Пустарнаков Владимир Павлович
Пустарнаков Владимир Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1924 |
Тыуған урыны | Дедов ауылы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 19 июль 2000 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | рәссам |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Пустарнаков Владимир Павлович (7 ноябрь 1924 йыл — 19 июль 2000 йыл) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Павлович Пустарнаков[1] 1924 йылдың 7 ноябрендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны[2] Дедово ауылында тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби наградалар менән бүләкләнгән[3].
1946—1947 йылдарҙа Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм демобизацияланған яугирҙар өсөн урта сәнғәт мәктәбендә уҡый.
1948 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
1948 йылдан 1959 йылға тиклем мәктәптәрҙә рәсем һәм һыҙма буйынса уҡытҡан. 1962 йылдан РСФСР Художество фондының Башҡорт сәнғәт оҫтаханаларында эшләй.
2000 йылдың 19 июлендә Өфөлә вафат була.
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Первый снег, к. м., 1959. Башкирский пейзаж, х. м., 1962. Мальчик с саблей, х. м, 1963. Натюрморт «Окно», х. м., 1964. Долина Агидели, х. м., 1964. Серый день, х. м., 1964. Пастбище, х. м., 1967. В предгорьях Урала, х. м., 1967. Рассвет, х. м., 1971—1974. Пулеметная рота, х. м., 1971—1974. 1943-й год, х. м., 1974. Триптих «Родина», двп. м., 1974—1977: За власть Советов; 1942-й год; 1946-й год. Окончание сенокосных работ, х. м., 1977. Строительство Тобольского острога, двп. м., 1976—1978. Первостроители, двп. м., 1976—1978. Жена декабриста, двп. м., 1976—1978. В. И. Ульянов (Ленин) в Сибирской ссылке, двп. м., 1976—1978. Гидротәҙәүсе эштәре, двп., 1976—1978. Мотор төҙөүселәр Һарайының фасады интерьерҙарын биҙәү эштәре, Өфө, 1967—1969, мозаика техникаһы, фрескалар (Ф. А. Кащеев, А. А. Кузнецов, Р. Нафиков, Л. Я. Круль, С. А. Литвинов менән берлектә).
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1957 йылдан — республика, декада, зона, төбәк, бөтә Рәсәй, бөтә Союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы.
- 1957 йылдан Республика күргәҙмәләре (1972 һәм 1977 йылдарҙағы йәштәр күргәҙмәлеренән тыш).
- «Социалистик Урал» зональ күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәренең декада күргәҙмәһе, Мәскәү, Ленинград, 1969.
- В. И. Ленинға 100 йыл тулыу айҡанлы БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәләре, Ульяновск, 1970.
- 3 зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
- РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
- Ҡарағалпаҡ АССР-нда башҡорт сәнғәте декадаһы көндәрендә БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Нукус, 1976.
- «Совет Рәсәйе» Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
- Бөйөк Октябрҙең 60 йыллығына бағышланған «Ленин юлы менән» Бөтә Союз һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 1977.
- БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе ГДР-ҙа, Галле ҡалаһы, 1975.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы — «1942 йыл» триптихы һәм пейзаждар серияһы өсөн (1993).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
- БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970. Г. С.
- Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
- Э. П. Фенина: "Буклет «В. Пустарнаков». Башкирское книжное изд., Уфа, 1969.
- Журнал «Художник», 1967, № 10.
- Журнал «Дружба народов», 1970, № 1.
- Журнал «Искусство», 1970. № 2. Кочетов, О. Воронова: «Искусство Башкирии».
- Журнал «Искусство», 1978, № 1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пустарнаков Владимир Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2018)
- РО ВТОО «Союз художников России» Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Фёдоровка районында тыуғандар
- 7 ноябрҙә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 19 июлдә вафат булғандар
- 2000 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- Башҡортостан рәссамдары
- СССР рәссамдары
- Өфө рәссамдары
- Алфавит буйынса рәссамдар