Мирза-Риза-хан йорто
Мирза-Риза-хан йорто | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Боржоми[d] һәм Боржомский муниципалитет[d][1] |
Мираҫ статусы | культурное наследие Грузии[d][1] |
Адрес | ქ. ბორჯომი, 9 აპრილის ქ. №48, ბორჯომის მუნიციპალიტეტი[1] |
![]() |
Мирза-Риза-хан йорто— XIX быуат аҙағы архитектураһы ҡомартҡыһы, Боржоми ҡалаһының символы. Боржоми үҙәк паркы янында урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йорт «Фирүзә» (фирүзә) исеме аҫтында 1892 йылда Кавказдағы иран консулы, генерал[2], Мирза-Риза-хан тарафынан дача булараҡ төҙөлгән. Йорттоң атамаһы, төҙөлөү йылы һәм хужаның исеме бинала декоратив биҙәктәр менән уйылған. Хужаның вафатынан һуң бина «Фирүзә» шифаханаһының өлөшө, ҡунаҡхана һәм музей булып хеҙмәт итә[3]
Мирза-Риза-хандың дачаһын эшләүсе әзербайжан оҫтаһы Юзуфтың яҙмышы фажиғәле. Данлыҡлы оҫта Хәссәндең улы — Юзуф, төҙөлөш ваҡытында алдаҡ юл менән ашығыс Тифлисҡа сығарыла, унда ата йортонда әсәһе Улдух ханым менән бергә аҡ дәрүиш тарафынан үлтерелә, ул Юзуфтан ниндәйҙер серҙе һөҙөмтәһеҙ белергә тырышҡан була. Был тарих тураһында үҙенең «Кавказ детективтары, XIX быуат» серияһынан «Аҡ, ҡыҙыл, ҡара» исеме аҫтындағы өсөнсө романында Бельгия яҙыусыһы Тегюль Мари яҙа[4], олатаһы уның XIX быуат каҙағында Тифлисҡа килә, унда өйләнә һәм йәшәргә ҡала[5]
Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бина төкәтмәләр менән тура мөйөшлө формала. Таштан төҙөлгән. Ҡыйығының бер өлөшө һәм үҙәк балконы ағастан эшләнгән. Бинаның төп төҫө - зәңгәр. Үҙәк балкондың түшәме төрлө төҫтәге фирүзә таштар менән биҙәлгән, шуға күрә йорттоң исеме лә «Фирүзә».[6]
- Firuzə - Mirzə Fətəli xanın evi.jpg
Канат юлы яғынан йортҡа күренеш.
- Mirzə Rıza xanın evinin üstündə yazı.jpg
Уң балкон өҫтөндә кириллицала яҙма
- Mirzə Rıza xanın evinin üstündə farsca yazı.jpg
Үҙәк балкондың һул яғында фарсы телендә яҙма
- Mirzə Rıza xanın evi - balkon.jpg
Үҙәк балкондың эске яғында көҙгө һәм фирүзә семәрҙәр.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=6272 — 2017.
- ↑ Риза-хан Мирза (Мирза-Риза-хан Арфа-од-Доулэ 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Боржомское лето 2009
- ↑ Тегюль Мари: Белое, красное, черное
- ↑ Тегюль Мари
- ↑ Боржомъ...
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Боржомский край 2013 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.