Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы
Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1928 |
Тыуған урыны | Ясин, Яңы Мишәр ауыл Советы, Мәсетле районы |
Вафат булған көнө | 27 август 2007 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт медицина институты «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы |
Уҡыу йорто |
Силәбе медицина институты Башҡорт дәүләт медицина институты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре кандидаты[d] (1970) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы (7 ноябрь 1928 йыл — 27 август 2007 йыл) — ғалим-табип, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Медицина фәндәре кандидаты (1970). СССР Журналистар союзы ағзаһы (1965). 1970—1992 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1992—2000 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәрис Зыяҡай улы Ғүмәров 1928 йылдың 7 ноябрендә Златоуст өйәҙенең Мәсәғүт контоны Дыуан-Мәсетле волосы [1]Ясин ауылында тыуған.
1945 йылда Силәбе өлкәһенең Бирҙәүш станцияһы урта мәктәбен, 1951 йылда Силәбе медицина институтын (хәҙер Көньяҡ Урал дәүләт медицина университеты) тамамлаған.
1951-1959 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, полкта һәм госпиталдә врач вазифаһын үтәй.
1959-1961 йылдарҙа Башҡорт медицина институтының (хәҙерге Башҡортостан дәүләт медицина институты) ординатураһында уҡый.
1961-1970 йылдарҙа тире-венерология институтында эшләй.
1970-1990 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институтында уҡыта. Ассистент, өлкән уҡытыусы, социал гигиена һәм һаулыҡ һаҡлау кафедраһы доценты вазифаларын биләй.
1990 йылда хаҡлы ялға сыға.
1992-2000 йылдарҙа «Башҡорт Энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә әйҙәүсе мөхәррир булып эшләй.
2007 йылдың 27 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була[2].
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика һәм күрше өлкәләрҙә ғилми экспедицияларҙа башҡорттарҙың халыҡ медицинаһы буйынса мәғлүмәт йыя, уларҙы системалы эшкәртә һәм китаптар итеп баҫтырып сығара.
«Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» — республиканың беренсе энциклопедияһын әҙерләүҙә һәм баҫтырып сығырыуҙа ҡатнаша.
- Китаптары
- Көнкүреш гигиенаһы. Өфө, 1966.
- Һаулыҡ һаҡлау әлифбаһы. Өфө, 1968.
- Башкирская народная медицина. Уфа, 1988. ( (баш.) һәм (рус.))
- Краткий русско-башкирский словарь анатомии и физиологии человека. Уфа, 1981.
- Быуаттар аҡылы. Өфө, 1988.
- Башкирский словарь медико-гигиенических терминов. Уфа, 1990.
- Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре. Өфө. 1996./ Өфө. 2016.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы
- ↑ Мәсетле районы энциклопедияһында 11.09.2008 тип күрһәтелгән. Башҡортостан архивының белешмә китабында 2007 йыл тип күрһәтелеү сәбәпле ЗАГС базаһы аша аныҡланды
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Врач, ученый, просветитель. Марат Азнабаев. «Ватандаш»(недоступная ссылка)
- 7 ноябрҙә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Мәсетле районында тыуғандар
- 27 августа вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Көньяҡ Урал дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Һаулыҡ һаҡлау отличниктары (СССР)
- Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары