Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Руҡайя (башҡ. Раҡия, Орҡоя) бинт Мөхәммәт, Мөхәммәт Пәйғәмбәр һәм Хәҙисә р.ғ. ҡыҙы. Руҡая исеме халҡыбыҙҙа ике төрлө вариантта ҡулланыла — Раҡия һәм Орҡоя. Исем «ылыҡтырғыс», «үҙенә йәлеп итеүсе», «алдан барыусы», «тылсымлы» тигән матур мәғәнәләр бирә. Рәсүлгә 33 йәштәр тирәһендә Мәккәлә донъяға килгән. Бәҙер һуғышы барған көндәрҙә, Мәҙинәлә 2/624 йылда вафат булған.

Руҡайяның (Раҡияның) тормош юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зат-ырыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Руҡайя кешелектең иң гүзәл заттарынан — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән һәм Хәҙисә раҙыйаллаһу ғәнһәнән донъяға килә. Руҡаяны Хәҙисә Инәбеҙ мөбәрәк хәләленә 33-тәр тирәһе булғанда ҡулына ала.

Пәйғәмбәребеҙҙең олатаһы Ғәбд әл-Моталлип — Мәккәнең иң абруйлы, ишле, йоғонтоло, һөнәрле һәм уңған ҡорайыш ырыуынан. Үкһеҙ етем ҡалған ейәне Мөхәммәтте баҡҡан күркәм был зат гүр эйәһе булғас, уның дәрәжәһе оло улы Әбү-Талипҡа күсә. Мөхәммәтте ошо ағаһы тәрбиәгә алып, егет ҡорона ингәнсе үҙендә йәшәтә.

Руҡайяның Ғүтбәгә әйттерелеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбү Талиптың Әбү Ләһәб исемле бер туған ҡустыһы ла була, йәғни ул Пәйғәмбәребеҙҙең атаһы менән дә бер туған. Әбү Ләһәб улы Ғүтбәгә Руҡайяны әйттергән була.

Әбү Ләһәбтең ысын исеме Ғәбд әл Ғүззә. Ул Пәйғәмбәребеҙҙең рисаләтенә ышанмай ҡарай, мыҫҡыллай, вәғәздәрен юҡҡа сығарып Ҡәғбәтулла алдында сығыш яһай. Ҡатыны менән икәүләп Пәйғәмбәр йөрөгөн юлдарға сәнскеләр һалып китәләр, бик рәнйетәләр. Уның хаҡында исемләп «Ләһәб» («Бау») тигән сүрә иңә. Мосолмандар Ҡөрьәнгә ингән ошо 111-се сүрәгә ярашлы уны «Ут Атаһы», «Тамуҡ Әһеле» тигәнде аңлатҡан ҡушаматы менән генә атап йөрөтә.

Күңелендә Пәйғәмбәребеҙгә дошманлыҡ тоҡанып, Әбү Ләһәб Руҡайяны — Ғүтбәгә, Өммөгөлсөмдө Ғүтәйбәгә алып биреүҙән баш тарта. Пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙҙары һәм үҙенең улдары араһындағы никах килешеүе Әбү Ләһәбтең талабы буйынса юҡҡа сығарыла. «Балаларымды фиҙа ҡылып ҡотолормон» тигән көфөр һүҙе шауҡымымылыр — улы Ғүтбәне Шам (Дамаск) юлында арыҫлан күтәреп алып китә. Пәйғәмбәребеҙгә иңгән «Әл-Мәсәд» сүрәһенең 2-се аятында «Әбү Ләһәбтең һәләк булыуынан (йәғни тамуҡҡа инеүенән) малы ла, балалары ла ҡотҡара алманы» тип әйтелгән була инде.

Руҡайяның Усман ибн Ғаффан менән никахы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лайыҡлыларҙан-лайыҡлы ҡыҙ бала лайыҡлыларҙан-лайыҡлы егет менән никахлана — Руҡаяны Пәйғәмбәребеҙ Усман (Ғосман) ибн Ғаффанға кейәүгә бирә. Усман Пәйғәмбәребеҙгә тәүгеләрҙән булып иман килтерә. Хәҙрәти Усман Ислам ҡабул иткәнгә тиклем сауҙагәр була. Хәкәм исемле ағаһы күпме генә мәжүсилеккә кире ҡайтырға өндәмәһен, ул хаҡ диндән кире ҡайтмай. Руҡайя менән никахынан Абдулла исемле улы тыуа, әммә сабыйҙың ғүмере бик тиҙ өҙөлә.

Мәккә мөшриктәренең хаслыҡтарынан биҙрәп, йәш ғаилә Хәбәшстанға һижрәт ҡыла. Ҡәғбәтулла алдында Пәйғәмбәребеҙ ғибәҙәт ҡылған ваҡытта мөшриктәрҙең дә үҙ йолаһын үтәгән саҡ тура килеп, халыҡ араһында мәккәләр тотош Ислам ҡабул иткән тигән яңылыш хәбәр тарала. Ошоно ишеткән мөһәжирҙәр һөйөнөп тыуған илдәренә кире ҡайта һәм элеккенән дә ауырыраҡ шарттарға эләгә. Ҡайтыусылар араһында хәҙрәте Усман ғаиләһе лә була. Мәғлүм булыуынса, мосолмандар икенсегә һижрәт ҡылырға мәжбүр була — был юлы Мәҙинәгә күсенәләр.

Яңы урында хәҙрәте Усман үҙен дәүләт кимәлендә фекерләй белгән, ялҡынлы һүҙле, ҡыйыу һуғышсы итеп таныта. Бәҙер һуғышынан башҡа һәр яуҙа ҡатнаша, алғы сафта була.

Руҡайяның вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бәҙер һуғышында ҡатнашмауының сәбәбе — хәләле Руҡая ҡаты ауырып китә. Шул сәбәпле Пәйғәмбәребеҙ уға өйҙә ҡалырға ҡуша. Өс йөҙләп кенә яугире менән меңгә яҡын дошманды еңеп ҡайтыу һөйөнөсөнә ауыр ҡайғы хисе ҡушыла — уларҙы Мәҙинәлә Руҡаяның вафат булыуы тураһындағы хәбәр менән ҡаршы алалар.

Руҡайя Мәҙинәләге Баҡы зыяратында ерләнә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Исламский энциклопедический словарь// сост. А. Али-заде — М.: Ансар, 2007 г. −400 с.
  • Ситдиҡова Гүзәл. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
  • Ситдиҡова Гүзәл. Күсле ил — көслө ил. — Өфө:Китап, 2007.- 448 бит
  • Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ.// Башҡортостан ҡыҙы. — 2008,№ 7-12
  • Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. — Ҡазан:2004 йыл