Андре Агасси
Андре́ Кирк Ага́сси (ингл. Andre Kirk Agassi, 29 апрель 1970 йыл, Лас-Вегас) — АҠШ-тың профессиональ тенниссыһы, филантроп, сығышы менән әрмән, Ҙур шлем серияһының һигеҙ турниры еңеүсеһе, олимпия чемпионы.
Иран иммигрантының улы Андре Агасси бала сағынан теннис уйнарға өйрәнә. 13 йәшендә Ник Боллетьериҙың теннис академияһына инә, 16 йәшендә инде донъяның иң яҡшы йөҙ тенниссыһы иҫәбендә була, 19 йәшенә ике миллион долларҙан ашыу аҡса эшләп өлгөрә һәм Профессиональ тенниссылар ассоциацияһы (АТР) рейтингында өсөнсө урынға күтәрелә. Артабанғы карьераһы барышында ул 60 индивидуаль турнирҙа, шул иҫәптән Ҙур шлемдың һигеҙ турнирында еңә, Олимпия уйындарында һәм Ҙур шлемдың бөтә дүрт турнирында ла еңеү яулап, ирҙәр араһында беренсе булып, карьера "Алтын шлем"ына эйә була. АҠШ йыйылма командаһы составында ул өс тапҡыр Дэвис Кубогын (милли ирҙәр командалары кимәлендәге иң абруйлы теннис трофейы) яулай. 1995 һәм 2003 йылдар араһында ул йыйыныһы 101 аҙна дауамында донъяның беренсе ракеткаһы була, 2003 йылда тарихта АТР рейтингы башында торған иң өлкән уйынсы була.
Спорттағы уңыштарынан тыш, Агасси хәйриәлек эшмәкәрлеге менән дә билдәле. Ул Андре Агассиҙың Белем биреү фондын, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн Андре Агасси Спорт клубын һәм Андре Агасси колледжына инеү өсөн Әҙерлек академияһын асҡан, шулай уҡ «Спортсылар өмөт өсөн» ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе. Гуманитар өлкәләге хеҙмәттәре ике тапҡыр АТР-ҙың Артур Эш исемендәге «Кешелеклелек һәм мәрхәмәтлек өсөн» призы менән билдәләнә. 2011 йылда Андре Агассиҙың исеме Халыҡ-ара теннис даны залы исемлектәренә индерелә, унан ике йыл элек баҫылып сыҡҡан автобиографияһында метамфетамин ҡабул итеүен таныуы ла быға ҡамасаулай алмай.
Андре Агасси — уңышлы эшҡыуар, уның эшмәкәрлек даирәһенә төҙөлөш, ресторан һәм ҡунаҡхана бизнесы, күсемһеҙ милек менән сауҙа, спорт һәм төнгө клубтар инә. 1997 йылдан 1999 йылға тиклем никахта торған беренсе ҡатыны, актёр һәм модель Брук Шилдс менән айырылғас, Агасси 2001 йылда шөһрәтле тенниссы, классик «Алтын шлем» яулаған Штеффи Графҡа өйләнә. Андре менән Штеффиҙың ике балаһы бар.
Ғаиләһе һәм бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андре Агасси 1970 йылдың 29 апрелендә АҠШ-тың Невада штатындағы Лас-Вегас ҡалаһында тыуған, Эммануэль «Майк» Агасси менән Элизабет Дадли ғаиләһендә дүртенсе бала (кинйәләре) була. Эммануэль Агасси — Иран, унан һуң Америка боксёры, Тәһран ҡалаһында әрмән ғаиләһендә донъяға килгән [8][9]. Эммануэль 1948 һәм 1952 йылғы Олимпия уйындарында Иран исеменән ҡатнаша. Уның атаһы балта оҫтаһы Давид Агасян Киевта тыуған һәм граждандар һуғышы осоронда Иранға эмиграциялаған, унда төрөк ҡыйралыштарынан хәүефләнеп, фамилияһын Агассиға алмаштырған; Майктың әсәһе Нуния Төркиә әрмәне була [10]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Агассиҙарҙың әллә ассирий[11], әллә фарсы[12] тамырҙары булыуы тураһында ла телгә алына, ләкин Андреның да, атаһының да автобиографияларында был фараздарҙы раҫлаған дәлил осрамай.
Иранда йәшәгән Эммануэль Агасси, Икенсе донъя һуғышы йылдарында Америка христиан миссияһы сиркәүе эргәһендәге корттарҙа Америка һәм Британия һалдаттары уйнағанын күреп, теннис менән таныша һәм был уйынға ғашиҡ була. Һалдаттарҙың береһе малайға ракетка бүләк итә. Был уның беренсе ракеткаһы була һәм малай уны һуңынан АҠШ-ҡа ла алып китә[13].
Агасси АҠШ-ҡа 1952 йылдың аҙағында эмиграциялай[14], теннис менән мауығыуын ташламай, Лас-Вегаста үҙҙәре йәшәгән йорт эргәһендә грунт-бетон корт эшләп ҡуя[15]. Ул балалары — ҡыҙҙары Рита һәм Тами, өлкән улы Филлип (киләсәктә Андре үҙҙәренең ғаиләһен «теннис фон Трапптары» тип атаясаҡ) — менән кескәй саҡтарынан теннис уйнай, ләкин мәшһүр уңышҡа кинйәһе генә өлгәшә[16][17]. Андре тыуыуға Майк бишек өсөн махсус уйынсыҡ — ракеткаға элеп ҡуйылған теннис тубы эшләтә. Улы өсөн үҙенең ҡарашынса баланың ракетка менән эш итеү оҫталығын үҫтерә торған уйындар уйлап таба, Андре атлай башлағас, Майк уға ракетка тоттора һәм туптар ташлай башлай. Дүрт йәшенә малай бөтә төп туп ташлау алымдарын өйрәнә, ә алты йәшендә атаһы ырғытҡан һәр тупты кире ҡағырлыҡ кимәлдә була[18]. Өлкән балаларын туп атҡыс машина ярҙамында күнектергән Майк кинйә улын көн һайын ике мең ярым туп ҡағырға мәжбүр итә [19]. Майк уның өсөн Бобби Риггс, Джимми Коннорс, Илие Настасе, Бьорн Борг, Гарольд Соломон кеүек билдәле тенниссылар менән осрашыуҙар (хатта иптәштәрсә уйындар) ойоштора[18], уны (шулай уҡ ҡыҙы Рита менән улы Филды) йорттан йөҙҙәрсә километрҙа ятҡан Солт-Лейк-Сити менән Хьюстонға йөрөтә, сөнки яҡын-тирәлә юниор турнирҙары булмай[20].
Ун йәшендә Андре АҠШ-тың юниорҙар чемпионатының икенсе әйләнешендә, 11 йәшендә ярымфиналда уйнай[21]. 13 йәшендә атаһы уны Брейдентондағы (Флорида) Ник Боллетьериҙың теннис академияһына уҡырға ебәрә. Боллетьери менән 60-сы йылдар аҙағынан, уның тренер булып эш башлаған ғына сағынан таныш булған Майк был академияла тәрбиәләнеүселәрҙең уңыштары тураһында телетапшырыу ҡарағандан һуң улын шунда бирергә була. Академияның яҡшы уҡыусыларының береһе булған Аарон Крикстейндың кәңәшенә лә ҡолаҡ һала. Боллетьери Андреға академияла түләүһеҙ урын ғына биреп ҡалмай, 1993 йылға тиклем уның тренеры ла була[22].
Профессиональ уйын юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]14 йәшендә Андре Агасси биналағы уйында үҫмерҙәр (16 йәшкәсә) араһында АҠШ чемпионы исемен яулай[23]. 16 йәше тулыр-тулмаҫтан Андре профессионал булараҡ сығыш яһай башлай: 1986 йылдың февралендә Ла-Квинтала (Калифорния) Гран-при турнирында ҡатнаша. Беренсе матчта уҡ ватандашы Джон Остинды 6-4, 6-2 иҫәбе менән еңә, икенсеһендә билдәле швед тенниссыһы Матс Виландерҙан еңелә. Киләһе профессиональ турнирын июлдә Скеннектадиҙа (Нью-Йорк) үткәрә, «челленджер» класы турнирында финалға етә. Рейтингта 310-сы юлда торған Агасси унан өҫтәрәк урынлашҡан дүрт көнәркәшен еңә, финалда донъяның 33-сө ракеткаһы Рамеш Кришнандан еңелә. Августа инде ул рейтингта 12-се урынды биләгән Тим Майотты еңә. Ошо уҡ йылды Агасси беренсе тапҡыр АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты булған Ҙур шлем турнирында ҡатнаша, әммә беренсе әйләнештә үк америкалы Джереми Бейтстан отола[24]. Теннис йылын Андре донъяның иң көслө йөҙ терриссыһы иҫәбендә (91-се урын) тамамлай[25].
