Байрамилыҡ
Байрамилыҡ | |
төр. Bayramilik | |
Хажи Байрам Вәли ҡәбере | |
Дин: |
ислам |
---|---|
Ағым: |
сөннилек |
Нигеҙләнгән: |
XV быуат |
Нигеҙләүсе: | |
Төбәктәр |
Анатолия, Балҡан |
Нигеҙләүселәр |
Языджыоглу Мәхмәт, Әхмәт Биджан, Аҡбыйыҡ Солтан, Деде Ғүмәр Сиккини, Аҡ Шәмсетдин һ.б. |
Правовая школа: | |
Союзниктар: |
нәҡшбәндиә, хальватия и др. |
Байрамилыҡ (төр. Bayramilik; рус. Байрамия) — суфый тәриҡәте. Тәриҡәт юлынан барыусыларҙы байрамиҙар тип атайҙар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәриҡәткә нигеҙ һалыусы Хажи Байрам Вәли булған (вафат 1429). Ул Анкаранан алыҫ түгел Зөлфәдел ауылында тыуған. Мәҙрәсәлә уҡытыусы булып эшләгән, шунан уҡытыуҙы ташлап, Әбү Хәмит Әд-дин Аҡһараи (вафат 1412) суфыйлыҡ юлына баҫа. Аҡһараиҙың вафатынан һуң Анкарала үҙ теккеһен (монастырын) төҙөй . Хажи Байрам Вәли үҙ заманының хөрмәтле һәм абруйлы шәйех була, Солтан Морат II саҡырыуы буйынса ул Әдирнәгә килә, унда билдәле ғалимдар һәм дәүләт эшмәкәрҙәре менән осраша. Уның эйәрсендәре (хәлифә) Языджыоглу Мәхмәт, Әхмәт Биджан, Аҡбыйыҡ Солтан, Деде Ғүмәр Сиккини, шулай уҡ Солтан Мәхмәт II Фәтихтең уҡытыусыһы Аҡ Шәмсетдин булған[1].
Хажи Байрам Вәли ваҡытында уның суфыйлыҡ тәғлимәте Анкара, Әдирнә һәм Бурсала тарала. Әлеге ваҡытта тәриҡәт Анатолияла һәм Балҡанда таралған[1].
Байрамиҙар алты ҡырлы аҡ буҫтау ҡалпаҡ кейгән[1].
Тәғлимәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байрамилыҡ тәриҡәте нәҡшбәндиәлар һәм хәлүәтиҙәр тәғлимәттәренән рухи күсәгилешлелек (силсилә) сылбырын төҙөй тип иҫәпләнә. Идеологик яҡтан байрамиҙар билдәле урта быуат суфыйы Ибн әл-Ғәрәбиҙең донъяға ҡарашына яҡын. Байрамиҙар үҙҙәренең рухи практикаһында тауышлы (жәһри) , әммә ҡайһы бер осраҡта шым ғына (хәфи) зекерҙәр ҡуллана. Байрамиҙар доктринаһының нигеҙе булып «жәзбә, мөхәббәт, Илаһи сер» тора[1].
Хажи Байрамиҙың әҫәрҙәре һаҡланмаған. Был тәриҡәттең күп теоретик хеҙмәттәрен Аҡ Шәмсетдин яҙған[1].
Байрамилыҡтың өс төп тармағы бар[1]:
- Шәмсиә-Аҡ Шәмсетдингә барып тоташа (беҙҙең заманда тап ошо тармаҡ классик байрамилыҡ тип һанала);
- Мәләмиә — Деде Ғүмәр Сиккинигә барып тоташа;
- Жәлүәтиә — Аҡбыйыҡҡа барып тоташа[1].
Шәмсиә, шулай уҡ уның һиммәтиә тармағы, классик байрамилыҡ тип һанала. Һуңыраҡ Жәлүәтиә үҙ аллы тәриҡәт булып китә. [1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [144 Байрамиты] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).