Шёнбрунн
Иҫтәлекле урын | |
Шенбрунн һарайы
Schloss Schönbrunn | |
Ил | Австрия |
Ҡала | Вена |
Архитектура стиле | барокко |
Архитектор | Иоганн Бернхард Фишер фон Эрлах |
Төҙөлөшө | 1696—1713 йылдар |
Сайт | Рәсми сайт |
Шенбрунн һарайы Викимилектә |
Шенбрунн (унда. Schloß Schönbrunn) —Австрияның Габсбург императорҙары династияһының төп йәйге резиденцияһы, Австрияның барокко стилендәге иң ҙур ҡоролмаларының береһе (архитекторы — Иоганн Бернхард Фишер фон Эрлах). Венаның көнбайыш өлөшөндә, ҡала үҙәгенән 5 км алыҫлыҡта, Хитцинг районында урынлашҡан. Европаның иң матур һарай-парк ансамблдәренең береһе[1].
1996 йылдың декабрь айында ул Бөтә донъя мираҫы комитетының 20-се сессияһында ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән. Исемлеккә һарай, уның бик күп һанлы фонтанлы һәм һынлы, глориетталы һәм Римдең ялған ватыҡ ҡалдыҡтары урынлашҡан паркы һәм Шенбрунн зоопаркы индерелгән.
Һарайҙың тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIV быуатта булған һарайҙың ҡоролмалары тураһында тарихта яҙмалар бар. Уның урынлашҡан урыны Каттербург (унда. Katterburg) тип аталған һәм Клостернойбург монастырына (de) ҡараған. Ул ваҡытта Каттенбургта торлаҡ йорт, һыу тирмәне, ат һарайы һәм баҡса булған. 1569 йылда Каттербург Габсбургтарҙың милкенә күскән.
Император Матвей, легендаларҙа әйтелгәнсә, 1612 йылда бында бик матур һыу сығанағына(Schöne Brunnen) юлыҡҡан, шунлыҡтан ошо исем һарайға бирелгән.
Император Фердинанд II һәм уның ҡатыны Элеонора Гонзага һунар яратҡандар һәм был урынды үҙҙәренең һунарға йөрөй торған урыны итеп һайлағандар. Император Фердинанд 1637 йылда үлгәндән һуң, уның тол ҡатыны бындағы замокта йәшәй башлаған һәм уның исемен Шенбруннға үҙгәрткән.
1683 йылда,Венаны төрөктәр ҡамауҙа тотҡан саҡта, замок бик ныҡ ватылған. Император Леопольд I ватылған замокты тергеҙергә булған, һәм 1696 йылда Фишер фон Эрлах замокты, Версаль һарайына оҡшатып, яңынан төҙөй башлаған. Төҙөлөштөң күп өлөшө 1713 йылда тамамланған, тик аҙағына тиклем бөтөрөп еткерелмәй ҡалған.
Мария Терезия ваҡытындағы Шенбрунн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1728 йылда император Карл VI Шенбруннды һатып алған һәм һуңыраҡ император буласаҡ ҡыҙы Мария Терезияға бүләк иткән. Мария Терезия замокты һәм уның янындағы баҡсаларҙы бик ныҡ яратҡан һәм Шенбруннды сәйәси тормоштоң үҙәгенә әйләндергән.
1742 һәм 1743 йылдарҙа һарай яңынан төҙөтөлгән һәм хәҙерге ваҡыттағы күренешендә булған. 1747 йылда Мария Терезияның теләге буйынса һарайҙың төньяҡ ҡабырғаһнда театр бинаһы төҙөтөлгән һәм тантаналы рәүештә асылған. Был театрҙа Марияның балалары сығыш яһаған һәм ул үҙе лә сәхнәлә йырлаған.
1752 йылда Мария Терезияның ире, Византия императоры Франц I, һарай янында зверинец асҡан. Бында хәҙерге көндә лә зоопарк бар (Шенбрунн зоопаркы). Һарай паркынан көнбайышҡа табан император ер һатып алған һәм унда парниктар, оранжереялар төҙөткән. Уларҙа Вест-Индиянан һәм Кап колонияһынан килтерелгән экзотик үҫемлектәр үҫтерелгән.
Мария Терезия үлгәндән һуң Шенбрунн һарайы императорҙарҙың йәйге һарайы сифатында ҡулланылған.
XIX—XX быуаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1805 һәм 1809 йылдарҙа был һарайҙа Наполеон ике тапҡыр йәшәгән. Наполеон һарайҙың көнсығыш ҡабырғаһындағы Франц I Стефандың мемориаль бүлмәләрендә торған. Һарайҙың ошо өлөшөндә 1830 йылда Франц Иосиф тыуған.
