Эстәлеккә күсергә

Бохара әмирлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бохара әмирлеге
фарс. امارت بخارا
үзб. Buxoro amirligi
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1785
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ үҙәк Бохара
Административ-территориаль берәмек Төркөстан генерал-губернаторлығы
Идара итеү формаһы Абсолют монархия
Валюта Бохара тәңкәһе[d], рубль[d] һәм Бохара тәңкәһе[d]
Алмаштырылған Бохара Халыҡ Совет Республикаһы
Алыштырған Бохара ханлығы
Ҡулланылған тел фарсы теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 7 октябрь 1920
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Ислам һәм Йәһүҙилек
Карта
 Бохара әмирлеге Викимилектә

Бохара әмирлеге (фарс. امارت بخارا Amārāt-i Bukhārā; үзб. Buxoro Amirligi) — 1753 йылдан алып 1920 йылға тиклем Азияла хәҙерге Үзбәкстан[1], Тажикстан һәм Төркмәнстан территорияһында ғәмәлдә булған дәүләт. Уның составына шулай уҡ төньяҡ Афғанстан һәм көньяҡ Ҡаҙағстандың Төркөстан округтары территориялары ваҡытлыса инә. Бохара ханлығының вариҫы һәм йыш ҡына шулай исемләнә. Дәүләттең рәсми исеме — Бохара дәүләте. Әмирлек термины академия әҙәбиәтендә ҡулланыла.

Бохара әмирлеге Хиуа ханлығы һәм Коканд ханлығы менән бер рәттән өс үзбәк ханлығының береһе була[1].

1868 йылда Рәсәй империяһына вассал буйһоноуға эләгә һәм уның протектораты статусын ала.

1920 йылдың 2 сентябрендә РККА Бохараны яулап ала, ә 8 октябҙә Бохара Халыҡ Совет Республикаһы иғлан ителә, 1924 йылда ул милли билдә буйынсаҮзбәк ССР-ы, Төркмән ССР-ы һәм Тажик АССР-ы араһында бүленә.

Бохара әмирлеге тарихын урындағы бер нисә тарихсы тасуирлай: Мөхәммәт Вафа Керминеги, Мирий, Яҡуп ибн Мөхәммәт Даниял бий, Әбделаҙым Сами, Әхмәт Дониш, Насретдин ибн әмир Мозаффар һәм башҡалар.

Бохара әмирлегенә нигеҙ һалыусы манғыт ырыуынан үзбәк Мөхәммәт Рәхимбай (1756—1758) була. Уның вафатынан һуң олатаһы Даниял бей хакимлыҡ итә (1758—1785). 1784 йылда Бохарала Диниял бейҙең көсһөҙлөгө менән риза булмаған ҡала халҡы ихтилал ҡуптара һәм Даниял бей улы Шахморат файҙаһына хакимлыҡтан баш тарта (17851800).

Шахморат хакимлығын ике абруйлы, коррупцияла ғәйепләнгән сановниктар — Дәүләт һәм Низаметдин, юҡҡа сығара, һарай кешеләре алдында батырып үлтерә. Шунан Шахморат һалымдарҙан азат иткән тархан грамотаһын Бохара халҡына тантаналы рәүештә тапшыра. Грамота тексы ташҡа баҫтырыла һәм оло йәмиғ мәсетенең айванына (бер яғынан диуары булмаған кеше ҡабул итә торған зал) беркетелеп ҡуйыла. Элекке һалымдар урынына ул яңы һалым — һуғыш шарттарында ғәскәрҙе тәьмин итеү һалымын — индерә. Хакимлыҡты тулыһынса үҙенең ҡулдарында туплай һәм хан титулынан баш тартып, әмир булып ҡала. Тәхеткә ул башта Данишмандчуны ултырта, һуңынан — Сыңғыҙхан нәҫеленән булған Абделғәзине — ысынбарлыҡта улар икеһе лә хакимлыҡ итмәй. 1785 йылда Шаһморат аҡса реформаһын үткәрә һәм тулы ҡиммәтле 3,36 грамлыҡ көмөш тәңкәләрҙе һәм унификацияланған алтын тәңкәләрҙе сығара башлай. Ул шәхсән үҙе хөкөм итеү ведомствоһына етәкселек итә. Шаһморат Бохара әмирлегенә Амударъяның һул яҡ ярын (Балх һәм Мерв менән бергә) кире ҡайтара. 1786 йылда ул Кермин округындағы ихтилалды баҫтыра, һуңынан Шәһрисабзға һәм Хужандҡа уңышлы походтар башҡара. Шаһморат шулай уҡ афған хакимы Тимершаһ менән уңышлы һуғыша һәм үҙ артында тажиҡтар һәм үзбәктәр йәшәгән көньяҡ Төркөстанды яулап ала.

Атаһынан тәхетте алғандан һуң Хәйҙәр әмир (1800—1826), бөтә Мәүәрәннәһер уға буйһона. Уның тәхеткә ултырыуы ығы-зығы һәм болалар менән оҙатыла. 1800 йылда мәрүә төрөкмәндәре баш күтәрә. Бер аҙҙан эске үҙ-ара низағтарға Коканд һуғышы өҫтәлә. Был һуғышта (Үртүбә өсөн) Хәйҙәр еңеп сыға. Хәйҙәр әмир хакимлығы осоронда сәйәси система абсолютизм яғына үҫешә барған үҙәкләштерелгән монархиянан ғибәрәт була. Уның 4 меңгә яҡын кешенән торған бюрократик аппараты була. Ғәскәр ҙә арта. Бохарала ғына даими ғәскәрҙең һаны 12 меңгә етә. Әхмәт даниш фекеренсә, Хәйҙәр әмир хакимлығын бер туҡтауһыҙ феодаль һуғыш осоро тип билдәләп була.

Хәйҙәрҙең вариҫтары — Мирхөсәйен һәм Мирүмәр улдары, артабан Насрулла (18271860). Ғәскәренә һәм руханиҙар союзына таянып, Насрулла феодаль тарҡаулыҡ менән ҡаты алыш алып бара, аҡ һөйәктәрҙе буйһондорорға тырыша. Хакимлыҡтың тәүге айында уҡ ул көн һайын 50-100 кешене язалай. Әмирлек составына номиналь рәүештә ингән өлкәләрҙе берләштерергә тырыша. Виләйәттәргә хакимдар итеп ул «ырыуһыҙ» кешеләрҙе ҡуя, улар тулыһынса уға буйһона. Насрулланың хакимлыҡ осоро Хиуа һәм Коканд ханлыҡтары менән айырым сик буйы территориялары өсөн (Мәрүә, Саржуй, Үртүбә, Хужанд) бер туҡтауһыҙ һуғыштар менән оҙатыла килә. Шаһрисабз һәм Китаб айырыуса ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә. 1856 йылда ғына, 32-се хәрби походтан һуң, уларҙы Бохараға буйһондоралар. Дөйөм алғанда, Насрулла хакимлығы осоронда дәүләттең көсһөҙләнеүе күҙәтелә, бигерәк тә Коканд менән барған һуғыштарҙа.

Бохара әмире Мозаффар в марте 1868 йылдың мартында Рәсәйгә ғазауат иғлан итә, әммә 2 майҙа генерал К. П. Кауфман әмирҙең ғәскәрен ҡыйрата һәм урыҫтар Сәмәрҡәндте яулап ала. 1863 йылда Мозаффар Коканд ханлығының заговорщиктары тарафынан үлтерелгән Алимбәк Датка Ҡурмажандың тол ҡатынына датка титулын бирә. 1868 йылдың 23 июнендә Бохара әмире Рәсәй вассалығын таный. 1873 йылдың сентябрендә яңы килешеүгә ярашлы Бохара әмирлеге Рәсәйҙең протектораты тип таныла. Ошо осорҙа Бохара әмирлегендә ордендар булдырыла, мәҫәлән, Бохара алтын йондоҙо.

Әбделәхәт әмирҙең хакимлығы осоронда (1885—1910) буйһоноу кимәле тағы ла көсәйә. Ул миҙалдарҙың һәм ордендарҙың яңы төрҙәрен индерә, мәҫәлән, Бохара дәүләте Тажы ордены. Шулай уҡ ул Рәсәй Ялтаһында үҙенең йәйге резиденцияһын булдыра.

1910 йылдан Сәйет Әлимхан — аҙаҡҡы Бохара әмире. XX быуат башында йәдитселек хәрәкәте нигеҙендә Бохарала Бохара йәштәре хәрәкәте барлыҡҡа килә, улар Бохара әмирлегендә демократик үҙгәрештәр яҡлы булалар.

ХХ быуат башында «Бухорои Шәриф» исемле гәзит нәшер ителә башлай.

Революция Бохарала

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылда, Рәсәйҙәге февраль революцияһынан һуң, Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәте Бохара әмирлегенең бойондороҡһоҙлоғон таный. 1917 йылдың март айында Бохара йәштәре әмиргә ҡаршы манифестация ойошторалар. Уларға яуап итеп репрессиялар үткәрелә, йәштәрҙең күбеһе Ҡағанға ҡасып ҡотола.

Октябрь революцияһынан һуң Совет власы декретына ярашлы әмирлектең бойондороҡһоҙлоғо раҫлана.

1918 йылдың мартында Бохара йәштәре Ҡыҙыл Армиянан ярҙам һорайҙар. Улар Ҡағандағы гарнизонды, Бохарала ихтилал әҙерләнә, тип ышандыралар һәм әмиргә хакимлыҡтан баш тартыуҙы талап итеп, ультиматум иғлан итәләр. Әммә йәштәр һәм Ҡыҙыл Армия уңышһыҙлыҡҡа тарый. Бынан һуң Рәсәй һәм Бохара араһында килешеү төҙөлә һәм Бохараның бойондороҡһоҙлоғо ҡабатлап раҫлана.

Летом 1920 йылдың йәйендә Төркөстан фронтының баш командующийы Фрунзе Бохара әмире менән һөйләшеүҙәр башларға тырыша, әммә Фрунзеның талаптары әмир өсөн ҡабул итмәҫлек була һәм һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһеҙ ҡала. Ҡыҙыл Армия һуғышҡа әҙерләнә башлай, ә Бохара әмире — оборонаға.

1920 йылдың 30 авгусында Бохара баҫып алына, әмир Афғанстанға ҡаса. Бохара алынғандан һуң Бохара коммунистик партияһы һәм партияға ҡушылған Бохара йәштәре власҡа килә. РСФСР-ҙан буйһоноулы Бохара Халыҡ совет Республикаһы (БНСР) төҙөлә.

