Эстәлеккә күсергә

Алексеев Леонид Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алексеев Леонид Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 7 ноябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Остров ҡалаһы[d], Псковская губерния[d], Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 16 сентябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө рәссам, сценограф
Уҡыу йорто А. П. Боголюбов исемендәге Һарытау сәнғәт училищеһы[d]
Әүҙемлек урыны Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры[1] һәм сценограф[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Алексеев Леонид Андреевич (7 ноябрь 1915 йыл — 16 сентябрь 1980 йыл) — театр рәссамы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961—1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус драма театры рәссамы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1958).

Леонид Андреевич Алексеев 1915 йылдың 7 ноябрендә (иҫке стиль буйынса 25 октябрендә) Псков губернаһының Остров ҡалаһында тыуған. 1940 йылда Һарытау ҡалаһында сәнғәт училищеһын тамамлай.

1937—1940, 1946—1960 йылдарҙа Камчаткалағы Петропавловск, Прокопьевск театрҙарында, Хакас драма театрында (Абакан) эшләгән.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

1961 йылдан алып Стәрлетамаҡ рус драма театрында эшләй. Йөҙҙән артыҡ спектаклде биҙәй. Леонид Андреевичтың декорациялары композиция берҙәмлеге, форма һәм төҫтәр гармонияһы менән айырылып тора. «Тымыҡ Дон» (М. А. Шолоховтың шул уҡ исемдәге романы буйынса), «Ун өсөнсө председатель» (Азат Абдуллин пьесаһы буйынса) кеүек реалистик стилдәге спектаклдәрҙә сәхнәне декоратив рәсем сәнғәте менән биҙәүҙе ҡулланһа, трагедиялы спектаклдәрҙә әҫәрҙең тулы образын кәүҙәләндергән сәхнә символикаһы ҡуллана: замок шәүләһе («Гамлет» У. Шекспир), мәмерйә көмбәҙе («Ҡон» И. Х. Йомағоловтың «Нәркәс» пьесаһы буйынса) һ.б.

Леонид Андреевич Алексеев 1980 йылдың 16 сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.

Түбәндәге спектаклдәрҙе биҙәгән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Гамлет», (1962) Уильям Шекспир,
  • «Много шума из ничего», (1965) У. Шекспир,
  • «Ромео и Джульетта». (1967) У. Шекспир,
  • «Бесприданница», Островский Александр Николаевич (1969),
  • «Ивушка неплакучая», М. Алексеев (1978),
  • «Мы, нижеподписавшиеся», Гельман Александр Исаакович (1979),
  • «Соловьиная ночь», В. И. Ежов (1980),
  • «Ун өсөнсө председатель», А. X. Абдуллин (1980).
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.