрих V  —  Лотарь II  —    
1155 1190 1197 1209 1215 1220 1250 1312 1313 1328 1347 1355 1378 1410
   Фридрих I Генрих VI  —  Оттон IV  —  Фридрих II  —  Генрих VII  —  Людвиг IV  —  Карл IV  —    
1410 1437 1452 1493 1508 1519 1530 1556 1564 1576 1612 1619 1637
   Сигизмунд Фридрих III Максимилиан I Карл V Фердинанд I Максимилиан II Рудольф II Матвей Фердинанд II   
1637 1657 1705 1711 1740 1742 1745 1765 1790 1792 1806
   Фердинанд III Леопольд I Иосиф I Карл VI  —  Карл VII Франц I Стефан Иосиф II Леопольд II Франц II   

Каролингтар — Саксонская династия — Салическая династия — Гогенштауфендар — Виттельсбахтар — Габсбургтар