Бохара ханлығы һәм Рәсәй империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәйҙәр әмир бер нисә мәртәбә Рәсәй империяһына үҙенең илселәрен ебәрә (мәҫәлән, 1803 йылда Ишмөхәмәт Байкешеев етәкселегендә).

Манғыт династияһының Бохарала нығыныуы менән (бигерәк тә Насрулла хан хакимлығы осоронда) Рәсәй менән мөнәсәбәттәр яҡшыра.

1820 йылда Бохараға Негри етәкселегендәге урыҫ дипломатик илселеге ебәрелә; унда ҡатнашҡан генераль штабы офицерҙары, айырыуса натуралистар Эверсман һәм Пандер, Бохара тураһында мәғлүмәттәрҙе күпкә киңәйтәләр.

1834 йылда ориенталсы Демезон Ырымбурҙан Бохара ханлығына сәйәхәт ҡыла, 1835 йылда урыҫ әсирҙәрен ҡотҡарыу маҡсатында шунда уҡ сәйәси агент Янг Виткевич бара. 1841 йылда Бохара әмире саҡырыуы буйынса Бохараға сәйәси-ғилми миссия ебәрелә, әлеге миссия 1841 йылғы Бохара миссияһы исеме аҫтында билдәле. Миссия ағзалары ҙур һөҙөмтәләргә ирешә алмаһалар ҙа, тарихи һәм географик яҡтан бик ҡиммәтле хеҙмәттәр баҫтырып сығара, улар араһында айырыуса Н. Ханыковтың «Бохара ханлығының тасуирламаһы» йыш телгә алына. Был хеҙмәт хәҙерге ваҡытҡа тиклем үҙ әһәмиәтен юғалтмаған. 1859 йылда Бохарала полковник Н. П. Игнатьев та булып китә.

Дәүләт башлығы — әмир (фарс. عملدارامیرфарс. عملدار), ул үҙенең подданныйҙары өҫтөнән сикләнмәгән хакимлыҡҡа эйә.

Дәүләт эштәре менән әмирҙең баш вәзире (ҡушбеги) идара иткән. Ул һалым йыйыу менән шөғөлләнгән, әмирҙең хакимиәте менән етәкселек иткән, урындағы чиновник-бәктәр менән хатлашыуҙы алып барған (бәк — хаким итеүсе, төркисә — бей). Ҡушбеги көн һайын шәхсән үҙе әмиргә әмирлектәге хәлдәр тураһында хәбәр итеп торған, бөтә чиновниктарҙы ул тәғәйенләгән, ә иң юғары чиновниктарҙы әмир үҙе тәғәйенләгән[2].

Бохара әмирлегенең хакимлыҡ синыфы дәүләт вазифалы донъяуи кешеләргә — әмәлдәргә (төрк. خانعملدارтөрк. خان) һәм руханиҙарға — ғөләмәләргә (ғәр. ﻋﻠﻤﺎ‎ﻋﻠﻤﺎғәр. ﻋﻠﻤﺎ‎) бүленгән. Аҙаҡҡылар араһына ғалимдарҙы — теологтарҙы, ҡануниәтселәрҙе, мәҙрәсә мөғәллимдәрен һәм башҡаларҙы индергәндәр. Дәүләт эшмәкәрҙәре әмирҙән йәки хандан (төрк. خانخان) вазифалар алғандар, ә руханиҙар теге йәки был дәрәжәгә эйә булғандар. Дәүләт вазифалары — ун биш, ә рухани дүртәү булған.

Бәктәргә, үҙ сиратында, диванбәктәр (төрк. قورباشیدیوان بیگی), яҫауылбаштар (ғәр. قاضییساولباشی), ҡорбаштар (ғәр. رئیس‎قورباشی), ҡаҙыйҙар (ғәр. فقرا‎قاضیғәр. فقرا‎) һәм рәйестәр (фарс. سرکردهرئیسфарс. سرکرده) буйһонған.

Халыҡтың күпселеген податный ҡатлам — фуҡара (ғәр. فقرا‎فقراғәр. فقرا‎) тәшкил иткән. Хакимлыҡ синыфы ер-феодаль аҡ һөйәктәренән торған, улар урындағы хаким янында тупланған. Әлеге синыф саркарда (ғәр. رعیت‎سرکردهғәр. رعیت‎) йәки нәүкәр, ә Бохара хакимлығы осоронда — сипаһтар йәки әмәлдәр исемен йөрөткән. Ике күрһәтелгән синыфтан тыш (байҙар һәм ярлылар) төрлө һалымдарҙан азат ителгән сәйәси ҡатлам да була: муллалар, мөҙәристәр, имамдар, мырҙалар һәм башҡалар. Пәнже үрҙәрендәге халыҡ ҡатлам яғынан ике төп категорияға бүленә: хаким иткән синыф һәм һалым түләүсе ҡатлам, уларҙы рағийәт (төрк. بیکیﮔرىرعیتтөрк. بیکیﮔرى) йәки фуҡара тип йөрөткәндәр. Хакимлыҡ иткән синыфтың иң түбәнге ҡатламы — нәүкәрҙәр йәки сәкәрҙәр, уларҙы халыҡ йәки шәйех һәләтле кешеләр араһынан һайлап ҡуйған[3].

Бохара әмире сикләнмәгән хакимлыҡҡа эйә була һәм ил менән шәриғәт ҡағиҙәләре (мосолман рухи-әхләҡи кодексы) һәм ғәҙәти хоҡуҡтар нигеҙендә идара иткән. Әмирҙең бойороҡтарын тиҙ арала тормошҡа ашырыу өсөн уның янында бер нисә сановник тотола, уларҙың һәр кеме үҙ идара тармағында эш иткән.

Бәк йыл һайын әмир ҡаҙналығына тейешле күләмдә аҡса индерә һәм шулай уҡ бүләктәр ебәрә (келәмдәр, аттар, халаттар), шул уҡ ваҡытта үҙ бәклегендә тулы хоҡуҡлы хужа булып ҡала. Иң түбәнге ҡатламды бәклектә аҡһаҡалдар биләй, улар полиция бурыстарын үтәй. Бәктәр эш хаҡын алмай һәм үҙҙәрен, бәклек хакимиәтен үҙаллы тәьмин итергә тейеш булалар.

Халыҡ натуралата хираж түләй (игендең ундан бер өлөшө), баҡсаларҙан аҡсалата йәки зәкәт аша (тауар хаҡының 2½%) танап түләй. Күсмә халыҡ натуралата зәкәт түләй — малдың ҡырҡтан бер өлөшөн (йылҡы һәм эре мөгөҙлө малдан тыш). Йыл бюджеты 5—6 млн һум тәшкил итә.

Административ-территориаль ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Административ яҡтан әмирлек бәктәргә (بیکیﮔرى) бүленә:

  1. Бәлжеүән
  2. Ғиссар (хәҙер Тажикстан)
  3. Гузар (хәҙер Ҡашҡадаръя өлкәһе, Үзбәкстан)
  4. Дәрүәз (1878 йылдан, хәҙер Дәрүәз районы, Тажикстан)
  5. Каратегин (хәҙер Рашт районы, Тажикстан)
  6. Каттакурган (хәҙер Самаркандская область, Үзбәкстан)
  7. Куляб (хәҙер Хатлон өлкәһе, Тажикстан))
  8. Карши (хәҙер Ҡашҡадаръя өлкәһеь, Үзбәкстан)
  9. Нурата (хәҙер Навойи өлкәһе, Үзбәкстан)
  10. Пенджикент (хәҙер Соғдий өлкәһе, Тажикстан))
  11. Рушан (хәҙер Тау-Бадахшан автономиялы өлкә, Тажикстан))
  12. Сәмәрҡәнд (хәҙер Сәмәрҡәнд өлкәһе, Үзбәкстан) — 1887 йылдан Сәмәрҡәнд өлкәһе булараҡ Рәсәй составында
  13. Шахрисябз (1870 йылдан, хәҙер Ҡашҡадаръя өлкәһе, Үзбәкстан)
  14. Шәһәр
  15. Ургут (хәҙер Сәмәрҡәнд өлкәһе, Үзбәкстан)
  16. Фәлгәр (хәҙер Соғдий өлкәһе, Тажикстан)

Бәклектәрҙә әмирҙең туғандары йәки уның ышаныслы кешеләре ултырған. Бәклектәр әмләктәргә (фарс. ﺷﺎهاملاکфарс. ﺷﺎه) һәм төмәндәргә бүленгән. Каратегинда — биш әмләк, Дәрүәздә ете әмләк булған.

XIX быуаттың аҙаҡҡы сирегенә тиклем әмирлектә автономиялы шаһлыҡтар ғәмәлдә була, мәҫәлән, Каратегин һәм Дәрүәз бойондороҡһоҙ шаһлыҡтар, улар менән урындағы хакимдар — шаһтар (фарс. پنجهﺷﺎهфарс. پنجه) идара иткән. Көнбайыш Памирҙа дүрт шаһлыҡ (Шугнан) була, һәр шаһлыҡ административ берәмәктәргә бүленә, уларҙы сада (төрк. آقسقالصدهтөрк. آقسقال — сотня) йәки пәндж (ғәр. ارباب‎پنجهғәр. ارباب‎ — пятерка) тип йөрөткәндәр. Шугнан һәм Рушан һәр береһе алты садаға йәки пәнжәгә бүленгән. Һәр сада йәки пәнжә башында аҡһаҡал (төрк. آقسقالآقسقال) торған.

Ауыл хакимиәтенең түбәнге чины арбаб(ғәр. ارباب‎ — староста) булған, ғәҙәттә һәр ауылға бер кеше. (

Бохара халҡының һаны 2 миллион кешенән ашыу тәшкил итә.

Яҡынса бүленеше: барыһы 2 478 000.

Үзбәктәр — 1 500 000

Тажиктар — 650 000

Төрөкмәндәр — 200 000

Ғәрәптәр — 50 000

Фарсылар — 40 000

Ҡалмыҡтар — 20 000

Ҡырғыҙҙар һәм ҡарағалпаҡтар — 6 000

Йәһүдтәр — 4 000

Афғандар — 4 000

Лезгиндар — 2 000

Сиғандар — 2 000

Мейендорф Егор Казимирович "Путешествие из Оренбурга в Бухару"

Этнографик составы буйынса Бохара ханлығы халҡы ике өлөшкә бүленгән: беренсеһенә төрки халыҡтары ҡараған, икенсеһенә — иран халҡы.

Төрки халыҡтары араһында беренсе урында үзбәктәр — уларҙың ҡулында бөтә хакимлыҡ булған. Үзбәктәр ырыуҙарға бүленә (манғыт, ҡоңрат, курама һәм башҡалар), улар ханлыҡтың төрлө яҡтарында йәшәй һәм уларҙың тормошонда ырыулыҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Төрки халыҡтарға шулай уҡ төрөкмәндәр инә, улар ҙа бер нисә ырыуға бүленә. Төрөкмән ырыуҙары араһында иң эреһе — Аму-Даръя буйлап йәшәгән әрсәриҙәр, шунан — ҡырғыҙҙар һәм өлөшләтә һарттар. Һарттар төрлө төрки һәм иран халыҡтарҙан барлыҡҡа килгәндәр, башлыса ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәйҙәр, игенселек һәм сауҙа менән шөғөлләнәләр.

Бохара ханлығында йәшәгән төп халыҡтарҙан тыш, унда шулай уҡ бер аҙ йәһүд, афған, фарсы, ғәрәп, сиған, әрмән һәм башҡа халыҡтар йәшәгән. Ғәрәптәр Варданзи тирәләп күсенеп көн күрәләр һәм малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Йәһүдтәр ҡалаларҙа йәшәй, һөнәрселек һәм сауҙа менән шөғөлләнәләр, индустар — сауҙа һәм ростовщиҡлыҡ менән.

Дөйөм алғанда, Бохара ханлығы халҡы төрлө, бер-беренә дошмандарса мөнәсәбәттә булған элементтар, уларҙы тик дин генә бәйләй. Бөтә халыҡ тиерлек ислам динен тота: төрки халыҡтар барыһы ла — сөннәти мосолмандар, ирандар — ажар шииттар.

Йәшәү рәүеше буйынса Бохара халҡы бер урында йәшәүсе, ярым-күсмә һәм күсмә халыҡтарға бүленә. Бер урында йәшәүселәргә яҡынса халыҡтың 65 % ҡарай, улар башлыса ханлыҡтың тигеҙлектәрендә йәшәйҙәр; улар эсенә үзбәктәрҙең күпселеге, ҡала тажиктары, һарттар, йәһүдтәр, фарсылар, афғандар, индустар инә. Ярым-күсмә халыҡ яҡынса 15 % тәшкил итә; был төркөмгә өлөшләтә үзбәктәр, төрөкмәндәр һәм тау тажиктары инә. Ҡалған 20 % — күсмә халыҡ, улар көнбайыш Бохараның далаларында, дәрүәздә һәм Гиссар һыртының битләүҙәрендә йәшәйҙәр — үзбәктәрҙең, төрөкмәндәрҙең ҡайһы бер ырыуҙары һәм ҡырғыҙҙар.

Әмирлектең иң эре үҙәктәре — Бохара, Ҡаршы, Шәһрисәбз, Китаб, Сираҡсы, Гузар, Ҡаракүл, Зиатдин, Һатырсы, Ғиссар, Шир-Абад, Куляб, Гарм, Керки һәм Кермине.

Бохара әмирлегендә тажиҡ теле дәүләт теле була һәм Бохара Республикаһында ла дәүләт теле булып ҡала. Ул дәүләт эш башҡарыуында һәм мәҙәниәттә киң ҡуллана[4]. В. В. Бартольд үҙенең яҙмаларында хәбәр итә:[5]:

Бохара ханлығындағы яңы үзбәк ханлыҡтары араһында тажиҡ элементы шул тиклем өҫтөнлөк алған, хатта Хиуа тарихсыһы Бохара ғәскәрен тажиҡ тип исемләй. Тажиҡ теле Бохара ханлығының ғына дәүләт теле булып ҡалмай, шулай уҡ (1920 йылдан һуң) Бохара Халыҡ Республикаһының дәүләт теле була.

— В.В.БАРТОЛЬД "О НАЦИОНАЛЬНОМ РАЗМЕЖЕВАНИИ В СРЕДНЕЙ АЗИИ"

Ҡала халҡы үзбәк телен дә, тажиҡ телен дә белгән, әммә тажиҡ теле өҫтөнлөклө булған. Тажиҡ теле ғаиләлә, сауҙа килешеүҙәрендә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланған. Үзбәк теле ауыл ерендә таралған була, шуға күрә ауыл кешеләре ҡала баҙарына йыйылһа, үзбәк теле генә ишетелгән[6].

XIX быуат башында Бохарала тарихсы Алла Морат Анна-бой-оглы (ҡуңғырат үзбәктәренән) йәшәгән. 1815—1816 йылдарҙа ул үҙенең «Оғуҙҙар, Аланкоа һәм Шәйбәни тарихы» хеҙмәтен үзбәк телендә яҙған[7]. XIX быуаттың аҙағында Олафсен, үзбәк теле — сағатай теле һәм ул Бохарала төп тел, тип билдәләгән[8].

Етештереү өлкәһе. Игенселек. Малсылыҡ. Сәнәғәт. Сауҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бохара ханлығы халҡының төп шөғөлдәре — игенселек һәм малсылыҡ. Бер урында йәшәүсе халыҡ башлыса игенселек менән шөғөлләнә, ә ярым-күсмә һәм күсмә халыҡтар ерҙе ик аҙ күләмдә эшкәртә, ҡышлаҡтары янында ғына. тупраҡ башлыса игенселек менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы: балсығы ла, ағасы ла бар, бөтә ерҙә тиерлек һыу менән тәьмин иткән осраҡтарға бик яҡшы уңыш алып була. Йәйҙәр ҡоро һәм эҫе тора, шуға күрә һыу һиптереү өсөн төрлө ҡатмарлы ҡоралмалар эшләйҙәр. Һыу һиптерелгән ерҙәрҙә бойҙай, рис, арпа, тары, төрлө ҡуҙаҡлылар, люцерна, мамыҡ үләне, етен, кунжут, тәмәке (бигерәк тә Ҡаршы ҡалаһы янында), тарма, мәк, марена һәм башҡаларҙы үҫтерәләр. Иң мөһиме — мамыҡ, уның етештереүе 1½ миллион ботҡа етә; яртыһынан күберәге Рәсәйгә сығарыла. Ҡайһы бер ялан үҫемлектәре бик тиҙ өлгөрә, сөнки йәй оҙайлы, шуғка күрә баҫыуҙарҙа ҡабаттан ҡуҙыҡлыларҙы йәки башҡа төрлө үҫемлектәрҙе сәсәләр. Рис һыу булған ерҙәрҙә генә сәселгән. Һыу һиптерелгән ерҙәрҙән тыш яҙғы еүешлекте һаҡлаған (бахор ерҙәр) баҫыуҙар файҙалана, бындай ерҙәрҙә бойҙай һәм арпа сәсәләр. Баҡсасылыҡ бик мөһим урынды биләй. Күп төрлө виноград, персик, өрөк, дыня, арбуз, һирәгерәк слива һәм алма, шулай уҡ айва, джиддә, фисташник, грек сәтләүеге, төрлө еләк ултыртыла. Бынан тыш кәбәҫтә, сөгөлдөр, ҡыяр, кишер,һуған, борос һәм башҡа йәшелсәләр ултырталар. Баҡсаны ғәҙәттә ауылдарҙа ойошторалар, ә дыня менән ҡарбуҙҙы — баҫыуҙарҙа. Игенде башлыса Шәһәрсәбзда, Ғиссар бәклегендә һәм Сурханда үҫтерәләр, уны Бохараға, Керкиға һәм Чаржуйға алып барып һаталар. Халыҡ икмәк менән тәьмин итеүҙә ҡытлыҡ кисерә, уны Сәмәрҡәнд өлкәһенән алып киләләр. Төп икмәк баҙарҙары — Бохара һәм Ҡаршы ҡалалары, уларҙан ҡалыша — Гузар, Юрсы, Денау и Ширабад ҡалалары. Киптерелгән абрикос, йөҙөм Рәсәй Европаһына һәм Себергә ебәрелә.

Ебәкселек Бохара ханлығында төрлө ауырыуҙар сәбәпле аҙаҡҡы ваҡыт байтаҡҡа кәмей.

Төҙөлөш өсөн ағасты (тирәк, тут ағасы, талабрикос һәм башҡалар) баҡсаларҙан алалар, шулай уҡ яғыу өсөн дә. Бынан тыш өйҙө йылытыу өсөн ҡамышты, ҡыуаҡлыҡтарҙы, ҡый үләнен, тиҙәкте ҡулланалар.

Малсылыҡ Бохара ханлығында үҫешә, әммә бер тигеҙ түгел. Оазистарҙа, ултыраҡ тормош алып барған халыҡ йәшәгән ерҙә, малсылыҡ менән аҙ шәғәлләнәләр, тик көнбайыш бохара далаларында күсмә тормош алып барған төрөкмәндәр, үзбәктәр һәм ҡырғыҙҙар бик күп дөйә һәм һарыҡ үрсетәләр. Ханлыҡтың көнсығыш таулы өлөшөндә, Ғиссар, Алай һырттары үҙәндәрендә эре малды, кәзә, һарыҡ, йылҡы малын тоторға мөмкинлек бар. Бындағы халыҡ башҡаларҙы йөк, һуғым малы, аттар менән тәьмин итә. Төп мал баҙарҙары Гузар һәм Ҡаршы ҡалаларында урынлашҡан, бында Бохара тигеҙлегенән һәм хатта урыҫ биләмәләренән сауҙагәрҙәр килеп тула. Сурхан, Вахша, Кафирниган йылғаларының үҙәндәрендә башлыса эре мөгөҙлө мал һәм аттарҙы аҫрайҙар; йылғаларҙың түбәнге ағымында — кәзә һәм һарыҡ, Амударъя буйҙарында — дөйә (күбеһенсә бер үркәсле) һәм һарыҡ көтәләр. Элекке ваҡыттарҙа бохара дан тотҡан тоҡомло (ағымаҡтар, ҡарабайырҙар һәм башҡалар) һәм матур аттар бик һирәк осрай һәм ҡәҙимгесә мал араһында юғалып ҡалғандар. Мөгөҙлө мал ялан эштәре һәм һөт аҙыҡтары өсөн үрсетелә; уның итен Бохара халҡы ашамай тиерлек, улар һимеҙ һәм татлы һарыҡ итен өҫтөн күрә.

Бохара ханлығында сәнәғәт ауыл, кустарь яғы менән айырылып тора; фабрикалар һәм заводтар юҡ, бөтә әйберҙәр ҡулдан йәки бик боронғо ҡоралмаларҙа эшләнә. Әһәмиәте беренсе урында кизе-мамыҡ сәнәғәте тора. Урындағы мамыҡтың күпселек өлөшө төрлө кизе-мамыҡ туҡымаларына эшкәртелә, ул туҡымаларҙан тегелгән кейемде бөтә бохара халҡы тиерлек ҡуллана. Ебәк, бигерәк тә ебәк ҡатыш, туҡымалар киң файҙалана. Йөндө күсмә халыҡтар кейеҙ (ҡошма), буҫтау, келәм, тоҡ эшләү өсөн ҡуллана. Сәнәғәттең башҡа төрҙәренән аяҡ кейеме, тире, эйәр,ҡамыт-дуға, тимер һәм балсыҡ әйберҙәре, төрлө үҫемлек майҙары һәм буяу матдәләрен етештереүҙе телгә алып була.

Бохара ханлығындағы минераль байлыҡтар бик сикләнгән күләмдәрҙә эшкәртелә. Байтаҡ күләмдә сығарылған ҡаҙылма байлыҡ — тоҙ. Көнсығыш Бохараның ҡайһы бер урындарында тимер һәм баҡыр рудалар эшкәртелә, шулай Амударъя йылғаһы ҡушылдыҡтарында алтын йыуалар; әммә был кәсептәр бик аҙ үҫешкән һәм иғтибарға лайыҡ түгел.

Ылау ҡыуыу менән шөғөлләнеү Бохара халҡының ҡайһы бер өлөшөнә, бигерәк тә һәйбәт юлдар булған саҡта, ҙур ғына файҙа килтерә.

Бохара ханлығының эске сауҙаһы бик шәп үҫешкән була, әммә, дөйөм алғанда, уның әйләнеше һиҙелерлек булмай; тышҡы сауҙа бәйләнештәре мөһим роль уйнай, айырыуса Бохарала һәм Ҡаршыла, быға уңайлы географик хәле булышлыҡ итә. Европа Рәсәйе менән сауҙа элекке карауан юлы менән алып барыла — Ҡазалы һәм Ырымбур аша, башлыса Каспий аръяғы тимер юлы менән Оҙон Аҙа һәм Әстерхан аша. Рәсәйгә төрлө туҡыма, келәмдәр алып сығарыла (12 миллион һумлыҡ), ә Рәсәйҙән Бохараға мануфактура тауарҙары, шәкәр, һауыт-һаба алып киленә (10 миллион һумлыҡ). Һиндостан менән бәйләнештәр Келиф һәм Ҡабул аша булдырыла, шулай уҡ Герат һәм Мешад аша; Персия менән — Мешед аша. Һиндостандан 5½ миллион һумлыҡ тауарҙар алып киленә (инглиз ситсаһы һәм кесәйә, сәй, шәлдәр, индиго, опиум һәм башҡалар), ә кире яҡҡа тик ½ миллион һумлыҡ тауар сығарыла (шёлк, бәрәс тиреһе һәм урыҫ баҡыр, тимер һәм ағас әйберҙәре) улары ла башлыса Афғанстанға. Бохараға индерелгән тауарҙарҙан хөкүмәт уларҙың хаҡынан 2½% зәкәт түләттерә; ханлыҡтан сығарылған тауарҙарҙан — әгәр экспортер Бохара йәки башҡа берәй дәүләт подданныйы булһа, 5 % күләмендә һәм экспортер урыҫ подданныйы булһа, 2½%, күләмендә. Аҡса берәмәге булып көмөш тәңкә хеҙмәт итә, уның номиналь хаҡы — 20 тин; 20 тәңкә алтын тәңкәне тәшкил итә, әммә ул ҡулланышта бик һирәк осрай.

Тәгәрмәс юлдары Бохара ханлығында күп түгел, улары ла башлыса илдең төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш өлөштәрендә тупланған. Тәгәрмәсле элемтә арбаларҙа башҡарыла — насар юлдарға ҡулайлаштырылған ике тәгәрмәсле бейек арбалар. Карауан юлдарынан йөктө дөйәләрҙә ташыйҙар, таулы юлдарҙа — ишәктәрҙә һәм йөк аттарында. Юлдар Ғиссар һыртын икегә бүлә; унан төньяҡҡа һәм төньяҡ-көнбайышҡа табан йөктәрҙе ташыу арбала һәм өлөшләтә йөктәрҙә башҡарыла, көньяҡҡа — тик йөк хайундарында ғына, сөнки был яҡта юлдар бик насар, үтеү өсөн бик ҡыйын булған тау һуҡмаҡтары. Ханлыҡтағы бөтә юлдар тиерлек Бохара ҡалаһынан башлана һәм улар ханлыҡтың һәм сит илдәрҙең төрлө үҙәктәр менән бәйләнеш тотоу өсөн ҡулланыла. Уларҙың иң мөһимдәре:

1) Бохаранан Балджуанға тиклем Ҡаршы, Гузар, Денау, Ғиссар аша — 612 саҡрым;
2) Ҡаршы һәм Хужа-сәлих аша Балхҡа — 390 саҡрым;
3) Керки һәм Андхой аша Мейменеға — 530 саҡрым;
4) Ҡаршынан Джам аша Сәмәрҡәндкә — 143 саҡрым.

Урыҫ Төркөстанынан Амударъяға тиклем иң ҡыҫҡа юл Джам аша Келифҡа алып бара — 346 саҡрым, тик арбала ғына үтеү мөмкин; Келиф янында Амударъя аша үтә торған ер бик тар (167 сажин), әммә бик тәрән һәм ағымы ла көслө. Башҡа аша үтә торған урындар ҙа бар. Ошо ысулдан тыш, Амударъяла пароходтарҙа һәм кәмәләрҙә йөрөп була. Амударъя флотилияһы 2 пароходтан торған, һәр береһе 530 индикатор көсө тәшкил иткән, һәм 10 бот йөк күтәреүсе ике тимер баржа. Пароходтарҙа йөрөү бик уңайлы булмай. Кәмәләрҙә тәүлегенә 20 саҡрым үтелә. Каспий аръяғы тимер юлының Сәмәрҡәнд участогы 345 саҡрым тәшкил итә һәм тулыһынса тиерлек Бохара ханлығы сиктәрендә урынлашҡан, был Рәсәй һәм Персия менән сауҙа итеү өсөн бик уңайлы.

Бохара әмирлегенең ҡораллы ғәскәре тулыһынса үҙгәрмәүсән ғәскәрҙән (лашҡарҙар) һәм кәрәк саҡта саҡырылған ополчениенан (нәүкерҙар) торған. Ғазауат иғлан ителгән осраҡта һуғышҡа ҡулында ҡорал тота алған һәр мосолман саҡырыла.

Пехота 2 әмир гвардияһы ротаһынан һәм 13 сик хеҙмәте батальондарынан (уҡсылар) торған, батальонда — биш рота, барыһы 14 мең кеше. Пехота өлөшләтә бысаҡ-штыклы шыма тәтеле мылтыҡ менән ҡоралланған. Бынан тыш, бик күп элекке фитилле һәм кремнийлы мылтыҡтар ҙа була. Атлы ғәскәр 20 полктан тора (10 мең кеше) һәм 8 уҡсылар полкынан (4 мең кеше) Артиллерияла 20 орудие була. Бохарала пушка ҡойоу һәм дары заводтары була. Хәрбиҙәргә тәьминәт өлөшләтә аҡсалата, шулай уҡ бойҙай менән бирелә. Баш ҡалала 14 орудие менән 10 мең кеше, Шаарҙа һәм Китабта — 6 орудие менән 2 мең кеше, Зыятдин, Ҡарман, Гузар, Шерабада ҡалаларының нығытылған гарнизондары 3 мең кеше тәшкил итәи т. п..

Хакимдар исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шаһморат, 1749 йылда тыуған, Мәүерраннах әмире (17851800)
  • Хәйҙәр, 1775 йылда тыуған, Шахмораттың улы, Мәүерраннах әмире (18001826)
  • Мирхөсәйен, р.1797 йылда тыуған, Хәйҙәрҙең улы, Мәүерраннах әмире (октябрь-декабрь 1826)
  • Мирүмар, 1810 йылда тыуған, Мирхөсәйендең ҡустыһы, Мәүерраннах әмире (декабрь 1826 — апрель 1827)
  • Нәсрулла, 1806 йылда тыуған, Мирүмарҙың ағаһы, Мәүерраннах әмире (апрель 18271860)
  • Мозаффар, 1824 йылда тыуған, Насрулланың улы, Мәүерраннах әмире (18601885)
  • Сәйет-Абдул-Әхәт-Хан, 1859 йылда тыуған , Мозаффарҙың улы, Мәүерраннах әмире(18851910)
  • Сәйет Әлим-хан, 1880 йылда тыуған, Сәйет-Абдул-Әхәт-Хандың улы, Мәүерраннах әмире (19101920), 1944 йылда вафат булған

Бохара әмирлеге сығышлылар хәҙерге Омск өлкәһе территорияһындағы бер нисә тораҡ пунктына нигеҙ һалған, артабан унда халыҡтың күпселек өлөшөн тәшкил иткәндәр. Мәҫәлән, Урта Азия шәйехтәренең тоҡомдары, ислам динен таратыусылар Себерҙә Хужа Тауға нигеҙ һалғандар.

  1. 1,0 1,1 Uzbek khanate (ингл.). Encyclopædia Britannica. Архивировано 5 август 2012 года.
  2. Управление Бухарским эмиратом в конце ХIХ — начале ХХ вв.
  3. Каюмова Х. А. Народная метрология и хронология таджиков Каратегина, Дарваза и Западного Памира XIX — начала XX вв. Автореф. дисс. на соиск. науч. ст. канд. ист. наук. Худжанд, 2009(недоступная ссылка)
  4. Бартольд В. В. Сочинения. — М.: Издательство восточной литературы, 1963. — Т. II. Ч. 1. — С. 467.
  5. В. В.БАРТОЛЬД О НАЦИОНАЛЬНОМ РАЗМЕЖЕВАНИИ В СРЕДНЕЙ АЗИИ
  6. Сухарева О. А. К истории городов Бухарского ханства. — Ташкент: Академия наук Узбекской ССР, 1958. — С. 77.
  7. Собрание восточных рукописей АН Узбекской ССР. Т.1. Под редакцией и при участии А. А. Семенова. Т.,1952. С.80
  8. Olufsen, O. (Ole), The emir of Bokhara and his country; journeys and studies in Bokhara (with a chapter on my voyage on the Amu Darya to Khiva). Gyldendalske Boghhandel, Nordisk Forlag. Copenhagen, London: William Heinemann, 1911, P.282-283

Ҡалып:Бухарский эмират Ҡалып:История Узбекистана Ҡалып:История Таджикистана Ҡалып:Административно-территориальное деление Российской империи Ҡалып:Среднеазиатские владения России