Сельма Риза
Сельма Риза | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 5 февраль 1872 |
Тыуған урыны | Истанбул, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 5 октябрь 1931 (59 йәш) |
Вафат булған урыны | Истанбул, Төркиә |
Бер туғандары | Ахмед Рыза[d] |
Һөнәр төрө | журналист, романист |
Уҡыу йорто | Париж университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Единение и прогресс[d] |
![]() |
Сельма Риза (төр. Selma Rıza; 5 февраль 1872 йыл — 5 октябрь 1931 йыл) — беренсе төрөк ҡатын-ҡыҙ-журналисы, Төркиә ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе роман яҙыусы. Вафатынан һуң уның туғандары Фераджели (төр. Feraceli) фамилияһын ала; шуға күрә ул Сельма Риза Фераджели булараҡ та билдәле.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сельма Риза 1872 йылдың 5 февралендә Истанбул тыуа. Уның атаһы Али Риза Австро-Венгрияла Ғосман империяһы дипломаты булып хеҙмәт итә, ә әсәһе Наиләнең тамырҙары Австрияға барып тоташа.
Истанбулда шәхси уҡытыусыларҙан белем алғандан һуң 1898 йылда Сельма Риза йәштөрөк хәрәкәте[1] ағзаһы булған Әхмәт Риза менән осрашыу өсөн Парижға юллана. Ул Сорбоннала белем ала һәм йәштөрөк Берләшеү һәм прогресс Комитеты (CUP) менән бәйле була. Сельма Риза был ойошманың ағзалары араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була. Парижда ул Берләшеү һәм прогресс комитеты нәшер иткән ике гәзиткә: Français Mechveret Supplément француз телендә һәм i Şura’Himmet төрөк телендә мәҡәләләр яҙа. 1908 йылда Рыза Истанбулға ҡайта, унда ике гәзиттә эшләй: Gazete Hanımlara Mahsus («Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн гәзит») һәм Dünyası Kadınlar («Ҡатын-ҡыҙҙар донъяһы»). 1908—1913 йылдарҙа шулай уҡ Төрөк Ҡыҙыл Ярым айҙың генераль секретары була. Ғосман империяһының һуңғы йылдарында Сельма Адиле Солтан һарайын, императорҙың Истанбулдағы резиденцияһын ҡыҙҙар өсөн мәктәпкә әйләндереү өҫтөндә ныҡышмалы эшләй. Ағаһының ярҙамы менән ул уңышҡа өлгәшә: һарай бинаһы 1986 йылға, бинаның бер өлөшө янғанға тиклем Кандиллиҙа ҡыҙҙар өсөн урта мәктәп булараҡ ҡулланыла[2].
Сельма Ризаның вафаты — 5 октябряь 1931 йыл[3]. 1999 йылда Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы беренсе тапҡыр уның Uhuvvet («Туғанлыҡ») романын баҫтырып сығара. Был романды Сельма үҙенә ни бары 20 йәш булғанда яҙа[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 2018 йылдың 11 апрель көнөндә [https://web.archive.org/web/20180411061712/http://www.kadinhareketidernegi.org.tr/icerik.php?sayfa=13 архивланған. 2018 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. 2018 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. 2018 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. 2018 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. 2018 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. Women’s movement page (төр.)(төр.)] 2018 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 2016 йылдың 28 август көнөндә [https://web.archive.org/web/20160828123533/http://www.enerjiforumu.com/gorseller/forumlar/Adile_Sultan_Sarayi.pdf архивланған. 2016 йылдың 28 август көнөндә архивланған. 2016 йылдың 28 август көнөндә архивланған. 2016 йылдың 28 август көнөндә архивланған. Adile sultan palace page (төр.)(төр.)] 2016 йылдың 28 август көнөндә архивланған.
- ↑ 2019 йылдың 31 март көнөндә [https://web.archive.org/web/20190331073358/http://www.tr.writersofturkey.net/index.php?title=Selma_R%C4%B1za архивланған. 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған. 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған. 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған. 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған. 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған. 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған. 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған. Writers of turkey page (төр.)(төр.)] 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған.
- ↑ Women’s Museum page 2019 йылдың 27 март көнөндә архивланған.