Эстәлеккә күсергә

Сәфәүиҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәфәүиҙәр династияһы битенән йүнәлтелде)
Сәфәүиҙәр
фарс. صفویان
әзерб. صفوی‌لر
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1501
Рәсем
Этнохороним Safavid һәм صفوي
Нигеҙләүсе Исмәғил I һәм Сефи ад-Дин[d]
Рәсми тел фарсы теле
Дәүләт  Сәфәүиҙәр дәүләте
Административ үҙәк Тәбриз, Ҡәзвин һәм Исфаһан
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1736
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Шиғый-ун икеселәр
 Сәфәүиҙәр Викимилектә

Сәфәүиҙәр (Сәфәүиә, Сафауилыҡ; фарс. صفویه‎) — XIV быуат башында Сәфи әд-Дин тарафынан нигеҙләнгән суфый тәриҡәте. Һуңғараҡ тәриҡәтең Сәфәүиҙәр династияһы рухи лидерҙары ҡағиҙәләр 1501—1722 йылдарҙа Фарсияла хакимлыҡ итә.

Иран Әзербайжанында урынлашҡан Әрдәбил ҡалаһында тыуған шәйех Сәфи әд-Дин Исхаҡ (1252 — −1334) остазы Заһид Ғилани үлгәндән һуң 1301 йылда ул нигеҙ һалған заһидиә тәрикатен етәкләй, һуңыраҡ ул сәфәүиә тәриҡәте булараҡ билдәлелек ала. Сәфи әд-Дин сөнни, шәфиғи мәҙһәбтең тарафдары була[1].

Әммә Исмәғил шаһ осоронда сәфәүиҙәр династияһы сығышы менән Мөхәммәт Пәйғәмбәр) тоҡомо шиғый имамы Муса әл-Кәҙимдән киткән тип дәғүәләшеү башлана.

Сәфәүиҙәрҙең шәйех етәкселек иткән дини ағымдан шаһ етәкләгән Сәфәүиҙәр династияһына әйләнеү эволюцияһы тап Исмәғил I ваҡытында булған.

1499 йылда Ширваншаһтарға ҡаршы поход башлай һәм уларҙың ғәскәрен тар-мар итә. 1501 йылда Әзербайжанды баҫып алғас, ул үҙен шаһ тип иғлан итә,, үҙ исеме менән тәңкәләр һуға башлай һәм Тәбризде яңы дәүләттең баш ҡалаһы тип иғлан итә. Исмәғилдең уңыштары тәриҡәт башлығында Аллаһтың инкарнацияһын күргән һәм уның указдарын һуҡырҙарса үтәргә әҙер булған ҡыҙылбаштарҙың ярҙамынан башҡа мөмкин булмаҫ ине. Тоғролоҡ күрһәткән өсөн был төркмән ҡәбиләләренә яуланған провинциялар бирелә, ә уларҙың лидерҙары вәли итеп тәғәйенләнә .

Шаһ Исмәғил етәкселегендәге шиғый-ҡыҙылбаштарҙың власҡа килеүе Яҡын Көнсығыштағы дини ландшафтты үҙгәртә. Исмәғил шиғыйлыҡты яңы империяның дәүләт дине тип иғлан итә һәм бөтә Иранды шиғый итергә ниәтләнә. Сөнниҙәр Исмәғил яҡлылар тарафынан ҡаты репрессияларға дусар ителә, уларҙан тупланған байлыҡтарын тартып алалар һәм үҙ ҡараштарынан баш тартырға мәжбүр итәләр, ә сөнни мәсеттәрен яндыралар. Бындай сәйәсәт арҡаһында иранлыларҙың күпселеге XVIII быуатта шиғыйлыҡ инанысына күсә.

Сәфәүиҙәрҙең уңыштары яҡын-тирәләге төбәктәргә көслө йоғонто яһай, бигерәк тә Һиндостанға ҡағыла, унда 1502 йылда Йософ Әҙелшаһ Бижапур солтанлығында шиғыйлыҡты дәүләт дине тип иғлан итә. Әммә һинд шиғыйҙары Сәфәүиҙәрҙең уңышын ҡабатлай алмай һәм урындағы мосолмандарҙың күпселеге сөнниҙәр булып ҡала, ә шиғый дәүләттәрҙе Бөйөк Моголдар Империяһы йота[2].

  1. Esposito J. L. The Oxford Dictionary of Islam. — Oxford University Press, 2004. — P. 24. — 384 p. — ISBN 9780199757268.
  2. Coatsworth J., Cole J., Hanagan M. P., Perdue P. C., Tilly C., Tilly L. Global Connections: Politics, Exchange, and Social Life in World History. — Cambridge University Press, 2015. — P. 24—26. — 556 p. — ISBN 9780521761062.


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.