1987 йылдың апрелендә Агасси Сеулда Асыҡ чемпионатта Гран-при турнирының финалына тиклем етә. Сирек финалда былтыр үҙен еңгән Кришнанды ота. Ләкин өс сетлы финалда тәжрибәле Джим Граббтан еңелә[26]. Август башында Страттон-Маунтиндағы (Вермонт) Гран-при турнирында беренсе тапҡыр донъя рейтингындағы тәүге тиҫтәгә ингән тенниссыны — австралий Пэт Кэшты еңә, ләкин ярымфиналда уны донъяның шул саҡтағы беренсе ракеткаһы Иван Лендл туҡтата. Шулай ҙа Агасси шөһрәтле көнәркәшенән бер сетты алып өлгөрә һәм уйын 2-6, 7-5, 3-6 иҫәбе менән тамамлана. Йыл аҙағына 18 йәшкә лә етмәгән Агасси рейтингта 25-се урынға күтәрелә.
Агасси карьераһында 1988 йыл бик уңышлы була. Андре Гран-приҙың 6 турнирында еңеү яулай, Ҙур шлемдың ике турнирында ярымфиналға етә[27]. Апрелдә уны Дэвис Кубогы уйындарында ҡатнашыу өсөн АҠШ-тың йыйылма командаһына саҡыралар[28]. Миҙгел аҙағына 18 йәшлек Андре рейтингтың өсөнсө юлына үрләй.
1990 йылда Агасси Ки-Бискейнда юғары категориялы турнирҙа еңеүсе була. Агасси беренсе тапҡыр Ҙур шлем турнирының финалына етә: Францияның Асыҡ чемпионатында финалда эквадорлы Андрес Гомес менән осраша, әммә 3-6, 6-2, 4-6, 4-6 иҫәбе менән еңелә. Өс айҙан Агасси миҙгелдә икенсе тапҡыр Ҙур шлем финалында уйнай, ләкин АҠШ-та үткән был финалда үҙенән йәшерәк америкалы Пит Сампрастан еңелә. АТР-ҙың донъя чемпионатында (Мастерс турнирының яңы атамаһы) уңышты ҡайтара: Сампрасты, испан Эмилио Санчесты еңә, ярымфиналда донъяның икенсе ракеткаһы Борис Беккерҙы, финалда Эдбергты еңә (5-7, 7-6, 7-5, 6-2)[29].
Миҙгел башында Агасси Дэвис Кубогында Америка йыйылма командаһы етәкселеге менән ҡауға уртаһында ҡала: тренер Том Горман март айында Чехословакия командаһы менән үтәһе матчҡа Агассиҙың таяныс төркөмө эйәреп барыуына ҡаршы була, сөнки ул тенниссының иғтибарын тарҡата тип иҫәпләй. Быға яуап итеп, Агасси матчта ҡатнашыуҙан баш тарта һәм Гормандың отставкаға китеүен талап итә. Агасси урынына Прагаға Аарон Крикстейн китә. Һуңыраҡ USTA рәйесе Дэвид Маркин Горманды йыйылма команданы туплауға ҡыҫылдырмай һәм Агассиҙың киләһе матчтарҙа ҡатнашыуын тәьмин итә[30]. Ул Дэвис Кубогының ярымфиналында ла, финалында ла берәр еңеүгә өлгәшә һәм берәр тапҡыр еңелелә.
