Штеффи Граф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Штеффи Граф
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Germany.svg Германия
Представляет страну в спорте Flag of Germany.svg Германия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Stephanie Maria Graf
Фамилия Граф[d]
Тыуған көнө 14 июнь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[3][4] (49 йәш)
Тыуған урыны ФРГ[d], Баден-Вюртемберг, Мангейм[d][5]
Атаһы Peter Graf[d][6]
Хәләл ефете Андре Агасси[3]
Балалары Jaz Elle Agassi[d] һәм Jaden Gil Agassi[d]
Һөнәр төрө теннисист
Бейеклек 176 сантиметр
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Әүҙемлек осороноң башы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 194: Функция для отображения свойства не найдена.
Окончание периода активности 1999
Спорт командаһы ағзаһы сборная Германии по теннису в Кубке Федерации[d][6]
Ҡултамға
Масса 64 Килограмм
Спорт төрө теннис
Спортивная дисциплина Одиночный теннисный тур[d] һәм Парный теннисный тур[d]
Спорт рейтингы 1 һәм 5
Одиночные матчи (в/п) 900–115[7]
Парные матчи (в/п) 173–72[7]
Рабочая рука правша[d][3]
Играющая рука одноручный форхенд[d], одноручный бэкхенд[d] һәм правша[d][8]
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1992[d], Летние Олимпийские игры 1988[d], Йәйге Олимпия уйындары 1984[d], Теннис на летних Олимпийских играх 1988 — женский одиночный турнир[d] һәм Tennis at the 1992 Summer Olympics – Women's Singles[d]
Рәсми сайт steffi-graf.net
Commons-logo.svg Штеффи Граф Викимилектә

Ште́фани Мари́я «Ште́ффи» Граф (нем. Stefanie Maria «Steffi» Graf); 1969 йыл, 14 июнь, Мангейм) — немец тенниссыһы.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1988 йылдағы «Ҙур Алтын шлем» эйәһе. Дүрт төрлө типтағы япмаларҙа уйнап, ошондай уңыштарға өлгәшкән берҙән-бер тенниссы.
  • 1988 йыл йомғаҡтары буйынса донъялағы иң яҡшы спортсы.
  • 1993-94 йылдарҙа «классик булмаған» Ҙур шлем эйәһе
  • 1987—1990, 1993, 1995, 1996 йыл миҙгелдәре тамамланыу менән 7 тапҡыр (рекорд) донъя чемпионы тип иғлан ителә.
  • 8 рекордлы миҙгелде донъяның беренсе ракеткаһы рангында тамамлай.
  • Ҙур шлемдың 9 турнирының 8-дә еңгән берҙән-бер тенниссы (1988-89-90 йыл миҙгелдәре).
  • Ҡатын-ҡыҙҙарҙың теннис берекмәһенең йомғаҡлау турнирында биш тапҡыр еңеүсе (Virginia Slims Championships, Chase Championships) (1987, 1989, 1993, 1995, 1996).
  • Австралиялы Маргарет Смит-Корт менән бергә бер йыл эсендә Ҙур шлемдың өсәр турнирын биш тапҡыр яулаған берҙән-бер тенниссы (Графтың был 1988, 1989, 1993, 1995, 1996 йыл миҙгелдәре).

Ҙур шлем турнирында еңеүсе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Австралияның теннис буйынса Асыҡ чемпионаты — 1988, 1989, 1990, 1994
  • Францияның теннис буйынса Асыҡ чемпионаты — 1987, 1988, 1993, 1995, 1996, 1999
  • Уимблдон турниры — 1988, 1989, 1991, 1992, 1993, 1995, 1996
  • АҠШ-тың теннис буйынса Асыҡ чемпионаты— 1988, 1989, 1993, 1995, 1996

Олимпия уйындары еңеүсеһе һәм призеры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1988 йылда Сеулда Йәйге олимпия уйындарында — яңғыҙ разрядта алтын миҙал.
  • 1988 йылда Сеулда Йәйге олимпия уйындарында — парлы разрядта бронза миҙал (К. Кодты-Кильш менән).
  • 1992 йылда Барселонала Йәйге олимпия уйындары — яңғыҙ разрядта көмөш миҙал.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Граф — XX быуаттың иң яҡшы ике тенниссыларҙың (Мартина Навратилова менән бергә) береһе, хәҙерге замандың бөйөк спортсыһы.

Штеффи Графтың дәүере 1987 йылдың 17 авгусында башлана. Мартина Навратилованы икенсе позицияға ҡыҫырыҡлап сығарғас, ул рәсми рәүештә донъяның беренсе ракеткаһы була. Ҙур булмаған тәнәфестәр менән Штеффи Граф 10 йыл дауамында иң яҡшы тенниссы булып иҫәпләнә.

Дөйөм алғанда Ҙур шлем турнирҙарында яңғыҙ разрядта 22 тапҡыр һәм бер тапҡыр парлы разрядта (Габриэла Сабатини менән) еңеүсе була.

Граф 1988 йылда, совет тенниссылары Зверева менән Савченконы еңеп, «Уимблдонды» яулай. 1986 йыл менән 1999 йылдар араһында WTA турнирҙарында бер нисә тапҡыр еңеүсе була.

WTA турнирҙарының яңғыҙ разрядында 107 тапҡыр еңеп сыға (теннис тарихында Навратилова һәм Эверттан һуң өсөнсө күрһәткес).

1988 йылда Ҙур шлем турнирында тарихта иң ҡыҫҡа финал үткәрә. «Ролан Гаррос» финалында 34 минут эсендә совет тенниссыһы Зверева Натальянан арттырып ебәрә (осрашыу иҫәбе 6:0, 6:0).

2000 йыл. Нагоя. «Хушлашыу» турнеһы

1989 йылда 86 матчтың 2-дә генә еңелә. Миҙгел эсендә 16 турнирҙың 14 -дә еңеп сыға. 1989 йылдың июненән 1990 апрелена тиклем бер матчта ла еңелмәй. Отторошһоҙ серияһы 66 матч тәшкил итә (тарихта Навратилованан һуң икенсе күрһәткес).

Граф — Ҙур шлемдың һәр турнирын дүрттән дә кәм булмаған еңеү яулаусы берҙән-бер тенниссы.

1988 йылда Граф Ҙур шлемға өсөнсө тапҡыр эйә була (Морина Конноль һәм Маргарет Корттан ҡала). Был йылда Сеулда ул олимпия «алтынын» яулай.

Был уникаль ҡаҙанышы (Ҙур шлемдың 4 турниры һәм Олимпия уйындарында еңеүе) Алтын шлем исемен ала. 1993—1994 йылдарҙа ул Ҙур шлем турнирында бер рәттән 4 еңеү яулай. Ләкин

еңеүҙәр бер миҙгелдә булмағас, ҡабаттан Ҙур шлемды рәсми рәүештә яулау килеп сыҡмай.

Штеффи Граф көнбайыш герман ҡалаһы Мангеймда тыуа. Әммә 3 йәшендә ғаиләһе менән Баден-Вюртемберг төбәгендәге ҙур булмаған Брюль ҡалаһына күсеп килә.

Тап ошо ҡалала ул теннис менән шөғөлләнә башлай. Тәүге тапҡыр ракетканы ҡулына өс йәш сағында ала. Ҡыҙҙың беренсе тренеры һәм уның бөтә эшмәкәрлеге координаторы булып атаһы Петер Граф була.

Теннис олимпы үренә 1981 йылда «Һары туҫтаҡ» турнирында еңгәндән һуң, 12 йәштән башлана.Ә киләһе йылда чемпиондарҙың Европа лигаһында иң яҡшыһы тип таныла.

13 йәштә 4 ай тигәндә 1982 йылда Штутгартта өлкәндәрҙең һөнәри бәйгеләрендә тәүге сығышы була. Һөнәри карьераһының шулай иртә башланыуы Графтың юниорҙар араһында юғары ҡаҙаныштары арҡаһында килеп сыға. 13 йәшендә ул 18 йәшлек уйынсыларҙы еңел генә еңеп сыға, һәм үҙенең илендәге был йәш төркөмдә бөтөнләй көнәркәштәре булмай.

Белгестәр уны «быуат вундеркинды» тип атай, өлкәндәр теннисында ул бик тиҙ үҙ урынын биләй. 14 йәшендә атаһы инициативаһы менән мәктәпкә йөрөүҙе туҡтата (ситтән тороп уҡый) һәм бөтә көсөн үҙенең теннис карьераһына юнәлтә.1985 йылда инде донъя рейтингы буйынса ун көслө спортсылар исемлегенә инә.

Ә 1986 йылдан күп йылдар ҡатын-ҡыҙҙар араһында теннис лидеры булған Навратилованы еңә башлай (1986 йылдың яҙында Германияның Асыҡ чемпионатында Навратилованы 6:2, 6:3 иҫәбе менән отоп, беренсе еңеүен яулай).

1986 йылда Штеффи Граф Ҡатын-ҡыҙҙар теннис берекмәһенең (WTA) һигеҙ ҙур турнирын яулай һәм, Навратилова менән Эвертҡа ныҡ яҡынлап, миҙгел аҙағына донъяның өсөнсө ракеткаһы була.

1987 йылда донъяның беренсе ракеткаһы була. Был миҙгел Штеффи Графтың Навратилова менән хәл иткес осрашыуы менән билдәләнә.

