Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Яҡуп, Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Ҡариҙел районы
Вафат булған көнө 26 май 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Вафат булған урыны Бранденбург, Германия
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы (рус. Абубакиров Мисбах Идрисович) (19141945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы 5-се батареяһының ҡороусыһы (зарядлаусы) була. Гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мисбах Иҙрис улы Әбүбәкеров 1914 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (элегерәк БАССР-ҙың Байҡыбаш районы, хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Иҫке Аҡбүләк ауыл Советы) Яҡуп ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1941 йылда Байҡыбаш район хәрби комиссариаты тарвафынан Мисбах Әбүбәкеров Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец Әбүбәкеров Мисбах 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы 5-се батареяһының ҡороусыһы (зарядлаусы) була[2].

Һуғыштың башынан алып аҙағына тиклем 112-се Башҡорт (дүрт орденлы 16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составында ҙуғыша. Күп тапҡырҙар батырлыҡ өлгөһө күрһәтә:

« 1944 йылдың 12 апрелендә Владимир-Волынск ҡалаһы янындағы һуғыштарҙа, яралы булһа ла, орудиены ташлап китмәй, атыуын дауам итә һәм кавалерия полкының алға хәрәкәтенә булышлыҡ итте[3]. »

1945 йылдың 26 майында ҡыҙылармеец Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы һәләк була. Германия ерендә, Бранденбург ҡалаһында, ерләнгән[3][4].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] БР-ҙың Ҡариҙел районы Яҡуп ауылында ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 5136.
  • ЦАМО. Фонд 58. Опись 18003. Дело 925

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]