Эстәлеккә күсергә

Көньяҡ Буг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көньяҡ Буг
укр. Південний Буг
Долгая Пристань ауылы эргәһендәге Көньяҡ Буг (Николаев өлкәһе)
Долгая Пристань ауылы эргәһендәге Көньяҡ Буг (Николаев өлкәһе)
Характеристика
Оҙонлоғо 806 км
Бассейн 63 700 км²
Һыу сығымы 160 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Подолье
 · Урынлашыуы Хмельницк өлкәһе Холодец ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа 2 километрҙа
 · Бейеклеге 333,1 м
 · Координаталар 49°37′52″ с. ш. 26°25′43″ в. д.HGЯO
Тамағы Буг лиманы
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 46°59′11″ с. ш. 31°58′46″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,375 (0,4 ‰) м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ҡара диңгеҙ

Ил Украина Украина
Көньяҡ Буг (Украина)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы
Көньяҡ Буг Викимилектә

Көньяҡ Буг (укр. Південний Буг) йәки Аҡ Һыу (ҡырымтат. Aq Suv) — Украинаның көньяҡ-көнбайышындағы йылға; Хмельницкий өлкәһе (122 км), Винница өлкәһе (324 км), Кировоград өлкәһе (70 км) һәм Одесса (40 км; Кировоград өлкәһе сиге буйлап), һәм шулай уҡ Николаев (250 км) өлкәләре биләмәләрендә. Оҙонлоғо — 806 (лиманға саҡлы 792—806) км, площадь бассейны майҙаны 63 700 км².

Ҡара диңгеҙ бассейнындағы ҙур йылғалар рәтенә инә; Украинаның ҙур йылғалары араһындағы тулыһынса тыуған ерҙәр территорияһынан аҡҡан берҙән-бер ҙур йылға[1]

Көньяҡ Буг Волочиск районындағы Подольенан, (Волочисскиҙан көнсығышҡа һәм Хмельницкий ҡалаһынан 90 километрға көнбайышҡараҡ Волынь-Подольск ҡалҡыулығы һаҙлыҡтарынан, Волынь ҡалҡыулығы менән Подольск ҡалҡыулығы араһында, Толтры тар тауҙар теҙмәһенең көнсығыш (төньяҡ-көнсығыш) һөҙәк ипкененән (пасма) (Тернопольскиҙыҡылар, Подволочисскиҙыҡылар) — Медоборы ҡурсаулығынан баш ала.

В. В. Лобода үҙенең һүҙлегендә боронғо гректарға был йылғалар Гипанис, Ипанис тигән атамалар аша, йылъяҙмаларҙа — Богъ, Бъоугъ булараҡ билдәле булған. Төгәл мәғәнәһе билдәле түгел. Поляк тел белгесе Тадеуш Лер-Сплавинский был атаманы балт-славян телдәре менән бәйләй: Bog («ағым») йәки bougb («тайпылам, бөгөләм»). Француз гидрографы Жан Жак Элизе Реклю уны Бог һүҙе менән бәйләй. Ян Михал Розвадовский һәм Макс Фасмер (М. Фасмер. Рус теленең этимологик һүҙлеге) гидронимды бор. үр. нем. Bach, bah («шишмә») һүҙенә тип аңлаталар.
Йәшәү хоҡуғына эйә тағы ла бер фараз бар: атама боронғо анттарҙың юлбашсыһы — Бож (Боз, Бус) (IV быуат) исеме менән бәйләнгән; «Игорь полкы тураһында һүҙ»ҙә («Слове о полку Игореве») иҫкә алына.

Йылға бассейнының рельефы, гидрографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авратын ҡалҡыулығы — Сармат диңгеҙе төбөнөң һәм ярының барьерлы рифтәре[2], шунан йылға көнсығышҡа, Винницаға табан, аға, һәм уның янында ағымын көньяҡ-көнсығышҡараҡ бора ла Буг лиманына ҡоя; артабан Днепр йылғаһы менән Днепр лиманын барлыҡҡа килтерә[3] Днепр-Буг лиманы (боронғо Ольвий ҡалаһы ҡаҙылдыҡтары янында), һәм артабан — Ҡара диңгеҙгә.

