Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вәкилә Ҡалмантаева битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған урыны Ырымбур өлкәһе
Һөнәр төрө бейеүсе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7 ноябрь 1948 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы Ҡалмантаева 1948 йылдың 7 ноябрендә Чкалов, хәҙерге Ырымбур өлкәһе Үрге Ильяс ауылында тыуған.

1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1987 йылда — Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

1970 йылдан Салауат дәүләт башҡорт драма театрында, 1971—1983 һәм 1985—1992 йылдарҙа, артабан 1994 йылдан Сибай драма театрында (1991 йылдан — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры) эшләй.

2000—2002 йылдарҙа «Нур» Өфө дәүләт татар театры, 1992—1993 йылдарҙа һәм 2002 йылдан башлап — Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп ролдәре: Ғәлимә (Ғ. Әмири, В. Ғәлимов (Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса), леди Мильфорд (Фридрих Шиллер, «Мәкер һәм мөхәббәт»), Зәлифә («Әсәләр көтәләр улдарын», Әсғәт Мирзаһитов) һәм башҡалар.

2005 йылда «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмында Оло әсәй, 2011 йылда «13 раунд» фильмында Өләсәй ролдәрен башҡара.

Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
  • РСФСР Юғары Советының Почетлы грамотаһы (1982)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.