Эстәлеккә күсергә

Ғәҙимилек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ғәҙими силсиләһе (ғәҙәттә Ғәҙими рухи суфый тәриҡәте дип атала) — Пакистанда урынлашҡан мосолман суфый тәриҡәте, тарафдарҙары Бөйөк Британия, АҠШ, Австрия, Сербия, Рәсәй, Австралия, Канадаға һәм Яҡын Көнсығыштың төрлө илдәрендә бар. Тәриҡәткә Ҡәләндар Баба Әүлиә (шулай уҡ Сәйед Мөхәммәт Ғәҙим Бәрхия (1898—1979) булараҡ билдәле) нигеҙ һала.

Әлеге ваҡытта 1980 йылдан алып тәриҡәткә Хважа Шәмсетдин Ғәҙими етәкселек итә.

Ғәҙими тәриҡәтенең төп ҡағиҙәләре (тәриҡәттең рәсми сайтында күрһәтелгәнсә):

  1. Тура юлдан барып, дингә хеҙмәт итеү.
  2. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең рухи миссияһын алға ебәрергә ынтылыу, уның тәғлимәтен дөрөҫ үтәү.
  3. Аллаһтың яралтылғандарына хеҙмәт итеү.
  4. Рухи һәм хәҙерге фәндәрҙе өйрәнеүгә өҫтәп, кешеләрҙе дини белем алыуға өндәү.
  5. Кешеләргә Үҙ Йәндәрен һәм Рухи потенциалдарын аңларлыҡ фекерләү рәүешен булдырырға ярҙам итеү.
  6. Һәр кемгә, уларҙың кастаһына, диненә йәки тән төҫөнә ҡарамай, бөтә кешелекте ғаилә итеп ҡарап, мөмкин тиклем мәрхәмәтле һәм әҙәпле булырға[1]
  1. dead. Aims & Objectives of Silsila-e-Azeemia - Silsila-e-Azeemia.Org. Дата обращения: 9 август 2013. Архивировано 9 август 2013 года. 2013 йыл 9 август архивланған.