Үрге ағымында (Иква тамағына саҡлы) асыҡ һаҙлы урындан, түбән ярҙар эсендә аға (үҙән киңлеге 600—1200 м) һәм тигеҙлек йылғаһы тип атала [уртаса тайпылышы 0,37 м/км]. Аҫтараҡ, урта ағымында — тәрән үҙәнлектә ярҙары бейегәйә, үҙән 200—600 метрға тиклем тарая, был ерҙә өҫкә кристалл тоҡомдар (гранит, гнейс) сыға, Буг йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтарының үҙәндәре тар, текә ипкенле, һыу юлында (йырҙаһында) тупһалар, шулай уҡ тәгәрләктәр, шәп ағымдар (быстрины) осрай — Печера ауылы эргәһендә «Буг тупһалары» (Печераныҡы) һ.б., шулай уҡ Осерёдок — (тармаҡ-воложкалы) утрауҙар; урта тайпылышы 0,46 м/км. Гранит тәрәнерәк ятҡан участкаларҙа (кристалл тоҡомдар ҡалын ултырма тоҡомдар менән ҡапланған ерҙәрҙә), йылға ағымы тынысыраҡ (Гнивань-Тывров участкаһында — 0,2 м/с, Ладыжиндан түбәнгәрәк 0,5 м/с), йылғасыҡтар үҙәндәре киң террасалы. Урта ағымында Буг тулҡынлы лёсс уйһыулығын һыҙатландыра (абсолют бейеклеге диңгеҙ кимәленән 200—362 м) Подольский ҡалҡыулығы һәм Днепр буйы ҡалҡыулыҡтары араһынан (Буг-Днестр һәм Днепр-Буг һыу айырғысы) аға һәм киң үҙән (дол) үҙән буйы (подол), ысынбарлыҡта, Подолия (һәм Подольск ҡалҡыулығы) көнбайышҡа табаныраҡ, Көньяҡ Буг һәм Днестр бассейндары араһынан аға; шулай уҡ Көньяҡ Буг өс тарихи биләмәләр аша аға — Подолье, Брацлавщина (тарихи өлкә) {Винница урман-дала өлкәһе — Подольск Побужьеһы} һәм Побужье (тарихи өлкә) (тар мәғәнәлә; киң мәғәнәлә Побужье — был Көньяҡ Бугтың бөтөн бассейны)].

Көньяҡ Бугтың Николаев өлкәһе Первомайск ҡалаһынан алыҫ түгел Мигия ауылы янындағы гранит тупһалары

Иң ҙур һыу тупһалары — Мигей тупһалары, Богданов тупһалары, Буг Гарды[4], Александровка ауылы янында һ.б. [Төп тупһалар Винницынан Бугское (Арбузин районы) араһындағы участкала Александровка ҡасабаһына (Вознесенский район) саҡлы урынлашҡан)] Уртаса тайпылыш 0,92 м/км. Александровканан түбәнгәрәк Ҡара диңгеҙ буйы сиктәрендә йылға үҙәне һәм һыу юлы киңәйә. Николаев янында һыу юлы киңлеге 2 километрға етә, ағым ғәмәлдә туҡтағандай була. Ингул гирлаһынан түбәнгәрәк сөңгөллө лиман башлана — йылға үҙәненең һыу баҫҡан тамағы, был ғәжәйеп һыу ятыуы (плёс) селтәрен барлыҡҡа килтерә.

Йылға һыу менән ҡар, ямғыр һыуҙары, шулай уҡ ер аҫты һыуҙары ярҙамында тәьмин ителә. Яҙғы ташҡын февраль һуңынан апрелгә-май башына тиклем дауам итә, июндән февралгә саҡлы һыу урта кимәлдә һаҡлана; һыу баҫыу һирәк күҙәтелә. Йылғаға ағып төшкән һыу күләме байтаҡ үҙгәреүсәнлеге менән һыҙатлана. Александровка ауылы эргәһендә [йылға тамағынан 132 километрҙа] һыуҙы уртаса тотоноу 92,1 м³/сек (иң күбеһе — 5320 м³/сек, иң кәме — 2,6 м³/сек). Йыл эсендә йылғаға ағып төшкән һыу күләме менән сағыштырғанда яҙғыһы — 61 %, йәйгеһе — 9 %, көҙгөһө — 12 %, ҡышҡыһы — 18 % тәшкил итә. Һыу ағымы ғәмәлдә яйға аҙ һалынған. Көньяҡ Бугтың, Днепрҙан айырмалы рәүештә, һыуһаҡлағыс, эре гидроэлектростанциялар каскады юҡ. Регуляр тиерлек ноябрь (декабрь) — февралдә туңа, март уртаһына асыла; боҙ режимы даими түгел, йыш ҡына ҡыш көнө яңынан һыу иреүе һәм туңыуы күҙәтелә. Йылы ҡыштарҙа йылғаның түбәнге ағымында боҙ тотмай. Александровка ауылы створында, Көньяҡ Украина АЭС-ы районында, һыуҙың минерализацияһы: яҙғы ташҡында — 600 мг/дм³; йәйен-көҙөн ағып төшкән һыу күләме — 674 мг/дм³; ҡышын ағып төшкән һыу күләме — 701 мг/дм³.[5].

