Риза

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Риза — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риза исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Ризалыҡ, буйһоноу тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яхин Риза Хажиәхмәт улы (13 июнь 1935 йыл — 15 декабрь 1998 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1952—1995 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы комбайнсыһы. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979).

Мәһәҙиев Риза Рафаил улы (13 март 1972 йыл — 12 ғинуар 2021 йыл) — театр актёры, эстрада йырсыһы. 1993—2020 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).

Мағазов Риза Шәйехйән улы (10 март 1932 йыл) — ғалим-микробиолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фәндәр Академиияһының почётлы академигы (1994), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1960). Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия (2001) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1985) лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Ризаитдин Фәхретдин (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов; 4 ғинуар 1859 йыл — 11 апрель 1936 йыл) — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле. 1923—1936 йылдарҙа Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе.

Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (10 октябрь 1902 йыл — 10 июль 1938 йыл) — башҡорт совет дәүләт эшмәкәре. (1930—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Мөхәммәт Риза Пәхләүи (26 октябрь 1919 йыл — 27 июль 1980 йыл) — Пәхләүиҙәр династияһынан 1941—1979 йылдарҙа хакимлыҡ иткән Ирандың утыҙ бишенсе һәм һуңғы шаһы.

Сельма Риза (төр. Selma Rıza; 5 февраль 1872 йыл — 5 октябрь 1931 йыл) — беренсе төрөк ҡатын-ҡыҙ-журналисы, Төркиә ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе роман яҙыусы. Вафатынан һуң уның туғандары Фераджели (төр. Feraceli) фамилияһын ала; шуға күрә ул Сельма Риза Фераджели булараҡ та билдәле.

Хужа Али Риза (1858, Ускюдар — 20 март 1930 йыл) — Төркиә рәссамы һәм педагогы, тәү сиратта үҙенең импрессионистик пейзаждары һәм архитектура картиналары менән билдәле.

Риза-йи-Аббаси — фарсы рәссамы.

Агахи Мөхәммәт Риза улы — үзбәк яҙыусыһы.

Ишморат Риза Фәхретдин улы — татар совет драматургы.

Сейид Мөхәммәт Риза улы — Ҡырым төрөк тарихсыһы (XVIII быуат).

Риза-шах — 1925 йыл — 1941 йыл йылдарҙа идара иткән Иран шахы.

Мөхәммәт Риза-шах — 1941 йыл — 1979 йыл йылдарҙа хакимлыҡ итеүсе Иран шахы, Риза-шахтың улы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мирза-Риза-хан йорто — XIX быуат аҙағы архитектураһы ҡомартҡыһы, Боржоми ҡалаһының символы. Боржоми үҙәк паркы янында урынлашҡан.

Риза (ҡала) (нем. Riesa) — Германиялағы, Саксония ерендәге ҡала.

Риза-Гросенхайн (нем. Riesa-Großenhain) — Германиялағы элекке район. Райондың үҙәге — Гросенхайн ҡалаһы. Район Саксония еренә ингән була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