Эстәлеккә күсергә

Габсбургтар -Лотарингскийҙар нәҫеле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Габсбургтар-Лотарингскийҙар нәҫеле

Кесе герб
Нәҫел башы: Габсбургтар һәм Лотарингскийҙар нәҫеле
Титулдар:
Нигеҙләүсе: Франц I Стефан һәм Мария-Терезия
Һуңға хаким: Карл I
Нигеҙләнгән йыл: 1736 йыл
Төшөрөү: 1918 йыл
Милләте: австриялы
Кесе
тармаҡтар:
  • Император тармағы
    • Гогенбергтар
  • Тоскана тармағы
  • Венгр тармағы
  • Австриялы Д'Эсте

Габсбургтар-Лотарингскийҙар нәҫеле ( нем.Habsburg-Lothringen) — ағзалары  Франц I һәм Мария Терезия вариҫтары булған Европаның император династияһы. Изге Рим империяһы тәхетен 1765 йылдан алып  1806 йылға тиклем, Австрия тәхетен 1780  йылдан  алып  1918 йылға тиклем, шулай уҡ  Мексика тәхетен дә  1864 йылдан алып 1867 йылға тиклем биләнеләр. Һуңыраҡ  Австрия Европаның иң ҡеүәтле дәүләттәренең береһе булған  Австро - Венгрияға  әүерелә.  Габсбургтарҙың береһе 1914 йылда Сараевола  үлтерелә, ошо үлтерелеү арҡаһында Беренсе донъя һуғышы башлана. Габсбургтар 1918 йылғы революциянан һуң ерҙәрен һәм титулдарын юғалта, әммә был нәҫелдең Австрияла йәшәмәгән  күп кенә вәкилдәре эрцгерцог  титулын хәҙерге көнгә тиклем ҡулланалар.  

Карл VI һәм Прагматик санкция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Император булып алған Карл VI Испания мираҫы өсөн һуғышты дауам итә, әммә союздаштары был һуғышта ҡалмай, сөнки барыһы ла Австрия менән Испанияның бер скипетр аҫтында  берләшеүенән шөрләйҙәр. Ике быуат элек нәҡ шулай булған. Император  Карл VI  ир енесле балалары булмай (Леопольд исемле улы сабый сағында үлә), шуның өсөн ул 1713 йылда Прагматик санкция сығара. Был законға ярашлы Мария Терезия Австрия, Венгрия һәм Чехияның законлы вариҫы була.1736 йылда Карл үҙенең ҡыҙы һәм  Лотаринг династияһынан Франц Стефандың никахын ойоштора.  Дәүләттәрҙең күбеһе Прагматик санкцияны ҡабул итһә лә, Карлдың вафатынан һуң танымай башлайҙар. Мәҫәлән, Бавария курфюсты  Карл VII санкцияны танымай һәм һуғыш башлай.  Испания Прагматик санкцияны хупларға ниәтләй, әммә һуғыш быға  ҡамасау итә. Мария Терезия атаһының Силезиянан башҡа барлыҡ биләмәләрен мираҫлыҡҡа ала. Франц I Изге Рим империяһы императоры булып китә. Әммә Силезия әле бик оҙаҡ Мария Терезияны ыҙалата.

 Династия тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франц Стефан менән Мария Терезияның никахлашыуы    династияға нигеҙ һала (1736 йыл). Габсбургтар - Лотарингскийҙар нәҫеле вәкилдәр һаны буйынса, Бурбондарҙан ҡала, икенсе урынды биләй (83 эрцгерцогтары тәхеткә дәғүә итә ала). Хәҙерге көндә 6 тармаҡ ботаҡтары бар (4 тармаҡ  һәм  2  нәҫел). Габсбургтарҙың ир - ат  яғынан бөгөнгө көндә дөйөм ата - бабаһы Леопольд II һанала.

Император тармағы (1792 йылдан)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тармаҡ үҙ эсенә Изге Рим империяһы императоры  Франц II бөтә вариҫтарын үҙ эсенә ала. Ошо тармаҡтан  Австрияның бөтә императорҙары сыҡҡан (Франц II, Фердинанд I, Франц Иосиф I һәм Карл I), шулай уҡ Модена һәм Феррара герцогы Франц Фердинанд һәм Мексика императоры Максимилиан I да инәләр. Хәҙерге көндә ошо уҡ тармаҡтан нәҫел башлығы ла.

