Сигизмунд (Изге Рим империяһы императоры)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сигизмунд I Люксембург
лат. Sigismundus, венг. Zsigmond, чех Zikmund, нем. Siegmund
Сигизмунд I Люксембург
Альбрехт Дюрер. Император Сигизмунд.
Сигизмунд I Люксембург
Флаг
Венгрии һәм Хорватия короле
Флаг
1387 — 9 декабрь 1437
Коронация: 31 март 1387, Секешфехервар
Соправитель: Мария I Анжуйская (11 ноябрь 1385 — 17 май 1395)
Алдан килеүсе: Мария I Анжуйская
Дауамсы: Альбрехт II
Флаг
Германия короле
Флаг
20 сентябрь 1410 — 9 декабрь 1437
Коронация: 21 июль 1411, Ахен
Алдан килеүсе: Рупрехт Пфальцский
Дауамсы: Альбрехт II
Флаг
Чехия короле
Флаг
16 август 1419 — 9 декабрь 1437
(под именем Зикмунд)
Коронация: 28 июль 1420, Прага
Алдан килеүсе: Вацлав IV
Дауамсы: Альбрехт II
Флаг
Изге Рим империяһы императоры
Флаг
3 май 1433 — 9 декабрь 1437
Коронация: 3 май 1433, Рим
Алдан килеүсе: Карл IV
Дауамсы: Фридрих III
Флаг
Люксембург герцогы
Флаг
16 август 1419 — 9 декабрь 1437
Алдан килеүсе: Венцель II Люксембургский
Дауамсы: Елизавета Люксембургская
Флаг
Бранденбург курфюрсы
Флаг
29 ноябрь 1378 — 1388
Алдан килеүсе: Венцель
Дауамсы: Йост Моравский
1411 — 1415
Алдан килеүсе: Йост Моравский
Дауамсы: Фридрих I
 
Дине: Католик сиркәүе
Тыуған: 15 февраль 1368({{padleft:1368|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Нюрнберг йәки Прага
Үлгән: 9 декабрь 1437({{padleft:1437|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (69 йәш)
Зноймо, Моравия
Ерләнгән: Гроссвардейн
Нәҫел: Люксембургтар
Атаһы: Карл IV
Әсәһе: Елизавета Померанская
Ҡатыны: 1-се: Мария I Анжуйская
2-се: Барбара Цилли
Балалары: 1-се никахтан:
улы: үле тыуған
2-се никахтан:
ҡыҙы: Елизавета Люксембургская

Сигизмунд I Люксембург (лат. Sigismundus, венг. Zsigmond, чех Zikmund, нем. Siegmund; 1368 йылдың 15 февралендә Нюрнберг йәки Прага — 1437 йылдың 9 декабре, Зноймо, Моравия) — 1378—1388 йылдарҙа һәм 1411—1415 йылдарҙа Бранденбург курфюрсты, 1387 йылдан Венгрия короле (иң оҙаҡ хакимлыҡ иткән венгр королдәренең береһе), 1410 йылдың 20 сентябренән Германия короле (рим короле), 1419 йылдың 16 авгусынан 1421 йылдың 7 июненә ҡәҙәре Чехия короле (тәүге коронацияһы 1420 йылдың 28 июлендә, икенсеһе 1436 йылдың 16 авгусында үтә); 1431 йылдың 25 ноябренән Ломбардия короле, 1433 йылдың 3 майынан Изге Рим империяһы императоры — Люксембургтар йортонан һуңғы император — була. Сигизмунд папа тарҡалыуын туҡтатып торған, әммә гусит һуғыштары сәбәпсеһе булған Констанц соборының этәргес көстәренең береһе лә була. Гусит һуғыштары артабан уның ғүмерендә өҫтөнлөк ала.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшлек йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нюрнберг[1] йәки Прагала[2] Карл IV императоры һәм уның дүртенсе ҡатыны, польша короле Казимир III-нең ҡатын-ҡыҙ ырыу тамырынан ейәнсәре Елизавета Померандан тыуған улы.

1374 йылда венгрия һәм польша короле Бөйөк Лайоштың икенсе ҡыҙы Мария Анжуйская менән никахлаша. Француз принцы Людовик Валуа менән никахлашҡан апаһы 1377 йәки 1378 йылда үлгәндән һуң Мария ике коронаның вариҫы булып тороп ҡала.

Сигизмунд 1378 йылда атаһы үлгәндән һуң Бранденбургтың маркграфы була. Венгр һарайына ебәрелгән Сигизмунд Венгрияға эйәләшеп китә, әммә 1381 йылда 13 йәшлек Сигизмундты уны һаҡлаусы ағаһы, Германия һәм Чехия короле Венцель Краковҡа ебәрә. Ағаһы Сигизмундтың поляк телен, илде һәм халҡын өйрәнеүен һәм аҙаҡтан польша короле булып китеүен теләй. Венцель шулай уҡ уға Польша менән Бранденбург араһында бәйләнеш булдырыу өсөн Ноймарк ерҙәрен дә бирә.

Әммә Лайош вафат булғандан һуң польша арҙаҡлылары съезға йыйыла һәм польша королеваһы итеп бары тик Польшала даими йәшәгән кешене генә һайларға тигән ҡарар сығара. Мария быға тиклем инде Венгрия королеваһы булғанға һәм унан китергә теләмәгәнгә күрә, Польшаға уның һеңлеһе Ядвига килә. Ул аҙаҡтан литва кенәзе Владислав II Ягайлоға кейәүгә сыға.

Венгрия Короле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Венгр короле Сигизмундтың һуғышта еңелгәндән һуң сигенеүе

1385 йылдың 11 ноябре Зволен ҡалаһында Сигизмунд Марияға өйләнә. Әммә оҙаҡламай Мария һәм уның әсәһен — Венгрия регенты булған Елизавета Боснийскаяны — епископ Павлов, уның ағаһы Иваниш, ҡустыһы Ладислав етәкселегендә баш күтәреүсе хорваттар ҡулға ала. 1387 йылдың ғинуарында королева-әсә быуып үлтерелә (был енәйәттә Сигизмундтың да өлөшө бар тигән шик йәшәй, сөнки ул королева-әсәнең ҙур абруй ҡаҙаныуын оҡшатмай). Мария иһә Венеция ҡатнашлығында (Марияның ағаһы — Босния короле Твртко I Венецияның абруйлы гражданины була) Сигизмунд ғәскәрҙәре тарафынан бары тик 1387 йылдың июнендә генә ҡотҡарыла. Мария хорваттар менән килешеүгә килә, әммә үлтереүселәрҙе язалаһа ла, әсәһен һаҡламаған өсөн Сигизмундты ғәфү итмәй. Шуға ла улар һәр береһе үҙ тормошо менән һәр береһе айырым һарайҙа йәшәй. Мария 1395 йылдың 17 майында, йөклөлөгөнөң һуңғы аҙнаһында атта һыбай ял итеп йөрөгәндә ҡолап вафат була.

Арҙаҡлылар ярҙамында Сигизмунд 1387 йылдың 31 мартында Секешфехервар ҡалаһында Венгрия короле итеп таныла.

Шул уҡ ваҡытта аҡсаға ҡытлыҡ тыуғас, Браденбургты 565 мең гульденға үҙенең ике туған ағаһы Моравия маркграфы Йост Моравскийға ҡуртымға бирә.

Киләһе туғыҙ йылын Сигизмунд ҡаҡшап торған тәхете өсөн бер туҡтауһыҙ көрәштә уҙғара. Күп осраҡта король мөлкәтенең ҡайһы бер өлөшөн биреп тороу арҡаһында ғына ярҙамға өмөт итә ала ул. Үҙәк хакимлектең абруйын булдырғанса тиҫтәләп йыл үтә. Венгрҙарҙың билдәле Гәрәй ырыуы баш булып торған бер өлөшө Сигизмунд яҡлы була. Сава һәм Драва араһындағы көньяҡ провинциялар, босния короле Твртко I ярҙамы менән, Неаполь короле Ладиславты, үлгән Король III-нең улын, үҙҙәренең короле итеп иғлан итәләр.

Хорватия короле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сигизмунд портреты. Пианелло төшөргән тип билдәләнгән.

Хорват һәм бәшнәктәргә ҡаршы армияны Сигизмунд үҙе етәкләй. Һуғыштың тәүге осоро 1395 йылда хорваттарҙың еңелеүе менән тамамлана. Бынан һуң Сигизмунд төрөктәргә тәре походы башларға ярайһы уҡ көс тупланым тип уйлай. Папа Бонифаций IX ҙа был походты хуплай. Сигизмунд байраҡтары аҫтына бөтә Европанан доброволецтар йыйыла. Бигерәк тә Франциянан көслө контингент туплана. Армияһы көслө булғанлыҡтан тәреселәр бер-нисә болғар ҡалаһын яулайҙар һәм түбәнге Дунайҙы контролдә тотҡан Никопол таш ҡәлғәһен уратып алалар. Константинополь ҡалаһын уратырға әҙерләнгән солтан Баязид Беренсе тиҙ генә уйынан кире ҡайта һәм Никополь һуғышында тәреселәр армияһын тулыһынса ҡыйрата. Ғәскәрҙәре икенсе һыҙыҡта торған Сигизмунд ҡасып өлгөрә. Был яу тураһындағы хәбәр Хорватияға килеп еткәс унда аныҡ хәбәр көтөп тә тормай Сигизмундты үлгән тип иғлан итәләр. Владиславты законлы король тип таныйҙар. Ә инде Сигизмундтың тере икәнен белгәс, хорват парламенты һәм король килешеү ҡағыҙы булдыралар һәм бөтә проблемаларҙы хәл итеү өсөн осрашырға риза булалар.

Һуңғараҡ, 1397 йылдың 27 февралендә, «Кровавый собор в Крижевцах» исемен алған был осрашыу мәлендә, Сигизмунд яҡлылар бан Степан Ласковичты һәм хорват парламенты илселәрен үлтерәләр. Был ваҡиғанан һуң улар король менән бергә венгрия биләмәләренә ҡасалар. Ошо ваҡиға тағы ла 12 йыл буйы барыр һуғышҡа килтерә.

1403 йылдың 5 авгусында Загребта Владислав, сығышы менән хорват венгр архиепискобы тарафынан, Хорватия һәм Венгрия короле итеп таныла. Хорват парламенты хакимлыҡ итеүен ныҡ ҡаҡшатҡан был һуғыш 1409 йылда, Владислав Далмацияны 100 000 дукатҡа Венеция республикаһына һатҡас ҡына туҡтай.

Еңеүҙән һуң Сигизмунд Крест Господняны һаҡлау өсөн шәхси Дракон рыцарь орденына нигеҙ һала. Был ғәскәр тағы ла мәжүсиләр, бигерәк тә төрөктәр менән көрәшеү өсөн дә кәрәк була. Башлыса орден Сигизмунд яҡлыларҙан тора. Европаның абруйлы монархтары ла орден ағзаһы булып китәләр.

Германия короле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1410 йылда Германия короле Рупрехт үлгәндән һуң Сигизмунд, ағаһы Венцелдең ҡаршы булыуына ҡарамай, 1410 йылдың 10 сентябрендә өс һайлаусы ярҙамында Германияның яңы короле итеп һайлана. Әммә 1 октябрҙә Сигзмундтан һатып алынған Бранденбург курфюрсты титулындағы уның ике туған ағаһы Йост Моравский икенсе съезда дүрт һайлаусы тарафынан король итеп һайлана. Йост короналанып өлгөрмәй. 1411 йылдың 18 ғинуарында уның үлеп ҡалыуы конфликтты хәл итә һәм Сигзмунд йәнә 1411 йылдың 21 июлендә король итеп һайлана һәм Бранденбург курфюрсты титулын кире ала. Сигизмундты короналау 1414 йылдың 8 ноябрендә Аахенда үтә.

Польшаға ҡаршы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Император Сигизмунд портреты, Альбрехт Дюрер ҡәләме.

1410 йылда Сигизмунд Тевтон ордены менән король Владислав Ягайлоға ҡаршы союз төҙөй. 300 000 дукат өсөн ул 24 июндән һуң Польшаны көньяҡтан атакаларға тейеш була. Әммә ул үҙенә тоғроларҙың ризаһыҙлығы арҡаһында шул уҡ йылдың июлендә Грюнвальд яуында ҡатнашыуҙан баш тарта.

Констанц соборы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1414 йылда Бөйөк расколды (1378—1415 йылдар) бөтөрөү һәм дөйөм папаны һайлау өсөн Констанц соборын йыя. Был бурысын үтәй ул, әммә Ян Гусҡа үлем язаһы приговоры сығарыуы, был хәлдең оҙайлы гусит һуғыштарына сәбәпсе булыуы менән тарихҡа инеп ҡала. Риүәйәттәр буйынса, Костанц соборында ул үҙенә әйтелгән иҫкәртеүҙә латин грамматикаһын боҙоп schisma һүҙен женский родта ҡуллана. Шул турала әйтеүселәргә Сигизмунд: «Ego sum rex Romānus et supra grammaticos» (Мин — рим ипмераторы һәм грамматиктарҙан өҫтөн торам) тип яуаплай.

Шунда уҡ, Констанц соборында, 1415 йылдың 30 апрелендә Сигизмунд, хеҙмәттәре өсөн бүләк итеп, Фридрих Гогенцоллернға маркграф һәм Бранденбург курфюрсы титулын бирә. Әммә шуны өҫтәй: маркграфлыҡты ул 400 000 гульден түләгәс кенә аласаҡ.

Гусит һуғыштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим папаһы Мартин V менән европа феодаль реакцияһының гуситтарға ҡаршы көрәшен етәкләй. Ул 1420—1431 йылдарҙа биш тәре походынан ғибарәт була. Гуситтар үҙҙәренә ҡаршы йыйылған тәре ғәскәрҙәренең барыһын да тар-мар итә алалар. 1421 йылда Часлав сеймында Чехия короле Сигизмунд тәхеттән төшөрөлә. Шулай булһа ла гуситтарҙың көрәше ил эсендәге ҡапма-ҡаршылыҡтар нәтижәһендә еңелеү менән тамамлана.

Ата-бабалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Никахтары һәм балалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1-се ҡатыны: (1385 йылдың 11 ноябре) Мария Анучинская (1371 — 17 май 1395), Венгрия королеваһы, Польша һәм Венгрия короле Бөйөк Лайош I һәм уның икенсе ҡатыны Елизавета Боснийскаяның ҡыҙы. Ул ваҡытынан алда бала тапҡан саҡта балаһы менән бергә вафат була. Балалары:
  • 2-се ҡатыны: (1408 йылдан) Барбара Цилли граф Цельских тоҡомонан (1390—1451 йылдың 11 июле), Целе графы Герман II-нең һәм графиня Анна Шаунбергтарҙың ҡыҙы. Балалары:
    • Елизавета Люксембургская (1409 йылдың 28 феврале, 1409—1442 йыл 19 декабре), 1421 йылда Альбрехт II Австрийский ға кейәүгә сыға.

Сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кинематографта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Война за веру: Последний повстанец / Jan Rohác z Dube (1947; Чехословакия) режиссер Владимир Боярский, Сигизмунд ролендә Отакар Цермак.
  • Война за веру: Магистр / Jan Hus (1954; Чехословакия) режиссер Отакар Вавра, Сигизмунд ролендә Ян Пивец.
  • Война за веру: Полководец / Jan Žižka (1957; Чехословакия) режиссер Дакар Вавра, Сигизмунд ролендә Ян Пивец.
  • Война за веру: Против всех / Proti vsem (1958; Чехословакия) режиссер Дакар Вавра, Сигизмунд ролендә Ян Пивец.
  • Австрия-чехия телевизион фильмында «Странствующая блудница: Предсказание» (инг.) (2012) Сигизмунд ролендә немец актеры Гетц Отто.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Sigismund Deutscher König  (нем.). Mittelalterliche Genealogie im Deutschen Reich bis zum Ende der Staufer. 11 июнь 2012 тикшерелгән.
  2. Kings of Bohemia (Luxembourg)  (инг.). Foundation for Medieval Genealogy. 11 июнь 2012 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Holy Roman Empire crown dsc02909.jpg Изге Рим империяһы императорҙары (Оттон I тиклем — «Көнбайыш императорҙары») (800—1806)
Banner of the Holy Roman Emperor (after 1400).svg
800 814 840 843 855 875 877 881 887 891
   Карл I Людовик I  —  Лотарь I Людовик II Карл II  —  Карл III  —    
891 894 898 899 901 905 915 924 962 973 983
   Гвидо Ламберт Арнульф  —  Людовик III  —  Беренгар I  —  Оттон I Оттон II   
983 996 1002 1014 1024 1027 1039 1046 1056 1084 1105 1111 1125 1133 1137 1155
    —  Оттон III  —  Генрих II  —  Конрад II  —  Генрих III  —  Генрих IV  —  Генрих V  —  Лотарь II  —    
1155 1190 1197 1209 1215 1220 1250 1312 1313 1328 1347 1355 1378 1410
   Фридрих I Генрих VI  —  Оттон IV  —  Фридрих II  —  Генрих VII  —  Людвиг IV  —  Карл IV  —    
1410 1437 1452 1493 1508 1519 1530 1556 1564 1576 1612 1619 1637
   Сигизмунд Фридрих III Максимилиан I Карл V Фердинанд I Максимилиан II Рудольф II Матвей Фердинанд II   
1637 1657 1705 1711 1740 1742 1745 1765 1790 1792 1806
   Фердинанд III Леопольд I Иосиф I Карл VI  —  Карл VII Франц I Стефан Иосиф II Леопольд II Франц II   

Каролингтар — Саксонская династия — Салическая династия — Гогенштауфендар — Виттельсбахтар — Габсбургтар