1991 йылда Агасси йәнә Франция Асыҡ чемпионатының финалына сыға[31]. Ошо уҡ йылды ул 1987 йылдан һуң тәүге тапҡыр Уимблдон турнирында ҡатнаша һәм сирек финалға етә. Йыйылма команда составында тағы Дэвис Кубогының финалына эләгә һәм Лионда келәм япмала үткән финалда Франция командаһы менән осрашҡан Америка командаһына, Ги Форжены еңеп, мәрәй килтерә, әммә командалаш иптәштәре Пит Сампрас, Кен Флэк һәм Роберт Сегусо йәнәш өс уйында еңелә һәм команда былтыр яуланған кубоктан мәхрүм ҡала[32].
Бронхит арҡаһында 1993 йыл миҙгелендә Агасси йүнләп уйнай алмай, Австралияның Асыҡ чемпионатында ҡатнашмай[33], унан һуң уң ҡулында тендинит барлыҡҡа килеү арҡаһында уйнауҙан туҡталып тора.
Һаулығы арыуланғас, 1994 йылдың яҙында Агасси 1988 йылғы Олимпиада призёры Брэд Гилбертта күнегә башлай. Йыл дауамындағы 19 турнирҙың бишеһендә еңә. Йыл аҙағына рейтингтың 2-се юлына күтәрелә.
1995 йылда Агасси Австралияның Асыҡ чемпионатына бара. Финалға сыға һәм донъяның беренсе ракеткаһы Пит Сампрас менән көс һынаша. Уны 4-6, 6-1, 7-6, 6-4 иҫәбенә еңеп, беренсе тапҡыр Ҙур шлем турнирында еңеү яулай. 1995 йылдың апрелендә яңғыҙ разрядта АТР рейтингының башына уҡ күтәрелгән ун икенсе тенниссы була. Беренсе урынды 1995 йылдың октябренә тиклем һаҡлай.
1996 йыл миҙгеленең беренсе яртыһын уңышһыҙыраҡ үткәрһә лә, Атланталағы XXVI йәйге Олимпия уйындарының теннис буйынса чемпионы булып, Олимпиадалар тарихына инә[34].
1997 йылда карьераһы түбән тәгәрәй, күп ярыштарҙа еңелә. Был уңышһыҙ йылды ул рейтингтың 110-сы урынында тамамлай.
1998 йылда Агассиҙың эштәре ҡабат яҡшыра. Миҙгел эсендә ул ете тапҡыр рейтингтың тәүге тиҫтәһендәге көнәркәштәрен еңә[35], һөҙөмтәлә йыл аҙағында рейтингтың алтынсы юлына күтәрелә.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1986 йылдан профессионал. Яңғыҙ разрядта 60 турнирҙа (шул иҫәптән Ҙур шлемдың 8 турнирында, Мастерс серияһының 17 турнирында, 1 АТР Донъя чемпионатында һәм 1 Олимпия уйындарында) һәм парлы разрядта 1 турнирҙа (Мастерс серияһында) еңә[36]. Яңғыҙ разрядтағы 60 титулдың 49-ы ҡаты япмалы кортта яулана[37].
Ҙур шлемдың һәм Олимпия уйындарының бөтә дүрт турнирында ла еңеүсе булараҡ, Агасси ирҙәр араһында яңғыҙ разрядта карьера "Алтын шлем"ын тарихта беренсе булып яулай (һуңыраҡ ошондай уҡ һөҙөмтәгә Рафаэль Надаль эйә була)[38][39].
«Ҙур шлем» турнирҙарындағы иң яҡшы һөҙөмтәләре:
- Яңғыҙ разрядта Австралияның Асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1995, 2000, 2001, 2003)
- Яңғыҙ разрядта Францияның Асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1999), финалсыһы (1990, 1991).
- Яңғыҙ разрядта Уимблдон турниры чемпионы (1992), финалсыһы (1999).
- Яңғыҙ разрядта АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1994, 1999), финалсыһы (1990, 1992, 2002, 2005).
1999 йылда Францияның Асыҡ чемпионатында еңгәндән һуң, Агасси төрлө ваҡытта төрлө япмалы корттарҙа (ҡаты, грунт һәм үлән) Ҙур шлемдың бөтә турнирҙарында ла еңеүгә өлгәшкән беренсе тенниссы була[40].
Ярыштарҙа ҡатнашыуҙы 2006 йылда туҡтата, карьераһы дауамында бөтәһе 31 152 975 доллар аҡса эшләй. 2015 йыл аҙағына был күрһәткестән биш кенә тенниссы уҙҙырған.
2011 йылда Андре Агасси исеме Халыҡ-ара теннис даны залының исемлегенә индерелә. 2012 йылда ул АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты чемпиондары залының ағзаһы ителә, уның портреты эргәһендәге иҫтәлекле таҡтаташҡа Bold, brash and bigger than life — «ҡыйыу, сая һәм сағыштырғыһыҙ»[41] тип яҙылған.
Яңғыҙ разрядта үҙәк турнирҙарҙа ҡатнашыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Легенда | |
---|---|
- | Үткәрелмәгән |
НУ | Ҡатнашмаған |
1K/2K/3K/4K | 1/2/3/4-се әйләнеш |
КЭ | Әйләнеш этабы |
1/4 | Сирек финал |
1/2 | Ярымфинал |
Ф | Финал |
П | Еңеү |
Турнир | 1986 | 1987 | 1988 | 1989 | 1990 | 1991 | 1992 | 1993 | 1994 | 1995 | 1996 | 1997 | 1998 | 1999 | 2000 | 2001 | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 | 2006 | Бөтәһе | В/П карьера дауамында |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҙур шлем турнирҙары | |||||||||||||||||||||||
Австралияның Асыҡ чемпионаты | - | НУ | НУ | НУ | НУ | НУ | НУ | НУ | НУ | П | 1/2 | НУ | 4К | 4К | П | П | НУ | П | 1/2 | 1/4 | НУ | 4/9 | 48-5 |
Францияның Асыҡ чемпионаты | НУ | 2К | 1/2 | 3К | Ф | Ф | 1/2 | НУ | 2К | 1/4 | 2К | НУ | 1К | П | 2К | 1/4 | 1/4 | 1/4 | 1К | 1К | НУ | 1/17 | 58-16 |
Уимблдон турниры | НУ | 1К | НУ | НУ | НУ | 1/4 | П | 1/4 | 4К | 1/2 | 1К | НУ | 2К | Ф | 1/2 | 1/2 | 2К | 4К | НУ | НУ | 3К | 1/14 | 46-13 |
АҠШ-тың Асыҡ чемпионаты | 1К | 1К | 1/2 | 1/2 | Ф | 1К | 1/4 | 1К | П | Ф | 1/2 | 4К | 4К | П | 2К | 1/4 | Ф | 1/2 | 1/4 | Ф | 3К | 2/21 | 79-19 |
Йомғаҡлау турнирҙары һәм Олимпия уйындары | |||||||||||||||||||||||
АТР чемпионаты/Мастерс Кубогы | НУ | НУ | КЭ | КЭ | П | 1/2 | НУ | НУ | 1/2 | НУ | КЭ | НУ | КЭ | Ф | Ф | КЭ | КЭ | Ф | НУ | КЭ | НУ | 1/13 | 22-20 |
Ҙур шлем Кубогы | - | НУ | НУ | 1К | НУ | 2К | НУ | 1К | НУ | Ф | 2К | - | 0/5 | 4-5 | |||||||||
Олимпия уйындары | - | НУ | - | НУ | - | П | - | НУ | - | НУ | - | 1/1 | 6-0 | ||||||||||
Mercedes-Benz Super 9/ATP Masters турнирҙары | |||||||||||||||||||||||
Индиан-Уэллз | Категорияһыҙ | Ф | 3К | 3К | 2К | 2К | Ф | 1/4 | 1К | 1/4 | НУ | 1К | П | 1К | НУ | 1/2 | 1/4 | 3К | 1/17 | 41-16 | |||
Майами | П | 4К | 2К | 4К | Ф | П | П | 2К | Ф | 2К | 1/2 | П | П | П | 4К | 1/2 | НУ | 6/19 | 63-13 | ||||