Гогенбергтар (1900 йылдан)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морганатик тармағы Франц Фердинандтың барлыҡ вариҫтарын үҙ эсенә ала. Франц Фердинанд Чехия графиняһы София Хотекка өйләнә. Австрия закондарына ярашлы морганатик никахта тыуған балалар (Гогенбаргтар) тәхеткә дәғүә итә алмайҙар. Франц Фердинанд һәм София Хотек үлтереләләр һәм ошо ваҡиға Беренсе донъя һуғышы башланыуына сәбәп була. Хәҙер Гогенбергтар Габсбургтарҙан килгән иң боронғо нәҫел.

Тоскана (1790 йылдан)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тоскана тармағы Тоскана герцогы Фердинандтан килә. Ул тажды атаһына ҡабул итә, әммә Наполеон һуғыштары ваҡыттында хакимлығын юғалта, урынына Зальцбугта курфюст вазифаһын ала. Курфюстлығын юғалтҡандан һуң Вюрцбург герцогы була. 1804 йылда Наполеон еңелгәндән һуң Тосканаға ҡабаттан ҡайта. Артабан уның улы Лепольд II тәхеткә ултыра. Рисорджименто хәрәкәте осоронда Леопольд конституция төҙөй, әммә халыҡ был конституцияны ҡабул итмәй. Леопольд үҙенең улы файҙаһына тәхеттән баш тарта. Әммә улы хакимлығын тиҙ арала юғалта һәм Тоскана Сардиния короле хакимлығы аҫтына күсә. Тоскана Габсбургтары хәҙер ҙә Австрияла йәшәйҙәр. XX быуатта Тоскана Габсбургтары Испания тәхетенә дәғүәселәр булалар, әммә испанлылар Хуан Карлосты һайлайҙар. Әлеге көндә Габсбургтарҙың Тоскана тармағы иң күп һанлы тармаҡ.

Тармаҡ Леопольд II  кесе улы Карл Людвигтан килә. Карл Людвиг Тешен герцогиняһы МарияКкристина тарафынан уллыҡҡа алынған. Тармаҡ уның хөрмәтенә исемләнгән. Наполеон һуғыштарында дан ҡаҙанған. Тешен тармағы Бурбондар менән туғандар. Карл Людвиг Иоанн хәҙерге Испания короле Хуан Карлостың ата - бабаһы була.

Нәҫелдең был тармағы хәҙер рәсми рәүештә Амалия Вюртембергскаяға өйләнгән эрцгерцог Вильгельм Франц Габсбург Лотарингскийҙың вариҫтары аша кәүҙәләндерелә. Нәҫел тармағы башлығы —эрцгерцог Вильгельмдың бүләһе эрцгерцог Антон Карл Георг Габсбург Лотарингский. Шулай уҡ тармаҡҡа  морганатик вариҫтар Габсбург графтары һәм Альтенбург принцтары титулдарын йөрөткән  Вильгельм Францтың ҡустылары инә.

Был тармаҡ Леопольдтың кесе улы  Венгрия палатины Иосиф Австрийскийҙан килә. Тармаҡ исеме лә уның титулына бәйле. Иосиф Александра Павловнаға өйләнә һәм был никах Австрия һәм Рәсәй араһында берҙән -бер никах була. Балалары булмай. Венгриялағы революциянан һуң Палатин титулы бөтөрөлә һәм ғаилә Венаға күсенеп китә.

Австриялы  Эстелар (1771-1875)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Францтың һәм Мария Терезияның кесе улдары Фердинанд Австрийский Италия Эстеларҙың аҙаҡҡы вәкиле булған Мария Беатриче д’Эстеға өйләнә. Бирнә эсенә Феррара ла, Модена ла, Реджо ла инә. Был никахтан Габсбург - Лотарингтар нәҫеленән беренсе ботаҡ китә (Тоскана тармағын Фердинандтан һанаһаң) һәм был ботаҡ нәҫелдең берҙә - бер юҡҡа сыҡҡан ботағы була. Наполеон һуғыштары дәүерендә Австрия Эстелары нәҫеле бөтә булған биләмәләрен юғалталар, әммә Вена конгресынан һуң юғалған территориялар кире ҡайтарыла, тик оҙаҡҡа түгел. Рисорджименто (Италия ерҙәрен берләштереү өсөн  милли азатлыҡ хәрәкәте) ваҡыттары Эстеларҙы ла ситтә ҡалдырмай. Франческо д’Эсте бөтә биләмәләрен юғалта, балалары булмай һәм был тармаҡ йәшәүҙән туҡтап ҡала. Яңынан Эсте нәҫеле Франц Фердинанд хакимлығы осоронда тергеҙелә, Франц Фердинанд үҙен герцог д’Эсте тип таныта, әммә уны үлтергәндән һуң титул юҡҡа сыға, сөнки уның вариҫтары морганатик никахта тыуғандар. 1914 йылдан һуң был титул бер ҡасан ла ҡулланмай.

