Пит Сампрас
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Пит Сампрас | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Америка Ҡушма Штаттары |
Тыуған көнө | 12 август 1971[3][4] (53 йәш) |
Тыуған урыны | Вашингтон, Америка Ҡушма Штаттары[3] |
Бер туғандары | Stella Sampras[d] |
Хәләл ефете | Бриджитт Уилсон[d] |
Балалары | Christian Sampras[d] һәм Ryan Sampras[d] |
Әһәмиәтле кеше | Андре Агасси[5] |
Һөнәр төрө | теннисист |
Уҡыу йорто | Palos Verdes High School[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 8 сентябрь 2003 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | республиканская партия Калифорнии[d] |
Масса | 80 килограмм |
Спорт төрө | теннис[6] |
Спорт дисциплинаһы | одиночный разряд[d] һәм парный разряд[d] |
Спорт рейтингы | 1 һәм 27 |
Одиночные матчи (в/п) | 762–222[6] |
Парные матчи (в/п) | 64–70[6] |
Рабочая рука | праворукость[d][3] |
Играющая рука | одноручный форхенд[d], одноручный бэкхенд[d] һәм праворукость[d][7] |
Ҡатнашыусы | Летние Олимпийские игры 1992[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 185 сантиметр |
Рәсми сайт | petesampras.com |
Приз фонды | 43 280 489 $ |
Пит Сампрас Викимилектә |
Петрос (Пит) Сампрас[8] (ингл. Petros “Pete” Sampras, 12 август 1971 йыл, АҠШ, Вашингтон) — грек сығышлы Америка тенниссыһы.
«Ҙур шлем» турнирының яңғыҙ разрядында 14 тапҡыр еңеүсе, 286 аҙна буйына ирҙәр араһында донъяның беренсе ракеткаһы.Уның был рекордын 2012 йылда башлап Роджер Федерер тарафынан үтеп китә.
Тарих барышындағы бөйөк тенниссыларҙың береһе. Уйнау стиле үҙенсәлеге: тупты бик көслө итеп беренсе тапҡыр ырғытҡандан һуң һәм икенсе тапҡыр ырғытҡандан һуң да сеткаға сығып, агрессив уйнау.
Көслө, ышаныслы, бер аҙ өйрөлтә биреп, ҙур тиҙлек менән тупты осороу, форхенд (тупты уң яҡтан һуғыу), бер ҡул менән бэкхенд (тупты һул яҡтан һуғыу) форхендҡа ҡарағанда ышанысһыҙыраҡ булһа ла өйрөлтөп һуғыуы менән отошло , филигранлы рәүештә осоп барған туп менән уйнау, бик яҡшы смэш (Сампрастың фирмалы һуғыуы, ошо ысулы өсөн уны пресса йыш ҡына «теннис Джорданы» тип йөрөтә), һәм реверс (баш өҫтөнән һул яҡтан һуғыу) — Сампрасҡа уңыш килтергән уйын ысулдары.
Төп тактикаһы — максималь тиҙлектә сеткаға йүгереп сығыу һәм уйынды осоп барыусы тупты һуғып отоу менән тамамлау.
Иң яҡшы һөҙөмтәләренә Пит Сампрас тиҙлекте шәп тоторға ярҙам иткән сәселгән ҡыҫҡа үләндә һәм бетонда уйнағанда өлгәшә, ә ябай ерҙә (грунтта) уйнағанда уның һөҙөмтәләре бик үк уңышлы сыҡмай.
Карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Питтың атаһы — НАСА-ла эшләүсе инженер-конструктор, әсәһе — йәш сағында уҡ Грециянан иммиграцияланыусы.
Улар бер ваҡытта ла теннис уйнамаған. Пит үҙе лә был уйын менән бары тик автомат кер йыуыу бүлмәһендә ракетка табып алғас ҡына, осраҡлы рәүештә таныша.
1977 йылда Сампрастар ғаиләһе Лос-Анджелесҡа күсеп килә. Киләһе йылында ете йәшлек Пит Jack Kramer Club-ҡа йөрөй башлай.
Унда Трэйси Остиндың элекке тренеры Роберт Ландсдорптан теннис уйнарға өйрәнергә тотона. Ун йәшендә ул беренсе тапҡыр балалар турнирында ҡатнаша һәм был уйында тулыһынса еңелә, шуға ҡарамаҫтан ул теннис уйнауын ташламай[9].
13 йәшендә Пит Ландсдорптан китә һәм ғаиләләренең дуҫы, табип-педиатр Пит Фишерға тренировкаларға йөрөй башлай. Род Лейверҙың көйәрмәне Фишер Сампрасты ( Род Лейвер һулаҡай була) уң ҡуллы булыуына ҡарамаҫтан, уның теннис уйнау манераһына өйрәтергә тырыша.
Сампрастың Фишер етәкселегендәге уйнау стиле агрессиялы уйнауға әйләнә. Ул 15 йәшендә Фишерҙың ныҡышмалылығы арҡаһында ике ҡуллы бэкхендты бер ҡуллыға әйләндереп уйнай башлай[9].
1987 йылда йәштәрҙең АҠШ асыҡ чемпионатында Сампрас үҙен ололар турнирында танытып өлгөргән Майкл Чангты еңеп сыға.
Сампрас йәш таланттарҙы донъяға асып бирә белеүсе итальян спорт журналисы Джанни Клеричиҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә.
Атаҡлы испан спортсыһы Мануэль Сантанға тышҡы ҡиәфәте һәм уйын манераһы менән оҡшаған Сампрасты Клеричи дизайнер Серджо Таккиниға (шул уҡ исемдәге спорт кейеме тегеүсе фирманың хужаһына) тәҡдим итә.
Таккини йәш спортсы менән спонсорлыҡ контракты төҙөй{/7}.
Һөнәри теннистағы тәүге аҙымдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1988 йылда Пит һөнәри тенниссылар араһында барлығы 16 йәшендә генә икенсе һәм өсөнсө матчтарҙа һинд Рамеш Кришнанды һәм америкалы Элиот Телтчерҙы еңә (улар был ваҡытта донъяның 37-се һәм 25-се ракеткалары булған була).
Питтың топ-40 араһындағы киләһе еңеүе Нью-Йоркта Rye Brook турнирында була. Бында Пит голландия теннисысы Схаперсты, донъяның 39-сы ракеткаһын, еңә.
1988 йылда АҠШ асыҡ чемпионатының «Ҙур шлем» турнирында 17 йәшлек Пит биш сеттан торған алышта донъяның 69-cы ракеткаһы Хайме Исагены 7-6, 7-6, 4-6, 5-7, 2-6 иҫәбе менән еңә.
Сезон бөткәнсе Пит тағы ла өс турнир үткәрә. Шуларҙың береһендә ветеран Кевин Каррендан Американың Скотсдейлында 7-6, 6-7, 6-7 иҫәбе менән еңелә. Ә шунан һуң беренсе тапҡыр 18 йәшлек Джим Курьены 6-3, 6-1 иҫәбе менән еңеп сыға.
Йылдың һуңғы турнирында, Детройтта Пит сирек финалға сыға: ул ватандашы Тим Майотты 6-3,6-4 иҫәбе менән еңә.
Сезонды донъяның 893-сө ракеткаһы булып асҡан Пит ATP рейтингы буйынса 97-се урынға сығып тамамлай.
Чанг һәм үҙенән өлкәнерәк Андре Агасси менән сағыштырып ҡарағанда, журналист Джон Файнстейн әйтеүенсә. Чанг менән Агасси, артҡы һыҙыҡтан уйнағанлыҡтан, яҡшы һөнәри формаға йәшерәк саҡта киләләр. Ә Сампрас һәм уның кеүек тенниссылар serve-and-volley[10] атака стилендә уйнаусылар яҡшы һөнәри формаға һуңғараҡ киләләр.
1989 йылдың сентябрендә Сампрас АҠШ асыҡ чемпионатында ғәмәлдәге чемпион Матс Виландерҙы еңә һәм 1/8 финалға тиклем барып етә.
Ә көҙҙөң аҙағы уның өсөн бик уңышһыҙ була — беренсе түңәрәктә өс тапҡыр һәм Paris Indoor квалификация турнирында бер тапҡыр еңелә[9].
1990 йылда Сиднейҙа үткән беренсе турнирҙа ул ярышты квалификациянан[11] башлай. Аҙаҡтан ул, донъяның 12-се ракеткаһы Майотты еңеп, сирек финалға барып етә.
Австралияның асыҡ чемпионатында йәрәбә уларҙы тағын да осраштыра. Улар 4 сәғәт 45 минут дауамында барған биш сетта уйнай.
Бишенсе сеттың башында Майотт отола, ләкин артабан иҫәпте тигеҙләй ала һәм 7-6 иҫәбе менән Питты еңә.
Сампрас та үҙ сиратында еңә һәм, дүрт тапҡыр матч-бол файҙаланып, дүртенсе тапҡырҙа ғына иҫәпте 11-10 — ға еткерә.
Ошо уңышын үҫтерә биреп ул 1/8 финалға тиклем килеп етә, ләкин, бот төбөн имгәткән көйөнсә уйнап, донъяның 13-сө ракеткаһы Янник Ноанан еңелә[12].
Филадельфияла уйнаған турнирҙа Сампрас ҙур уңышҡа өлгәшә. Турнир барышында ул Агассиҙы, һуңынан — йыл башынан алып өсөнсө тапҡыр — Майотты еңә.
Ярымфиналда Сампрас австралия теннисыһы Марк Кратцманды, ә финалда Андрес Гоместы ота.
Филадельфияла еңеү Сампрасҡа һөнәри турҙа беренсе титул килтерә: сезонды рейтингта 61-се урында башлап, ул ике айҙан әҙерәк ваҡыт эсендә 17-се урынға күтәрелә[13].
Шунан башлап спорт агентлыҡтары Сампрасты үҙҙәрендә уйнатыу өсөн көрәшә башлай. Һөҙөмтәлә Сампрас элекке IMG компанияһында уйнауын тамамлай һәм яңынан дүрт йылға ProServ компанияһы менән контракт төҙөй.
Атаһының тәҡдиме буйынса Пит контрактта компанияға процент биреүҙе үҙенең рейтингта алған урынына ҡарап түләргә тигән пунктты яҙҙырта.
Әгәр Пит рейтингта иң юғары позицияға өлгәшһә, процент иң минималь күләмдә түләнергә тейеш була.
Был контракт 1990 йылда Австралияла Сампрастың икенсе имгәнеү ваҡытына тура килә. Ҡорһаҡ-арҡа мускулын имгәткәнлектән, ул, Ки-Бискейндағы уйында еңеүсе булһа ла, артабан тулы бер ай буйына ярыштарҙа ҡатнаша алмай.[14].
Спорт ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ATP -ҙың 64 турнирында яңғыҙ һәм 2 турнирҙа парлы разрядта еңә.
«Ҙур шлем» турнирҙарындағы иң яҡшы һөҙөмтәләре (яңғыҙ разрядта):
- Австралия асыҡ чемпионатының ике тапҡыр еңеүсеһе (1994 , 1997).
- Ете тапҡыр Уимблдон еңеүсеһе (1993, 1994, 1995, 1997, 1998, 1999, 2000).
- АҠШ асыҡ чемпионатының биш тапҡыр еңеүсеһе (1990, 1993, 1995, 1996, 2002).
- Франция асыҡ чемпионатының ярымфиналда еңеүсеһе(1996).
Мастерс Кубогының биш тапҡыр еңеүсеһе(1991, 1994, 1996, 1997, 1999).
Донъяның беренсе ракеткаһы 1993 йылдың 12 апреленән алып был титулды 286 аҙна буйына һаҡлап ҡалып, рекорд ҡуйыусы. 1993—1998 йылдарҙа алты йыл бер рәттән сезонды донъяның беренсе ракеткаһы булып тамамлаусы.
Һөнәри карьераһын рәсми рәүештә 2003 йылда тамамлай.
2007 йылдың 14 июлендә Халыҡ-ара теннис даны залына һайлана.
Ветерандар араһындағы сығыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылда «Серия Чемпионов» ветерандар турниры циклдарында уйнай.
2007 йылдың ноябрендә 3 күргәҙмә матчында донъяның ғәмәлдәге беренсе ракеткаһы Роджер Федерер менән уйнай: шуларҙың икеһендә Федерер 6-4 6-3 һәм 7-6(6) 7-6(5) иҫәбе менән, ә өсөнсөһөндә Сампрас 7-6(8) 6-4 иҫәбе менән еңеп сыға.
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пит даими рәүештә ял көндәрендә Грек Православие сиркәүенә йөрөй.
Ҙур шлемдың яңғыҙ разрядта финал турнирҙары (18)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еңеүҙәр (5)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еңелеү (3)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Команда турнирҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Команда турнирҙары финалы (4)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еңеүҙәр (5)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Йыл | Турнир | Команда | Финалдағы ярышташы | Иҫәп |
1. | 1992 | Дэвис Кубогы | Ҡалып:Davis А. Агасси, Д. Курье, Д. Макинрой, П. Сампрас |
Ҡалып:Davis Я. Гласек, М. Россе |
3-1 |
2. | 1995 | Дэвис Кубогы | Ҡалып:Davis Д. Курье, Т. Мартин, П. Сампрас |
Ҡалып:Davis Е. Кафельников, А. Ольховский, А. Чесноков |
3-2 |
Еңелеү (2)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]№ | Йыл | Турнир | Команда | Финалдағы ярышташы | Иҫәп |
1. | 1991 | Дэвис Кубогы | Ҡалып:Davis А. Агасси, К. Флэк, П. Сампрас, Р. Сегусо |
Ҡалып:Davis Г. Форже, А. Леконт, |
1-3 |
2. | 1997 | Дэвис Кубогы | Ҡалып:Davis Т. Мартин, П. Сампрас, Дж. Старк, М. Чанг |
Ҡалып:Davis Й. Бьоркман, М. Ларссон, Н. Култи, Т. Энквист |
0-5 |
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылдың 30 сентябрендә актриса Бриджитт Уилсонға өйләнә[15]. Хәҙерге ваҡытта улар ике ул — Кристин Чарльзды (тыуа 21 ноябрь, 2002 йыл) һәм Райан Николасты (тыуа 29 июль, 2005 йыл) үҫтерә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пит Сампрас. Размышления Чемпиона. Уроки теннисной жизни = A Champion's Mind: Lessons from a Life in Tennis.. — М.: «Олимп-Бизнес», 2011. — 352 с. — ISBN 978-5-9693-0186-3.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пит Сампрас Викимилектә | |
Пит Сампрас Викияңылыҡтарҙа |
- ↑ Record #50037724 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Collins B. The Bud Collins History of Tennis (ингл.): An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — NYC: New Chapter Press, 2010. — P. 637. — ISBN 978-0-942257-70-0
- ↑ Pete Sampras // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ https://www.independent.ie/sport/other-sports/ten-great-tennis-rivalries-26460274.html
- ↑ 6,0 6,1 6,2 сайт ATP
- ↑ сайт ITF
- ↑ Pete Sampras - Biography (ингл.). imdb.com. Дата обращения: ноябрь 2010. Архивировано 21 февраль 2012 года.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 John Feinstein. Hard Courts: Real Life on the Professional Tennis Tours. — New York: Villard Books, 1992. — P. 40. — ISBN 978-0-307-80096-1.
- ↑ Feinstein, 1992, p. 42
- ↑ Feinstein, 1992, p. 35
- ↑ Feinstein, 1992, pp. 58—59
- ↑ Feinstein, 1992, pp. 117—118
- ↑ Feinstein, 1992, pp. 140—142
- ↑ Pete Sampras and Bridgette Wilson Wedding . www.lovetripper.com. Дата обращения: 22 апрель 2016. 2016 йыл 4 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡалып:Профиль ATP
- Ҡалып:Профиль участника Кубка Дэвиса
- Профиль на сайте «Серии чемпионов» 2007 йыл 6 май архивланған. (инг.)
Ҡалып:Первые ракетки мира (мужчины) Ҡалып:Члены Международного зала теннисной славы (мужчины)
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 12 августа тыуғандар
- 1971 йылда тыуғандар
- АҠШ-та тыуғандар
- Теннисисты США
- Победители Открытого чемпионата Австралии по теннису в мужском одиночном разряде
- Победители Уимблдонского турнира в мужском одиночном разряде
- Победители Открытого чемпионата США по теннису в мужском одиночном разряде
- Обладатели Кубка Дэвиса
- Теннисисты на летних Олимпийских играх 1992 года
- Члены Международного зала теннисной славы