Эстәлеккә күсергә

Фәйзуллин Марат Рәйес улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Татурас битенән йүнәлтелде)
Фәйзуллин Марат Рәйес улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 7 ноябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө композитор

Фәйзуллин Марат Рәйес улы (Татурас) (7 ноябрь 1982) — Рәсәй музыканты, композитор һәм музыкаль продюсер, тауыш режиссёры. РФ-ла этник проекттарҙы үҫтереүсе. Рәсәй композиторҙары союзының йәштәр секцияһы ағзаһы. «Aera Records» һәм «Afarin Records» лейблдарын булдырыусы. 100-ҙән ашыу фильмдың саундтрегы авторы.

Фәйзуллин Марат Рәйес улы 1982 йылдың 7 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

19891999 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы ҡарамағандағы Урта махсус музыка мәктәбендә уҡый.

2000 йылда һуҡма инструменттар класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Уҡыу йылдарында күп тапҡырҙар Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты була. Шул уҡ йылда һуҡма инструменттарҙа (маримба, ксилофон һ.б.) Башҡортостанда беренсе тапҡыр үҙенең концертын ойоштороусы. 15-тән күберәк музыка ҡоралында уйнай.

2008 йылда Профсоюздарҙың Санкт-Петербург гуманитар университетында тауыш режиссеры һөнәре буйынса юғары белем ала.

29 нәфис фильм, 46 документаль фильм һәм телетапшырыуҙар, 11 йәнһүрәт, 40-тан ашыу реклама ролигы музыкаһы авторы. Алдынғы кинокомпаниялар, телеканалдар, музыкаль нәшриәттәр менән хеҙмәттәшлек итә. Дискографияһында 4 альбом һәм винил пластинка бар. Рәсәй композиторҙары союзының йәштәр секцияһы ағзаһы[1]. РФ һәм БР Кинематографистары союзы идараһы ағзаһы, Рәсәйҙең Рус география йәмғиәте ағзаһы, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса советы ағзаһы[2][3].

2005 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. Өйләнгән, улы бар.