Үвәйсилек
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Үвәйсилек йәки нәҡшбәндиә-үвәйсиә — суфый тәриҡәте, Пакистанда киң таралған, Үҙәк Азияла Баһауетдин Нәҡшбәнд (ваф. 1389) нигеҙләгән нәҡшбәндиә тәриҡәте тармағы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был тәриҡәттең эйәрсендәре фекеренсә, ул Һиндостанда XVII быуатта Әхмәт Сирхинди (1556—1606) шәйехтең эйәрсендәре нигеҙ һалған нәҡшбәндиә-мөжәддидиәнең төп тармағы менән бергә барлыҡҡа килгән.
Тәриҡәттең үҙенсәлеге: тыныс (хәфи, ҡәлби) зекер, эргәлә шәйех булмаған килеш үвәйси рухи бәйләнеш ысулы (нисбәт); тәриҡәткә тоғролоҡ анты (бәйғәт) Мөхәммәт Пәйғәмбәргә туранан-тура килтерелә. Улар шәриғәт күрһәтмәләренә ҡәтғи буйһоноу һәм бидғәт яңылыҡтарына тәнҡитле ҡараш менән айырылып тора.
Хәҙерге заманда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта тариҡәт шәйехе булып Мөхәммәт Әкрәм Аван (1934 й. тыуған) тора. Ул тәфсир һәм практик суфыйлыҡ буйынса бер нисә хеҙмәт, шиғри йыйынтыҡтар авторы.
Нәҡшбәндиә-үвәйсиәнең силсиләһе:
- Мөхәммәт Пәйғәмбәр
- Әбү Бәкер;
- Хәсән әл-Бәсри;
- Дауд әт-Тай;
- Жүнәйд әл-Бағдад;
- Хужа Әхрар;
- Ғабдуррахман Жәми;
- Әбү Әйүп Мөхәммәт Сәлих;
- Ғәллә әд-Дин Мәҙни;
- Абдур Рәхим;
- Аллаһ Яр Хан;
- Мөхәммәт Әкрәм Аван
Тәриҡәт үҙәге Дар-үл-Ғирфан Мунара ҡалаһында, Пәнжәб провинцияһының Чакваль районында урынлашҡан. Тәриҡәттең нигеҙе нисбәт үвәйси булғанға, был бөтә мосолмандар өсөн интернетта күп зекер үткәрергә мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- naqshbandiaowaisiah.com
- owaisiah.com 2023 йыл 5 апрель архивланған.
- zikr-e-ilahi.com
- Zikr-e-Illahi-Russian Русский перевод брошюры «Zikr-e-ilahi»
- Хазрат Мухаммад Акрам Аван «Вопросы и ответы о тасаввуфе» 2015 йыл 18 июнь архивланған.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |