Эстәлеккә күсергә

Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1909
Рәсем
Рәсми атамаһы Саратовский государственный университет им. Н. Г. Чернышевского
Ҡыҫҡаса атамаһы СГУ
Дәүләт  Рәсәй
 Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Һарытау
Уҡыусылар һаны 29 820
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Һарытау, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт sgu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Саратовского государственного университета[d]
Карта
 Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты Викимилектә

Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт милли тикшеренеү университеты — Рәсәйҙең юғары уҡыу йорто, Һарытау ҡалаһының боронғо уҡыу йорто. 1909 йылда нигеҙ һалына. Милли тикшеренеү университеты (НИУ) статусына эйә[2].

Университет тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һарытау университетын ойоштороу һәм төҙөү буйынса комиссия. Һулдан уңға ултыралар: профессор Н. Г. Ушинский, профессор А. Э. Незнамов профессор, халыҡ мәғарифы министры М. П. Кауфман, профессор В. П. Амалицкий, профессор И. А. Щербаков; баҫып торалар: профессор А. А. Жандр, профессор И. П. Филевич (1907)
Һарытау дәүләт университеты асылыу көнөндә, 6 декабрь 1909 йыл

Император Николай университетына 1909 йылдың 10 июнендә, Һарытау йәмәғәтселегенең, хакимиәттең һәм премьер-министр П. А. Столыпиндың ныҡышмалылығы арҡаһында нигеҙ һалына. Уҡыу йорто Николай университеты булараҡ асыла. 6 декабрҙә тантана үтә һәм уға император Николай II ризалығы менән уның исеме бирелә. Шул уҡ көндө ғибәҙәттән һәм тәре йөрөшөнән һуң университеттың буласаҡ корпустары урынына нигеҙ ташы һалына. Төҙөлөшкә архитектор итеп кКарл Людвигович Мюфке саҡырыла. Бер нисә йылда уға юғары сифатлы берҙәм ансамбль төҙөргә мөмкин була.

Император Николай исемендәге Һарытау университеттың беренсе ректоры Разумовский Василий Иванович була. Башта университет составында бер генә — медицина факультеты булһа, 1917 йылда физика-математика, тарих-филология һәм юридик факультеттар булдырыла. Тарих-филология факультеты деканы Семен Людвигович Франк була. Университетта П. К. Галлер.эшләй. Революциянан һуңғы йылдарҙа агрономия факультетында Н. И. Вавилов эшләй.

1922 йылда агрономия факультетына үҙ аллы Ауыл хужалығы институты итеп үҙгәртелә.

1923 йылдың октябрендә университет Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университеты тип үҙгәртелә.

1930 йылда медицина факультеты институтҡа әйләндерелә. 1931 йылда совет төҙөлөшө һәм хоҡуҡ факультеты базаһында совет хоҡуғы институты ойошторола, ул совет булдырыу, Һарытау дәүләт хоҡуҡ академияһына нигеҙ булып тора. Шул уҡ йылда педагогия факультеты институтҡа әйләндерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Һарытауға Ленинград университеты эвакуациялана. Был ваҡытта университеттың үҫешенә Е. Ф. Гросс, тарихсы В. В. Мавродин, филологтар М. П. Алексеев, Г. А. Гуковский һәм Ю. Г. Оксман йоғонто яһай. Төрлө йылдарҙа университетта:

  • математиктар В. В. Голубев, И. Г. Петровский, А. Я. Хинчин, А. Г. Курош, В. В. Вагнер, А. М. Богомолов;
  • физиктар В. Д. Зернов, В. П. Жузе, Г. А. Остроумов, В. И. Калинин, П. В. Голубков, В. Н. Шевчик;
  • филологтар Н. Н. Дурново, М. Фасмер, В. М. Жирмунский, Н. К. Пиксанов, А. П. Скафтымов, В. В. Буш;
  • химиктар В. В. Челинцев, Р. В. Мерцлин, Н. А. Шлезингер, И. С. Мостафин;
  • биологтар Н. И. Вавилов, А. А. Рихтер, Н. А. Максимов, И. В. Красовская;
  • геологтар Б. А. Можаровский, А. И. Олли, В. Г. Очев;
  • тарихсылар В. Г. Борухович, В. Н. Парфёнов, Н. А. Троицкий;
  • дәүләт һәм хоҡуҡ тарихсыһы, юрист С. В. Юшков, криминалист Г. Ю. Маннс, юристар Б. Б. Черепахин, Ф. Д. Корнилов, И. К. Козьминых;
  • фольклористар Б. М. Соколов, Т. М. Акимова, В. К. Архангельская эшләй.

Университет ректорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. В. И. Разумовский (1909—1912)
  2. А. И. Чуевский (7 май — 27 октябрь, 1912 йыл, вазифаға раҫланмай)
  3. Н. Г. Стадницкий (1912—1913, вазифа башҡарыусы)
  4. П. П. Заболотнов (1913—1918)
  5. В. А. Арнольдов (5 май — 28 сентябрь, 1918 йыл, вазифа башҡарыусы)
  6. Физика-математика фәндәре докторы В. Д. Зернов (1918—1921)
  7. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы В. В. Голубев (1921—1922)
  8. С. Р. Миротворцев (1923—1928)
  9. З. С. Каценбоген (1928—1932; 1930 йылдан — директор вазифаһында)
  10. Д. А. Рамзаев (1933—1935; директор вазифаһында)
  11. Г. К. Хворостин (1935—1937; директор вазифаһында)
  12. Химия фәндәре докторы В. П. Голуб (август — октябрь 1937 йыл; директор вазифаһын башҡарыусы)
  13. Физика-математика фәндәре кандидаты А. Р. Марченко (1937—1938; директор вазифаһында)
  14. Г. К. Русаков (29 апрель, 1938 йыл — 24 март, 1941 йыл)
  15. Физика-математика фәндәре кандидаты Д. И. Лучинин (31 март — 7 июль, 1941 йыл)
  16. В. А. Артисевич (1941—1942, вазифа башҡарыусы)
  17. Иҡтисад фәндәре кандидаты А. А. Вознесенский (1942—1944, вазифа башҡарыусы)
  18. Геология-минералогия фәндәре докторы Н. И. Усов (1944—1946)
  19. Физика-математика фәндәре докторы П. В. Голубков (1946—1950)
  20. Химия фәндәре докторы А. А. Пономарев (1950, вазифа башҡарыусы)
  21. Химия фәндәре докторы В. Р. Мерцлин (1950—1965)
  22. География фәндәре докторы В. Г. Лебедев (1965—1969)
  23. Филология фәндәре докторы П. А. Бугаенко (1969—1970, вазифа башҡарыусы)
  24. Физика-математика фәндәре докторы В. Н. Шевчик (1970—1977)
  25. Техник фәндәр докторы А. М. Богомолов (1977—1994)
  26. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Д. И. Трубецков (1994—2003)
  27. Физика-математика фәндәре докторы Л. Ю. Коссович (2003—2013)
  28. География фәндәре докторы А. Н. Чумаченко (2013 йылдан)

Һарытау дәүләт университеты бөгөн

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1998 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән Һарытау дәүләт университеты составына һарытау һәм Балашов педагогия институттары, Радиоэлектроника колледжы һәм Политехникум индерелә.

Һарытау дәүләт университеты структураһында 15 факультет (биология, география, геология, социология, механика-математика, сит ил телдәре һәм лингводидактика, мәғлүмәт технологиялары һәм компьютер фәндәре, нано- һәм биомедицина технологиялары, һыҙыҡһыҙ процестар, психология, психологик-педагогик һәм махсус белем, физик, фәлсәфә, иҡтисад, юридик), 6 белем биреү институты (Тарих һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, өҫтәмә һөнәри белем биреү, сәнғәт, физик культура һәм спорт, химия, Филология һәм журналистика институты. Балашов ҡалаһындағы филиал — Рәсәй вуздары филиалдары араһында иң ҙуры — уның биш факультеты бар. Университетта белем биреү һәм фәнни-тикшеренеү процесын 166 кафедра, шул иҫәптән 12 база кафедраһы, тәьмин итә.

Университет составына В. А. Артисевич исемендәге зона фәнни китапханаһы, Яңы мәғлүмәт технологияларының Волга буйы төбәге үҙәге, Хисаплау үҙәге, Нәшриәт һәм типография инә.

Күп ядролы кластерға эйә Һарытау дәүләт университеты суперкомпьютерҙары булған вуздарҙы берләштереүсе федераль селтәргә индерелгән. Наноиндустрияның 42 үҙәгенең береһе булараҡ уҡыу йорто милли нанотехнологик селтәргә тоташтырылған, әйткәндәй, тап уның базаһында ошоселтәр мәғлүмәттәре һаҡлана. ҺДУ-нда туғаҙ йүнәлеш буйынса «Известия вузов. Прикладная нелинейная динамика», «Электрохимическая энергетика», «Поволжский экологический журнал», «Современная герпетология», «Известия СГУ. Новая серия» журналдары һәм башҡа йүнәлештәр буйынса халыҡ-ара һәм вуз-ара тематик йыйынтыҡтар сығарыла, шуларҙың 13-ө Юғары аттестация комиссияһына (ВАК) инә.

Һарытау дәүләт университетында фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәрҙе, инновацион эшмәкәрлекте ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү- ғилми институттары, үҙәктәр, лабораториялар, музейҙар, инновацион һәм ҡулланылышҡа индереү структуралары тәьмин итә. Улар араһында: Наноструктуралар һәм биосистемалар белем биреү-ғилми институты, Тәбиғи фәндәр ғилми-тикшеренеү институты, археология һәм мәҙәни мираҫ институты, Ботаника баҡсаһы, сәнәғәттә компьютер технологиялары өлкә үҙәге, технопарктар, өс трансфер технологиялар үҙәге, коллектив ҡулланыу үҙәге, бизнес-инкубатор бар.

ҺДУ — илдең үҙ составында РФ Мәғариф министрлығының һәм иң ҙур фондтарҙың (Карнеги корпорацияһы, МакАртуров фонды, CRDF) гуманитар өлкәлә (МИОН — Төбәк-ара ижтимағи фәндәр институты), шулай уҡ тәбиғи фәндәр (НОЦ — «Нелинейная динамика и биофизика» ғилми-белем биреү үҙәге) өлкәһендә абруйлы гранттар буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн үҙ структураһы булған өс вузының береһе. Был ике дисциплина-ара структура тейешле конкурстарҙа еңеү яулау һәҙәмтәһе һәм Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбенә инә. Һарытау дәүләт университетында өҙлөкһөҙ әҙерләү циклы тормошҡа ашырыла: вузға тиклемге әҙерлек — урта профессиональ белем биреү — юғары профессиональ белем биреү — вуздан һуң белем биреү — белгестәрҙең белемен камиллаштырыу һәм квалификацияһын күтәреү. ҺДУ-ҙа 26342 студент һәм 590 аспирант уҡый. Белем биреү 82 специальность буйынса алып барыла, 21 һөнәр буйынса — урта профессиональ белем, 61 һөнәр буйынса — аспирантура, 5 һөнәр буйынса — докторантура, 28 һөнәр буйынса — бакалавриат, 13 — магистратура, 15 — өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса, 26 — профессиональ әҙерлек. Ҡағиҙә булараҡ, уҡыу йортонда яңы һөнәрҙәр төбәк партнерҙар инициативаһы һәм ярҙамы менән асыла.

Дөйөм алғанда Һарытау дәүләт университеты 19 эреләтелгән (ғәмәлдәге 28 төркөмдән) төркөм буйынса белем биреү программаһын тормошҡа ашыра, ғилми һәм белем биреү учреждениеларына, иҡтисадтың юғары технологиялы секторҙары һәм социаль өлкә предприятиелары һәм ойошмалары өсөн белгестәр әҙерләй. Шул уҡ ваҡытта өлкәнең педагогик һөнәрҙәр буйынса кадрҙар әҙерләгән берҙән-бер вуз. Кадрҙар әҙерләүҙән тыш, ҺДУ уларҙың белемен Өҫтәмә һөнәри белем биреү институтында артабан камиллаштырыу менән дә шөғөлләнә. Ҡеүәтле фәнни-мәғариф потенциалы һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһендәге яйға һалынған эшмәкәрлек университетты ғилми-педагогик квалификация күтереүсе Рәсәй вуздары исемлегенә индереүгә нигеҙ булып тора. 2007—2010 йылдарҙа Һарытау дәүләт университетында Рәсәй Федерацияһының 66 ҡалаһында — Мурманскиҙан Көньяҡ Сахалинға тиклем урынлашҡан 142 вуздан 635 уҡытыусы квалификацияһын арттыра. 142 юғары уҡыу йорто — ул Рәсәй Федерацияһының Мөғариф министрлығы ҡрамағында булған вуздарҙың яртыһы тиерлек. Университет белгестәре шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһы системаһының граждан хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреүҙе лә тәьмин итә.

Һарытау дәүләт университетының белем сифаты менеджменты ГОСТ Р ИСО 9001-2008 стандарттары талаптарына ярашлылыҡ сертификатын ала. ҺДУ-ла 1704 уҡытыусы һәм ғилми хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 239 фән докторы һәм 879 фән кандидаты (ике эштә эшләүселәрҙе лә иҫәпкә алып). Университеттың алдынғы профессорҙары араһында — 8 РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Фәндәр академияһының 1 мөхбир ағзаһы бар. Уҡыу йортонда күп тиҫтә йылдар аспирантура һәм докторантура, 37 фәнни һөнәр буйынса 15 докторлыҡ ғилми советы эшләй. Һуңғы йылдарҙа 60 йәш ғалим грант эйәһе булды, шуларҙың 13-ө РФ Президенты грантын ала, рәсәй фәндәр академияһының бишеһе РФА миҙалдары менән бүләкләнгән.

2002 йылдан ҺДУ ACM ICPC программалаштырыу буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша. 2013 йылда университет иҫәбендә 5 — көмөш, ике алтын миҙал, 2002 йылда Европа һәм 2006 йылда донъя чемпионы титулы була[3][4][5][6][7][8][9].

2010 йылда ҺДУ милли тикшеренеү университетына әйләнә[10].

ҺДУ илдең иң яҡшы егерме юғары уҡыу йорто иҫәбенә инә (2011 йылда 13-14 урындар биләй[11]).

Философия фәндәре докторы, физика-математика фәндәре кандидаты, Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының Философия һәм фән методологияһы кафедраһы профессоры Афанасьева Вера Владимировна РФ мәғариф министры Ольга Васильеваға асыҡ хат яҙа[12]. Ул унда, шулай уҡ интернеттағы үҙ блогында[13] һәм бер йылдан һуң Znak.com агентлығына интервьюһында[14] Рәсәй мәғарифының киҫкен проблемаларына ҡағыла:

  • Юғары мәктәп уҡытыусыларының ауыр матди хәле.
  • саманан тыш канцелярия отчеттары яҙыу.
  • Уҡытыусыларҙы алдашырға һәм имитацияға мәжбүр итеү.
  • Йәштәр араһында юғары белемдең абруйы төшөүе.
  • Сиктән тыш ауыр әхләҡи-психологик шарттарға.

Ошо һәм башҡа проблемалар тураһында шулай уҡ «Новой газеты» мәҡәләһендә лә һөйләнелә[15].

Университет институттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Балашов институты
  • Археологик һәм мәҙәни мираҫ институты
  • Өҫтәмә профессиональ белем биреү институты
  • Сәнғәт институты
  • Тарих һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты (элекке тарих факультеты)
  • Хәүеф институты
  • Физик культура һәм спорт институты
  • Филология һәм журналистика институты (элекке филологияһы һәм журналистика факультеты)
  • Химия институты (элекке химия факультеты)
  • Оптика һәм биофотоника фәнни-мәғариф институты
  • Наноструктуралар һәм биосистемалар белем биреү-ғилми институты
  • Микро- һәм наноэлектроника берләшкән институты
  • Электрон һәм дистанцион уҡытыу институты

ҺДУ-ның Педагогия институты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 йылда ҺДУ составына индерелә, алты факультеты бар:

  • рус әҙәбиәт ғилеме;
  • педагогика, психология һәм башланғыс белем;
  • сит телдәр;
  • сәнғәт һәм художестволы белем биреү;
  • коррекцион педагогика һәм махсус психология;
  • физик тәрбиә

2011 йылда, Педагогия институты университетының структура подразделениеһы булараҡ йәшәүҙән туҡтай. Факультеттар тарҡала.

ҺДУ-ның Балашов институты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙ эсенә түбәндәге факультеттарҙы ала:

  • математик, иҡтисад һәм информатика;
  • филология;
  • биология һәм экология;
  • сит телдәр;
  • психология;
  • социаль эш;
  • физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге;
  • педагогик.

П. Н. Яблочков исемендәге радиоэлектроника колледжы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндәге бүлектәрҙе үҙ эсенә ала:

  • приборҙар эшләү;
  • радиоэлектрон;
  • машиналар эшләү.

Идара итеү һәм сервис колледжы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөнәрҙәр:

  • Туризм
  • Реклама
  • Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе
  • Страховка эше
  • Менеджемент
  • Ҡунаҡханалар сервисы
  • Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре

Геология колледжы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Түбәндәге бүлектәрҙе үҙ эсенә ала:

  • иҡтисади-хоҡуҡи
  • геодезик
  • нефть

Юғары уҡыу йортоноң китапханалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • А. А. Артисевич исемендәге Һарытау зона фәнни китапханаһы
  • Балашов китапхана институты (филиалы)
  • П. Н. Яблочков исемендәге радиоэлектроника колледжы китапханаһы.
  • Геология колледжы китапханаһы

Һарытау дәүләт университеты территорияһында түбәндәге һәйкәлдәр ҡуйылған:

ҺДУ территорияһында 1941—1945 йылдарҙа һәләк булға хеҙмәткәрҙәр һәм студенттар иҫәтелегенә Мемориал ҡуйылған. Һәйкәл 1970 йылдың 9 майында, Еңеүҙең 25 йыллығына асыла. Проект авторҙары — ҺДУ хеҙмәткәрҙәре В. Киселев һәм Б. Борисов, скульпторы Е. Тимофеев. 1995 йылдың 9 майында мемориал изгеләндерелә.

Файл:Мемориал в СГУ.JPG
ҺДУ мемориалы
ҺДУ-ның 1-се корпусы эргәһендә Изге Мефодий һәм Кирилл ҡорамы

2009 йылда университет ҡаласығы территорияһында элек ғибәҙәтхана булған урында Изге апостолдарға тиңләштерелгән Кирилл һәм Мефодийҙың ҡорамы төҙөлә башлай. Төҙөлөш 2014 йылда тамамлана[16].

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Национальные исследовательские университеты. Дата обращения: 21 май 2019. Архивировано 28 июль 2019 года.
  3. ICPCWiki: Results World Finals 2002. // The ACM-ICPC International Collegiate Programming Contest. Дата обращения: 22 февраль 2018. 2012 йыл 26 октябрь архивланған.
  4. ICPCWiki: Results World Finals 2003. // The ACM-ICPC International Collegiate Programming Contest. Дата обращения: 22 февраль 2018. 2012 йыл 26 октябрь архивланған.
  5. ICPCWiki: Results World Finals 2006. // The ACM-ICPC International Collegiate Programming Contest. Дата обращения: 22 февраль 2018. 2012 йыл 26 октябрь архивланған.
  6. ICPCWiki: Results World Finals 2007. // The ACM-ICPC International Collegiate Programming Contest. Дата обращения: 22 февраль 2018. 2012 йыл 26 октябрь архивланған.
  7. ICPCWiki: Results World Finals 2009. // The ACM-ICPC International Collegiate Programming Contest. Дата обращения: 22 февраль 2018. 2013 йыл 11 февраль архивланған.
  8. ICPCWiki: Results World Finals 2010. // The ACM-ICPC International Collegiate Programming Contest. Дата обращения: 22 февраль 2018. 2013 йыл 5 август архивланған.
  9. ICPCWiki: Results World Finals 2011. // The ACM-ICPC International Collegiate Programming Contest. Дата обращения: 22 февраль 2018. 2012 йыл 4 июль архивланған.
  10. СГУ стал национальным исследовательским университетом, // СГУ. 22 февраль 2018 тикшерелгән. 2013 йыл 17 апрель архивланған.
  11. Национальный рейтинг университетов. // Unirating.ru. Дата обращения: 22 февраль 2018. 2018 йыл 22 февраль архивланған.
  12. Вера Афанасьева. Открытое письмо министру образования РФ Ольге Васильевой. Пять признаков тяжёлой болезни. // Русский Бастион. Дата обращения: 22 февраль 2018. 2018 йыл 22 февраль архивланған.
  13. Вера Афанасьева. Пять причин, по которым не следует становиться профессором. // Взгляд-инфо (12 ғинуар 2017). Дата обращения: 22 февраль 2018.
  14. Евгений Сеньшин. «Стране не нужны образованные люди — ими трудно управлять». Беседа с Верой Афанасьевой 2020 йыл 25 ноябрь архивланған. // Znak.com, 28.02.2018.
  15. Надежда Андреева Ума оплата. Сколько стоит гранит науки и почему коррупция в высшей школе «достигает самых высоких уровней» // Новая газета. — 2017. — № 61.
  16. Храм Святых равноапостольных Кирилла и Мефодия г. Саратова. Саратовская и Вольская епархия. Дата обращения: 9 февраль 2015.
  • Саратовский государственный университет им. Н. Г. Чернышевского // Университеты и научные учреждения / Ред. коллегия: Р. И. Белкин, Г. И. Бройдо, Х. З. Габидуллин и др.; Наркомпрос РСФСР. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.; Л.: Объединённое научно-техническое издательство, 1935. — VIII, 585 с.
  • Саратовский государственный университет имени Н. Г. Чернышевского // Румыния — Сен-Жан-де-Люз [Электронный ресурс]. — 2015. — С. 429—430. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 29). — ISBN 978-5-85270-366-8.