Эстәлеккә күсергә

Борисова Нинель Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Борисова Нинель Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 август 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө неврология[d]
Эш урыны БДМУ
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Борисова Нинель Андреевна (7 ноябрь 1924 йыл10 август 2019 йыл) — ғалим-невролог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995). Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979)[1].Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).

Борисова Нинель Андреевна 1924 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында тыуған. 1947 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң, шунда уҡ клиник ординатор, ассистент, доцент, профессор, кафедра мөдире булып эшләй. 1967 йылдан 1989 йылға тиклем нервы ауырыуҙары кафедраһы мөдире[2].

1958 йылда «Состояние нервной системы, содержание глютатиона и холинэстеразы у рабочих-нефтяников» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, 1971 йылда — докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай.

1989 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының нейрохирургия һәм медицина генетикаһы курстары менән неврология кафедраһы профессоры.

2000 йылдан Өфө ҡалаһының мейенең ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса үҙәге етәксеһе.

2019 йылдың 10 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борисованың фәнни эш йүнәлештәре: мейе ҡан тамырҙары ауырыуҙары, сирингомиелия, неврологик ауыртыныу. Сирингомиелияны, мейе ҡан тамырҙары ауырыуын диагностикалау һәм дауалауҙың яңы ысулдарын эшләй.

Борисова яҡынса 20 йыл республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш неврологы, 1961 йылдан Башҡортостан неврологтар йәмғиәте рәйесе (), 1966 йылдан Рәсәй неврологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе була.

Борисова Нинель Андреевна 340-тан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография авторы, 14 уйлап табыуға авторлыҡ танытмаһына эйә.

Ҡайһы бер хеҙмәттәре
  • Экологические и генетические аспекты неврологической заболеваемости в Башкирии. М.: ВЗПИ, 1991.
  • Проблемы экологии и принципы их решения на примере Южного Урала. М.: Наука, 2003 (авторҙаш).
  • Применение церобролизата в неврологической практике. Уфа: ФГУП НПО «Микроген» Минздрава России, 2006.
  • Эндоназальный электрофорез с танаканом при лечении ранних форм сосудистых заболеваний мозга / Н. А. Борисова [и др.] // Журнал неврологии и психиатрии им. С. С. Корсакова. — 2008. — Том 108, N 5. — С. 89-91. — ISSN 0044-4588.
  • Н. А. Борисова // Медицинский вестник Башкортостана. — 2008. — Том 3, N 2 . — С. 102—103.
  • Опыт лечения болевого синдрома в спине баклосаном в условиях поликлиники г. Уфы / Н. А. Борисова [и др.] // Медицинский вестник Башкортостана . — 2010 . — Том 5, N 1 . — С. 46-47 . — ISSN 1999-6209.
Авторҙашлыҡта
  • Борисова НА, Валикова ИВ, Кучаева ГА. Сирингомиелия. — М.: Медицина, 1989. — ISBN 5225015786
  • Сирингомиелия в Башкортостане: (материалы этиологического и патогенетического анализа) / Н. А. Борисова, Т. Р. Мирсаев // Журнал неврологии и психиатрии им. С. С. Корсакова. — 2007. — Том 107, N3. — С. 56-60 . — ISSN 0044-4588.
  • Эпидемиологическая характеристика инсульта в г. Уфе по данным регистра / О. В. Качемаева, Н. А. Борисова // Неврологический вестник им. В. М. Бехтерева. — 2007. — Том 39, N 1. — С. 45-48. — ISSN 1027-4898.
  • Состояние нервной системы, мозговой гемодинамики и некоторых биохимических показателей у сварщиков / М. А. Бойкова, Н. А. Борисова, С. А. Башкатов // Неврологический вестник им. В. М. Бехтерева. — 2007. — Том 39, N 4. — С. 17-20. — ISSN 1027-4898

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
  • «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе,
  • миҙалдар.
  • 1979 йылда неврология өлкәһендә фәнни проблемаларҙы хәл итеүҙә һәм республика өсөн фәнни кадрҙар әҙерләүҙә хеҙмәтен баһалап «БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» маҡтаулы исеме бирелә.
  • 1992 йылда «Һаулыҡ һаҡлау үҫешенә һәм квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн» Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[4]
  • 1994 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почётлы академигы итеп һайлана.