Австралияның Асыҡ чемпионатын үткәреп ебәреп, Граф миҙгелде ышаныслы башлай һәм Уимблдонға тиклем бер осрашыуҙа ла еңелмәй. 7 турнирҙы бер рәттән отоп, 45 уйындың еңеүсеһе була. Был профессионал өсөн теннис буйынса миҙгелдең иң яҡшы башланғысы була.

Штеффи беренсе Ҙур шлем турниры — Ролан Гарросты ала. Мауыҡтырғыс финалда өс партияла Навратилованы еңә. Штеффи ул ваҡытта был турнирҙың иң йәш еңеүсеһе була (18 йәш тә булмай).

Тик Уимблдондың финалында Навратилова Графтың көсһөҙ урынын таба — бекхендты. Һәм ҡыйынлыҡ менән булһа еңеүгә ирешә. Ошонан башлап Мартина нәҡ Штеффи менән осрашыуға ентекләп әҙерләнә башлай. Улар АҠШ-тың Асыҡ чемпионатында Ҙур шлем турнирының йомғаҡлау финалында осраша.

Навратилова йәнә еңеүгә өлгәшә, әммә донъяның беренсе ракеткаһы статусы Графҡа күсә, сөнки дөйөм һөҙөмтәләр буйынса уның күрһәткестәре яҡшы була.

Миҙгел лидеры ролендә булараҡ үҙенең тәүге сығыштарында Штеффи Граф 75 матчтың 2 уйынында ғына еңелеп, 11 турнирҙы яулай. Уйын миҙгеле аҙағында Штеффи Граф планетаның иң көслө тенниссылары араһындағы йомғаҡлау турнирында донъя чемпионы була.

Артабанғы ике миҙгел ҡатын-ҡыҙҙар теннисында Штеффи Графтың тулы өҫтөнлөк алыуы менән билдәләнә. 1988 йылда, үҙенең иң яҡшы миҙгелендә Штеффи Граф Ҡатын-ҡыҙҙар теннис берекмәһенең (WTA) 12 турнирында, тик өс матчта ғына ҡалышып, еңеп сыға (ике тапҡыр Габриэла Сабатининан һәм миҙгел аҙағында Пэм Шрайверҙан еңелә).

Билдәләп үтер кәрәк, Ролан Гаррос-87 алып Ролан Гаррос-90 тиклем Штеффи Ҙур шлем супертурнирҙарының бөтә финалдарында ла ҡатнаша. Тик Ролан Гаррос-89 финалында Аранче Санчес-Викарио менән булған тигеҙ һәм оҙайлы матчта отолоуы арҡаһында Штеффи Род Лейвер рекордын ҡабатлай алмай.

Был осорҙа Граф Навратилова менән ярышыуын дауам итә, Мартина йәшенә ҡарамаҫтан классификацияһында икенсе урынды һаҡлай. Өс миҙгел (1987-89 йй.) бер рәттән улар Уимблдон финалында үҙ-ара осраша.

Штеффи 1988-89 йылдарҙа ҙур ярыштарҙа Мартинаны даими еңеп килә, әммә Уимблдондың ярымфиналында хата яһай, һәм Мартина Навратилова 9 -сы тапҡыр йылдың иң абруйлы турнирын яулай.

1990 йылда Штеффи Граф классификацияла беренсе урында торһа ла, инде бер урынлы лидер булып һаналмай. Бер юлы дүрт тенниссы — Граф, Навратилова, Селеш һәм Сабатини — иң көслө тенниссы исеменә дәғүәләй.

1991 йылда Граф 186 аҙна рәттән донъяның беренсе ракеткаһы титулын ысҡындырмай, рекорд ҡуя (2008 йылда был ҡаҙаныштарҙы Роджер Федерер үҙа).

1997 йылда Граф теннис Олимпы түбәһендә тороуын 377 аҙнаға тиклем еткерә. Был ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла, шулай уҡ ир-аттар араһында ла абсолют рекорд. 1987 йылдың башынан алып 1997 йылдың авгусына тиклем донъя рейтингы буйынса ике иң көслө тенниссылар иҫәбенә мотлаҡ инә.

1989 йылдан алып Графтың Югославия тенниссыһы Моника Селеш менән компромиссһыҙ алышы башлана. Артабан был дәғүәселекте ҡатын-ҡыҙҙар теннисы тарихында иң мауыҡтырғыс алыш тип атайҙар[9]Ҡалып:Уточнить2.

Тәүге осрашыуҙа уҡ 15 йәшлек Селеш көслө ике ҡуллы уйыны менән донъяның беренсе ракеткаһына ысын мәғәнәһендә алыш күрһәтә, ә 1990 йылда Графты арттырып уйнай башлай.