Леопольд II кесе улынан  — Иоганн Баптистан барлыҡҡа килгән. Почтмейстер ҡыҙы Анна Плёхлгә өйләнә. Никахтары морганатик булғанға вариҫтары Мерана графтары титулын йөрөтәләр һәм Австрия тәхетенә дәғүә итә алмайҙар.

Габсбургтар нәҫеленән берҙән - бер идарасы ҡатын - ҡыҙ була. Уның ире һәм улы хакимдаштар булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙе суверенлы монарх була. Уның ата - бабалары бер ҡасан да үҙ - ара туғанлашмаған, шуның өсөн  ул династия вәкилдәре араһында инцест һөҙөмтәһендә тыумаған һирәк вәкилдәрҙән һанала..

Хакимлығына тиклем тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Терезия  1717 йылда тыуа. Ул тыуған саҡта: "Был тик ҡыҙ ғына икән!", тип әйткәндәр, сөнки Карл VI  династия туҡтатылмаһын өсөн мотлаҡ малай кәрәк була. Карл Прагматик санкция сығара, тик уны таныуҙары икеле була. Мария Терезияның ике туған апай - һеңлеләре  — атаһының өлкән ағаһы Иосиф I ҡыҙҙары була.  Улар шулай уҡ тәхеткә дәғүәсе була алалар ине. Мария Терезия Леопольд Климент Лотарингскийға кейәүгә сығырға уйлай, әммә Венаға килеп еткәс тегеһе сәсәк ауырыуынан үлә. 1736 йылда Мария Терезия Франц Лотарингскийға сыға. Никахтарында бик күп балалар тыуа, уларҙың араһында ике император  (Иосиф II һәм Леопольд II), шулай уҡ Бөйөк француз ревоюция ваҡытында гильотинала үлтерелгән Франция королеваһы Мария - Антуанетта булалар. Тоскана бөйөк герцогы Джан Гастоне Медичи вафат булғандан һуң Франц Тоскана бөйөк герцогы булып китә һәм улар ғаиләһе менән Флоренцияға киләләр. Унда улар хөрмәтенә әлеге көнгә тиклем һаҡланған триумфаль арка төҙөлә. 

Ҡатын һәм императорҙар әсәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы вафат булғандан һуң Австрия тәхетенә күп кенә хакимдар дәғүә белдерә. Мария Терезия Силезияны ҡайтарырға теләй һәм уға бер нәмә лә алып килмәгән Ете йыллыҡ һуғыш башлана. Ире вафат булғандан һуң,  улы император була. Мария Терезия фән һәм сәнғәттең үҫешеүен хәстәрләй, университеттар  һәм  Прагала, Инсбрукта бик күп китапханалар аса.  Ғәҙәти хоҡуҡ урынына Терезия кодексы булдырыла. Өс министрыҡ ойошторола, улар үҙ сиратында башҡарма, закон сығарыусы һәм хөкөм тармаҡтарына бүленә. Мария Терезия 1780 йылда вафат була. Башҡа Габсбургтар һымаҡ, ул да католик динендә һәм  католик динендә булған королдәрҙең вариҫы була. Дин иреклеген таныу  идеяһынан ул баш тарта. Сиркәүгә ул артыҡ иреклек бирмәй. Иезуиттар менән уның мөнәсәбәттәре ҡатмарлы була, уларҙың мөлкәтен ул асыҡтан - асыҡ тартып ала алған.

Мәғрифәтселек эпохаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Австрия мираҫы өсөн һуғыштың ҡыҙған мәлендә тыуа. Белемен Вольтер хеҙмәттәренән ала. Атаһы үлгәндән һуң  Иосиф II Изге Рим империяһы  императоры булып китә. 1780 йылға тиклем ул әсәһе Мария Терезия менән бергә идара итә.

