Мария-Антуанетта
Мария-Антуанетта Австрия (франц. Marie-Antoinette /maʁi ɑ̃twanɛt/, тыуғанда Мария Антония Йозеф Иоганна Габсбург-Лотарингская, нем. Maria Antonia Josepha Johanna von Habsburg-Lothringen, франц. Marie Antoinette Josèphe Jeanne de Habsbourg-Lorraine; 2 ноябрь 1755, Вена, Изге Рим империяһы — 16 октябрь 1793, Париж, Беренсе француз республикаһы) — Франция һәм Наварра королеваһы (с 10 май 1774 йыл), император Франц I һәм Мария-Терезияның кесе ҡыҙы. 1770 йылдан алып Франция короле Людовик XVI-нең ҡатыны. Француз революцияһы башланғандан һуң контрреволюцион заговорҙар һәм интервенцияларҙың илһамландырыусыһы тип иғлан ителә. Конвент тарафынан хөкөм ителә һәм гильотинала язалана.
Австрия эрцгерцогиняһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария-Антуанетта 1755 йылдың 2 ноябрендә Венала донъяға килә һәм Мария-Терезия һәм Франц I Лотарингский императорының 15-се балаһы була. Эрцгерцогиняға исем Дева Мария, изге Антоний Падуанский, өлкән ағаһы Йозеф һәм Суҡындырыусы Иоанн хөрмәтенә атала. Ғаиләлә ул Антуан йәки Тония исемен йөрөтә. Мария-Терезия үҙенең быға тиклемге балаларын бер ниндәй ҙә проблемаһыҙ тыуҙыра. Һуңғы ҡыҙын тапҡанда етди өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килә, табиптар хатта әсә ғүмеренең өҙөлөүенән ҡурҡа. Тыуымдың ауыр булыуы, шулай уҡ 1755 йылдың 1 ноябрендә Лиссабонда булған һәм күп ғүмерҙәрҙе алып киткән ер тетрәү яңы тыуған сабый өсөн насар билдәләр тип аңлатыла башлай. Айырыуса Португалия короле һәм королеваһы Мария-Антуанеттаның суҡындырыусы ата-әсәһе булыуы, эрцгерцог Йозеф һәм эрцгерцогиня Мария-Анна уларҙың вәкилдәре булһа ла, сабый өсөн насар билдә тип иҫәпләнелә.
Мария-Антуанеттаның бала сағы һәм йәшлеге Шёнбрунн һарайында ҙур һәм һөйөүсән, әммә ҡәтғи әхлаҡҡа тоғро ғаилә даирәһендә үтә. Өс йәшенән үк, ғаиләнең башҡа ҡатын-ҡыҙ ағзалары кеүек, ул корсет кейергә тейеш була. Бала сағында эрцгерцогиняның тештәре тигеҙ булмай, Һәм Мария-Терезия бойороғо буйынса һарай стоматолог-французы уның өсөн коррекцион сым насадкалары әҙерләй[11]. Император ғаиләһендә тәрбиәләү бик иртә башлана, һәм Мария-Терезия тарафынан уның балалары өсөн махсус әҙерләнгән ҡәтғи программаға нигеҙләнә. Дәрестәр программаһына бейеү дәрестәре, театр тамашаларына йөрөү, тарих, һынлы сәнғәт, орфография дәрестәре, дәүләт менән идара итеү теорияһын өйрәнеү, бер аҙ математика һәм сит телдәр фәндәре инә. Ҡыҙҙарға шулай уҡ ҡул эштәре һәм донъяуи әңгәмә алып барыу сәнғәте уҡытыла. Педагогтарҙың тырышлығына ҡарамаҫтан, замандаштары принцессаның белемгә ҡарата ҙур ынтылыш күрһәтмәүен билдәләй. Ул күберәк уйнап шөғөлләнеүҙе хуп күрә, ә әсәһе билдәле бер ваҡытҡа тиклем уның белеменә иғтибар итмәй. Мария-Антуанетта немец һәм француз телдәрендә насар яҙа, музыкаль белеме лә бик түбән кимәлдә була, әммә ул музыканы ярата, арфа, клавесин, флейтала уйнай, яҡшы йырлай (Глюк уның музыка уҡытыусыһы була). Тарих һәм география буйынса белеме лә өҫтән-мөҫтән генә була. Мария-Антуанетта бейеү сәнғәтен бер ни тиклем ваҡыт билдәле балет реформаторы Жан-Жорж Новерҙан өйрәнә. Ул һәр ваҡыт бейергә һәм тормоштан шатланырға ярата.
Епископ Орлеанский тәҡдиме буйынса Вермон аббаты уға тәрбиәсе сифатында тәғәйенләнә. Вермон Мария-Антуанеттаны һөйкөмлө, бик яҡшы холоҡло һәм үҙен тота белгән ҡыҙ бала тип билдәләй.
Мария-Антуанеттаны белгән кешеләрҙең фекерҙәренсә, ул, моғайын, бер китапты ла тулыһынса уҡымаған һәм етди һөйләшеүҙәрҙән ҡасырға тырышҡандыр.
Франция Дофины
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Габсбургтар һәм Бурбондар союзы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуаттың икенсе яртыһында Австрия һәм Франция дипломаттары ике династияны: Бурбондар һәм Габсбургтарҙы туғанлаштырырға ынтыла. 14 эрцгерцог һәм эрцгерцогинялар һәм Бурбон династияһы тоҡомдары араһындағы династия никахтары был союздың ныҡлыҡ нигеҙе булып торорға тейеш була. Сөнки ул ваҡытта Бурбон династияһы вәкилдәре Францияла, Испанияла, ике Сицилияның Короллегендә һәм Пармала хакимлыҡ итә, һәм был династиялар никахтары Австрияның башҡа дәүләттәр менән сәйәси мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға һәм уның Европалағы урынын нығытырға тейеш була. Француз һәм австрия яҡтары төрлө варианттарҙы ҡарай: Людовик XV-те Габсбургтар йорто принцессаһына, император Йософ II-не француз короле ҡыҙҙарының береһенә өйләндереү күҙаллана.
Киләсәктә император Иосиф II буласаҡ эрцгерцог Йозеф һәм Мария-Изабелла Бурбон-Пармскаяларҙыңникахы Бурбон һәм Габсбургтар династиялары араһындағы беренсе никах союзы була. Артабан Йозефтың ағаһы Леопольд, буласаҡ император Лепольд II, принцесса Мария-Луиза Испанскаяға өйләнә. Өсөнсө улы, эрцгерцог Фердинанд Карл Моденаның вариҫы (Эсте йортонан) герцогиня Беатрис Моденская-Эстеға өйләнә.
Улдарын никахҡа индереү буйынса пландарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙан айырмалы рәүештә, Мария-Терезия ҡыҙҙарының никахтарын ойоштороуҙа күп проблемаларға тарый. Өлкән ҡыҙы, эрцгерцогиня Мария-Анна, һаулығы насар булыу сәбәпле, кейәүгә сыҡмай ҡала. Һөйкөмлө эрцгерцогиня Мария — Елизавета Австрийсакая һәм Франция короле Людовик XV араһында никах союзын төҙөү буйынса пландар, эрцгерцогиняның сәсәк ауырыуы менән сирләп китеүе арҡаһында, тормошҡа ашмай. Шул уҡ ваҡытта эрцгерцогиня Мария-Кристина Австрийская үҙ теләге менән тормош иптәше итеп герцог Альберт Саксен-Тешенскийҙы һайлай, эрцгерцогиня Мария-Амалия Австрийская уның ихтыярына ҡаршы Фердинанд I Бурбон-Пармскийға кейәүгә бирелә. Эрцгерцогинялар Иоанн-Габриелла һәм Мария-Йозефа шул уҡ сәсәк сиренән вафат була. Ә эрцгерцогиня Мария-Каролина Австрийская ике Сицилия короле Фердинанд I-сенең кәләше була.
Людовик менән Мария-Антуанеттаның никахы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Австрия эрцгерцогиняһы Мария-Антуанетта менән Франция дофины араһында никахҡа инеү Бурбон һәм Габсбургтар династиялары араһындағы һуңғы һәм иң грандиоз никах союзы булырға, шулай уҡ Франция менән Австрия араһында тыныслыҡты нығытырға тейеш була. Мария-Терезия француз короленән рәсми тәҡдимде ныҡышмалы рәүештә талап итә. Тәҡдим 1769 йылда яһала. Никах килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң Мария-Антуанеттаның дөйөм белемендә ҙур етешһеҙлектәр булыуы һәм уның француз телен етерлек кимәлдә белмәүе асыҡлана. Императрица тәрбиәселәрҙе, бейеү һәм сит телдәр уҡытыусыларын саҡыра, улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәш эрцгерцогиняны Францияның буласаҡ королеваһы вазифаһын башҡарыуға әҙерләргә тейеш була. Ошо мәлдән алып китеүенә тиклем Мария-Антуанетта әсәһенең бүлмәһендә йоҡлай.
1770 йылдың 19 апрелендә ышаныс ҡағыҙы буйынса никах процедураһы башҡарыла, унда кейәү урынына эрцгерцог Фердинанд ҡатнаша. 21 апрелдә Мария-Антуанетта, 14 йәшендә, Венаны мәңгелеккә ҡалдырып китә. 7 майҙа «нейтраль» территорияла, Страсбург янында, Рейндың кеше йәшәмәгән утрауында кәләште «тапшырыу» тантанаһы үтә. Ритуал ҡағиҙәләре буйынса ҡыҙ Австриянан оҙатырға килгән дуҫтары һәм таныштары менән айырылырға, шулай уҡ тулыһынса сисенеп китергә тейеш була. Был ритуал уның артабан сит ил һарайына һәм дәүләтенә ҡарауын, Францияның дофинаһы булыу өсөн бөтә нәмәһен ҡалдырыуын аңлата. Уны француз кейеменә кейендерәләр, һәм ошо көндән Австрия эрцгерцогиняһы Мария-Антуанетта Франция дофинаһы Мария-Антуанетта булып китә. Король ғаиләһе Мария-Антуанеттаны Компьен урманында ҡаршы ала.
