Әбүбәкеров
Уҡыу көйләүҙәре
Әбүбәкеров — башҡорт фамилияһы. Әбүбәкер исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бындай фамилиялы кешеләр бар.
Әбүбәкерова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы (1914—1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы 5-се батареяһының ҡороусыһы (зарядлаусы) була. Гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец.
- Әбүбәкеров Мөнир Риза улы (1954) — дәүләт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр рәссам. 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы ойоштороу бүлегенең баш белгесе, 1998—2015 йылдарҙа кеше хоуҡтары буйынса сектор мөдире.
- Әбүбәкеров Мәғсүм Әбүбәкер улы (1902—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында химик химик вазифаһын башҡара. Ҡыҙылармеец.
- Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (1902—1938) — башҡорт совет дәүләт эшмәкәре. (1930—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әбүбәкеров Әкрәм Әғзәм улы (1910—1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында повозочный (арбасы) булып хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы.
- Әбүбәкеров Әхмәт Мәхмүт улы (1908—1944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө (62-се гвардия) кавалерия полкында зенит ҡоролмаһы пулемётсыһы (номеры — ппс 1927 ч 771). Ҡыҙылармеец.
- Әбүбәкерова Гөлназ Әхмәт ҡыҙы (1996 йыл) — Рәсәй шашкасыһы, урыҫ һәм халыҡ-ара шашка буйынса махсуслашҡан. Рәсәй һәм Европа беренселегенең күп тапҡырҙар еңеүсеһе. Спорт мастерлығына кандидат. Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы (2004).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
![]() |
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |