Фекерләшеү:Сәфәүиҙәр

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Шиғи -мы икән? Шиғый түгелме? --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 15:52, 19 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Мөхәррирләү тәҙрәһенең өҫкө уң яҡ мөйөшөндә табырға + алмаштырырға режимы бар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:11, 19 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Республика гәзиттәрендә, атап әйткәндә, "Йәшлек"тә шығыйҙар, тип сыға торғайны. Бәлки, шулай дөрөҫөрәктер, рус телендә - шиит, татарҙа - шиғый булһа, башҡортса шығый инде ул. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:20, 20 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Тамыры "шиға" булғас, шығый була алмай инде ул, булһа шиғый була, йә шул шиғи.Дини терминдарҙың бер ҡалыпҡа һалынмағанлығы ныҡ бәкәлгә һуға(( Бер һүҙлек кәрәк ул. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 13:15, 21 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ғәрәп, фарсынан ингән һүҙҙәр араһында -и ялғауы ҡушып яһалғандары байтаҡ. Йәнә беҙҙең ошо ҡағиҙә бар: "и хәрефе һүҙ аҙағында -ей, -ый тип уҡыла: ти – [тей], ни – [ней], Фәхри – Фәхрей (иҫкәрмә: сифат яһаусы и үҙгәртелмәй уҡыла – милли, фәнни)". Иҫкәрмәһе торһа ла, фәнней, миллей тип һөйләү ҙә бар ул. Шуның кеүек шиғый тип һөйләһәк тә, шиғи тип яҙырғалыр инде. Мариҙы ла марый тибеҙ. Һүҙ аҙағында -и тип әйтеү бигүк уңайлы булмағанға шулай, күрәһең. Ғәли, Вәли тигән исемдәрҙе лә Ғәлей, Вәлей тибеҙ. Хатта Ғәле тип кенә лә әйтәләр һәм, дөрөҫө Ғәли булһа ла, Ғәле тип кенә яҙыу ҙа бар. Ғәли ҡушып яһалғас, Тимерғәли, Миңлеғәли , Әхмәтғәли исемдәре лә -и менән бөтә. Тик уларҙы ла -е менән яҙыу йыш осрай. --Alfiya55 (әңгәмә) 14:58, 21 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ялғауынан бигерәк, шиғисы, шиғисылыҡ тип яһалған һүҙҙәр аптырата әле ул! Шиғи - исем сифат икән, кеше шиғи ғына була, йә шиғасы, шиғисы - бөтөнләй ҡалыпҡа һыймай торған вариант бит--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 15:06, 21 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Биишевтың Арабские и персидские слова в башк. яз. һүҙлегендә шиғәт мәҙһәбе тигән. Ә Ураҡсинда шиизм - шиғисылыҡ тиелгән. Бәлки, дөрөҫө шиғәттер? --Alfiya55 (әңгәмә) 15:57, 21 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Guram52, һеҙ тәржемә иткән мәҡәләне Сәфәүиә битен булдырып, шунда күсереп Викидатаға бәйләргә кәрәк, ә бында Сәфәүиҙәр династияһы мәҡәләһе. Ryanag (әңгәмә) 19:20, 24 май 2023 (UTC)[яуап бирергә]