1770 йылдың 16 майында Версалдә икенсе тапҡыр никах тантанаһы үткәрелә. Никах айҡанлы йәш парҙы тағы ла бер байрам көтә. 1770 йылдың 30 майында хәҙерге Килешеү майҙанында ҡаҙна иҫәбенә музыка, фейерверк атыу, майҙандағыларҙы шарап, икмәк һәм ит менән һыйлау кеүек дөйөм халыҡ байрамы никах тантанаһының кульминация булырға тейеш була. Халыҡ майҙанға һәм уға табан килгән юлдарға йыйыла. Тик майҙанда урынлашҡан төҙөлөш котловандары хәлде ҡатмарлаштыра. Сытырҙап шартлаған пиротехник ракеталар халыҡ араһында паника тыуҙыра. Байрамға килгән кешеләр, бер-береһен этә-төртә тирә-яҡҡа һибелә, күптәре соҡорҙарға барып төшә йәки шартлауҙан ҡасҡан кешеләр тарафынан тапала. Насар ойошторолған байрам һөҙөмтәһендә 139 кеше һәләк була һәм йөҙҙәрсә кеше яралана. Һәләк булғандарҙы Изге Мадлена зыяратында ерләйҙәр. 23 йылдан Һуң Мария-Антуанеттаның кәүҙәһен шул уҡ зыяратта дөйөм ҡәбергә ташлайҙар.
Мария-Терезия ҡыҙының бик йәш булыуын һәм иғтибарға мохтаж булыуын аңлай, шуға күрә Францияға үҙенең илсеһе Мерси д,Аржантоны ебәрә. Ул дофинаның һәр аҙымын күҙәтә һәм бөтә нәмә тураһында императрицаға мәғлүмәт ебәреп тора.
Ғәмәлдә никах оҙаҡ ҡына тормошҡа ашмай, сөнки дофин фимоздан (енси ауырыу) яфалана икән, уғасөннәтләү операцияһы талап ителә, ә Людовик быға баҙнат итә алмай. Никахтан һуң ете йыл үткәс кенә, Мария-Антуанеттаның ҡустыһы император Иосиф, махсус рәүештә Парижға килеп, Людовикты операция яһатыуға күндерә.
Француз һарайында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәш һәм тәжрибәһеҙ дофина француз короле һарайында изгелекле һәм күңелле холоҡло булыуы менән айырылып тора, әммә уның шул тиклем күп кеше менән аралашыу күнекмәләре булмауы арҡаһында йыш ҡына уңышһыҙлыҡҡа осрай. Беренсе фрейлин итеп бик ҡәтғи ҡағиҙәләрҙе өҫтөн күргән графиня де Ноайбилдәләнә. Мария-Антуанетта, оло йәштәге ханымдың артыҡ опекаһын тойоп һәм был опеканы ауыр ҡабул итеп, уға «Мадам Этикет» ҡушаматын бирә. Француз һарайының ғәҙәттәре принцессаға ят булып ҡала, Ул ышанған һәм уға ярҙам ҡулы һуҙарлыҡ һирәк кешеләрҙең береһе Австрия илсеһе граф Мерси д,Аржанто була. Мария-Терезия уға шулай уҡ остаз ролен дә тапшыра, бынан тыш, ул императрицаға франция короле һарайындағы бөтә ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар итергә тейеш була. Шулай итеп, Мерси д,Аржанто менән Мария-Терезия араһында билдәле хат алышыу хасил була. Тап шул яҙмалар — Мария-Антуанеттаның 1770 йылдағы туйынан алып 1793 йылда вафатына тиклемге тормошоноң ҡиммәтле хроникаһы.
Никахтың тәүге өс йылында ул д,Аржанто йоғонтоһонда ғына түгел, ә королдең кейәүгә сыҡмаған өс ҡыҙы — Аделаида, Виктория ханым һәм София ханымдың йоғонтоһо аҫтында ла була. Улар бер ҡатлы, изге күңелле, кешегә ышанып барған дофинаны өс апалы-һеңлеле өсөн һарайҙа кәрәкмәгән шәхес булған король фавориткаһына ҡаршы йүнәлтелгән интригаларында файҙалана. Мария-Антуанетта уларҙың йоғонтоһо аҫтында Дюбарри ханыма кире ҡарашта була. Дюбарри ханымдың һарайҙа киң бәйләнештәре булыуға ҡарамаҫтан, дофина башта уның менән аралашыуҙан һәр яҡлап ҡаса. Этикет буйынса Дюбарри үҙе буласаҡ королева менән беренсе булып һүҙ башлай алмай. Тик кронпринцесса үҙ әсәһенең был оҙайлы, һарай интригалары менән һуғарылған проблеманы хәл итергә һәм король менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмаҫҡа тигән бойороғон үтәгәндән һуң ғына Антуанетта Дюбарриға үҙенең билдәле ете һүҙен адреслай: Бөгөн Версалдә халыҡ бик күп!" .
Франция һәм Наварра королеваһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1774 йылдың 10 майында Людовик XVI-ның тәхеткә ултырыуы энтузиазм менән ҡаршы алына: барыһы ла уны оҙайлы фаворитизм дәүере тамамланыуы менән ҡотлай һәм унан яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтә. Королдең ҡатыны изге күңелле, мәрхәмәтле, йомарт һәм йомарт ҡатын-ҡыҙ булараҡ билдәле була.
Королева булғас, Мария-Антуанетта Людовик XVI-ның апайҙары һәм үҙенең гувернанткаларының ваҡ-төйәк кәңәштәренән арына.