Беренсе тапҡыр Селеш 1990 йылда Германияның Асыҡ чемпионатының финалында Графты еңеп сыға. Штеффи Графтың 66 отошһоҙ матчтар серияһы туҡтап ҡала. Кәмендә бер ай тигәндә Ролан Гаррос финалында Селеш тағы Графты еңә. Инде миҙгел аҙағына Селеш классификацияның икенсе позицияһында тора.

.1991 йылдың яҙында югославия тенниссыһы Графты үтеп китеп, рейтингта иң көслөһө була. 1991-92 йыл миҙгелендә улар тик икәү ара ярыша һәм икәүләшеп Ҙур шлем турниры еңеүҙәрен бүлешә (Уимблдон Графта ҡала, ҡалған 3 турнирҙы Селеш яулай).

Граф күҙгә-күҙ осрашыуҙа яҡшыраҡ сығыш яһай һәм биш осрашыуҙың өсәүһендә еңә (дөйөм баланс 10:6 Граф файҙаһына), әммә дөйөм алғанда һөҙөмтәлелек буйынса Селеш көслөрәк булып сыға.

1993 йылдың яҙында Гамбургта турнирҙа Графтың аҡылға зәғиф табыныусыһы Пархе Гюнтер Селешты арҡаһын бысаҡ менән яралай. Йәрәхәт ҙур булмай, әммә Селештың психологик торошо ныҡ насар була, һәм ул ике йыл ярымға сығыштарын туҡтатып тора. 1995 йылдың июлендә Селеш Турға әйләнеп ҡайта, ләкин еңә алмай.

Граф был ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар теннисында тағы өҫтөнлөк ала. Билдәле тенниссы Шрайвер Пэм был йәһәттән былай тип белдерә: «Беҙ бөтөн быуындың төп интригаһын юғалттыҡ». Барыһы ла Граф-Селеш дуэленың оҙаҡ йылдарға һуҙылыуға һәм Навратилова-Эверт ярышына ҡарағанда ла күренекле булыуға бара ине. Әммә был килеп сыҡмай.

Селеш менән булған трагедиянан һуң Граф 4 турнирҙа — Ролан Гарроста, Уимблдонда һәм 1993 йылда АҠШ-тың Асыҡ чемпионатында, шулай уҡ 1994 йылда Австралияның Асыҡ чемпионатында эҙмә-эҙлекле еңеүҙәр яулай Шулай итеп, ул календарлы булмаған Ҙур шлемды яулай.

1994 йылда Штеффиға төп дәғүәсе булып испан тенниссыһы Санчес-Викарио тора. Әммә Селеш менән булған көсөргәнешле алыш булмай. Графҡа едти дәғүәсе булып француз тенниссыһы Мари Пьерс була. 1994 йылда уйындар бер аҙ һүлпәнәйеп алғандан һуң, 1995-96 йыл миҙгелдәрендә Граф тағы ла һис һүҙһеҙ лидер булып ҡала.

Был осорҙа ул үҙе ҡатнашҡан Ҙур шлем турнирҙарының бөтәһендә еңә. Уның элекке ярышташтары Селеш, Сабатини, Санчес-Викарио, Новотна, Пьерс бик киҫкен уйнамайҙар, ә йәш перспективалы тенниссылар Хингис, Дэвенпорт, Венус Уильямс улай оҫталыҡ кимәленә әле етмәйҙәр.

1995-96 йылдарҙа Граф донъяның беренсе ракеткаһы исемен Селеш менән бүлешә. WTA ойошмаһы 1993 йылдағы һөжүмдән һуң донъя Турына әйләнеп ҡайтҡан Селешҡа ярҙам итергә ҡарар ҡабул итә. Әммә, 1996 йыл аҙағында, майҙанда өлгәшкән һөҙөмтәләренә ярашлы, Граф яңынан яңғыҙы донъяның беренсе ракеткаһы булып ҡала.

Штеффи Граф парлы ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһай. 1988 йылдың яҙында тағы Габриэла менән парҙа берләшә (улар элек периодик рәүештә бергә сығыш яһағайны һәм 1986-87 йылдарҙа ике тапҡыр Ролан Гаррос финалына сыҡҡайны).

Граф -Сабатини дуэты еңеүҙәр яулай башлай. Улар бергә Уимблдон-88 еңеп сыға, совет дуэты Зверева-Савченконан ҡалышып, Ролан Гаррос-89 финалында уйнай. Шул уҡ миҙгелдә ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле ике яҡтың килешеүе менән, спортсыларҙың парлы составы тарҡала.

