Әбүбәкеров Мәғсүм Әбүбәкер улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбүбәкеров Мәғсүм Әбүбәкер улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Йосоп, Аҡсәйет ауыл советы, Тәтешле районы
Вафат булған көнө 6 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған урыны Тербун ауылы[d], Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Әбүбәкеров Мәғсүм Әбүбәкер улы (рус. Абубакиров Магасум Абубакирович) (19021942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында химик химик вазифаһын башҡара. Ҡыҙылармеец.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғсүм Әбүбәкер улы Әбүбәкеров 1902 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Аҡсәйет ауыл Советы) Йосоп ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Тәтешле районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Ҡыҙылармеец Әбүбәкеров Мәғсүм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында химик вазифаһын башҡара.

1942 йылдың 6 июлендә Курск (хәҙер — Липецк) өлкәһе Тербуны ауылы янында хәбәрһеҙ юғалған.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбүбәкеров Мәғсүм Әбүбәкер улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[1] һәм БР-ҙың Туймазы районы Иҫке Ҡандра ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен ҡаҙып сығарҙы. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә рядовой Әбүбәкеров Мәғсүм Әбүбәкер улының һөйәктәре лә Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнде[сығанаҡ 994  көн күрһәтелмәгән].

Мәғсүм Әбүбәкеровтың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[сығанаҡ 994  көн күрһәтелмәгән].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]