Монте-Карло | НУ | 2К | НУ | НУ | 1К | НУ | 3К | НУ | 2К | НУ | НУ | НУ | НУ | НУ | НУ | НУ | НУ | 0/4 | 2-4 | ||||
Италияның Асыҡ чемпионаты | НУ | 1К | НУ | НУ | 2К | НУ | НУ | НУ | НУ | 3К | 3К | 1К | П | 1К | НУ | 1/2 | НУ | 1/11 | 33-10 | ||||
Германияның Асыҡ чемпионаты | 3К | НУ | 2К | НУ | НУ | 1/4 | НУ | НУ | НУ | НУ | НУ | 2К | НУ | НУ | НУ | 1К | НУ | 0/5 | 5-5 | ||||
Торонто/Монреаль | 1/4 | 2К | П | 1/4 | П | П | НУ | НУ | 1/2 | 1/2 | 1К | 1К | НУ | 1/4 | 2К | Ф | НУ | 3/14 | 41-11 | ||||
Цинциннати | 3К | 3К | 3К | 1/2 | НУ | П | П | 1К | 2К | 1/2 | 2К | 1К | 1/4 | НУ | П | НУ | НУ | 3/13 | 31-10 | ||||
Стокгольм/Эссен/Штутгарт/Мадрид | 2К | НУ | НУ | НУ | 1/4 | 3К | 1/4 | 1К | 3К | 1/2 | 3К | 2К | П | НУ | 1/2 | НУ | НУ | 1/12 | 21-11 | ||||
Париж | НУ | НУ | 2К | НУ | П | НУ | 2К | НУ | 1/4 | П | НУ | НУ | 1/4 | НУ | НУ | НУ | НУ | 2/6 | 14-4 | ||||
Миҙгелдәге титулдар | 0 | 1 | 6 | 1 | 4 | 2 | 3 | 2 | 5 | 7 | 3 | 0 | 5 | 5 | 1 | 4 | 5 | 4 | 1 | 1 | 0 | ||
Рейтингтағы урыны | 91 | 25 | 3 | 7 | 4 | 10 | 9 | 24 | 2 | 2 | 8 | 110 | 6 | 1 | 6 | 3 | 2 | 4 | 8 | 7 | 150 |
Яңғыҙ разрядта Ҙур Шлем турнирҙарындағы еңеүҙәре (8)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Профессиональ карьераһын тамамлағас
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теннистағы профессиональ уйын карьераһын тамамлағас, Агасси ғаиләһе менән Лас-Вегаста йәшәүен дауам итә[42] һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә; ҡатыны менән икәүләп күсемһеҙ мөлкәт төҙөйҙәр һәм һаталар, ресторандар һәм ҡунаҡханалар, спорт һәм төнгө клубтар тоталар. 2007 йылда Агасси Longines элитар сәғәт компанияһының реклама йөҙө була, бер йылдан был эштә уға Штеффи ҙа ҡушыла[43].
Агасси төрлө хәйриәлек проекттарында, мәҫәлән, СПИД менән көрәштә, яман шеш сирҙәре сәбәптәрен өйрәнеүсе медицина тикшеренеүҙәре фондына ярҙам итеүҙә, «Глобаль инициатива» программаһында ҡатнаша. 2009 йылда Мөхәммәт Али, Лэнс Армстронг, Джефф Гордон, Джекки Джойнер-Керси, Марио Лемье, Алонзо Моурнинг, Тони Хоук, Миа Хэмм, Андреа Джегер кеүек билдәле спортсылар менән бергә «Спортсылар өмөт өсөн» (ингл. Athletes for HopeAthletes for Hope) тигән ойошманы нигеҙләй, ойошманың төп маҡсаты — «спорт филантропияһы идеалдарын нығытыуға һәм киләсәк быуындарға тапшырыу»ға булышлыҡ итеү.
2009 йылда Агасси янъяллы хәлгә тарый. «Асыҡтан-асыҡ: Автобиография» (ингл. Open: An AutobiographyOpen: An Autobiography) тигән китабын баҫтырып сығара һәм унда 1997 йылда метамфетамин наркотик матдәһен ҡабул итеүе һәм, быны допинг-тест күрһәткәс, осраҡлы рәүештә ассистентының шешәһенән наркотиклы һыу эсеүе менән аңлатып, АТР-ҙы алдауы тураһында белдерә[44]. Шуның менән бергә, наркотикты спорт һөҙөмтәләрен яҡшыртыу өсөн түгел, ә шәхси тормошондағы проблемалар арҡаһында ҡулланыуы тураһында хәбәр итә. ВАДА Профессиональ тенниссылар ассоциацияһынан (АТР) Агасси белдереүе буйынса тикшереү үткәреүен һорай[45]. Әммә АТР, хәҙер Агассиҙың АТР-тур ярыштарында ҡатнашмауына һылтанып, тикшереү үткәреүҙән баш тарта. Агассиҙың әйткәндәренә тәнҡит һүҙҙәре яуа, мәҫәлән, донъяның тағы бер шөһрәтле тенниссыһы Марат Сафин Агассиҙың бөтә титулдарҙан ваз кисергә тейешлеге тураһында белдерә[46]. Шулай уҡ Роджер Федерер, Рафаэль Надаль, Мартина Навратилова кире мөнәсәбәт белдерә. Тәнҡитселәргә Агасси тәүҙә китабын уҡып сығырға, шунан һуң ғына фекер әйтергә тәҡдим итә[47]. Тағы шуныһы: Агассиҙың үҙен-үҙе фашлауы айҡанлы әйтелгән бөтә фекерҙәр ҙә кире булмай, мәҫәлән, Джон Ньюкомб метамфетамин ҡабул итеүҙең спорт һөҙөмтәләрен киреһенсә насарайтыуы тураһында әйтә[48], Евгений Кафельников та хәлгә аңлау менән ҡарай[49]. Билдәле теннис комментаторы Бад Коллинз спортсының намыҫлы ғәмәле менән һоҡлана һәм, филантропҡа әйләнгән спортсы йомшағыраҡ мөнәсәбәткә лайыҡ, ти[50].
Автобиографияһында яҙғандары данлыҡлы тенниссының абруйын ҡаҡшата алмай. 2011 йылда Андре Агассиҙың исеме Халыҡ-ара теннис даны залына индерелә[39] . Шул уҡ Агасси Garden of Dreams фонды премияһы лауреаты була[51]. 2012 йылда исеме АҠШ-тың Асыҡ чемпионатының Дан залы исемлектәренә индерелә[41].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #119241579 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ https://www.independent.ie/sport/other-sports/ten-great-tennis-rivalries-26460274.html
- ↑ Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 667. — ISBN 978-0-942257-70-0
- ↑ 5,0 5,1 5,2 сайт ATP
- ↑ Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 666. — ISBN 978-0-942257-70-0
- ↑ 7,0 7,1 сайт ITF
- ↑ Cobello, 2004, p. 1
- ↑ Christopher, 1997, p. 2
- ↑ Cobello, 2004, pp. 12—14
- ↑ Nicholas Awde, Nineb Lamassu, Nicholas Al-Jeloo. Modern Aramaic (Assyrian/Syriac) Dictionary and Phrasebook. — New York: Hippocrene Books, 2007. — P. 278. — ISBN 0-7818-1087-6.
Andre Agassi . Persian Mirror: The Modern Magazine for Famous Iranians, Persian Celebrations, Cuisine, Culture & Community. Дата обращения: 23 октябрь 2012. Архивировано 5 ноябрь 2012 года. 2006 йыл 30 ғинуар архивланған. - ↑ John Tehranian. Whitewashed: America's Invisible Middle Eastern Minority. — New York University Press, 2009. — P. 74. — ISBN 0-8147-8306-6.
- ↑ Cobello, 2004, pp. 19—22
- ↑ Cobello, 2004, p. 44
- ↑ Cobello, 2004, p. 10
- ↑ Cobello, 2004, p. 3
- ↑ Agassi, 2009, pp. 34, 57
- ↑ 18,0 18,1 Cobello, 2004, pp. 81—82
- ↑ Agassi, 2009, p. 28
- ↑ Cobello, 2004, pp. 87—89
- ↑ Agassi, 2009, pp. 54—55
- ↑ Cobello, 2004, pp. 104—110
- ↑ Cobello, 2004, p. 110
- ↑ Результаты выступлений в 1986 году, одиночный разряд на сайте АТР (инг.)(англ.)
- ↑ История продвижения в рейтинге на сайте АТР (инг.)(англ.)
- ↑ Турнирная сетка, Сеул, 1987 год, одиночный разряд на сайте АТР (инг.)(англ.)
- ↑ Результаты выступлений в 1988 году, одиночный разряд на сайте АТР (инг.)(англ.)
- ↑ Ҡалып:Профиль участника Кубка Дэвиса(англ.)
- ↑ Результаты выступлений в 1990 году, одиночный разряд на сайте АТР (инг.)(англ.)
- ↑ John Feinstein, 1992, pp. 224—225
- ↑ Результаты выступлений в 1991 году, одиночный разряд на сайте АТР (англ.)
- ↑ Результаты финального матча Кубка Дэвиса 1991 года на официальном сайте Кубка Дэвиса (англ.)
- ↑ Cobello, 2004, p. 127
- ↑ Результаты выступлений в 1996 году, одиночный разряд на сайте АТР (англ.)
- ↑ Результаты выступлений в 1998 году, одиночный разряд на сайте АТР (англ.)
- ↑ Титулы и финалы на сайте ATP (инг.)(англ.)
- ↑ Статистика выступлений на сайте ATP (инг.)(англ.)
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;BestMoments
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 39,0 39,1 Рустам Шарафутдинов. Репутация сыграла за Агасси . Газета.Ru (10 июль 2011). Дата обращения: 7 ноябрь 2012. Архивировано 20 ноябрь 2012 года.
- ↑ Who were the most successful champions on each surface? (ингл.). The Grand Slam Tennis Archive. Дата обращения: 7 ноябрь 2012. Архивировано 20 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 20 ноябрь архивланған.
- ↑ 41,0 41,1 Adena Andrews. Andre Agassi joins Court of Champions (ингл.). ESPN (9 сентябрь 2012). Дата обращения: 12 ноябрь 2012. Архивировано 20 ноябрь 2012 года.
- ↑ Mark Stevens. Anyone for tennis? Not in the house that Andre Agassi and Steffi Graf built (ингл.). Courier Mail (15 май 2011). Дата обращения: 25 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Melody Ng. Women’s tennis icon Steffi Graf joins husband Andre Agassi as Longines brand 'Ambassador of Elegance' (ингл.). The Moodie Report (20 ноябрь 2008). Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Агасси признался, что обманывал антидопинговые службы . Спорт-Экспресс (28 октябрь 2009). Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ ВАДА просит ATP разобраться в «деле Агасси» . Спорт-Экспресс (3 ноябрь 2009). Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ «Дело Агасси» закрыто . Eurosport (21 ноябрь 2009). Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Агасси: «Сначала читайте, потом высказывайтесь» . Eurosport (13 декабрь 2009). Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Джон Ньюкомб: «Я не понимаю критики Агасси со стороны действующих и бывших топ-игроков» . Sports.ru (19 ноябрь 2009). Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Евгений Кафельников воздержался от критики в адрес Агасси . РИА Новости (13 ноябрь 2009). Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года.
- ↑ Bud Collins. Andre made a bad mistake, but he has made up for it since, as the game's leading humanitarian (ингл.). BudCollinsTennis.com. Дата обращения: 20 ноябрь 2012. Архивировано 30 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 10 октябрь архивланған.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;LongIsland
төшөрмәләре өсөн текст юҡ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Andre Agassi. Open: An Autobiography. — Random House, 2009. — ISBN 978-0-307-26819-8.
- Matt Christopher. On the court with… Andre Agassi. — New York: Hachette Digital, 1997. — ISBN 978-0-316-09514-3.
- Dominic Cobello and Mike Agassi. The Agassi Story. — Toronto: ECW Press, 2004. — ISBN 1-55022-656-8.
- John Feinstein. Hard Courts: Real Life on the Professional Tennis Tours. — Revised ed. — Random House Digital, 2011. — ISBN 978-0-307-80096-1.
- John Grasso. Agassi, Andre Kirk // Historical Dictionary of Tennis. — Plymouth, UK: Scarecrow Press, 2011. — P. 21—22. — ISBN 978-0-316-09514-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Andre Agassi(англ.). International Tennis Hall of Fame and Museum. Проверено 22 октября 2012. 2012 йыл 17 июнь архивланған. 23 октября 2012 года.Andre Agassi (ингл.). International Tennis Hall of Fame and Museum. Дата обращения: 22 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- Андре Агасси на сайте МОК (англ.)
- agassifoundation.org — Образовательного фонда Андре Агасси рәсми сайты