Белов Михаил Ипатович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Белов Михаил Ипатович
Заты ир
Тыуған көнө 7 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Вафаты 24 февраль 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (90 йәш)
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
орден Отечественной войны I степени Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Красной Звезды орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» медаль «За взятие Будапешта» медаль «За укрепление боевого содружества» медаль «50 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» медаль «За боевые заслуги»
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]

Белов Михаил Ипатович (7 ноябрь 1924, Алексеевка ауылы, Мишкә районы — 23 февраль 2015[1]) — совет хәрби хеҙмәткәре, хәрби тарихсы-мемуарсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Отставкалағы генерал-майор. «Они вели нас к Победе», «Маршалы Победы», «Победители и побежденные», «Полководческий феномен Жукова», «Армия победных операций», «Судьба семьи — в судьбе страны» китаптарының; «В боях за Молдавию», «Живая память», «Маршал Мерецков», «Солдаты XX века» китаптарындағы бүлектәрҙең авторы. Еңеүҙең 50 йыллығына арналған бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы журналистик әҫәр өсөн премия лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белов Михаил 1924 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Алексеевка ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]. 1938 йылда ете-йыллыҡ тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай, алтынсы класҡа тиклем Тымбай ауылы мәктәбенә йөрөй, ә инде етенсе класты Казанцево ауылында тамамлай.

1939 йылдың сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһы педагогия училищеһында уҡый башлай. Шул уҡ йылда ВЛКСМ сафына инә. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда училищела уҡыуын дауам итә. 1942 йылдың февралендә фронтҡа алыныуға өлгәшә һәм Ҡаҙаҡ ССР-ының Гурьев ҡалаһындағы хәрби-пехота училищеһына пулемет батальонына ебәрелә.

Ун ай үткәс, училищены тамамлағандан һуң, 1943 йылдың февралендә 34-се гвардия уҡсылар дивизияһының 107-се гвардия уҡсылар полкына станковый пулемет взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Белов Михаил Миус-фронт, Көнсығыш Вал, Думитреску һыҙығы, Маргарита һыҙығы янындағы алыштарҙа, Ингул һәм Ингулец, Көньяҡ Буг, Днестр, Дунай йылғаларын һуғышып аша сығыуҙа, Бухарест , Будапешт ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта дүрт тапҡыр яралана[3].

1944 йылда ВКП(б) сафына инә.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Белов Михаил армияла ҡала һәм М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай[4]. Кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1979 йылдың ноябрендә генерал-майор званиеһы бирелә. 1984 йылдың майында Сүриә Ғәрәп Республикаһына Ҡораллы көстәрҙең Юғары хәрби академияһы башлығы советнигы итеп тәғәйенләнә. 1988 йылдың март айында тыуған иленә әйләнеп ҡайта.

Белов Михаил 1988 йылда Ҡораллы көстәр сафынан бушатыла. Эштән киткәндән һуң Бөйөк Ватан һуғышы Үҙәк музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышына арналған фәнни хеҙмәттәр һәм китаптар яҙа[5].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ватан һуғышы ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • икенсе I дәрәжә «Ватан һуғышы ордены»;
  • 3 дәрәжә «Тыуған илгә хеҙмәте өсөн» ордены;

Миҙалдары:

  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн»
  • «Будапешты алған өсөн»
  • «Германияны еңгән өсөн»
  • «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн»
  • I һәм II дәрәжә «Өлгөлө хеҙмәте өсөн»
  • «Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн» — Лениндың тыуыуына 100-йыл айҡанлы;
  • «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20йыл, 30 йыл, 40 йыл, 50 йыл 1941—1945 йй.»;
  • «СССР ҡораллы көстәренә 20йыл, 30 йыл, 40 йыл, 50 йыл, 60 йыл, 70 йыл»;
  • Сүриә Ғәрәп Республикаһының «Батырлыҡ өсөн» ордены;
  • ике орден «1-се дәрәжә хәрби әҙерлек өсөн»;
  • башҡа сит ил дәүләттәренең ете миҙалы.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәндә Белов Михаил Ипатовичтың төп әҫәрҙәре килтерелә[6].

  • Армия победных операций (о боевом пути 46-й армии). — М. , 2000. — 375 с.
  • Маршалы Победы. — М. ,1995. — 257с. (премия Всероссийского конкурса на лучшее журналистское произведение к 50-летию Победы).
  • Они вели нас к победе (о командующих 46-й армии). — М. , 1990. — 67с.
  • Победители и побежденные. — М. , 1996 . — 383 с.
  • Полководческий феномен Жукова. — М. , 1998 . — 144 с.
  • Солдаты XX века. Разделы о Маршалах Советского Союза: И. Х. Баграмяне, А. И. Еременко, К. А. Мерецкове, Ф. И. Толбухине. — М. , 2000. — 33 с.
  • Судьба семьи в судьбе страны. — М. , 2002. — 540 с.
  • Хранит память Поклонная гора. — М. , 2006. — 635 с.
  • И вечный бой… — Избранное — М.: «Персей-Сервис», 2012. — 568 с., ил.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Белов М. И. Как Беловы служили Отечеству // Советская Башкирия. — 1996. — 28-29 февр.
  • Белов М. И. Партизанская родословная: Докум. Очерк // Истоки. — 2008. — 19 март. — С. 8-9.
  • Белов М. И. Школа Победы // Истоки. — 2011. — № 18. — С. 14-15.
  • Белов М. И. Заветы внукам и правнукам : [беседа с генерал-майором, уроженцем дер. Алексеевка Мишкин. р-на БАССР, фронтовиком, проф. Михаилом Ипатовичем Беловым / вела Рамзия Ишбулатова] // Истоки. — 2009. — 22 окт. (№ 42). — С. 5; 11 нояб. (№ 45). — С. 5.
  • Булатов Г. Г. Белов Михаил Ипатович // Генералы Башкортостана: (документально-публицистические очерки). — Уфа, 1995. — С. 46-53.
  • Ибатов Ф. Ш. В памяти односельчан // Советская Башкирия. — 1984. — 11 апр.
  • Кочуров Г. А. Огненные дороги Михаила Белова // Красный воин. — 2000. — 19 янв.
  • Куманев Г. А. Уникальные исторические исследования // Историческая газета. — 1997. — № 19-20.
  • Михаил Ипатович Белов // …И чтобы помнилась война. — Уфа: Китап, 2005. — С. 83-93.
  • Объедков В. Таких семей в России — единицы: Рассказ о матери-героине Марии Петровне Беловой и её детях // Республика Башкортостан. — 2003. — 21 авг.
  • Попов А. В. Человек большой судьбы // Ленинец. — 1984. — 16 март.
  • Семья Беловых // Они вернулись с Победой: Посвящается участникам Великой Отечественной войны 1941—1945 годов Мишкинского района. — Уфа, 2005.- С. 4-5.
  • Хабиров М. А. Впереди — встреча с генералом // Слава труду. — 1986. — 9 май.
  • Хабиров М. А. Мой командир // Ветеран. — 2001. — 23 окт.
  • Хорев А. П. Вот где, Русь, твои добрые молодцы! // Красная Звезда. — 1998. — 20 июнь.
  • Чернобаев А. А. Белов Михаил Ипатович // Чернобаев А. А. Историки России. — М. , 2000.