Мин быларҙың барыһына ла бик тулҡынланам һәм ҡыҙымдың яҙмышы өсөн тағы ла нығыраҡ борсолам. Уның яҙмышы йә сағыу, йә тәрән бәхетһеҙ булыр, моғайын. Король, министрҙар бик ауыр хәлдә була, дәүләт эштәре ҡатмарлы һәм күңелһеҙ, ә ул шул тиклем йәш! Уның бер ҡасан да етди ынтылышы булманы һәм, моғайын, бер ҡасан булмаҫ та.
тип яҙа Мария-Терезия Мерси д,Аржантоға[12].
Әсәһе Мария-Антуанеттаға «тыныс тормош алып барырға» һәм «дәүләт мәнфәғәтенә бөтә көсөн һалырға» тигән кәңәш бирә һәм Франция менән Австрия араһында Европа тыныслығының нигеҙе булған дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙең дауам ителеүенә ышаныс белдерә. Әммә йәш, ирек һөйөүсе Антуанетта, характеры арҡкаһында, «алтын ситлектә» йәшәүе менән килешә алмай, ә ире, һирәк осраҡтарҙан тыш, уның дәүләт эштәренә ҡыҫылырға маташыуын туҡтата.
Мария-Антуанеттаның әйләнә тирәһенә уның күңелен аса белгән оҫталар ғына эләгә ала. Королева, онотолор өсөн, күңел асырға теләй. Версаль һарайында хөкөм һөргән интригалар, аҙғынлыҡ һәм әхлаҡһыҙлыҡ Австрия императоры йортоноң ҡәтғи традицияларында тәрбиәләнгән Антуанеттаға бик ныҡ баҫым яһай. Королеваның нескә зауыҡҡа һәм гармонияға эйә булғанынын яҡшы белгән кешеләр уның ваҡ-төйәк кешеләрҙе үҙенә яҡынайтыуына аптырай. Бәлки, Мария Антуанеттаның иң яҡын дуҫы графиня де Полиньяк та шундай булғандыр. Ә бына принцесса де Ламбаль, ахырына тиклем үҙенең тажлы әхирәтенә тоғро ҡала. Полиньяктар ғаиләһенең күтәрелеүе тиҙ була. Уның ағзалары һарайҙа отошло вазифалар биләй. Йыл һайын был ғаилә король ҡаҙнаһынан ярты миллионға яҡын ливр аҡса ала. Тиҙҙән, «дуҫтарына» ышанып, королева үҙенең тирә-яғындағы был кешеләрҙең тыңлаусан ҡоралына әйләнә. Әммә уның бәхетле ташламалары барыбер була[асыҡларға], мәҫәлән, конькиҙа шыуыу сәнғәтендә танылған оҫта шевалье де Сен-Жорж, ул королеваның боҙҙағы партнеры була. Ул ваҡыттағы юғары йәмғиәт өсөн модалы булған күңел асыу конькиҙа шыуыуҙа Франция королеваһына бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа етә алмай[13].
Мария-Антуанетта мода ҡануниәтсеһе роле менән мауыға. Батша уны аҡса менән тәьмин итеүҙе арттыра, әммә кейем һәм биҙәүестәр өсөн түләүгә аҡса барыбер етмәй. Королева ҡомарлы уйындарға мөрәжәғәт итә. Салонға ҙур уйын алып бара алған һәр кем, шул иҫәптән насар репутациялы кешеләр ҙә инә ала. Шуға ҡарамаҫтан, Антуанетта үҙенең салонында бысраҡ уйын алып барылыуын да белмәй. Мерси д,Аржанто хәбәр итеүенсә, 1778 йылда королева 171 344 франк юғалта[14].
Трианон һарайы уның өсөн тағы ла бер ҡиммәтле уйынсыҡҡа әйләнә. Мария-Антуанетта уны үҙенең резиденцияһы итә. Был аҙымы менән ул уның даирәһенә индерелмәгәндәрҙә үҙенә ҡарата асыу уята.
Йәш, тәжрибәһеҙ, тормош ысынбарлығы тураһында бик аҙ белгән, йыш ҡына версаль ихатаһы этикетын боҙған ҡатын-ҡыҙҙың йәшәү рәүеше күп һанлы яла яғыуҙар һәм уйҙырмалар тыуыуына сәбәп була. Королева муйынсағы менән булған ваҡиға Мария-Антуанеттаның абруйына бик ныҡ зыян килтерә һәм иң яуыз ғәйбәттәр тыуыуына сәбәп була. Король һарайы даирәһенең әҙәпһеҙ, ҡомһоҙ һәм реформалар үткәреүгә дошмандарса ҡараған партияһын яҡлап, Мария-Антуанетта Тюрго һәм Мальзербаға ҡарата күрәлмаусанлыҡтың хасил булыуына булышлыҡ итә; шулай уҡ королева Голландия һәм Бавария ваҡиғалары буйынса Австрияның мәнфәғәттәрен яҡлай.
Бөйөк француз революцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революция башланыу менән Мария-Антуанетта конституцион-демократик режимға ҡаршы була. Люмпендар Версальға һөжүм иткән мәлдә (1789 йылдың 5-6 октябре) уның ғүмеренә етди хәүеф янай. Король ғаиләһе Тюильриға күсенә. Ирен тәүәккәл эшмәкәрлеккә этәрергә тырышып, Мария-Антуанетта, монархияны ҡотҡарыу маҡсатында, Мирабо менән хәбәрләшә башлай. 1791 йылдың 20 июнендә ҡасып китергә тырышыуҙың уңышһыҙ тамамланыуы монархтарҙың хәлен ныҡ насарайта, сөнки ул ваҡытта монархтарҙың эшмәкәрлеге бик сикләнгән була. Дуҫтары тәҡдиме буйынса тәхетте һәм ғаиләне ҡотҡарыу өсөн королева Австрия менән Пруссияның баҫып инеүен тиҙләтергә тырыша, әммә был кире һөҙөмтәгә килтерә. 1792 йылдың 10 авгусында Тюильрия һарайы алынғас, ул тыныс булырға һәм абруйын һаҡлап ҡалырға тырыша.