1988 йылда Сеул олимпиадаһында яҡташы Клаудия Коде-Кильш менән парлы разрядта сығыш яһап, бронза яулай. Штеффи шулай уҡ Хелена Сукова, Стаббс Рене һәм Беттина Бунгелар менән һирәкләп сығыш яһай, улар менән дә бер нисә тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар теннис берекмәһенең (WTA) абруйлы турнирҙарын яулай.

Граф 1999 йылда үҙенең ҡаҙаныштары өсөн Халыҡ-ара Олимпия комитетының (МОК) Олимпия орденына лайыҡ була[10] һәм 2004 йылда Халыҡ-ара теннис даны залына индерелә[11].

Штеффи Граф өс тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнаша һәм Лос-Анджелеста (1984) (күрһәтмә теннис турниры була) , Сеулда (1988 йыл) еңеүсе була, ә Барселона-92 финалында Дженнифер Каприатинан ҡалышып, көмөш миҙал яулай. 1996 йылда Граф Атланталағы сығыштар өсөн ныҡлап әҙерләнә, әммә нәҡ Олимпиада старты алдынан ғына йәрәхәтләнә. Был фактты ул үҙенең карьераһындағы иң ҙур уңышһыҙлыҡ тип иҫәпләй.

Граф ике тапҡыр, 1992 һәм 1987 йылда, Германия йыйылма командаһына Федерация Кубогының чемпион титулын алып килә.

1993 йылда Михаэль Штих менән берлектә Холман Кубогы еңеүсеһе.

Штеффи Графтың уйыны башта атлетлыҡҡа ҡорола. Уның көслө форхенды (уңдан һуғыу) оҙаҡ ваҡыт төп өҫтөнлөгө була. Аяҡтарының йылдам булыуы һәм майҙансыҡ буйлап шәп йөрөүе лә Графҡа өҫтөнлөктәр килтерә. Ул йыш ҡына форхенд үтәү хоҡуғына эйә булыу өсөн йүгерә башлай һәм майҙансыҡтың ҙур ғына өлөшөн аса.

Әммә дәғүәселәр был уйын өҫтөнлөгө менән файҙалана алмай, сөнки Графтың күсенеп йөрөүе ныҡ тиҙ була. Йылдар үтеү менән Графтың уйыны яҡшыра, техник кимәле күтәрелә. Селеш менән алыштарында Штеффи Граф ракетканы дәғүәсе яғына ҡарай селтәр өҫтөнән бик түбән ебәрә башлай, был дәғүәсене ҡатмарлы хәлдә ҡалдыра.

Артабан был бик ҡыйыу элементты техник яҡтан ул яҡшырта башлай. Бынан тыш, Граф бөтә матч дауамында ныҡ иғтибарлы булыуы һәм икеләнмәүсәнлеге менән айырылып тора. Психологик яҡтан уны сығырынан сығарыу бик ҡатмарлы була.

180км/сәғәттә аныҡ һәм теүәл биреү тәртибе лә Графтың уйынында төп элементтарҙың береһе. Граф арсеналындағы берҙән -бер һөжүм яһамаған һуғыуы киҫә һуғыу бекхенды (һулдан һуғыу) ваҡыт үтеү менән етди ҡоралына әйләнә, теүәл һуғып ебәреүе арҡаһында дәғүәсерҙә селтәргә йүгерергә мәжбүр итә.

Оҙаҡҡа һуҙылған карьераһында ул күп тапҡыр йәрәхәттәр ала, әммә һәр ваҡыт, бөтә бәләләрҙе еңеп, майҙансыҡҡа кире әйләнеп ҡайта. 1997 йылда аяҡ һәм арҡаһы менән булған элекке проблемалары киҫкенләшә һәм Граф сығыштарын бер йылға тиерлек туҡтатырға мәжбүр була (1997 йылдың июненән алып 1998 йылдың майына тиклем).

1998 йылда кире ҡайтыуы ауыр һәм ғазаплы була, ләкин 1999 йылда ул яңынан донъяла өсөнсө иң көслөләр рәтенә инә. Ролан Гаррос-99 ярышында Хингисты, Уимблдон-99 финалында Дэвенпортты еңеп, Штеффи Граф күтәренке нотала һөнәри карьераһын тамамлай.

Графтың карьераһы дауамында журналистар уның исемендә байығырға тырыша. Спортсының абруйы шул тиклем керһеҙ, ә ҡаҙаныштары юғары була, шуға ҡарамаҫтан матбуғат Графҡа ҡағылған ниндәйҙер «ҡыҙҙырылған» мәғлүмәт табырға маташа. Шулай итеп матбуғат 1990 йылда спортсының атаһы Петер Графтың шәхси тормошондағы ҡыҙыҡтырғыс ваҡлыҡтарҙы башлап ебәрә.

Киң мәғлүмәт сараларында беренсе биттә Штеффиның атаһының йәш модель ҡосағындағы фотоһүрәтен урынлаштыра.(Был ваҡытта Петер Граф Штеффиның әсәһе менән никахта була). Журналистар был союздың никахтан тыш тыуған балаһы тураһында ла яҙа. Шулай уҡ Графтың табыныусыһы Гюнтер Пархеның Селешҡа ташланыуы ла ҙур шау-шыу ҡуптара, был Графтың абруйына күләгә ташламай ҡалмай.

1995 йылда Петер Граф исеме менән финанс ғауғаһы ла бәйле була. Уға данлыҡлы ҡыҙының призлы еңеүҙәренән килгән ҙур сумманан налогтар түләмәүе тураһында ғәйеп ташлана, ул ҡыҙының эштәрен яңғыҙы алып барған була.1996 йылда Петер Граф 4 йылға төрмәгә хөкөм ителә.

Үҙ карьераһында Штеффи Граф 21 миллиондан ашыу АҠШ доллары эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында приздар буйынса был рекордты 2007 йылда американлы Дэвенпорт Линдси уҙып китә.

Карьераһы тамамланғандан һуң тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1989-92 йылдарҙа Штеффиның әҙ билдәле булған тенниссы Александр Мронец романтик мөнәсбәттәре булып ала. 1992—1999 йылдарҙа немец автоуҙышсыһы Михаэль Бартельс менән осраша. Әммә 1999 йылда Графтың донъя теннисы йондоҙо Агасси Андре менән романы башлана. 2001 йыл>дың 22 октябрендә Лас-Вегаста ул Андре Агассиға кейәүгә сыға. 2001 йылдың 27 октябрендә уларҙың улы Джеден Джип тыуа, ә 2003 йылдың 3 октябрендә ҡыҙҙары — Эли Джаз (ингл. Jaz Elle} донъяға килә.

Штеффи Граф 8 йылдай тиерлек сығыш яһамай, әммә 2006 йылда яңынан күрһәтмә һәм хәйриә матчтарында ҡатнаша.

Әлеге ваҡытта Штеффи Граф шәфҡәтлелек менән әүҙем шөғөлләнә һәм «Children for Tomorrow» балалар хәйриә фондының башлығы булып тора. Үҙенең исеме маркаһы менән спорт тауарҙары магазинына эйә.

2008 йылда Германияла ҡасаҡ балалар өсөн клиника төҙөргә йыйына.[12]. Бөйөк спортсы Швейцарияның LONGINES маркаһы сәғәттәренең йөҙө булып тора.. Донъялағы иң билдәле фирмаларҙың кейемдәрен һәм интерьер кәрәк-яраҡтарын рекламалай. Бынан тыш, Граф тенниста ҡайһы бер юниорҙарға финанс ярҙамы күрһәтә.

Тыуған илендә Германияла Штеффи Граф исеме менән аталған спорт майҙансыҡтары бар, хатта уның һыны менән һәйкәл дә ҡуйылған. Планета иң яҡшы тенниссыһы булараҡ, тыуған ҡалаһы Брюлдең почетлы гражданы итеп һайлана.

2000 йыл алдынан немецтар уны «быуат спортсыһы» тип атайҙар. Штеффи Графты йыш ҡына мөһим теннис ярыштарына почетлы ҡунаҡ сифатында саҡыралар. Мәҫәлән, 2009 йылда Ролан Гарроста еңеү трофейын Рәсәй спортсыһы Светлана Кузнецоваға тапшыра.

Үҙенең юбилейы алдынан (40 йыллығына) Штеффи Граф теннистың үҙенең тормошондағы роле тураһында былай тип әйтә: «Теннис биргән иң ҙур бүләк — был минең ғаиләм … Ә икенсе урында — нимә менән шөғөлләнергә теләһәм, шуны ирекле һайлау мөмкинлеге. Бер нисә бына тигән проекттарҙа ҡатнаша алыуым менән мин бәхетле. Мин сәйәхәт итә, күргәҙмәләргә йөрөй алам, архитектуралар менән һоҡлана алам, төрлө мәҙәниәттәрҙе өйрәнә алам. Бының менән килгән тәжрибәмде мин бөтә башланғыстарҙа файҙалана алам»[13].

Граф немец, инглиз, француз һәм испан телдәрен белә.

Лас-Вегаста үҙенең ғаиләһе — ире, билдәле тенниссы Андре Агасси һәм ике балаһы менән йәшәй.

Ҙур шлем турнирында яңғыҙ разрядтағы сығыштар тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турнир 1983 1984 1985 1986 1987 1988 1989 1990 1991 1992 1993 1994 1995 1996 1997 1998 1999 Титулдар һаны
Australian Open 1/32 1/8 П П П 1/4 Ф П 1/8 1/4 4
Ролан Гаррос 1/32 1/16 1/8 1/4 П П Ф Ф 1/2 Ф П 1/2 П П 1/4 П 6
Уимблдон 1/8 1/8 Ф П П 1/2 П П П 1/64 П П 1/16 Ф 7
US Open 1/64 1/2 1/2 Ф П П Ф 1/2 1/4 П Ф П П 1/8 5
Рейтинг 98 22 6 3 1 1 1 1 2 2 1 1 1 1 28 9 3

Ҙур шлем турнирында парлы разрядтағы сығыштар тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турнир 1983 1984 1985 1986 1987 1988 1989 1990 1991 1992 1993 1994 1995 1996 1997 1998 1999 Титул һаны
Open Australian 1/16 1/2 1/2 1/32 1/32 1/32
Ролан Гаррос 1/32 1/64 Ф Ф 1/2 Ф 1/2
Уимблдон 1/64 1/64 1/16 П. 1/4 1/4 1/64 1
US Open 1/32 1/32 1/2 1/2 1/2 1/2 1/4

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Үҙенең танылған уң яҡтан һуғыуы өсөн Штеффи Граф «форхенд фройлен» ҡушаматы ала[14].
  • 1984 йылдағы Олимпия уйындарында күрһәтмә тенниста Штеффи Граф иң йәше була(15 йәш)
  • Ун туғыҙ тапҡыр Штеффи уйындарҙа ҡоро иҫәп менән еңә (6:0, 6:0).[сығанаҡ 545  көн күрһәтелмәгән]
  • Уимблдон −93 финалын да өсөнсө партияла Граф Яна Новотнойҙан 1:4 иҫәбе менән еңелә, әммә уйын барышын үҙ файҙаһына үҙгәртә. 5 гейм рәттән еңеү яулап, бишенсе тапҡыр еңеүен билдәләй.[15].
  • 1995-96 йылдарҙа Ҙур шлем турнирында Штеффи Граф 100 процент һөҙөмтә менән сығыш яһай. Ҡатнашҡан бөтә турнирҙарҙа ла еңеү яулай. Австралияның Асыҡ чемпионатын үҙ инициативаһы менән үткәреп ебәрә һәм сираттағы Ҙур шлем турниры булмай.
  • 1999 йылда үҙенең һуңғы Уимблдонында Граф Джон Макинрой менән микст уйнай. Улар ярымфиналға барып етә, һәм был стадияла тубығы ауыртыу сәбәпле ҡатын-ҡыҙҙарҙың яңғыҙ разрядында ярыштан Граф баш тарта[16].
  • Төп дәғүәселәрҙең береһе Аранча Санчес-Викарио Ҙур шлем турнирының финалында Штеффи Графтан сираттағы еңелеүенән һуң былай ти: «Уны бер кем дә туҡтата алмай. Мин алланан бер нәмәне генә — тиҙерәк кейәүгә сығып, майҙанды ҡалдырыуын һорайым».[17]
  • Штеффи Графтың үҙ ваҡытына булған барлыҡ көслө тенниссылар менән осрашыу статистикаһы ыңғай. Мартина Навратилова менән генә уның иҫәбе— 9:9.

Ҙур шлем турнирында Штеффи Графтың финалдары (35)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңғыҙ бәйгеләрҙә еңеүҙәре (22)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Дәғүәсе Иҫәп
1987 Ролан Гаррос Мартина Навратилова 6:4, 4:6, 8:6
1988 Australian Open Крис Эверт 6:1, 7:6
1988 Ролан Гаррос (2) Наталья Зверева 6:0, 6:0
1988 Уимблдон Мартина Навратилова 5:7, 6:2, 6:1
1988 US Open Габриэла Сабатини 6:3, 3:6, 6:1
1989 Australian Open (2) Хелена Сукова 6:4, 6:4
1989 Уимблдон (2) Мартина Навратилова 6:2, 6:7, 6:1
1989 US Open (2) Мартина Навратилова 3:6, 7:5, 6:1
1990 Australian Open (3) Мэри-Джо Фернандес 6:3, 6:4
1991 Уимблдон (3) Габриэла Сабатини 6:4, 3:6, 8:6
1992 Уимблдон (4) Моника Селеш 6:2, 6:1
1993 Ролан Гаррос (3) Мэри-Джо Фернандес 4:6, 6:2, 6:4
1993 Уимблдон (5) Яна Новотна 7:6, 1:6, 6:4
1993 US Open (3) Хелена Сукова 6:3, 6:3
1994 Australian Open (4) Аранча Санчес-Викарио 6:0, 6:2
1995 Ролан Гаррос (4) Аранча Санчес-Викарио 7:5, 4:6, 6:0
1995 Уимблдон (6) Аранча Санчес-Викарио 4:6, 6:1, 7:5
1995 US Open (4) Моника Селеш 7:6, 0:6, 6:3
1996 Ролан Гаррос (5) Аранча Санчес-Викарио 6:3, 6:7, 10:8
1996 Уимблдон (7) Аранча Санчес-Викарио 6:3, 7:5
1996 US Open (5) Моника Селеш 7:5, 6:4
1999 Ролан Гаррос (6) Мартина Хингис 4:6, 7:5, 6:2