156 километр дауамында суднолар йөрөрлөк (Вознесенск ҡалаһынан), Гнивань — Сабаровский ГЭС –ы — Винница — Згар йылғаһы тамағы (Винницкий районына ҡараған Лавровка ауылынан юғарыраҡ) һәм Ладыжинский һыуһаҡлағысы (45 км-ҙан артығыраҡ) участкаһында. Яҙғы осорҙа, йылға кимәле һай урындарҙан катерҙар үтеүҙе тәьмин иткән саҡта, еңел катерҙар Александровка ҡасабаһы менән Николаев өлкәһендәге Прибужаны ауылы араһындағы 27 километр участкала йөрөйҙәр. Судноларҙы башлыса йөк ташыу маҡсатында ҡулланалар. Уртаса навигация оҙонлоғо —270 көнгә яҡын: март уртаһынан декабргә саҡлы. Төп пристандәр: Винница, Ладыжин, Вознесенск, Яңы Одесса, Матвеевка һәм Николаев (түбәнге ағымында); бынан тыш, тимер юл-һыу бәйләнешенә индерелгән эре пристандәр Александровка (Вознесенский район) һәм Константиновка (Новоодесский район) (Баловное тимер юл станцияһы) булған. Судноларҙың йылғаның бар оҙонлоғонда йөрөүенә урта һәм юғары ағымындағы һыу тупһалары ҡамасаулай.
Көньяҡ Буг буйлап турист байдаркалары һәм тын тултырылған суднолар йөрөй. Йылға буйлап һыу туризмы үҫешкән, туристар һал менән ағып төшә (сплав) һәм өрөлмәле кәмәләрҙә ағып төшөү (рафтинг) күҙәтелә.
Көньяҡ Бугтың үрге һәм урта ағымында һәм уның ҡушылдыҡтарында[6] элегерәк байтаҡ күп кескәй ГЭС-тар эшләй ине, хәҙер улар эшләмәй инде[7].

Йылға системаһы, ҡушылдыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Буг бассейнында йылғалар системаһы етерлек үҫешмәгән. Уртаса тығыҙлығы 0,14 км/км² тәшкил итә. Көньяҡ Бугҡа 70-тән артыҡ ҡушылдыҡ (15 ваҡ, исемһеҙ ҡушылдыҡ) үҙенең һыуҙарын ҡоя[8]

Шуларҙан төп ҡушылдыҡтар: уң

  • Плоска (Көньяҡ Буг ҡушылдығы (Хмельницкий ҡалаһы (Плоскуров, Проскуров)),
  • Волк (йылға) (Деражня ҡасабаһы (Хмельницкий өлкәһе); Летичев ҡасабаһы — ГЭС в предместье Щедровая предместьеһындағы ГЭС; «Үрге Побужье» милли тәбиғәт паркы),
  • Згар (йылға) (Винницкий өлкәһе Литин ҡасабаһы артындағы ГЭС (Литинский ҡаласығы), һәм Николаевка (Литинский районы),
  • Ров (йылға) (Гнивань ҡасабаһы; Браилов ҡасабаһындағы ГЭС (Браги соҡор, ур ); Чернятин ауылында (Жмеринский районы) — Винниччинаның боронғо пейзаж парктарының береһе),
  • Сильныця (йылға) (Тульчинский район), Гуты (Тульчинский район) ГЭС-тар,
  • Тростянец (Көньяҡ Буг ҡушылдығы),
  • Дохна (Бершадский районы) Луговая ауылы; ә шулай уҡ үҙенең күренекле усадьбаһы менән билдәле Верховка ауылы (Тростянецкий районы),
  • Савранка (йылға) (Саврань ҡасабаһы),
  • Кодыма (йылға) (Конецполь (Украина), Первомайск (Николаев өлкәһе),
  • Чичиклея (Чичиклия) (Покровка ауылы).

Төп ҡушылдыҡтар һул

  • Бужок (йылға) Меджибож ҡасабаһы),
  • Кудыма йылғаһы (Новоконстантинов ауылы),
  • Иква (Көньяҡ Буг ҡушылдығы) (Иҫке Синява ҡасабаһы ГЭС-ы; Пилява ауылы (Хмельницкий өлкәһе),
  • Снивода (Иванов ауылы (Винницкий өлкәһе),
  • Десна (Көньяҡ Буг ҡушылдығы), Десенка, Стрижавка, (Винницкий өләһе); Иҫке Прилука ауылында — Киевтағы Мариинский һарайын хәтерләткән һарай),
  • Соб Ладыжин ҡалаһы; Гидроузелдар: Липовец (ҡала); Слободище (Винницкий өлкәһе); Чертория (Ильинецкий районы), Дмитренки (Гайсинский район) (һыу ҡайтыу 168,1/160,4)),
  • Удыч (йылға) (Хмаровка ауылы (Винницкий өлкәһе) ял йорто һәм «Дуҫлыҡ» дендропаркы — Умань янында,
  • Синюха (Көньяҡ Буг ҡушылдығы) (Первомайск ҡалаһы; ГЭС: Ольшанка ауылынан (Ольшанский районы) түбәнгәрәк — Краснохуторский ГЭС-ы. Полонистое, Перегоновка ауылдары (Кировоград өлкәһе), Островец аулы (Черкасский өлкәһе), Терновка ауылы (Кировоград өлкәһе), Новоархангельск ҡасабаһы (Кировоград өлкәһе), Кривые Колена ауылы, Тальное ҡалаһы янында (Гордашовка ауылында), Юрполь ауылы, Лоташово ауылы, Звенигородка ҡалаһы (һыу ҡайтыуы 132,7/124,5), Лысянка (Черкасский өлкәһе (һыу ҡайтыуы 151,3/142,5), Каменный Брод ауылы (Черкасский өлкәһе),
  • Мертвовод (Вознесенск ҡалаһы),
  • Гнилой Еланец (Яңы Одесса ҡалаһы),
  • Ингул (Николаев ҡалаһында (Николаев өлкәһе); йөҙөп йөрөүсе күперҙәр, паромдар; гирланан 55 км-ҙа суднолар йөрөрлөк — Пересадовка ауылына саҡлы; Лебединое ауылындағы (Кировоград өлкәһе) ГЭС; Софиевка (Новобугский районы) Софіївське водосховище (һыуһаҡлағыс)  — һыуҙың ҡайтыуы 37,9/21,7), һ.б.
300px Николаев ҡалаһының космостан күренеше. Уңда — Ингул Көньяҡ Бугҡа ҡушыла

Көньяҡ Бугтағы ултыраҡ пункттар:

  • Аҡмәсет Ставкалары (пристань[9]),
  • Александровка (Вознесенский районы) (Александровка ГЭС-ы (пристань),
  • Берёзки-Бершадские (ГЭС),
  • Брацлав (ГЭС),
  • Винница (йылғасыҡтар Вишня (Вишенка), Винничка һәм Тяжыливка; ҡаршыһында Изге Николай сиркәүе (Винница) (1746 й.) — пристань —ҡала яны һәм туристик [кесе) суднолар йөрөүе (СССР заманында) Сабаровский ГЭС-ы — на окраине Винницаның ситендә йылға ағымы түбәнендә; йөҙөп йөрөүсе яҡтылыҡ-музыкаль «Винница фонтаны (Roshen фонтан)»; Көньяҡ Буг бассейны һыу объекттарының мониторинг геоинформацион системаһы (ВНТУ)[10]),
  • Вознесенск (Николаев өлкәһе) (пристань),
  • Гайворон (ГЭС, һыу ҡайтыу 131,8/123,4),
  • Гнивань (гранит, мәрмәр таштарын сығара торған эре ятҡылыҡтарҙың береһе; балалар һауыҡтырыу лагеры)
  • Завалье (Кировоград өлкәһе) (Украинаның һәм элекке СССР-ҙың кристалл графитын сығара торған иң эре ятҡылыҡтарының береһе (тигельный һәм литейный),
  • Константиновка (ҡала тибындағы ҡасаба (Арбузинский район) —Южноукраинск (Ташлыҡ ГАЭС-ы — Южноукраинский энергокомплексы; курорт урынлашҡан ер — радонлы һыуҙар)
  • Красненькое (Николаев өлкәһе) (һыу тирмәне),
  • Ладыжин (плотина —Ладыжинский ГЭС-ы, һыу ҡайтыу (баҫым) 177,0/160,5 [≈ 17 м]),
  • Летичев (ГЭС, һыу ҡайтыу 265,5/261,1),
  • Люшневатое (тирмән) (http://uk.wikipedia.org/wiki/Люшнювате) -->
  • Маньковка (Бершадский районы) (Генриховка тимер юл станцияһы; паром һәм Бершадьский (Чернятский) ГЭС-ы — Шумилов ауылында (Бершадский районы)— Чернятка (Винница өлкәһе).
  • Меджибож (ГЭС; "Меджибіж"дәүләт-мәҙәни ҡурсаулығы),
  • Мигия (ГЭС/тирмән[11]; Бугтың иң йәмле урындарының урыны; ял йорто; Грушовка ауылының уң яҡ ярында урынлашҡан храм (Николаев өлкәһе),
  • Николаев (тамағынан 50 км-ҙа; йылға пристаны, судоверфь һәм диңгеҙ порты — Ҡара диңгеҙ менән (фарватер) иң һай тәрәнлеге 8,2 м булған канал менән тоташҡан; Һыу ҡайтыу (баҫым) 39,6/21,8 (≈ 18 м).
  • Яңы Одесса (пристань),
  • Новоконстантинов (ГЭС),
  • Парутино (пристань; Парутин маяғы; «Мең ҡәберлек» тәбиғи сиге (урочище) Ольвия ҡаласығы һәм некрополь өлөшө — үҙ музейы булған тарихи-археологик ҡурсаулыҡ)
  • Первомайск (Николаев өлкәһе) (ГЭС/ГРЭС),
  • Печера ауылы (һыу тупһалары каскады; климат курорты, паром һәм ГЭС; һыу тирмәне Остапковцы (Винница өлкәһе) һәм тирмән/ГЭС (1951—1992) Соколец ауылында (Немировский районы)
  • Побугское (Побужье ферроникель комбинаты; Стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәре музейы; ял йорто),
  • Саврань (ГЭС (һыу ҡайтыу ≈ 93,3/89,8), климатик курорт урыны; иң эре алтын ятҡылыҡтары),
  • Сальково (Кировоград өлкәһе) тирмән;
    үҙән текә ипкенле — эре таш киҫәктәре (валун), ҙур булмаған ҡаялар — пейзажға иҫ китмәле матурлыҡ өҫтәйҙәр, тәбиғи сик (урочище) ҡурсаулыҡ статусына эйә — 66,3 га,
  • Селище (Тывровский районы) һыу тирмәне; Бохоники аулы янында йылға буйында православие храмы,
  • Стрижавка (Винница өлкәһе) (Гитлерҙың хәрби ставкаһы («Вервольф» бункеры — 1941—1943); Лавровка ауылы янында ял йорто (Винница районы); «Кабачок» тәбиғи сигендә (урочище) 60-тан 80-100-ғаса м тәрәнлектә Стрижавск-Буг һыу илтеүсе горизонттар бар, скважиналарҙан «Караван» сауҙа маркаһы атамалы артезиан эсәр һыу тултырыла),
  • Сутиски (ГЭС; һарай-парк ансамбле ҡалдыҡтары[12]),
  • Тывров (эшләп торған һыу тирмәне (эклектика); паром —һыу ағымы түбәнедә, Клещов ауылы янындағы һыу тупһалары аша,
  • Хмельник (Винница өлкәһе) (бальнеологик курорт[13]; Широкая Гребля ауылындағы ГЭС (Хмельницкий районы);
  • Хмельницкий ҡалаһы,[14]
  • Чёрный Остров (Мшанец йылғаһы; Һыу ағымы түбәнедә — санаторий),
  • Четвертиновка (Губник ауылында паром), 2 тирмән (Зелёный Клин утары (Винница өлкәһе) түбәндә — Глубочанский ГЭС-ы, Тростянчик (һыу ҡайтыу 150,6/139,9); Батог янындағы алыш).