Мария-Антуанеттаның һуңғы көндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1792 йылдың 10 авгусында Тюильри һарайына һөжүм ваҡытында король ғаиләһе Закондар сығарыу йыйылышы бинаһында йәшеренә, шул уҡ көндөң кисендә улар фельяндар ордены монастырына ҡаса. Өс көндән һуң Закондар сығарыу йыйылышы ҡарарына ярашлы, король ғаиләһе ағзаларын һаҡ аҫтында Тамплгә килтерәләр һәм архивариус йортоноң өс ҡатындәғы бүлмәләргә урынлаштыралар. Уларға бында үҙ-ара иркен аралашыу, уйнау мөмкинлеге бирелә, ә королева балаларын тәрбиәләү һәм уларға белем биреү менән шөғөлләнә. Закондар сығарыу йыйылышына алмашҡа килгән Конвент 1792 йылдың 21 сентябрендәге беренсе ултырышында уҡ Людовик XVI-ны бөтә өҫтөнлөктәр һәм вето хоҡуҡтарынан мәхрүм итә, һәм 1792 йылдың 29 сентябрендә король һәм уның камердинеры Тампл замогы башняһына ябыла. Ә 1792 йылдың 26 октябрендә Мария-Антуанетта ҡыҙы Мария Тереза, Элизабет ханым һәм ике хеҙмәтсе ҡыҙ менән шул уҡ башняның өҫкө ҡатына күсерелә.
Людовик XVI язалап үлтергәндән һуң биш ай үткәс, йәмәғәт ҡотҡарыу революцион Комитеты Мария-Антуанеттаны Тампль замогы донжонынан Париждың Сите утрауындағы Консьержери башняһы камераларына күсерергә ҡарар итә. Революцион трибунал, Австрия хөкүмәте, кисекмәҫтән һөйләшеүҙәр башлар тип иҫәпләп, ошондай ҡарар ҡабул итә. Әммә Австрия ла, башҡа Европа державалары ла был ҡарарға иғтибар итмәй. Уның ҡарауы ҡайһы бер ажар роялистар королеваны төрмәнән сығарыу планын төҙөй башлай.
Мария-Антуанетта 1793 йылдың 2 авгусында Консьержериға килтерелә һәм тәҙрәләре Ҡатын-ҡыҙҙар ихатаһына ҡараған камераға ябыла. Камерала ҡайыштарҙан эшләнгән түшәкле карауат, ҡул йыуғыс, йәшникле бәләкәй генә өҫтәл, эскәмйә һәм ике ултырғыс ҡына була. Королеваның өҫтөндә матәм күлдәге, ҡулында йоҡлағанда кейә торған күлдәк, ике-өс батист блузка, яулыҡтар, ебәк ойоҡбаштар һәм таҫма, бер нисә төнгө башлыҡ ҡына була. Уның муйынында — улының портреты һәм уның балалар бирсәткәһенә йәшерелгән тәүге сәсе.
Королеваның ҡәләме лә, ҡағыҙы ла булмай, һәм ул һуңғы көндәрен уҡып һәм доға ҡылып үткәрә. Көнөнә ике тапҡыр уға аҙыҡ алып киләләр: иртәнге туғыҙҙа — иртәнге аш (кофе йәки шоколад менән булка), ә төшкөһән — төшкө аш (һурпа, йәшелсәләр, ҡырағай ҡоштоң йәки быҙау ите һәм десерт). Мария-Антуанетта кисен төшкө аштан ҡалған ризыҡтар менән туҡлана. Ғәҙәти шаршау королеваны уны һаҡларға беркетелгән ике жандармдан айырып тора.
Маркиз де Ружвиль[fr] королеваны ҡотҡарыуҙы ойоштороу буйынса төрлө пландар ҡора: Марния-Антуанеттаны махсус рәүештә ойошторолған бола мәлендә алып ҡасыу планлаштырыла. Королеваға үҙҙәренең планын еткереү өсөн маркиз алып ҡасыу планы яҙылған ҡағыҙ киҫәге һалынған күҙлек футлярын «осраҡлы рәүештә» төшөрөп ҡалдыра. Яҙыуҙы уҡығандан һуң королева ҡағыҙ киҫәгенә «Һеҙгә ышанам, Һеҙ әйткәнсә эшләрмен» тип яуап яҙа. Яуап хәбәрен ул, тейешле кешегә тапшырырға ҡушып, жандармға тапшыра. Тик һаҡлаусы жандарм был ҡағыҙ киҫәген үҙенең начальниктарына тапшыра. Алып ҡасыу планын юҡҡа сығарыу өсөн королеваны тағы ла ҡатыраҡ һаҡ аҫтына алалар һәм суд процесын үткәреүҙе тиҙләтәләр.14 сентябрҙә уны икенсе камераға күсерәләр.
37 йәшлек Мария-Антуанетта өҫтөнән суд процесы 1793 йылдың 15 октябрендә иртәнге сәғәт 8-ҙә башлана. Процесста Клод Шово-Лагард королеваны яҡлаусы булып сығыш яһай, ә ғәйепләүсе ролен бик тупаҫ телле Фукье-Тенвилл башҡара. Фекер алышыуҙарҙа Жак Эбер Мария Антуанеттаны инцестта (яҡын туған менән енси бәйләнеш) ғәйепләй, әммә Антуанетта был ғәйепкә бер ниндәй ҙә яуап бирмәй. Судьяларҙың береһе, ни өсөн ғәйепләүҙәргә яуап бирмәйһең, тип һорағас, Мария-Антуанетта тулҡынланған тауыш менән: «Әсә кешегә ҡарата шундай әшәке ғәйепләүҙәр яғыуға тәбиғәт үҙе ҡаршы булғанлыҡтан мин яуап биреүҙән баш тартам. Мөмкин булғандарҙың барыһын да бында килергә саҡырам». Суд залындағылар шаулаша башлай, шуға ла суд ултырышы ваҡытынан алда туҡтатыла. Тиҙҙән ҡырҡ бер шаһиттың сығыштары тыңлана. Аҙаҡ килеп Мария-Антуанеттаны Францияға дошман булған дәүләттәр менән бәйләнеш тотоуҙа һәм ил мәнфәғәттәренә хыянат итеүҙә ғәйепләйҙәр.
Икенсе көндө, 16 октябрҙә, иртәнге сәғәт 4-тә королеваға үлем язаһын биреү туҡраһындағы хөкөм ҡарары бер тауыштан ҡабул ителә. Һуңынан йәлләт Шарль Анри Сансон, сәсен ҡайсы менән алып, королеваға бығауҙар кейҙерә. Мария-Антуанеттаға аҡ пикей күлдәк кейҙерелә, беләктәре ҡара таҫма менән урала, яурындарына аҡ муслин яулыҡ ябыла, башына башлыҡ кейҙерелә, королева шәмәхә аяҡ кейемендә йәлләт арбаһына ултыра. Мария-Антуанетта, еңел-елпе фекерләүсе һәм күбеһенсә аҡыл менән эш итә белмәүҙә ғәйепләнеүгә ҡарамаҫтан, суд ваҡытында ла, язалау алдынан да тулыһынса үҙ-үҙен тота һәм королева дәрәжәһен бер нисек тә төшөрмәй. Ул үҙе эшафотҡа күтәрелә һәм үҙе гильотина бысағы аҫтына ята. Ә бит быға тиклем үлемгә хөкөм ителгән ир-егеттәрҙең хатта иҫен юғалтыуы һәм башҡаларҙың ярҙамынан тыш баҫҡыстар буйлап күтәрелә алмаған осраҡтары йыш була[абруйлы сығанаҡ түгел?].
Эшафотҡа күтәрелгәндә Мария-Антуанетта йәлләттең аяғына баҫа һәм ғәфү үтенә: «Ғәфү итегеҙ, әфәндем, мин аңлы рәүештә түгел». Был француз королеваһының һуңғы һүҙҙәре була.
12 сәғәт 15 минутта Килешеү майҙанында королеваның башы киҫелә. 1815 йылда Франция короле Людовик XVIII-нең бойороғо буйынса уның кәүҙәһенең ҡалдыҡтары таныла һәм Мадлен зыяратынан Сен-Дениға күсерелеп ерләнә. Мария-Антуанетта ерләнгән, тип фаразланған урында һуңыраҡ Тәүбә сиркәүе төҙөлә, ә зыярат урынында Людовик XVI паркы төҙөлә.
Балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире Людовик XVI-нан (1770 йылдан алып кейәүҙә була) дүрт балаһы була.:
- Мария Тереза Французская (1778—1851), Madame Royale тип аталған, Францияның һуңғы дофинаһы. Ике туған ағаһы Людовикта, Ангулем герцогы, кейәүҙә, Францияның һуңғы дофинаһы. Балалары булмай.
- Людовик Жозеф Ксавье Франсуа (1781—1789) ете ярым йәшендә туберкулездан вафат була.
- Людовик Карл (1785—1795) — король Людовик XVII-се тип иғлан ителгән, ғәмәлдә бер ҡасан да идара итмәй, ун йәшендә туберкулездан һәм тейешһеҙ мөғәмәлә эҙемтәләренән вафат була.
- София Елена Беатриса (1786—1787) сабый сағында туберкулездан вафат була.
Ата бабалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария-Антуанетта матурлығы менән дан тота; иң яҡшы портреттары уның әхирәте Э. Виже-Лебренда һаҡлана, шулай уҡ Росленда ла язаланған королева плортреттары була. Мария-Антуанеттаның судьялар алдында һүрәтләгән потретын Поль Деларош яҙа.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фуюми Соре, "Мария-Антуанетта. Юность королевы "
- Стефан Цвейг. Мария Антуанетта
- Кэролли Эриксон. Тайный дневник Марии Антуанетты
- А. Дюма. Джузеппе Бальзамо. (Записки врача)
- А. Дюма. Шевалье де Мезон Руж
- А. Дюма. Ожерелье королевы.
- А. Дюма. Анж Питу
- А. Дюма. Графиня де Шарни
- Алексей Толстой. Гобелен Марии-Антуанетты.
- Виктория Хольт. В ожидании счастья.
- Виктория Хольт. Исповедь королевы.
- Виктория Хольт. Мария-Антуанетта.
- Лион Фейхтвангер. Лисы в винограднике.
- Лион Фейхтвангер. «Вдова Капет».
- Лион Фейхтвангер. «Мудрость чудака».
- Морис Леблан Полая игла.
- Роберт Асприн. Другой отличный миф
- Эвелин Левер. Мария-Антуанетта.
- Эдвард Радзинский. Железная маска и граф Сен-Жермен.
- Шарль Анри Сансон. Записки палача, или политические и исторические тайны.
- Томасс Шанталь. Прощай, моя королева.
- Генрих Гейне — Мария Антуанетта
- Антония Фрэзер. Мария Антуанетта. Жизненный путь
- Наталья Павлищева. Мария — Антуанетта. С трона на эшафот
- Дмитрий Вонави. Прогулка Марии-Антуанетты
- Хилари Мантел. «Сердце бури» (1992).
Музыкала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Казнь Марии-Антуанетты» — музыкальное сочинение (фантазия) Яна Дусика для чтеца и фортепиано (1793 год)
- Мюзикл «Мария Антуанетта»[en] на музыку Сильвестра Левая и слова Михаэля Кунце (2006 год)
- Опера Корильяно «Призраки Версаляruen» (1991 год)
- Мюзикл Les amants de la Bastille (2012 год)
- Музыкальный клип Dorian Electra —The Dark History Of High Heels (2016 год)
- Музыкальный клип Katy Perry — Hey Hey Hey (2017 год)
- Песня «Marie Antoinette» британской группы Curved Air с альбома Phantasmagoria (1973 год)
- Музыкальный клип Queen — Killer Queen (1974 год)
- Посвящение королеве — Хельга Эн-Кенти
- Музыкальный клип CHiCO with HoneyWorks — Marie (2021 год)
- Песня «Мария-Антуанетта» исполнителя Кирилла Устинова и российской группы Гоголем с альбома Трагедии (2022 год)
- Песня «MARIE ANTOINETTE» реперши Qveen Herby[1] (2023 год)
Кино һәм мультипликация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Наполеон», 1927, Франция, реж. Абель Ганс, в роли королевы Марии Антуанетты Сюзанна Бьянкетти. В 1935 году вышла звуковая версия этого фильма.
- «Мария-Антуанетта», 1938, США, реж. В. С. Ван Дайк, в роли королевы Марии-Антуанетты — Норма Ширер.
- «Мария-Антуанетта — королева Франции», 1956, Франция-Италия, реж. Жан Деланнуа, в роли королевы Марии-Антуанетты — Мишель Морган.
- «Джон Пол Джонс» (1959)
- «Мария-Антуанетта», 1975, Франция, 4-серийный мини-сериал, реж. Ги-Андре Лефранк, в роли королевы Марии-Антуанетты — Женевьева Казиль.
- «Леди Оскар», 1979, Франция-Япония, реж. Жак Деми, снят по сюжету манги Риёко Икэды «Роза Версаля», в роли Марии-Антуанетты — Кристин Бом.
- «Австрийка», 1989, реж: Гранье-Дефер, Пьер.
- «Французская революция», 1989, реж. Робер Энрико и Ричард Т. Хеффрон. В роли Марии-Антуанетты — Джейн Сеймур (озвучка — Беатрис Дельф)
- «Джефферсон в Париже» (1995)
- «История с ожерельем», 2001, реж: Ч. Шайер.
- «Мария-Антуанетта», 2006, реж. С. Коппола, в роли королевы Марии-Антуанетты — Кирстен Данст.
- «Мария-Антуанетта. Подлинная история», 2006, Канада-Франция, реж. Франсис Леклер, Ив Симоно, в роли королевы Марии-Антуанетты — Карин Ванасс.
- «Прощай, моя королева», 2012, Франция-Испания, реж. Бенуа Жако, в роли королевы Марии-Антуанетты — Дайан Крюгер.
- «Шевалье (фильм, 2022)»
- «Жанна Дюбарри», 2023, Франция, в роли дофины Марии-Антуанетты — Полин Польманн.
- В сериале «Хранилище 13», в 3 серии 1 сезона в самом начале, упоминается гильотина, с помощью которой Мария Атуанетта была казнена.
- Анимационный фильм «Приключения мистера Пибоди и Шермана», 2014, США, реж. Роб Минкофф, в котором главные герои на машине времени посещают Францию накануне *революции и попадают на бал к королеве.
- Аниме-сериал «Роза Версаля» по одноимённой манге Риёко Икэды, 1979, Япония
Башҡалары (видеоуйындар, манга)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Видеоигры
- «Нэнси Дрю. Сокровище королевской башни» (2001)
- Является слугой класса Райдер в игре Fate/Grand Order
- Является основным персонажем главной истории мобильной игры Time Princess
- Часто упоминается и появляется в кат-сцене в игре Assassin’s Creed Unity.
- Манга
- The Rose of Versailles, манга Риёко Икэды и одноимённое аниме.
- Innocent Синъити Сакамото (2013).
- «Aku no musume», песня, манга и серия ранобэ mothy. Образ Марии-Антуанетты был дан главной героине — Рилиан Люцифен д’Отриш.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Kindred Britain
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118577905 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Marie-Antoinette // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 4,0 4,1 Marie Antoinette // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 5,0 5,1 Marie Antoinette // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Wurzbach D. C. v. Habsburg, Maria Antonia (Königin von Frankreich) (нем.) // Biographisches Lexikon des Kaiserthums Oesterreich: enthaltend die Lebensskizzen der denkwürdigen Personen, welche seit 1750 in den österreichischen Kronländern geboren wurden oder darin gelebt und gewirkt haben — Wien: 1856. — Vol. 7. — S. 30.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Fraser A. (unspecified title) (ингл.) — 2002.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Présumées coupables (фр.) — 2016. — ISBN 979-10-95438-22-9
- ↑ Union List of Artist Names (ингл.) — 2018.
- ↑ https://www.siv.archives-nationales.culture.gouv.fr/siv/IR/FRAN_IR_050236
- ↑ Фрэзер А. Мария-Антуанетта. Жизненные путь. — М.: АСТ, 2008. — С. 55. — 638 с. — ISBN 978-5-17-053303-9.
- ↑ Цвейг С. Мария Антуанетта. Портрет ординарного характера / Мария Стюарт. Мария Антуанетта. — М.: Мысль, 1992, с.с. 430—431. ISBN 5-244-00654-1
- ↑ Виктор Рыжкин. Ледовая сюита. — М.: Физкультура и спорт, 1975, с. 11
- ↑ Шоссинан-Ногаре Г. Повседневная жизнь жён и возлюбленных французских королей. — М.: Молодая гвардия, 2003, с. 236 ISBN 5-235-02521-0
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bonnet, Marie-Jo. Un choix sans équivoque: recherches historiques sur les relations amoureuses entre les femmes, XVIe-XXe siècle (фр.). — Paris: Denoël (инг.)баш., 1981.
- Castelot, André. Queen of France: a biography of Marie Antoinette (инг.). — New York: Harper & Brothers, 1957.
- Cronin, Vincent (инг.)баш. Louis and Antoinette (билдәһеҙ). — London: The Harvill Press, 1989. — ISBN 978-0-00-272021-2.
- Dams, Bernd H.; Zega, Andrew (инг.)баш. La folie de bâtir: pavillons d'agrément et folies sous l'Ancien Régime (фр.). — Flammarion, 1995. — ISBN 978-2-08-201858-6.
- Facos, Michelle (инг.)баш. An Introduction to Nineteenth-Century Art (инг.). — Taylor & Francis, 2011. — ISBN 978-1-136-84071-5.
- Fraser, Antonia (инг.)баш. Marie Antoinette (билдәһеҙ). — 1st. — New York: N.A. Talese/Doubleday, 2001. — ISBN 978-0-385-48948-5.
- Fraser, Antonia. Marie Antoinette: The Journey (билдәһеҙ). — 2nd. — Garden City: Anchor Books (инг.)баш., 2002. — ISBN 978-0-385-48949-2.
- Hermann, Eleanor. Sex With The Queen (билдәһеҙ). — Harper/Morrow, 2006. — ISBN 0-06-084673-9.
- Hibbert, Christopher (инг.)баш. The Days of the French Revolution (билдәһеҙ). — Harper Perennial (инг.)баш., 2002. — ISBN 0-688-16978-3.
- Johnson, Paul (инг.)баш. Intellectuals (билдәһеҙ). — New York: Harper & Row, 1990. — ISBN 978-0-06-091657-2.
- Lanser, Susan S. Eating Cake: The (Ab)uses of Marie-Antoinette // Marie-Antoinette: Writings on the Body of a Queen (инг.) / Goodman, Dena. — Psychology Press, 2003. — ISBN 978-0-415-93395-7.
- Lever, Évelyne (инг.)баш. Marie Antoinette: The Last Queen of France (инг.). — London: Portrait, 2006. — ISBN 978-0-7499-5084-2.
- Schama, Simon. Citizens: A Chronicle of the French Revolution (инг.)баш. (инг.). — New York: Vintage, 1989. — ISBN 0-679-72610-1.
- Seulliet, Philippe Swan Song: Music Pavillion of the Last Queen of France (инг.) // World Of Interiors : journal. — 2008.
- Sturtevant, Lynne. A Guide to Historic Marietta, Ohio (билдәһеҙ). — The History Press (инг.)баш., 2011. — ISBN 978-1-60949-276-2.
- Weber, Caroline. Queen of Fashion: What Marie Antoinette Wore to the Revolution (инг.). — Picador, 2007. — ISBN 978-0-312-42734-4.
- Wollstonecraft, Mary. An Historical and Moral View of the Origin and Progress of the French Revolution and the Effect it Has Produced in Europe (инг.). — St. Paul's, 1795.
- Farr, Evelyn. The Untold Love Story: Marie Antoinette & Count Fersen (инг.). — Peter Owen Publishers (инг.)баш., 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2 ноябрҙә тыуғандар
- 1755 йылда тыуғандар
- Венала тыуғандар
- 16 октябрҙә вафат булғандар
- 1793 йылда вафат булғандар
- Сығанаҡтарҙы асыҡлауҙы талап иткән мәҡәләләр
- Википедия:Статьи с некорректным использованием шаблонов:Книга (указан неверный код языка)
- Алфавит буйынса Бөйөк француз инҡилабы шәхестәре
- Габсбургтар-Лотарингскийҙар
- Парижда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр