Эстәлеккә күсергә

Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Ураҙбай, Этҡол ауыл советы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы

Исхаҡов Вәдүт Ғәйфулла улы (29 апрель 1971 йыл) — педагог, журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире. 2020 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе.

Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов 1971 йылдың 29 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ураҙбай ауылында тыуған.

1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1993 йылдың авгусынан 1999 йылдың сентябренә тиклем Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.[1]

1999 йылдың сентябренән 2000 йылдың ғинуарына тиклем — Ишембай ҡала уҡытыу-производство комбинаты директоры.

2000 йылдың ғинуарынан 2006 йылдың ғинуарына тиклем — «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.

2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлай.

2006 йылдың ғинуарынан 2015 йылдың апреленә тиклем — Ишембай ҡалаһы һәм районының «Торатау» гәзитенең баш мөхәррире.

2015 йылдың апреленән 2018 йылғаса — Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» ДУП нәшриәт йорто филиалы — Ишембай мәғлүмәт үҙәге директоры, «Торатау» гәзите баш мөхәррире.

2018 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе.

Маҡтаулы исем һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре (2022)