Тоскана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тоскана
итал. Toscana
Флаг[d]
Рәсем
Этнохороним toscano, toscana, toscani, toscane, Toskanec һәм Toskanka
Дәүләт  Италия[1]
Административ үҙәк Флоренция
Административ-территориаль берәмек Италия
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Italy/Region/Tuscany.map
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Тоскана президенты[d]
Хөкүмәт башлығы Эудженио Джани[d]
Башҡарма власть Government of Tuscany[d]
Закондар сығарыу органы Regional Council of Tuscany[d]
Халыҡ һаны 3 729 641 кеше (2019)[2]
Административ рәүештә бүленә Ареццо[d], Флоренция[d], Гроссето[d], Ливорно[d], Лукка[d], Масса-Каррара[d], Пиза[d], Пистойя[d], Прато[d], Сиена[d] һәм Флоренция[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 279 метр
Туғандаш ҡала Наблус[d]
Сиктәш Лигурия[d], Эмилия-Романья[d], Марке[d], Умбрия[d] һәм Лацио[d]
Ҡулланылған тел Итальян
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 22 987,04 км²
Рәсми сайт regione.toscana.it
Урынлашыу картаһы
Тема географияһы Тоскана географияһы[d]
Портал открытых данных Open data Tuscany[d]
Тема иҡтисады economy of Tuscany[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Тоскане[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Tuscany[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Tuscany[d]
Карта
 Тоскана Викимилектә

Тоскана (итал. Toscana, лат. T(h)uscia, Hetruria) — Италия өлкәһе (регионы). Баш ҡалаһы — Флоренция. Майҙаны — 22 994 км², халыҡ һаны — 3 828 692 кеше (2013).

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тоскана төньяҡ-көнбайышта Лигурия, төньяҡта — Эмилия-Романья, көнсығышта — Марк һәм Умбрия, көньяҡта — Лацио өлкәләре менән сиктәш. Көнбайышта 320 километрға һуҙылған яр буйҙары Тиррен диңгеҙенең һыуҙары менән йыуыла. Территорияһының икенән өс өлөшө убалы һәм дүртән бер өлөшө таулы. Биләмәләренең тик 8,4 % тигеҙлек биләй (Арно йылғаһының үҙәне).

Төп тау сылбыры — Аппенин тауҙары, ул Тоскана өлкәһен көнсығыштан һәм төньяҡтан уратып алған. Башҡа мөһим рельефтар — Масса-Каррара һәм Лукка провинцияларында Апуа Альп тауҙары, бында билдәле каррара мәрмәре һәм циполин сығарыла; өлкәнең үҙәгендә Металлы Убалар; Пиза һәм Лукка ҡалалары араһында Пиза тауҙары; Флоренция провинцияһында Амиата тауы, боронғо һүнгән вулкан һәм Пратоманьо тауҙары.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Апеннин һәм Вилланова мәҙәниәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этрусктарға тиклемге төбәк тарихы шул уҡ ваҡыттағы Греция тарихына параллель булған. Беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йыллыҡта (б.э.т. 1350—1150 йылдарҙа) Тоскана өлкәһендә Апеннин мәҙәниәте халҡы йәшәгән, ул Эгей диңгеҙендәге миной цивилизацияһы менән сауҙа иткән. Бынан һуң, б.э.т. 1350—1150 йылдарҙа Вилланова мәҙәниәте үҫешә, әммә уның үҫеше этрусктар цивилизацияһы баҫымы арҡаһында туҡтап ҡала.

Этруск цивилизацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ Италияла этрусктар беренсе ҙур цивилизацияһы була. Улар транспорт инфраструктураһын төҙөй, игенселекте һәм тау эшен үҫтерә, сағыу сәнғәт әҫәрҙәрен булдыра. Ғалимдар этрусктарҙың бында боронғо дәүерҙәрҙән йәшәгәнен йәки башҡа илдәрҙән килгәндәрен белмәй. Цивилизация б.э.т. VII быуаттан Арно һәм Тибр йылғалары араһындағы зонала үҫешкән, б.э.т. VI быуатта иң бөйөк держава була һәм артабан б.э.т. III быуатта үҙенең ҡеүәтен һәм территорияһын боронғо римлеләргә тапшыра. Римлеләр этруск цивилизацияһын емермәй, ләкин уны ассимиляциялай.

Ренессанс[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тоскана — итальян Ренессансы барлыҡҡа килеү урыны, уның художестволы мираҫына төбәктең музейҙарында (иң билдәлеләре — Флоренциялағы Уффици һәм Барджелло музейҙары) һаҡланған архитектура, һынлы сәнғәт һәм скульптура әҫәрҙәре керә. Тосканала Леонардо да Винчи, Микеланджело һәм Данте Алигьери (итальян теленең атаһы) тыуған. Тоскананың Ингирами боронғо патриций нәҫеленән донъяға өс билдәле ғалим биргән — Джованни, Франческо һәм Томмазо Ингирами.

Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тоскана өлкәһе 10 провинцияға бүленә:

Провинция Административ үҙәге Майҙанц,

км²

Халҡы,

чел.

Тығыҙлығы,

чел./км²

Коммуналар һаны
1 Ареццо Ареццо 3235 348 127 107,61 39
2 Гроссето Гроссето 4504 228 157 50,66 28
3 Ливорно Ливорно 1211 341 453 281,96 20
4 Лукка Лукка 1773 392 182 221,20 35
5 Масса-Каррара Масса 1156 203 642 176,16 17
6 Пиза Пиза 2444 414 154 169,46 39
7 Пистойя Пистойя 965 292 108 302,70 22
8 Прато Прато 365 248 174 679,93 7
9 Сиена Сиена 3821 271 365 71,02 36
10 Флоренция Флоренция 3514 991 862 282,26 44

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кастильончелло

Тоскана бигерәк тә үҙенең шараптары менән киң билдәле, шуларҙың иң билдәлеһе — Кьянти, Брунелло ди Монтальчино, Вино Нобиле ди Монтепульчано һәм «супертосканалы» Sassicaia, Ornellaia, Masseto. Бынан тыш, бында 120 тәбиғәт ҡурсаулыҡтары бар. Ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарына малсылыҡ (Кьянти үҙәне) һәм зәйтүн майы етештереү (бигерәк тә Лукка убаларында) инә. Төбәк сәнәғәтенә мотоциклдар, мотороллерҙар һәм самолеттар эшләү, Пратола туҡыу округы, Ливорнола нефть химияһы объекттары һәм Пьомбино ҡорос иретеү заводтары керә. Туризм өсөн «Сәнғәт ҡалалары» (Флоренция, Пиза, Лукка, Сиена, Сан-Джиминьяно) өсөн һәм яр буйында һәм утрауҙарҙа (Эльба) туристик эшмәкәрлек өсөн бик мөһим. Апуа Альп тауҙарында (Каррара) мәрмәр сығарыла.

Төбәк иҡтисадының мөһим тармаҡтары — ауыл хужалығы (каштан, бәшмәктәр (трюфель), шараптар), малсылыҡ (һыйырҙар, аттар), аҙыҡ-түлек, химия, металлургия, туҡыу, нефть химияһы сәнәғәттәре.

Прато провинцияһында Тоскананың төп йөн сәнәғәте районын урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. ISTAT — 1926.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]