Эстәлеккә күсергә

Мөҙәрисова Нурия Ғәлихан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөҙәрисова Нурия Ғәлихан ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 7 ноябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Иҫәнбай, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 14 октябрь 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (54 йәш)
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто Урал дәүләт физик культура университеты

Мөҙәрисова Нурия Ғәлихан ҡыҙы (7 ноябрь 1963 йыл) — спортсы, педагог. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр (полиатлон) буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992—1995 йылда Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Күп тапҡырҙар Европа, СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионы, шул кимәлдәге ярыштарҙың көмөш һәм бронза призёры.

Нурия Ғәлихан ҡыҙы Мөҙәрисова (ҡыҙ фамилияһы Нуретдинова) 1963 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Иҫәнбай ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына килә, «Сода» производство берекмәһендә эшләй башлай.

1981 йылдан башлап спорт менән етди шөғөлләнә. 1982 йылда РСФСР беренселегендә «спорт мастеры» һөҙөмтәһе күрһәтә. 1990 йылда Чернигов ҡалаһында Бөтә Союз чемпионатында иҫ киткес шәп сығыш яһай: хәрби-практик ҡаршылыҡтар һыҙатында һәм атыу ярышында беренсе, хәрбиләштерелгән кросста — өсөнсө урын ала.

1994 йылда Силәбе физик культура институтын тамамлай. Стәрлетамаҡтың «Содовик» спорт клубы һәм РОСТО (Рәсәй оборона спорт-техник йәмғиәте) спорт-техник клубы тәрбиәләнеүсеһе. Тренеры — Миңлеғәли Мөҙәрисов (ире).

Стәрлетамаҡ физик культура техникумы уҡытыусыһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Европа чемпионы (2 тапҡыр, 1995), СССР (4 тапҡыр, 1988-90), РСФСР (1986; 3 тапҡыр, 1987 һәм 1988; 1990-91), Рәсәй (2 тапҡыр, 1992; 1994) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1986, 1990)
  • Европа кубогын яулаусы (1992; 2 тапҡыр, 1994; 3 тапҡыр, 1995), СССР (5 тапҡыр, 1988—1991), РСФСР (1983; 2 тапҡыр, 1985, 1986, 1988 — 89; 2-тапҡыр, 1990; 1991) һәм Рәсәй (5 тапҡыр, 1992-95)
  • Европа чемпионатының көмөш һәм бронза призеры (1994)
  • Европа Кубогының көмөш призеры (1992, 1994)
  • СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр көмөш һәм бронза призеры.
  • СССР (1987—1991), Рәсәй (1992-95) йыйылма командаһы ағзаһы.