Эстәлеккә күсергә

Төньяҡ Карел дәүләте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төньяҡ Карел дәүләте
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1919
Рәсем
Рәсми тел Фин теле, карел теле[d] һәм урыҫ теле
Административ үҙәк Калевала[d]
Идара итеү формаһы временное правительство[d]
Валюта финляндская марка[d]
Ҡулланылған тел Фин теле, карел теле[d] һәм урыҫ теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1920
Урынлашыу картаһы

Төньяҡ Карелия дәүләте (Ухта республикаһы, Беломор Карелияһы, Архангельск Карелияһы) —Финляндияға йөҙ тотҡан , 1919-1920 йй. Архангельск губернаһы биш улыҫы биләмәһенең береһе булған , хәҙер Рәсәй Федерацияһы субъектына ингән , танылмаған дәүләт.

Төньяҡ Карелия дәүләтенең баш ҡалаһы Ухта ҡасабаһы (хәҙерге Калевала штп.) иҫәпләнгән.

Бойондороҡһоҙ Төньяҡ Карелия дәүләте барлыҡҡа килеүгә алшарт , 1906 йылда уҡ, Таммерфорста, Бөйөк Финляндия кенәзлеге биләмәһендә , 3-4 урағайында (августа), Аҡ диңгеҙ карелдары берләшмәһе төҙөлгәс , барлыҡҡа килә. 1911 йылда берләшмә эшмәкәрлеге тыйыла, әммә һуңғараҡ ул Төньяҡ Карелия дәүләтен төҙөүҙә туранан-тура ҡатнашҡан Карел мәғрифәт йәмғиәте сифатында тергеҙелә.

Большевиктар хакимиәткә килгәс, Карелияның күпселек крәҫтиәненә "кулак" мөһөрө һуғылып , продотряд тарафынан иген үә мал- тыуарҙы хөкүмәт файҙаһына тартып алыу кеүек ҡаты саралар ҡулланыла.

Карел халҡының Рәсәй һәм Финляндияла граждандар һуғышы зонаһында ҡалыуы һәм Рәсәйҙең төньяғындағы сит ил хәрби интервенцияһы , ҡәүемде артабанғы мөһим аҙым яһарға мәжбүр итә.

Төньяҡ Карелия дәүләтенең хәрби таянысын фин граждандар һуғышы мәлендә Архангельск Карелияһына Финляндиянан үтеп ингән фин хәрби отрядтары тәшкил итә.

1918 йылдың буранай (март) аҙағында Мальма етәкселегендәге фин һаҡ отряды Ухта һәм Вокнаволок ҡасабаһын яулай. Был ҡасабаларҙа , шулай уҡ, яҡын - тирәләге улыҫтарҙа , Ухта комитеты ойошторола.Ул Карелия ҡарамағындағы Бойондороҡһоҙ Карелия дәүләте төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуя.

1918 йылдың 21 июнендә Карелия дәүләте флагы раҫлана (Беломор Карелияһы, башта Архангельск губернаһы Кем өйәҙенең Ухта волосте составында), унда зәңгәр фонда Оло Етегән йондоҙо формаһында ете көмөш йондоҙ урынлашҡан, шуның хөрмәтенә флаг Otava (Оло Етегән) исемен ала.

1920 йылдың апрель аҙағында Карелияның Белоостров станцияһына Карелия Ваҡытлы хөкүмәте делегацияһы килә һәм Совет Рәсәйенән бүленеү талабын совет сигендәге хәрби комиссарға тапшыра.

Съезд ҡарарҙары нигеҙендә, 1920 йылдың май айында Төньяҡ Карел дәүләте Финляндия тарафынан таныла, ул хатта уға 8 млн фин маркаһы күләмендә займ бүлеп бирә. Әммә 1920 йылдың 18 майында РККА-ның бер өлөшө Ухтаға инә. Төньяҡ Карелия дәүләте Хөкүмәте Вокнаволок ауылына, совет-фин сигенән 30 км йыраҡлыҡҡа ҡаса, унан Финляндияға күсә.

Карелия РСФСР составында ҡала, унда 1920 йылдың 8 июнендә Карелия АССР-ы төҙөлгәс, 1923 йылдың 25 июленә тиклем эшләгән автономиялы өлкә берләшмәһе ойошторола.

РСФСР һәм Финляндия араһында һөйләшеүҙәр барышында Карелияға территориаль дәғүәләр күрһәтелә, әммә РККА уңыштары арҡаһында Финляндия Хөкүмәте уларҙан баш тартырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә, 1920 йылдың 14 октябрендә РСФСР һәм Финляндия араһында Тарту солох килешеүе төҙөлә.

1921 йылдың октябрендә Карел хеҙмәт коммунаһы территорияһында Тунгуд волосендә йәшерен ваҡытлы Карелия Комитеты төҙөлә. 1921 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында фин отряды тәү башлап Карелия райондарының бер өлөшөн ала. Икенсе совет-фин һуғышы башлана. Карелияла хәрби хәл керетелә, Карелия фронты баш командующий итеп командарм А.И. Сидякин билдәләнә. 1922 йылдың ғинуар башына РККА Петрозаводск өлөшөндәге бәрелештәр финдарҙың төп группировкаһын тормай, һәм 1922 йылдың февраль башында Карелия үҙәге комитеты Ухта ауылы йәнә Ҡыҙыл Армия частәре менән мәшғүл була. Совет ғәскәрҙәренең уңыштары арҡаһында Финляндия хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатырға мәжбүр була. Төньяҡ Карелия дәүләте (Ухта Республикаһы) үҙ эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтата.

  • Леонтьев П. Р. Ухта на переломе веков // Ухтинская республика. — Петрозаводск, Скандинавия, 2008.
  • Карельская трудовая коммуна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Дубровская Е. Ю. Судьбы приграничья в «Рассказах о Гражданской войне в Карелии» (по материалам Архива КарНЦ РАН) // Межкультурные взаимодействия в полиэтничном пространстве пограничного региона: Сборник материалов международной научной конференции / Составитель О. П. Илюха. — Петрозаводск: КарНЦ РАН, 2005. — 416 с. — С. 102−105.