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Буг йылғаһында байдаркаларҙа йөҙөү туризмы һәм балыҡ тотоу популяр[15] Көньяҡ Бугтың ихтиофаунаһында карп, сазан-балыҡ өҫтөнлөк итә (Cyprinus carpio, ҡорман-балыҡ (Abramis brama), ябай сабаҡ (плитка) (Rutilus rutilus(плотица, плотвица, плотва), ҡыҙылғанат, алабуға, табан-балыҡ, ә күп һанлы плотиналар эргәһендә — борош (подуст) (Chondrostoma), Днепр мыйыҡлы балығы (марена) (Barbus barbus), үгеҙ-балыҡ, ташбаш (бычок), ажау, ҡушбаш (головень, головач) (Neogobius kessleri.

Ярҙарында шулай уҡ архитектура, тарих һәм мәҙәниәте һәйкәлдәре, шулар араһында Я. Потоцкий нигеҙ һалған доминикан монастыры ҡоролмалары, Успения костёлы урынлашҡан (1606—1638 йй.)[16] Летичев ҡасабаһында; Селище ауылы янында (Тывровский районы) Черленковский замогының емеректәре (XVI быуат); 1742—1752 йылдарҙа төҙөлгән доминикансылар монастыры, Тывров ҡасабаһында Ярошинскийҙар һарайы (XVIII быуат); өс ҡатлы һыу тирмәне (материалы: таш һәм ҡыҙыл кирбес), 1864 йылда төҙөлгән тиелә.

Меджибожда — өс манаралы таш замок-ҡәлғә, шуларҙың иң мөһабәте биш ҡырлы инеү урыны; ҡәлғәнең эске яғында сиркәү (1586) һәм часоняның колоннаһы (XVII б.) һаҡланған. Меджибож — йәһүд-хасидтарҙың ғибәҙәт ҡылыу урыны.

Черкашиналағы Умандә (Көньяҡ Буг бассейнында Ятрань йылғаһы ҡушылдығы Уманка) — Василиан [Базилиан] монастыры (1764—1784), сауҙа рәттәре (1780—1838), Николаев сиркәүе (1812 г.) һәм Успения (Алиһә Әсә) Богородица костёлы (1826); дом отдыха на р. Паланка йылғаһында ял йорто. Ләкин Потоцкийҙарҙың иң күренекле умань мираҫы булып ландшафтлы парк ансамбле «Софиевка» тора (1796; майҙаны 152 га), был парк ысын мәғәнәһендә тигеҙлекле Украина территорияһының иң һәйбәт паркы булып тора һәм Европаның танылған боронғо: Франциялағы Бальби, Потсдамдағы Сан-Сусси һәм Париж янындағы Версаль парктары менән ярыша ала. «Софиевка» ҡурсаулыҡ-дендропаркының үҙенсәлекле һәм оригиналь һыҙаты булып парк-архитектур һәм художество һәйкәлдәре менән күп һанлы төрлө гидротехник ҡоролмаларҙың стилистик берлеге тора.

Кировоградщинала Весёлые Боковеньки (Зелёный Гай (Долинский районы) [Днепр бассейнында Ингулец ҡушылдығы Боковенька йылғаһы); Буг-Днепр һыу айырғысы районында һәм Ингулдың ҡушылдығы Березовка йылғаһында] —уйынлы-ысынлы атамалы уникаль дендрологик паркка «Веселые Боковеньки» 1893 йылда Николай Давыдов нигеҙ һалған (хәҙер 109 га; элек, СССР-ҙа, ҡурсаулыҡтың һәм ғилми-тикшеренеү эштәре базаһының майҙаны 543 га, һуңғы совет осоронда — Украина ғилми-тикшеренеү институтының (УкрНИИ) урман хужалығы һәм агро-урман мелиорацияһы ғилми-эксперименталь базаһы УАСХН).

Көньяҡ Буг үҙәне һәм ҡушылдыҡтары (Корабельная, Арбузинка, Мертвовод [шул иҫәптән Виктор Петрович Скаржинский имениеһы Бакшала һ.б.) — Арбузинский, Вознесенский, Доманевский һәм Первомайский районы территориялары (62,668 км²) — «Гранит-Дала Побужьеһы» региональ ландшафт паркына (Буг Гардына)[17] инә.

Днепр-Буг лиманы акваторияһы Ҡара диңгеҙ биосфералы ҡурсаулыҡ сиктәрендә (Херсон өлкәһе (863,88 км²), шулай уҡ Волыжин Лес (2,03 км²) һәм ике утрау — Очаков районы, Николаев өлкәһе) урынлашҡан.

Уң ярҙағы Украина территорияһында берҙән бер дала тәбиғи ҡурсаулығы Николаев өлкәһенең Еланец, өлөшләтә Новоодесса райондарында ойошторолған (16,757 км²; зоопарк территорияһы майҙаны — 0,7 км²) — Еланец далаһы тәбиғи ҡурсаулығы (Еланецкая Степь), Ингулдың ҡушылдығы Громоклея йылғаһы бассейны үҙәнендә.

  • «Көньяҡ Буг» атамалы № 65/66 һанлы фирма поезы бар [йыл әйләнәһе эшләгән тиҙ йөрөшлө] Николаев — Мәскәү (Киев вокзалы) — Николаев пассажир поезы.
  • Побужье (тарихи өлкә)
  • Буг казак ғәскәре
  • Батог янындағы алыш
  • Болохов ере
  • Буг // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  • Александр Иванович Воейков. Буг Южный // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Игорь Викторович Сапожников. Хозяйство и культура населения Южного Побужья в позднем палеолите и мезолите. — Одесса — СПб., 1995. — 199 с. — Соавт. Г. В. Сапожникова (1) и Г. Ф. Коробкова (2)
  • Медведев Д. Н. На берегах Южного Буга / Послесл. В. Н. Немятого. — Киев: Политиздат Украины, 1987. — 382 с., портр. (о Великая Отечественная война|ВОВ)
  • Валентин Николаевич Даниленко. Археологические исследования в зонах строительства ГЭС на Южном Буге в 1959—1960 гг. // КСИА АН УССР. — Вып. 12. — Киев, 1962. — С. 23-27.
  • Андреев П. Н. Иллюстрированный путеводитель по Юго-Западной Железной дороге. — 1899. * Водные ресурсы и качество речных вод бассейна Южного Буга/ Под ред. Валентин Кириллович Хильчевского — Киев: Ника-центр, 2009. — 184 с. ISBN 978-966-521-516-5  (укр.) * Ресурсы поверхностных вод СССР. Описание рек и озёр и расчёты основных характеристик их режима. — Т. 6. Украина и Молдавия. Вып. 1. Западная Украина и Молдавия (без бассейна р. Днестра). — Л., Гидрометеоиздат, 1978. — с. 8, 15 (табл. 4), 19-21, 25-26, 129—137.
  1. Кравчук П. А. Рекорды природы. — Любешов: Эрудит, 1993. ISBN 5-7707-2044-1
  2. Килеп сығышы менән Толтры — ул 170 километр һуҙымындағы эзбиз һөлдәле организм ҡалдыҡтарынан (мшанки, моллюска, коралл, ылымыҡтар) торған барьерлы риф; шунда, диңгеҙҙә, 15 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән:uk:Сарматський ярус, һәм Карпаттың тышҡы ситендә әллә нисә миллион йылдар дауамында бар булған.
    Был урында, үҙенсәлекле расточье ла (локаль һыуайырғыс) — Авратын ҡалҡыулығында, — сығанаҡ-тармаҡтары менән (Припять ҡушылдығы, Днепр бассейны) Збруч йылғаһы (Днестр бассейны), Случь һәм Горынь йылғалары баш ала.
  3. Буг һәм Днепр лиманы ҡушылған ерҙә — Николаев һәм Херсон өлкәләре сигендә Түбәнге Хабловский маяғы 46°39′22″ с. ш. 31°59′03″ в. д.HGЯO
  4. [http:// Николаев өлкәһе Первомайск ҡалаһынан Вознесенский районы Александровка ауылына тиклем 70 километрҙан артыҡ арала ярҙары бейек (90 метрға саҡлы), бөтөн ерендә лә текә, ҡаялы, һыу ағымы тар, тупһалы.ukrainian.su/dostoprimechatelnosti-nikolaevskoy-oblasti/urochische-gard.html Гард Тәбиғи ыҙаны (өйкөм-урочище)
  5. Водные ресурсы и качество речных вод бассейна Южного Буга/ Под ред. [[Хильчевский ==). ISBN 978-966-521-516-5
  6. мәҫәлән, уларҙың береһендә — Таулы Тикич йылғаһында, Черкасск өлкәһе Буки ауылында (түбәнге ағымында) — 1928-29 йылдарҙа ГОЭЛРО планы буйынса Украинала тәүгеләрҙән булып кескәй ауыл ГЭС-ы (Букский) төҙөлгән (560 кВт).
    Картала Көньяҡ Буг

