Эрцгерцог

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
 Австрия эрцгерцогтары тажы

Эрцгерцог (нем. Erzherzog (ҡыҫҡ. Ehzg), тулы исеме — Erzherzog zu Österreich, Archidux Austriae (ҡыҫҡ. A. A.).  элекке урыҫ тәржемәһе  — архигерцог) — Габсбургтарҙың австриялы монарх нәҫеле вәкилдәре файҙаланған титул.  Германияның титулдар иерархияһында Урта быуат  һәм яңы замана дәүерендә   эрцгерцог титулы герцог титулынан юғары була, әммә курфюст һәм король титулынан  түбәнерәк дәрәжәлә  тора. Был титул бөйөк герцог (нем. Großherzog)  титулына яҡыныраҡ, әммә  Германияла XIX башына тиклем ҡулланмаған. 

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе тапҡыр эрцгерцог титулы Австрия герцогы Рудольф IV (1358—1365) Австрия монархтарына Изге Рим империяһы императорҙары тарафынан бирелгән боронғо өҫтөнлөктәр (привилегиялар) тураһында компиляция рәүешендә алдап төҙөлгән  "Privilegium Maius" документында иҫкә алына. "Privilegium Maius" патентында Австрия хакимдарын  империяның  башҡа герцогтарынан өҫтөнлөклө булған эрцгерцог титулын  император Фридрих I Барбаросса  1156 йылда индерә. Рудольф  IV тарафынан яңы  титулды ғәмәлгә индереүе  Карл IV 1356 йылдағы  Алтын буллала императорҙы һайлау хоҡуғына эйә булған немец  кенәздәре даирәһен ете монарх менән сикләгән һәм улар араһына Австрия герцогын индермәгән.

Австрия хакимдарының яңы титул император тарафынан танылмай, әммә герцог Эрнст (1406—1424) һәм уның вариҫтары уны ҡуллана башлайҙар. Беренсе булып  эрцгерцог титулын Габсбургтар нәҫеленән Фридрих III таный.  1458 йыл тирәһе был титулды ағаһы үҙенең ҡустыһы  Альбрехт VI бүләк итә, ә 1477 йылда — Сигизмунд Тирольскийға. 1482 йылдан һуң эрцгерцог титулын Фридрих III улы һәм вариҫы,  киләсәктә император булып киткән  Максимилиан I.

 XVI быуаттан башлап эрцгерцог титулы Австрия монархын ғына  билдәләүен туҡтата, ә Габсбургтар династияһының барлыҡ вәкилдәре менән ҡуллана башлана. Мәғәнәһе менән был титул Европаның башҡа  король нәҫелдәренең принц йәки кенәз титулдары ҡулланышына  оҡшаш була. Австрия империяһы осоронда   Был ғәмәл Австрия империяһы (18041867)  һәм Австро-Венгрия (18671918) осорҙарында һаҡланып килә. .

1918 йылда  Австрия монархияһы юҡҡа сығарылғандан һуң  дворян титулдары ғәмәлдән сығарыла. Австрия республикаһында эрцгерцог титулын ҡулланыу законһыҙ тип һанала.  Әммә Габсбургтарҙың Австриянан ситтә йәшәгән  күп һанлы вариҫтары был титул менән һаман да файҙаланыуҙы дауам итәләр. 

Билдәле титул йөрөтөүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Австрия эрцгерцогы Франц -Фердинанд ("Сараеволағы үлтереү") үлтерелеүе  1914 йылда Беренсе бөтә донъя һуғышы башланыуына төп сәбәп була. 

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Австрия хакимдары исемлеге
  • Герцог
  • Бөйөк герцог
  • Эрцканцлер

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]