Эстәлеккә күсергә

Герчиков Анатолий Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Герчиков Анатолий Яковлевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 апрель 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны Һамар, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре
Тышҡы һүрәттәр
Фотография Анатолия Герчикова

Герчиков Анатолий Яковлевич (29 апрель 1943 йыл) — ғалим-физик һәм химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1995), Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры.

Анатолий Яковлевич Герчиков 1943 йылдың 29 апрелендә Куйбышев өлкәһенең Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһында тыуған. 1965 йылда Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетын тамамлай. 1966—1969 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Н. Н. Семенов исемендәге химик физика Институты филиалы аспирантураһында уҡый. 1973 йылда «Шыйыҡ фазала метилэтилкетондың озонлаштырылған окисланыу механизмы һәм кинетикаһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, химик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһе ала. БДУ-ның химия факультеты физик химия һәм химик экология кафедраһында доценты вазифаһында эшләй.

1995 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, химия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе ала, профессор (1998).

1969—1991 йылдарҙа һәм 1993 йылдан алып БДУ-ла эшләй, 2003—2010 йылдарҙа химия факультеты деканы була. 1991—1993 йылдарҙа Органик химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. (ИОХ).

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: органик берләшмәләрҙең радикал-сылбырлы окисланыу механизмы һәм кинетикаһы, радикал процестарҙың синтетик һәм тәбиғи ингибиторҙары, тәбиғи антиоксиданттар. А. Я. Герчиков органик материалдарҙың (дарыу препараттарының, аҙыҡ продукттарының һәм башҡалар) юғары температурала окисланғандағы деструкцияһын тотороҡландырыусы яңы матдәләр тәҡдим итә.

Анатолий Яковлевич Герчиков 12 уйлап табыу[1], 200-гә яҡын фәнни хеҙмәттәр авторы, шул иҫәптән 11 уҡыу әсбабы. Уның етәкселегендә 5 кандидатлыҡ һәм бер докторлыҡ диссертацияһы әҙерләнә һәм яҡлана (Әхәтова Г. Р., И. В. Сафарова, А. Д. Мөхәммәтов һәм башҡалар). Башҡорт дәүләт университетының, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең органик химия институтының, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең молекула һәм кристалдар физикаһы институтының[2] диссертация советтары ағзаһы, БДУ-ның химия факультеты ғилми советы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кинетика и механизм озонированого окисления метилэтилкетона в жидкой фазе. Черноголовка. 1975.
  • Антиокислительные свойства ряда производных урацила (в соавторстве). Вестник БГУ. 2004 № 3.
  • Новые производные 2-[2-(2,6-дихлораннлнно) фенил]уксусной кислоты с выраженным противовоспалительным действием// Известия ВУЗов. (в соавторстве). Сер. Химия и хим. технология. 2008 г., т.5 I, № 5, с.87-92.
  • Нестероидные противовоспалительные лекарственные средства. Сообщение I. Исследование взаимосвязи «структура-эффективность противовоспалительного действия» (в соавторстве). «Биомедицинская химия». т. 53, вып. № 3, 2007 г. — с. 266—275.
  • Анализ механизма радикально-цепного окисления этилбензола в присутствии добавок N-2-этилгексил-N’-фенил-п-фенилендиамина. Бутлеровские сообщения (в соавторстве). 2018. Т.53. № 1. С.102-106. ROI: jbc-01/18-53-1-102.
  • N-2-этилгексил-N’-фенил-п-фенилендиамин в качестве ингибитора радикально-цепного окисления этилбензола. Бутлеровские сообщения (в соавторстве). 2017. Т.50. № 6. С.126-131. ROI: jbc-01/17-50-6-126.
  • Урацилы как ингибиторы радикально-цепного окисления органических соединений. Бутлеровские сообщения (в соавторстве). 2011. Т.25. № 6. С.22-28. ROI: jbc-01/11-25-6-22.
  • The kinetic model of ndecane oxidation in the presence of inhibitory composition / M. V. Tikhonova, G. G. Garifullina, A. Ya. Gerchikov, S.I. Spivak / International Journal of Chemical Kinetics. — 20.