    Буки ауылы Таулы Тикич йылғаһының Буки каньонлы ярҙарында (Тикич йылғаһы сығанағы, Синюха ҡушылдығы, Көньяҡ Буг бассейны) иҫ киткес матур тәбиғәте ҡосағында урынлашҡан . Каньонға килеп инер алдынан Таулы Тикич һыуҙары, йылғаның исемен аҡлар өсөн микән, ҙур күп метрлы гранит таш киҫәгенән ашҡынып, ҙур тиҙлек менән, 2-метрлыҡ шаулап-гөрләп торған шарлауыҡ-шаршы (водопад-перекат, выр) булып аҫҡа ынтыла.

  7. Һуңғы йылдарҙа, әйтер кәрәк, иҫкеләрен тергеҙеү һәм яңы гидроэлектростанциялар тенденцияһы күҙәтелә.
    Шулай уҡ ҡарағыҙ: Украина гидроэлектростанциялары теҙмәһе (списогы)
  8. СССР өҫтә ятҡан һыу ресурстары. Описание рек и озёр и расчёты основных характеристик их режима. — Т. 6. Украина и Молдавия. Вып. 1. Западная Украина и Молдавия (без бассейна р. Днестра). — Л., Гидрометеоиздат, 1978. — с. 129 (табл. 10).
  9. Александровканан түбәнгә табан ағымда шулай уҡ пристань булып торалар: Прибужье, Раково (Николаев өлкәһе), Новогригоровка (Вознесенский районы), Новопристань, Дорошовка (Николаев өлкәһе), Дмитровка (Вознесенский районы), Белоусовка (Николаев өлкәһе (һәм Белоусовский Карьеры), Покровка (Веселиновский районы), Михайловка (Новоодесский районы), Андреевка (Николаев районы), Ковалёвка (Николаев районы), Терноватое (Николаев районы), Малая Корениха, Козырка һ.б. (шулай уҡ Буг лиманындағы Парутино)
  10. См. БУВР Южного Буга  (укр.)
  11. Мигия: Водяная мельница Йосифа Скаржинского
  12. һарайҙар һәм усадьбыалар; Сутиски
  13. На закате царизма в Хмельнике появилась очередная архитектурная достопримечательность, выстроенная на территории бывшего замка — дворец графа Ксидо (1911—1915 гг., арх. И. Фомин). Наиболее эффектный вид на дворец открывался со стороны реки, откуда хорошо виден и главный фасад с прямоугольным выступом посередине и две цилиндрические башни, фланкирующие сооружение с обеих сторон. Этот вид сейчас практически утрачен из-за сильно разросшихся перед дворцом деревьев. Внутренняя (задняя) часть дворца выполнена достаточно традиционно и скорее напоминает обычный усадебный дом средней руки конца XIX века.
  14. См. 29 ост. от Хмельника до Хмельницкого  (укр.)
  15. Буг Южный // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  16. Костёл үҙенең летичев Алиһә Әсә иконаһы — Волынь һәм Подольеның ҡурсалаусыһыһы менән дан тота; хәҙер ул Люблинда. Хәҙерге ваҡытта монастырь ҡоролмалары еренә еткереп ремонтланған, ҙур келья корпусы төҙөлгән, моғайын, изге һындың летичев еренә кире ҡайтыуы яҡын арала булыр тигән өмөт бар (2005)
  17. РЛП «Гранитно-степное Побужье» 2017 йыл 2 март архивланған.