Гильом де Рубрук
Гильом де Рубрук | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Франция короллеге[d] |
Тыуған көнө | 1220-сы[2], 1210-сы[3] или 1220[4] |
Тыуған урыны | Рюбрук[d] |
Вафат булған көнө | 1290-сы[5][1] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Латин теле |
Һөнәр төрө | сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, дипломат, яҙыусы, миссионер, религиозный деятель, яҙыусы-сәйәхәтсе, востоковед |
Монашеский орден | Францисканцы[d][1] |
Һуғыш/алыш | Седьмой крестовый поход[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Гильом де Рубрук Викимилектә |
Гильом де Рубрук (de Rubrouck Guillaume; яҡынса 1220 — 1293. тирәһе) — фламанд францискан монахы, сәйәхәтсе. 1253—1255 йылдарҙа француз короле Людовик IX ҡушыуы буйынса монголдарға сәйәхәт ҡыла, уларҙы ул моала тип йөрөтә. «Көнсығыш илдәренә сәйәхәт» китабының авторы. Уның Урта быуат географик әҙәбиәтенә индергән өлөшөн Марко Поло өлөшө менән сағыштырырға була. Николай Заболоцкийҙың «Рубрук Монголияла» поэмаһының төп геройы[6].
Сәйәхәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гильом де Рубрук Людовик Французскийҙы уңышһыҙ тамамланған Етенсе тәре походында оҙатып бара. Әсирлектән аҡса түләп ҡотҡарылғас, Людовик тағы дүрт йыл Изге ерҙә ҡала. 1251 йылда Цезареела ул миссияһы һөҙөмтәһеҙ тамамланған Андре де Лонжюмоны ҡабул итә. Әммә Людовик монголдар менән хеҙмәттәшлекте яйға һалыуҙа өмөтөн өҙмәй. 1252 йылда француз короле Рубрукҡа көньяҡ далаларына, Батый хан станына барырға ҡуша. Лонжомо илселегенең уңышһыҙлыҡтарын хәтерләп, Людовик Рубрукҡа сәфәренең дипломатик характерын йәшерергә һәм миссионер сифатында сәйәхәт итергә кәңәш итә.
1252 йылдың яҙында Рубрук һәм уның юлдаштары Төньяҡ Фәләстиндәге порттан, Акка ҡалаһынан Константинополгә юллана, унда киләһе йылдың яҙына тиклем тотҡарлана. 1253 йылдың 7 майында, император Балдуин Икенсенән рекомендациялы хаттар алып, улар Константинополдән сығып китә. Ҡара диңгеҙ аша сығып һәм Солдайя (Судак) портында төшөп, монахтар Тартарияла дүрт үгеҙгә егелгән ябыҡ арба һатып ала һәм Батыйҙың ставкаһы булған Волганың (Этилия) түбәнге ағымына юллана. Азов диңгеҙенең төньяҡ ярына еткәс, сәйәхәтселәр көнсығышҡа юнәлә.
Ике айлыҡ сәйәхәтенән һуң Рубрук Волга ярында урынлашҡан Сартаҡ хандың лагерына килә. Рубрук һәм уның юлдаштары Сартаҡҡа уларҙың килеүе тураһында хәбәр итергә һорай, һәм ул сит ил кешеләрен ҡабул итергә риза була. Сиркәү кейемдәрен кейеп, мендәргә Библия, зәбур, доға китабы, тәре һәм кадилоны һалып, доғаларҙы йырлап улар Сартаҡтың сатырына инә. Сартаҡ ҡыҙыҡһынып монахтарға һәм уларҙың кейемдәренә ҡарай, әммә үҙенең атаһы Батый ханға барырға тәҡдим итеп, улар менән һөйләшеүҙәр башламай. Ләкин Батый ҙа француз короле илселәре менән һөйләшеүҙәр башларға теләмәй, Сартаҡ ставкаһында Рубруктың юлдашы Госсет етәкселегендә бер өлөш монахтарҙы ҡалдыра, ә Рубруктың үҙен Ҡараҡоромға бөйөк хан Мүнкәгә сығарып ебәрә.
8 августа Рубрук Этилияны, дүрт бөйөк йылғаның өсөнсөһөн (йәғни Волганы) үтә (уларҙы үҙенең һүрәтләүҙәрендә атап китә). Яҡынса көнсығышҡа 34 көн юлын дауам итеп, Урал йылғаһын аша сыҡҡандан һуң, ул Һырдаръя йылғаһы бассейнына килә, унан көньяҡ-көнсығышҡа борола. Ете көн дауамында Рубрук Алатауҙың төньяҡ-көнбайыш армыттары буйлап тау юлы менән бара.
8 ноябрҙә ул Талас йылғаһының үҙәненә һәм Кенчат ҡалаһына етә, ә икенсе көндә тауҙарға яҡын булған икенсе ауылға бара. Был хаҡта Рубрук былай тип яҙа :
Мин тауҙар тураһында һораштым һәм уларҙың Кавказ тауҙарының дауамы икәнлеген белдем, улар Каспий диңгеҙенең ике яғында көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылған, Шунда мин Этилия ҡойған әйтеп үтелгән диңгеҙҙе үтеп киткәнебеҙҙе белдем |
Бынан һуң Рубрук һәм уның юлдаштары тауҙарҙы үтеп тигеҙлектән бара, уң яҡта бейек тауҙар була, ә һул яҡта — күл йәки диңгеҙ; уларҙы урап үтеү өсөн 15 көн кәрәк. Был Балхаш күле. Артабан Рубрук Алакүл күле эргәһенән китә һәм Монголия аша бөйөк хандың һарайына бара, унда ул 26 декабрҙә килеп етә. Шунан һуң, бер аҙ тотҡарланғас, Рубрук бөтә һарай менән бергә баш ҡала Ҡараҡоромға күсә.
Ҡараҡором
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡала, Рубрук һүҙҙәре буйынса, һәр дүрт яғында ҡапҡалы, тупраҡ диуарҙар менән уратылған. Бөйөк хан Мүнкәнең һарайы, ике мосолман мәсете һәм бер сиркәү ғибәҙәтханаһы ҡаланың төп биналарын тәшкил итә. Бөйөк хан был ваҡытта баш ҡалала булмай, шуға күрә Рубрук үҙенең юлдаштары менән бергә илдең төньяҡ өлөшөндә булған уның резиденцияһына барарға тейеш. Икенсе көндә хан һарайына уларҙы таныштырыу тантанаһы үтә.
Франциск монахтары ҡағиҙәләре буйынса, улар ялан аяҡ бара, өҫтәүенә, үҙенең аяҡ бармаҡтарын өшөтә, сөнки ныҡ һыуыҡ була. Татарҙар монахтарҙы Мүнкәгә индергән саҡта, улар үҙҙәренең алдында диванда ятҡан кәкес танаулы урта буйлы кешене күрә; ул тюлень тиреһе кеүек ялтыр тире кейемдә була. Мүнкәнең тирә-яғында ҡолғаларҙа ыласындар һәм башҡа ҡоштар ултыра. Француз короле илселәренә төрлө эсемлектәр тәҡдим ителә: арак, ҡымыҙ һәм бал. Әммә илселәр эсеүҙән тыйыла; ә хан үҙе тиҙҙән иҫереп китә, һәм ҡабул итеү туҡтарға тейеш була. Рубрук Мүнкә - хандың һарайында бер нисә аҙна үткәрә, унда ул күп немец һәм француз әсирҙәрен осрата, уларҙы ҡоралдар һәм өй кәрәк-яраҡтары эшләргә мәжбүр итәләр.
Бөйөк ханда бер нисә аудиенциянан һуң Рубрук Ҡараҡоромға ҡайтырға һәм унда ҡышты үткәреүгә рөхсәт ала. Ҡараҡоромда булған сағында Рубрук ҡытайлылар тураһында, уларҙың ғөрөф-ҡәҙәттәре, йолалары, яҙыуҙары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр йыя. Монгол баш ҡалаһы, бөйөк хандың һарайынан тыш, уға тәьҫир итмәй. Монахты башҡа нәмә таң ҡалдыра — мәжүси һәм будда ғибәҙәтханаларынан тыш, ике мәсеттең һәм бер христиан (несториан) сиркәүенең булыуы — урта быуат католиктары өсөн аңлашылмаған монголдарҙың дин иреген таныу дәлиле. Мүнкә илсегә Франция короленә хат тапшыра. Был хатта ул үҙен донъя хакимы тип атай һәм, әгәр уның менән тыныс йәшәргә теләһәләр, француздарҙан тоғролоҡҡа ант талап итә.
Рубруктың юлдашы, монах-италиялы Кремонанан Бартоломео, урындағы христиандар сиркәүе ҡарамағында ҡала. Рубрук 1254 йылдың 6 июнендә монгол баш ҡалаһын ҡалдыра һәм шул уҡ юл менән кирегә китә, Волга тамағына яҡын урынлашҡан Әстрәхән ҡалаһына етеп, был юлы көньяҡҡа юнәлә һәм Дербент, Нахичевань , Эрзерум һәм Кесе Азия аша Урта диңгеҙ буйы ярындағы Акка портына етә.
1255 йылдың 16 июнендә Рубрук Кипрҙағы Фамагустаға килә, ә август айында үҙенең монастырына ҡайта.
«Көнсығыш илдәренә сәйәхәт»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡараҡоромдағы миссияһы мөһим географик мәғлүмәттәр килтерә. Каспий диңгеҙе тураһында Рубрук былай тип яҙа:
Лонжомо шәхсән уның ике яғын да, көньяҡ һәм көнсығыш яғын ситләтеп үтә, ә мин һәм башҡалар уның нәҡ төньяҡ [һәм] ... көнбайыш яғын. |
Рубрук хикәйәһендә үҙе күргән илдәрҙән тыш шулай уҡ үҙе күргәндән тыш башҡа халыҡтарҙың барлығы тураһында буталсыҡ күрһәтмәләр бар. Хан һарайынан ситтә йәшәгән кешеләрҙе һүрәтләп, Рубрук , «артабан бөйөк Катайя (Ҡытай) урынлашҡан, уның кешеләре, мин уйлайым, борон сера (seres) тип аталған, сөнки латин теле буйынса serici тип аталған» иң яҡшы ебәк туҡыма уларҙан килә. Рубрук беренселәрҙән булып Катайя (Ҡытай) һәм Серес бер бөтөндөң ике өлөшө була, тигән фекер әйтә.
Рубрук европа әҙәбиәтендә беренсе булып Үҙәк Азияның төп һыҙаттарының береһен күрһәтә — Үҙәк-азия ҡалҡыулығының булыуын. Был һығымтаны юлында осраған азия йылғаларының ағымы юнәлешен күҙәтеүе йәһәтенән яһай. Тап ул европалыларҙан беренсе булып «Ом мани падме хум» мантраһын телгә ала»[7].
Рубрук шулай уҡ, дөйөм һыҙаттарҙа, һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, Үҙәк һәм Көнсығыш Азияның ҡайһы бер илдәрен һүрәтләй. Катай (Төньяҡ Ҡытай) көнсығышта океанға сиктәш ята, тип яҙа. Ул манжур, корейҙар һәм Төньяҡ Азияның башҡа халыҡтары тураһында (ярлы, ҡайһы берҙә бик үк дөрөҫ булмаған) мәғлүмәттәр йыя.
Дондың түбәнге ағымынан эре тоҙ менән сауҙа итеү тураһында Рубрук ҡыҙыҡлы нескәлектәр хәбәр итә:
Был өлкәнең төньяғында бик күп ҙур күлдәр бар, ярҙарында тоҙло шишмәләр күп, һыу күлгә эләгеү менән, боҙ һымаҡ ҡаты тоҙ барлыҡҡа килә. ошо тоҙло тупраҡтарҙан Батый менән Сартаҡ ҙур килем ала, сөнки бөтә Тартариянан бында тоҙ артынан киләләр, һәм һәр бер тейәлгән арбанан ике киҫәк мамыҡ ҡағыҙ бирәләр... Диңгеҙ буйлап тоҙға шулай уҡ күп караптар килә, улар ҙа йөгө буйынса пошлина түләй.
Сәйәхәт һөҙөмтәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дипломатик йәһәттән Рубруктың сәйәхәте француз короленә бер файҙа ла килтермәй, сөнки хеҙмәттәшлек нигеҙе сифатында бөйөк ханға формаль буйһоноу талап ителә. Хан Хулагу, Мүнкәнең ағаһы, көнбайыш христиан донъяһынан ирекле рәүештә Яҡын Көнсығышҡа походын етәкләй (хан Хулагуның тәре походы). Әммә был сәйәхәт Үҙәк Азия тураһында белемдәрҙе шаҡтай киңәйтә, улар тураһында Рубрук бик яҡшы мәғлүмәттәр ҡалдыра. Латин телендә төҙөлгән әҫәре тәүге тапҡыр 1589 йылда нәшер ителә. Рубруктың хеҙмәте замандаштары һәм вариҫтары тарафынан юғары баһалана. XIX быуат аҙағында күренекле немец географы О. Пешель уны «Урта быуаттың бөйөк географик шедевры» тип атай. Рубрук Ҡытай, ҡырғыҙҙар (хакастар), тувалылар һәм башҡа халыҡтар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҡалдыра.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France Record #120170579 // BnF catalogue général (фр.) — Paris: BnF.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Библиотека Конгресса — 1800.
- ↑ Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ Encyclopédie Larousse en ligne (фр.)
- ↑ Николай Заболоцкий. РУБРУК В МОНГОЛИИ
- ↑ Содержание известной мантры Ом Мани Падме Хум
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Джованни дель Плано Карпини. История монгалов. Гильом де Рубрук. Путешествие в восточные страны. Книга Марко Поло. / Пер. А. И. Малеина, И. П. Минаева. Вступ. ст. и комментарии М. Б. Горнунга. — М.: Мысль, 1997. — ISBN 5-244-00851-X
- The Mission of Friar William of Rubruck: His Journey to the Court of the Great Khan Mongke, 1253—1255. Tr. by P. Jackson. Aldershot: Ashgate, 1990.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Itinerarium fratris Willielmi de Rubruquis de ordine fratrum Minorum, Galli, Anno gratia 1253. ad partes Orientales. // The principal navigations, voyages, traffiques, and discoveries of the English nation / collected by Richard Hakluyt, and edited by Edmund Goldsmid. — Edinburgh: E. & G. Goldsmid, 1885—1890. — Vol. VIII. (лат.) (инг.)
- Вильгельм де Рубрук. Путешествие в восточные страны // Введение, перевод и примечания А. И. Малеина. — СПб.: Тип. А. С. Суворина, 1911. — С. 79—194. — 232 с.
- Гильом де Рубрук. Путешествие в восточные страны / Перевод А. И. Малеина; Отдел рукописей, редких и старопечатных книг. — М.: Государственное издательство географической литературы, 1957.
- 1220-сы йылдарҙа тыуғандар
- 1210-сы йылдарҙа тыуғандар
- 1220 йылда тыуғандар
- 1290-сы йылдарҙа вафат булғандар
- Ҡаҙағстан тарихы
- Католик миссионерҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Яҙыусы-сәйәхәтселәр
- XIII быуат яҙыусылары
- XIII быуат сәйәхәтселәре
- Монголияға сәйәхәтселәр
- 1270-се йылдарҙа вафат булғандар
- Францискандар
- Үҙәк Азия