1828 йылда парктың оранжереялы өлөшөндә кирбестән ҙур быяла тәҙрәле ғәҙәти булмаған Пальмалы йорт төҙөлгән. 1882 уға алмашҡа быяла һәм металлдан эшләнелгән һәр ҡайһыһы һәр төрлө температуралы зоналы өс павильон төҙөлгән.
1848 йылда, император тәхетенә Франц Иосиф ултырғас, ул замокты императорҙарҙың төп резиденцияһына әйләндергән һәм үҙ тормошоноң күп өлөшөн был замокта үткәргән.
Император Франц Иосиф менән Бавария принцессаһы Елизаветаның туйын үткәрер алдынан замокҡа бик күп үҙгәрештәр индерелгән.
1945 йылда замок бомбардировкалар ваҡытында ныҡ зарар күргән. Һуғыштан һуң Британия командованиеһы һарайҙы штаб урынына файҙаланған.
1992 йылда Шёнбрунн (һарайҙың баҡсаларынан башҡа) Schloß Schönbrunn Kultur- und BetriebsGmbH компанияһына идара ителергә бирелгән. Был компания һарай менән эффектлы идара итергә һәм уны ҙур программа буйынса яңынан төҙөтөргә гарантия биргән.
Һарайҙағы бүлмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Габсбургтарҙың резиденцияһында төрлө ҙурлыҡтағы 1441 бүлмә бар. Шуларҙың музейға инмәй ҡалған 190 бүлмәһе кешеләргә арендаға бирелгән. Музейға килгән кешеләр өсөн барлығы ҡырҡ бүлмә бар.
Төп бүлмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көҙгөлө зал (Spiegelsalon)
Был залда Мария Терезия заманында министрҙар ант биргәндәр. Вольфганг Амадей Моцарт бында император балалары өсөн музыка уйнаған. 1747 йылда был зал принцесса Шарлотта Лотарингскаяға (Франца I -нең һеңлеһенә) бирелгән.
Һуңғараҡ уны Иосиф II-нең ҡатыны Мария Жозефаға биргәндәр. XIX быуатта бында ашхана салоны булған . Был бүлмәнең үҙенсәлеге булып кристаллы көҙгөләр торған. Улар бүлмәгә өҫтәмә күләм биргәндәр. Бында төрлө бронза сәғәттәр һәм аҡһыл-зәңгәр төҫтөге ҡытай вазалары торған. Ошонда уҡ Изге Дева Марияның һыны ҡуйылған алтарь булған.
Роздың ҙур залы (Rosa-Zimmer)
Был бүлмәне уның интерьерын биҙәгән Йозеф Роз исемле рәссамдың хөрмәтенә Роз залы тип атағандар. Стеналарҙа Швейцария менән Төньяҡ Италияның ландшафы төшөрөлгән картиналар торған. Шунда уҡ Мария Терезияның портреты, бик бай итеп биҙәлгән сәғәт торған , ә иҙәнендә Азиянан ҡайтарылған ҙур зәңгәр вазалар булған.
Ҙур галерея
Оҙонлоғо 43 метр һәм бейеклеге 10 метрҙан торған был бүлмәлә башҡа илдәрҙең императорҙарын ҡабул иткәндәр.[2] Мария Терезия заманында зал яңыртып төҙөлгән һәм һарайҙың иң мөһим бүлмәһе булған. 1761 йылдан алып бында дәүләттең иң мөһим тантаналары үткәрелгән. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында залдың бер өлөшө ватылған. 1947—1949 йылдарҙа ул ҡабат тергеҙелгән.
Бәләкәй галерея
Был бүлмәлә әҙ һанлы ҡунаҡтарҙы ҡабул иткәндәр, төрлө концерттар үткәргәндәр. Бында Мария Антуанеттаның һәм Мария Каролинаның мәрмәр һындары һәм алтын менән ялатылған люстралар бар.
Roesselzimmer бүлмәһе
Был бүлмәне төрлө уйындар (Roessel — нем. шахматный конь) өсөн файҙаланғандар. Уның стеналарында һунар менән бәйле картиналар ҡуйылған. XIX быуатта унда ашхана булған.
Церемониялар залы
Башта был зал Batagliensaal (зал битв) һуғыш залы тип аталған. Уның стеналарында императорҙарҙың туй церемонияларын һәм бөйөк һуғыштарҙың эпизодтарын һүрәтләүсе картиналарҙы күрергә мөмкин. Билдәле "Musikfest"картинаһының һул яғында бәләкәй Вольфганг Амадей Моцарттың император Мария Терезияның үтенесе буйынса ғына төшөрөлгән һүрәтен дә күрергә мөмкин.
Башҡа бүлмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- (1) Гвардия бүлмәһе (Gardezimmer). Был бүлмәлә гвардиясылар монархтан бойороҡтар алғандар.
- (2) Франц Иосиф бүлмәһе, йәки «Бильярд бүлмәһе» (Billardzimmer). Император Франц Иосиф I был бүлмәлә ял итергә яратҡан һәм уға үтенес менән килгән кешеләрҙе ҡабул иткән.
- (3) Грех сәтләүеге ағасынан эшләнгән таҡта менән биҙәлгән бүлмә. (Nussholz-Zimmer). Император Франц Иосиф I үҙенә килгән кешеләрҙе бында ҡабул иткән.
- (4)Император Франц Иосифтың эш кабинеты (Arbeitszimmer Kaiser Franz Joseph I.)
- (5) Франц Иосифтың йоҡо бүлмәһе (Schlafzimmer von Kaiser Franz Joseph I.)
- (6) Террасалы кабинет(Terassenkabinett). Был император Елизаветаның бүлмәһе. Стеналары француз ефәге менән ҡапланған.
- (7) Ағас баҫҡыслы эш бүлмәһе. (Stiegenkabinett). Ағас баҫҡыстар буйлап, был бүлмәнән һарай баҡсаһына сығып йөрөгәндәр.
- (8) Йыуыныу бүлмәһе.(Toilettenzimmer).
- (9) Император Франц Иосиф I һәм уның ҡатыны Елизаветаның бүлмәһе.
- (10) Император Елизаветаның салоны (Salon der Kaiserin Elisabeth).
- (11) Мария Антуанеттаның бүлмәһе(Marie Antoinette-Zimmer).
- (12) Император Елизаветаның ванна бүлмәһе (Badezimmer der Kaiserin Elisabeth).
- (13) Иртәнге аш бүлмәһе(Frühstückszimmer).
- (14)Һары бүлмә. Был бүлмәләге бөтә йыһаз да һары алтын төҫөндә.
- (15) Балконлы бүлмә (Balkonzimmer).
- (16) Роздың бәләкәй бүлмәһе (Rosa-Zimmer).
- (17) Роздың бәләкәй бүлмәһе.
- (18) Түңәрәк ҡытай кабинеты. .
- (19) Оҙонса түңәрәк ҡытай кабинеты.
- (20) Зәңгәр ҡытай салоны.
- (21) Vieux-Laque бүлмәһе
- (22) Наполеон бүлмәһе
- (23) Фарфор бүлмә
- (24) Миллионлы бүлмә
- (25) Гобеленлы салон
- (26) Мемориальбүлмә
- (27) Ҡыҙыл салон
- (28) Террасалы көнсығыш кабинеты
- (29) Император Франц Йозеф тыуған бүлмә
- (30) Эрцгерцог Франц Карлдың эш кабинеты
- (31) Эрцгерцог Франц Карлдың салоны
- (32) Ҡырағай ҡабан бүлмәһе
- (33) Аша сығыу бүлмәһе
- (34) Машиналар бүлмәһе
- (35) Каруселле бүлмә (Karussellzimmer)
- (36) Фонарлы бүлмә (Laternenzimmer)
Туризм һәм дипломатия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылда монархия бөтөрөлгәс парк менән һарай ябай халыҡ өсөн асылған.
1961 йылдың 4 июнендә был һарайҙа Хрущёв менән Кеннедиҙың юғары дәрәжәләге совет-америка осрашыуы үткән[1].
Шёнбрунн паркына ял итергә меңәрләгән Вена халҡы һәм уның ҡунаҡтары килә. Йыл һайын бында алты миллионға яҡын кеше һарай менән паркты ҡарарға килә. Хәҙерге көндә Шёнбрунн һарайы һәм уның янындағы территориялар Венаның һәм Австрияның иң мөһим туристик объекттарының береһе булып тора.
См. шулай уҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хофбург — зимняя резиденция венского двора
- Глориетта Шёнбрунна
- Шёнбруннский зоопарк
Литература
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Schloß Schönbrunn. Wien, 2014. E. Ibi. Kultur und Betriebsges.m.b.H.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Schloß Schönbrunn.
- ↑ Шёнбрунн. Австрия // Великие шедевры архитектуры. 100 зданий, которые восхитили мир / сост. А. Ю. Мудрова. — М.: Центрполиграф, 2014. — 231 с. — ISBN 978-5-227-04053-4.