Эстәлеккә күсергә

Әбүбәкеров Риза Вәхит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбүбәкеров Риза Вәхит улы
Риза Вәхит улы Әбүбәкеров
БАССР-ҙың мәғариф халыҡ комиссары
1930 — 1935
Алдан килеүсе: Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы
Дауамсы: Дәүләтшин Ғөбәй Дәүләткирәй улы
 
Тыуған: 10 октябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Күҫәләр ауылы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы (Башҡортостандың хәҙерге Салауат районы)
Үлгән: 10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (35 йәш)
Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Ҡатыны: Әбүбәкерова Сайра Латип ҡыҙы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d]

Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (10 октябрь 1902 йыл — 10 июль 1938 йыл) — башҡорт совет дәүләт эшмәкәре. (1930—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Риза Вәхит улы Әбүбәкеров 1902 йылдың 10 октябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Күҫәләр ауылында тыуа. "Башҡортостан Республикаһының Хәтер китабы"на ярашлы, милләте — башҡорт[1]. Атаһы ауыл писары булып эшләй, 1914 йылда армияға алына һәм шул уҡ йылда Беренсе донъя һуғышында һәләк була. Ғаиләнең ҡатмарлы матди хәле һөҙөмтәһендә Риза Үрге Ҡыйғы ауылына, ағаһына күсенә[2].

Башланғыс белемде Үрге Ҡыйғы ауылының ике класлы училищеһында ала. Артабан уҡыуын Таҙтүбә ауылындағы юғары башланғыс училищеһында дауам итә, әммә Граждандар һуғышы башланыу сәбәпле, уны тамамлай алмай. Башҡорт АССР-ының Дыуан, Дыуан-Ҡошсо кантондарында властың төрлө учреждениеларында эшләй. 1920 йылда РКСМ ағзаһы була, ә 1921 йылда — РКП (б.). Тәүҙә бюро ағзаһы итеп һайлана, ә һуңынан — Мәсәғүт кантонының район комсомол комитеты секретары.

Өфө рабфагын тамамлағандан һуң, 19251927 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһына белем ала. Һаулығы насарайып китеү сәбәпле, уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр була. Н. К. Крупская тәҡдиме менән РСФСР Мәғариф халыҡ комиссариатында милли мәктәптәр буйынса инспектор вазифаһында ҡалдырыла. 1929 йылдан «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре[3].

1930 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Ул эшләгән ваҡытта республикала дөйөм башланғыс белем биреү индерелә, ликбез эше киң йәйелдерелә, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр төҙөлә. Был вазифала Риза Әбүбәкеров, тулы булмаған урта мәктәптәрҙең һаны артыуға бәйле, матди-хужалыҡ һәм ойоштороу-педагогика мәсьәләләрен хәл итеү өсөн күп эш башҡара.

1935 йылдың ноябренән ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында Фән һәм мәктәптәр бүлеге мөдире булып эшләй. Һуңынан Башобкомдың партпропаганда һәм агитация бүлеге мөдире вазифаһын биләй.

1937 йылдың 17 сентябрендә «Правда» гәзитендә Л. Перевозкиндың «Башҡортостанда буржуаз милләтселәр өйөрө» тип аталған мәҡәләһе баҫыла. Унда республиканың тотош партия-хужалыҡ аппараты тиерлек «буржуаз милләтселәрҙән», «вәлидовсыларҙан» тороуы тураһында бәйән ителә. Мәҡәләлә обком ағзаһы Р. В. Әбүбәкеров тураһында ла, «милли элементтар менән ныҡ бәйләнгән», һәм «контрреволюцион дәреслектәр» нәшер итә тиелә. 1937 йылдың 3 октябрендә Риза Әбүбәкеров ҡулға алына, ә 1938 йылдың 10 июлендә атыла. 1956 йылдың 8 декабрендә аҡлана[4][1]..

  1. 1,0 1,1 Абубакиров Риза Вахитович. Международное общество «Мемориал». Дата обращения: 20 ғинуар 2016.
  2. Алмаев Р. З. Риза Абубакиров: страницы биографии (к 105-летию со дня рождения наркома просвещения БАССР // Педагогический журнал Башкортостана : журнал. — 2007. — № 5. — С. 131—139. — ISSN 1817-3292.
  3. Ильтинбаев А. Ф. Әбүбәкеров Риза Вәхит улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Абубакиров, Риза Вахитович // Башкирская энциклопедия 2017 йыл 7 февраль архивланған.
  • Сайфуллин С. Б. Абубакиров Р. В. Народный комиссар просвещения // Трудный путь к правде. / Сост. Г. Д. Иргалин, Н. П. Каменев. — Уфа: Китап, 1997. — 272 с.