Империя башҡа дәүләттәрҙән күпкә ҡалыша, шуның өсөн Иосиф мәғрифәтле абсолютизм рухында реформалар үткәрә, сиркәүҙең власын кәметергә тырыша, шулай уҡ крәҫтиәндәр өсөн феодаль йөкләмләрен еңеләйтә, сауҙа һәм мәғариф өлкәләрендә булған  сикләүҙәрҙе ала. Бөтә сиркәү службалары немец телендә атҡарыла башлай (элек латин телендә алып барылған). Илдә хакимиәттең үҙәкләштереүен көсәйтеүгә көс һала. Польшаны бүлгеләүҙә ҡатнаша. Бөйөк француз революцияһынан һуң апаһына ҡасырға ярҙам итергә теләй. 1787 йылда үлем язаһын ғәмәлдән сығара, 1795 йылда кире ҡайтара. Музыканттарҙы ҡурсалаған өсөн уға "музыкаль император" тигән ҡушамат таҡҡандар. Ул Моцарттың замандашы була.

Ул священник булып китергә тейеш булған, әммә уны Модена  вариҫы Мария Беатриче  д’ Эстеға өйләндерергә булалар, һөҙөмтәлә  Марияға уның ҡустыһы Фердинанд өйләнә. Леопольд Тоскана тәхетенә атаһының вариҫы булып тәғәйенләнә. Тәхеткә ултырған саҡта Пьетро Леопольд I исемен ҡабул итә. Италялылар уны бик һалҡын ҡаршы алалар. Леопольд эҙмә - эҙлекле һәм уйланылған ғәмәлдәр аша бөйөк герцоглыҡтың матди хәлен яҡшыртыуға өлгәшә. Уның сиркәү сәйәсәте арҡаһында Рим папаһы менән мөнәсәбәттәре насарайып китә. Леопольд донъяла беренсе булып үлем язаһын ғәмәлдән сығара, шулай уҡ беренсе психикаһы ҡаҡшаған кешеләр өсөн хәстәхана аса. Балаһы булмаған өлкән ағаһы вафат булғандан һуң, Леопольд Австрияны мираҫҡа ала. Ул Бельгияла һәм Венгрияла ихтилалдарҙы баҫтырыуға өлгәшә. Уның апаһы Мария - Антуанетта Франция королеваһы булыуына ҡарамаҫтан, француздарҙың революцияна ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Франция менән һуғыш башланған мәлдә көтөлмәгәндә 1792.йылда вафат булып ҡала.

Австрия империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франц II һәм Наполеон һуғыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы Тоскананың бөйөк герцогы булған саҡта донъяға килә. Олатаһы Иосиф II ике никахынан да һау балалары булмау сәбәпле, иртәме - һуңмы уның император булырға мөмкинселектәре  арта, шуға күрә Франц  киләсәктә идарасы булыу өсөн әҙерләнергә 1784 йылда Венаға күсә. 24 йәшендә, үҙе лә көтмәгәндә, император була. Ул тәхеткә ултырған саҡта Францияла революция дөрләй. Европаның башҡа монархтары кеүек, ул да радикализмға ҡаршы эшмәкәрлек башлай. 1794 йылда армияла бер нисә һалдат һаҡ аҫтына алына, уларҙы заговорҙа ғәйепләп,  судҡа бирәләр. Франц атаһының үрнәк алып империяла халыҡтың кәйеф - торошон күҙәтер өсөн шпион селтәре булдыра (Тосканда ла шундай хеҙмәт булған). Франц II Францияға ҡаршы Пруссия менән  союз булдыра. 1794 йылда Франция италияла еңеүҙәр яулай, был ваҡиғаларҙан һуң Франц II Кампо - Формио солохона ҡул ҡуя. Солохҡа ярашлы Австрия Нидерландтарҙы һәм Ломбардияны юғалта, әммә Венеция, Истрия һәм Далмацияны үҙенә ала. Наполеон Францияны империя тип иғлан иткәндән һуң, Франц Австрияны — мираҫлы империя, ә үҙен Австрия императоры тип иғлан итә.  1805 йылдың 2 декабрендә билдәле Аустерлицтағы алыш була, Франц үҙе ошо алышта ҡатнаша.1806 йылдың 6 авгусында ул Изге Рим империяһын юҡҡа сығара һәм тәхеттән баш тарта. Юғалтыу бик көслө була, әммә Наполеон аптырап ҡалмай  — ул Франц ҡыҙының ҡулын һорай. Франц ризалашһа ла, хәлдәр үҙгәршһеҙ ҡала. Беренсе Париж килешеүе буйынса ул барлыҡ тиерлек юғалҡан ерҙәрен кире ҡайтара. 1814 йылдан 1835 йылға тикклем австрияла тыныс була. 1835 йылдың 2 мартында Франц бөтә туғандары алдында көтөлмәгән биҙгәк ауырыуынан вафат була. 

Фердинанд инцухт арҡаһында тыуған бала, шуға ла эпилепсия, гидроцефалия менән яфалана, көнөнә бер нисә  биҙгәк тота, ҡыҙып китеүсән була һәм аңлайышлы итеп һөйләшә алмай. Аҡылға теүәл булмай, дәүләт менән етәкселек итергә һәләтһеҙ була, бөтә бурыстарын Меттернихҡа тапшыра. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул иғтибарын туплай белгән һәм эҙмә - эҙлекле көндәлектәрен алып барған, бик уҡымышлы булған. Ул үҙе тик "регенттар" яҙған указдарға ҡул ҡуйған. Фердинандтың аш бешереүсегә биргән яуабы уның  данын сығара. Аш бешереүсе ыумас әҙерләп булмай, сөнки ҡайһы бер ингридиенттар сезоны түгел тийеүенә, Фердинанд: "Мин император! Һәм мин ыумас теләйем!"- тигән. 1848 йылда революция ҡуба,  булдыҡһыҙлығы арҡаһында  Фердинанд Инсбрукка ҡаса. Ниһайәт, ул үҙенең кесе туғаны  Франц Иосиф файҙаһына тәхеттән баш тарта. Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарын ул Чехияла уҙғара, уны унда бик яраталар. Ул Чехияның аҙаҡҡы тажланған короле була.

Франц Иосиф  — эрцгерцог Франц Карлдың өлкән улы. Әсәһе — София Баварская.  1848 йылдағы   Австрия революцияһы барышында уның олатаһы тәхеттән баш тарта һәм 18 йәшлек Франц Иосиф IГабсбургтарҙың күп милләтле дәүләтенең башлығы булып китә.

Габсбургтар бөгөн

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл I һәм революция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Габсбург-Лотарингтар нәҫеле  1918 йылдан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Габсбургтар - Лотарингскийҙар тоҡом башлыҡтары исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Портрет Имя Дата рождения Начало правления Конец правления Дата смерти Герб Примечание
1 & 2 Франц I Стефан 8 октябрь, 1708 13 сентябрь, 1745 18 август, 1765 Алдан килеүсенең кейәүе
Мария Терезия 13 май, 1717 20 октябрь, 1740 29 ноябрь, 1780 Алдан килеүсенең ҡатыны
3 Иосиф II 13 март, 1741 18 август, 1765
(император булараҡ)

29 ноябрь, 1780
(Австрия эрцгерцогы булараҡ
Чехия һәм Венгрия короле)||colspan="2"|20 февраль, 1790||rowspan="2"|||Алдан килеүселәрҙең улы

4 Леопольд II 5 май, 1747 30 сентябрь, 1790 1 март, 1792 Алдан килеүсенең ағаһы
5 Франц II 12 февраль, 1768 1 март, 1792 2 март, 1835 Алдан килеүсенең улы
6 Фердинанд I 19 апрель, 1793 2 март, 1835 2 декабрь, 1848 29 июнь, 1875 Алдан килеүсенең улы
7 Франц Иосиф I 18 август, 1830 2 декабрь, 1848 21 ноябрь, 1916 Алдан килеүсенең ҡустыһының улы
8 Карл I 17 август, 1887 21 ноябрь, 1916 12 ноябрь, 1918
(император булараҡ)
Ҡустыһының улы
1 апрель, 1922
(ғаилә башлығы)
9 Отто фон Габсбург 20 ноябрь, 1912 1 апрель, 1922 1 ғинуар, 2007 4 июль, 2011 Алдан килеүсенең улы
10 Карл фон Габсбург 11 ғинуар 1961 с 1 ғинуарҙан 2007 Алдан килеүсенең улы

Ал төҫ менән тәхеттән баш тартҡан кешләр билдәләнгән, зәңгәр төҫ менән  — тәхеткә дәғүәселәр.

  • Семёнов И. С. Европейские династии: Полный генеалогический справочник / Научный редактор Е. И. Карева, О. Н. Наумов. Вступительная статья О. Н. Наумов. — М.: ООО «Издательство Энциклопедия», ООО «Издательский дом ИНФРА-М», 2006. — 1104 с. — 1 000 экз. — ISBN 5-94802-014-2., ISBN 5-16-002720-3