Эстәлеккә күсергә

Байҡыбаш районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Байҡыбаш районы
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Статус

район

Урынлашҡан урыны

БАССР

Берләштерә

16 ауыл советын (1952 йыл)

Административ үҙәк

Байҡыбаш

Барлыҡҡа килеүе

1937 йыл

Майҙаны

1 412 км²

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

БАССР-ҙың Байҡыбаш районы 1937 йылдың 20 мартында ойошторола һәм 1956 йылдың 4 июлендә бөтөрөлә.

Район үҙәге — Байҡыбаш ауылы. Район үҙәгенән Өфөгә тиклем алыҫлыҡ — 166 км, Байҡы Тамағы пристаненә тиклем 25 км, Щучье Озеро тимер юл станцияһына тиклем  —  85 км. 1952 йылда район территорияһы 1412 квадрат километр тәшкил итә, ауыл советтары һаны — 16.

Ауыл Советтары: Әртәкүл, Байҡыбаш, Дәүеш, Дубровка, Ельдякск, Мерәсем, Нәһретдин,  Подлуб, Расстреляевск, Сиҙәш, Иҫке Аҡбүләк, Тигермән, Тургенеев, Урғыш, Хорошаев, Яугилде.

Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының "Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың  төҙөлөүе тураһында" 1937 йылдың 20 мартындағы ҡарары[1] нигеҙендә Башҡортостанда 6 яңы район ойошторола: Байҡыбаш,  Воскресенск, Ҡандра, Ишембай, Матрай, Покровка[2].

1952 йылдың 29 майында Байҡыбаш районы Өфө өлкәһенә инә, өлкәләргә бүлеү 1953 йылдың 30 апрелендә бөтөрөлә.

1956 йылдың июлендә  райондар  эреләтелгәндә 7  район бөтөрөлә: Абзан, Байҡыбаш, Бузовьязовск, Воскресенск, Ҡандра, Матрай, Оло-Теләк.

1956 йылдың 31 авгусында РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән  Байҡыбаш районының үҙәге итеп Ҡариҙел ауылы ҡуйыла, ошоноң  менән бәйле Байҡыбаш районының исеме Ҡариҙел районы[3] тип үҙгәртелә.