Парлы ярышта еңеүҙәре (1)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Партнер Дәғүәсе Иҫәп
1988 Уимблдон Сабатини Габриэла Зверева Наталья

Лариса Савченко

6-3, 1-6, 12-10

Яңғыҙ ярыштарҙа еңелеүе. (9)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Дәғүәсе Иҫәп
1987 Уимблдон Навратилова Мартина 5-7 3-6
1987 US Open Навратилова Мартина 6-7 1-6
1989 Ролан Гаррос Санчес Аранча-Викарио 5-7 6-7 6-3
1990 Ролан Гаррос (2) Моника Селеш 6-7 4-6
1990 US Open (2) Сабатини Габриэла 6-7 2-6
1992 Ролан Гаррос (3) Моника Селеш 8-10 2-6 6-3
1993 Open Australian Моника Селеш 3-6 2-6 6-4
1994 US Open (3) Санчес Аранча-Викарио 4-6 6-7 6-1
1999 Уимблдон (2) Линдси Дэвенпорт 5-7 4-6

Парлы ярышта еңелеүе (3)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Турнир Партнер Дәғүәсе Иҫәп
1986 Ролан Гаррос Сабатини Габриэла Навратилова Мартина

Андреа Темешвари

1-6 2-6
1987 Ролан Гаррос Сабатини Габриэла Навратилова Мартина

Пэм Шрайвер

1-6 2-6
1989 Ролан Гаррос Сабатини Габриэла Зверева Наталья

Лариса Савченко

4-6 4-6

Йылдың йомғаҡлау турнирындағы еңеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Һөҙөмтә
1987 Штеффи Граф — Габриэла Сабатини 4-6, 6-4, 6-0, 6-4
1989 Штеффи Граф — Навратилова Мартина 6-4, 7-5, 2-6, 6-2
1993 Штеффи Граф — Аранча Санчес-Викарио 6-1, 6-4, 3-6, 6-1
1995 Штеффи Граф — Анка Хубер 6-1, 2-6, 6-1, 4-6, 6-3
1996 Штеффи Граф — Хингис Мартин 6-3, 4-6, 6-0, 4-6, 6-0

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118824996 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. http://espn.go.com/blog/high-school/girl/post/_/id/2385/40-greatest-female-athletes-steffi-graf
  3. 3,0 3,1 3,2 Collins B. The Bud Collins History of Tennis: An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — New York City: New Chapter Press, 2010. — P. 583. — ISBN 978-0-942257-70-0
  4. Encyclopædia Britannica
  5. http://www.independent.co.uk/voices/profile-nobody-to-fear-but-her-fans-steffi-graf--tennis-is-easy-life-is-more-difficult-1494011.html
  6. 6,0 6,1 Collins B. The Bud Collins History of Tennis: An Authoritative Encyclopedia and Record Book — 2 — New York City: New Chapter Press, 2010. — P. 584. — ISBN 978-0-942257-70-0
  7. 7,0 7,1 Player Profile // сайт WTA
  8. сайт ITF
  9. Противостояние Штеффи Граф и Моники Селеш признано самым захватывающим за последние 30 лет. Sports.ru (17 февраля 2008). Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 21 декабрь 2011 тикшерелгән.
  10. IOC awards Olympic Order to Steffi Graf  (инг.). МОК (6 декабря 1999). Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 21 декабрь 2011 тикшерелгән.(инг.). МОК (6 декабря 1999). Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 21 декабрь 2011 тикшерелгән.
  11. Страница Штеффи Граф Ҡалып:Webarchive на сайте Международного зала теннисной славы
  12. Граф поможет беженцам. Советский спорт (21 декабря 2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 21 декабрь 2011 тикшерелгән.
  13. [1] Штеффи Граф о роли тенниса в своей жизни.
  14. Уильямс может сравняться с Граф. Eurosport (5 апреля 2008). Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 21 декабрь 2011 тикшерелгән.
  15. Николай Коротаев Штеффи. Спорт-Экспресс (14 июня 2009). Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 21 декабрь 2011 тикшерелгән.
  16. Агасси и Граф объединятся на корте. Дни.ру (22 января 2003). Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2012. 21 декабрь 2011 тикшерелгән.
  17. [2] Мольбы, не доходящие до адресата

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]