Эстәлеккә күсергә

Ефимова Әминә Кәрим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Ефимова Әминә Кәрим ҡыҙы (7 ноябрь 1917 йыл, Ҡазан — 18 ноябрь 2000 йыл, Өфө) — ғалим-химик-органик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981).

Ҡазан университетында уҡый һәм уны 1947 йылда тамамлай.

Университетты тамамлағандан һуң, Өфө ғилми-тикшерернеү институтында хеҙмәт итә, 1950 йылдан алып унда лаборатория етәксеһе булып эшләй. 19561977 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтында 1962 йылдан алып лаборатория етәксеһе була. Фәнни хеҙмәттәре көкөртлө нефттәрҙе эшкәрткән ваҡытта технологик ҡорамалдарҙы коррозиянан һаҡлау проблемаларына арналған.

Ғалим етәкселегендә ИКБ-1, ИКБ-2 һәм ИКБ-4 коррозия ингибиторҙары эшләнелә. Ул 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]