Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ
Нигеҙләү датаһы 10 ноябрь 1999
Дәүләт Flag of Canada (Pantone).svg Канада
Административ-территориаль берәмек Монреаль
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Tour de la Bourse[d]
Рәсми сайт wada-ama.org

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ (ВАДА, ингл. World Anti-Doping Agency — WADA, франц. Agence mondiale anti-dopage — AMA) — спортта допинг ҡулланыуға ҡаршы көрәште көйләүсе бойондороҡһоҙ[1] ойошма, Халыҡ-ара олимпия комитеты (МОК) булышлығы менән ойошторолған.   

Дөйөм белешмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ВАДА  1999 йылдың 10 ноябрендә  Швейцарияның Лозанна ҡалаһында  Халыҡ-ара олимпия комитеты һәм донъя илдәренең хөкүмәттәре тарафынан тиң башланғыста ойошторола [1].

2001 йылдан ВАДА-ның штаб-фатиры Канадала   Монреаль ҡалаһында эшләй.

Агентлыҡтың ораны — Play True («Намыҫлы уйна»).

Идара итеүсе органы — Ойоштороусылар советы, уға 38 ағза инә. Ағзалар өс йылға һайлана һәм ҡат-ҡат ҡайтанан һайланырға хоҡуҡлы.  18 ағза Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан тәғәйенләнә, уларҙың кәм тигәндә дүртеһе  —  спортсы. Тағы 18 ағзаны хөкүмәт-ара ойошмалар, хөкүмәттәр һәм төрлө илдәрҙең дәүләт власының  башҡа органдары тәғәйенләй. 4 ағза Халыҡ-ара олимпия комитеты һәм власть органдарының уртаҡ тәҡдиме менән Ойоштороусылар советы тарафынан тәғәйенләнә ала. 2017 йылдың декабренә 11 ағза — Көнбайыш Европанан,  5 —  Көнсығыш Европанан (Сербияны ла индереп), 2 — АҠШ-тан, 2 — Канаданан, 2  Төркиәнән вәкиллек итә, бер нисә илдең берәр вәкиле бар[2]. Рәсәйҙе 2015 йылдың декабренә тиклем 1 кеше кәүҙәләндерә, ә  2015 йылдан һуң Рәсәйҙең вәкиле юҡ  (әммә Ҡаҙағстан вәкиле Александр Крюков бар).

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың президенты Ойоштороусылар советы тарафынан үҙ ағзалары иҫәбенән өс йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана.  Ойошманың ағымдағы президенты —  Халыҡ-ара олимпия комитетының вице-президенты Крейг Риди,  элекке биатлонсы һәм  Британия олимпия ассоциацияһы рәйесе.

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы кодекс Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың төп документы булып тора, уның ғәмәлдәге редакцияһы 2015 йылда көсөнә ингән.

Допингҡа ҡаршы көрәште Тыйылған препараттар исемлеге  һәм Тестар үткәреү,  лабораториялар, терапевтик иҫкәрмәләр өсөн халыҡ-ара стандарттар көйләй. 

Финанслау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге ике йылда ВАДА Халыҡ-ара олимпия комитетынан финанслана  (йылына $18,3 млн). Хәҙер Халыҡ-ара олимпия комитеты  уны  яртылаш ҡына финанслай, ҡалған яртыһын  Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ төрлө илдәрҙән ала. Донъяның биш төбәге йыл һайын йыллыҡ иғәнәләрҙе түбәндәге нисбәттәрҙә тапшыра: Европа — 47,5%, Америка — 29%, Азия — 20,46%, Океания — 2,54%, Африка — 0,5%.

Төбәк бүлексәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың донъя төбәктәрендәге бүлексәләре 4 континентта бар:

Бөтә төбәк бүлексәләренең төп йөкләмәләре һәм бурыстары бар, шул иҫәптән:

  • үҙ төбәгендә ҡыҙыҡһынған яҡтар менән бәйләнештә тороу;
  • Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡҡа һәм уның миссияһына әүҙем ярҙам күрһәтеү.

Допингҡа ҡаршы система[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ  регламенттар, стандарттар һәм ҡулланмалар эшләй, спортсыларҙың мәғлүмәт базаларын алып бара, белем биреүҙе һәм методик ярҙамды тормошҡа ашыра,  допингҡа ҡаршы милли  ойошмаларҙы аккредитациялай.  Допингҡа ҡаршы ҡағиҙә боҙоуҙарға контроллек итеү, шул иҫәптән өлгөләр йыйыу һәм анализлау  допингҡа ҡаршы милли ойошмалар һәм аккредитацияланған лабораториялар тарафынан алып барыла. Шуның менән бергә допингҡа ҡаршы милли ойошмалар — спортсылар менән, ә лабораториялар тик серия номеры һуғылған пробиркалар һәм шешәләр менән генә эш итә (лабораторияларҙа спортсылар буйынса мәғлүмәттәр юҡ). 

Субстанцияны тыйылған препараттар исемлегенә индерер алдынан, ҡағиҙә булараҡ, Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ бер йыллыҡ «мониторинг программаһын» үткәрә, «мониторингланған» матдәләр тураһындағы мәғлүмәтте допингҡа ҡаршы милли  агентлыҡтарға ебәрә һәм ул матдәләрҙең исемлеген үҙенең сайтында баҫып сығара. Был осорҙа матдәне тыйылғандар исемлегенә индереү-индермәүгә ҡағылышлы мәғлүмәт туплана. Ошондай процедура, мәҫәлән, мельдоний өсөн дә ҡулланыла,  бер ил дә уны тыйыуға ҡаршы булмай  (мельдоний етештергән Grindeks компанияһынан башҡа).

Халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашырға теләк белдергән спортсылар допингҡа проба тапшырырға тейеш.  2009 йылдан башлап улар Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡҡа үҙҙәре буласаҡ  урындарҙың графигын 3 ай алдан уҡ ебәреп торорға  һәм көн һайын алдан тәғәйенләнгән 1 сәғәт ваҡытын  проба тапшырыу өсөн  бүлергә тейеш.  Проба алыуҙы — халыҡ-ара допинг-офицерҙар, ә анализ яһауҙы аккредитацияланған допинг-лабораториялар тормошҡа ашыра. Офицерҙар допингҡа ҡаршы милли ойошмалар тарафынан аккредитациялана, улар башҡа илдәрҙә лә эшләй ала[3].

Спортсының допинг ҡулланғаны асыҡланһа, был турала спорт федерацияларына хәбәр ителә, улар дисциплинар саралар күрә (Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың һәм допингҡа ҡаршы милли агентлыҡтарҙың быға хоҡуғы юҡ).

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың базаһын ватыу һәм терапевтик иҫкәрмәләр проблемаһы  [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың сентябрендә «Fancy Bear» хакерҙар төркөмө  WADA базаһын вата. Баҫып сығарылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, АҠШ-тың тиҫтәләрсә спортсыһы,  «медицина күрһәтмәһенә» ярашлы,  тыйылған препараттар ҡулланыуға юл ҡуйған рөхсәткә эйә булған (терапевтик иҫкәрмә нигеҙендә)[4][5][6]. Төркөмдөң октябрҙә хәбәр итеүенә ҡарағанда,  2015 йылда 200-ҙән ашыу Америка спортсыһы, шул иҫәптән Паралимпия уйындарында миҙал яулаусыларҙың да бер нисәһе тыйылған препараттарҙы ҡулланыуға  USADA йә башҡа ойошма биргән рөхсәткә эйә булған[7].

Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡтың документтарында  терапевтик иҫкәрмәләр (ТИ) сығарыу процедураһы ентекләп тасуирлана,  ауырыуҙар һәм уларҙан дауаланғанда ҡулланыла торған тыйылған препараттар теҙмәһе бирелә[8][9]. ТИ допингҡа ҡаршы милли ойошмалар йә халыҡ-ара спорт федерациялары тарафынан бирелә (ВАДА терапевтик иҫкәрмәне бирмәй). Мәҫәлән, 2015 йылда Рәсәйҙең 25  спортсыһы РУСАДА-нан астмаға ҡаршы препараттар ҡулланыу өсөн тейешле рөхсәтте ала[10]. Бындай ғәмәлиәт, атап әйткәндә, Норвегиянан күп тапҡыр олимпия чемпионы Марит Бьёргендың астманан  препараттар ҡулланыуы айҡанлы тәнҡитләнә [11].

Президенттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дик Паунд (1999—2007);
  • Джон Фейхи (2008—2013);
  • Крейг Риди (Craig Reedie) (2014 — х. в.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]