Тиррен диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Тиррен диңгеҙе
Урынлашыуы Урта диңгеҙ
Иң ҙур тәрәнлек 3719 м
Тиррен диңгеҙе (Урта диңгеҙ)
Blue pog.svg
It-map-ru.jpg
Commons-logo.svg Тиррен диңгеҙе Викиһаҡлағыста

Тиррен диңгеҙе (итал. mar Tirreno, лат. mare Tyrrhenum, корс. һәм сиц. mari Tirrenu, неоп. Mar Tirreno, франц. mer Tyrrhénienne) — Италияның көнбайыш яр буйындағы Урта диңгеҙҙең бер өлөшө.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Апеннин ярымутрауы менән Сицилия, Сардиния һәм Корсика утрауҙары араһында урынлашҡан.

Максималь тәрәнлеге — 3719 м. Диңгеҙ районы аша Европа һәм Африка геологик плиталары араһында ер сатнаған урын һыҙығы үтә, шунлыҡтан бында һыу аҫты тауҙар теҙмәһе һәм янар вулкандар (Везувий, Этна, Стромболи, Вулькано һ. б.) бар.

Тиррен диңгеҙе Урта диңгеҙҙең башҡа өлөштәре менән артабанғы боғаҙҙар аша тоташа:

  • төньяҡта — Корсика боғаҙы, Италия һәм Корсика утрауы араһында (киңлеге яҡынса 80 км);
  • көнбайышта — Бонифачо боғаҙы, Корсика һәм Сардиния утрауҙары араһында (киңлеге 11 км);
  • көньяҡта — Сардиния боғаҙы, Сардиния утрауы һәм Тунис (Африка) араһында (киңлеге яҡынса 200 км);
  • көньяҡ-көнбайышта — Сицилия боғаҙы, Сицилия утрауы һәм Тунис араһында, (киңлеге 160 км);
  • көньяҡ-көнсығышта — Мессина боғаҙы (киңлеге 3 км).

Төп порттары: Неаполь, Палермо, Кальяри (Италия), Бастия (Франция).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • A. Mauffret und I. Contrucci: Crustal Structure of the North Tyrrhenean Sea: first result of a multichannel seismic LISA cruise in: Bernard Durand, Geological Society of London (Hrsg.): The Mediterranean Basins: tertiary extension within the Alpine Orogen Geological Society, 1999 ISBN 1-86239-033-9 S. 169–172
  • Renzo Sartori: Corsica-Sardinia block and the Tyrrhenean Sea in: Gian Battista Vai, Peter Martini (Hrsg.): Anatomy of an orogen: the Apennines and adjacent Mediterranean basins Springer, 2001 ISBN 0-412-75040-6 S. 370–373
Океанология Был океанология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.