Эстәлеккә күсергә

Мөхтәсиб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рамба костюмдары Китабынан « мөхтәсиб икмәк үлсәй» (1657 й.)

Мөхтәсиб (ғәр. محتسب‎, DMG muḥtasib; рус. Мухтасиб) — Исламдың әхлаҡи нормаларын тормошҡа ашырыуҙы күҙәткән махсус ойошма хеҙмәткәре, ул хупланылғанды бойороуға һәм хөкөм ителгәнде тыйыуға ҡайтып ҡала (әл-әмр би-л-мәғруф үә ән-нәһй ғән әл-мүнкәр).

Мөхтәсиб үҙ эшмәкәрлегендә шәриғәт закондарына таянып эш итә[1].

Мөхтәсиб эшенең бер өлөшө хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү була. Мөхтәсиб халыҡ араһында мәғрифәтселек алып бара, уның барышында Аллаһ кешеләргә дөрөҫ тормош юлы, гонаһтар өсөн яуаплылыҡ аңлатыла[1]. Урта быуаттарҙа ғәрәп илдәрендә мөхтәсибтәр чиновник функцияһын үтәй. Улар баҙарҙа тауарҙарҙың сифатын һәм сауҙа ҡағиҙәләрен үтәүҙе, шулай уҡ шәриғәт нормаларын үтәүҙе, ижтимағи тормоштоң төрлө өлкәләрендә һәм көнкүрештә дини йолаларҙың һәм ислам әхләгенең ҡануни үтәлешен күҙәтә[2].

Мөхтәсиб булып бәлиғ булған, юғары әхлаҡи сифаттары, физик көсө һәм тәүәккәллеге менән айырылып торған ир-аттар ғына эшләй ала[1].

Сөнни ислам динендә ниндәй ҙә булһа формаль иерархия йәки руханиҙар булмағанлыҡтан, мөхтәсибәттәр башлыса Көнсығыш Европа һәм Үҙәк Азия ислам ойошмаларында, бигерәк тә элекке СССР илдәрендә осрай[3] .

Волга буйы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә мосолмандарҙың Диниә Назараттары эргәһендә берләштергән административ берәмектәр (мөхтәсибәттәр) бар. Улар мәсеттәрҙе, дини ойошмаларҙы йәки билдәле бер территория общиналарын (ҡала, район, округ, мәхәллә) берләштерә. Мөхтәсибәттәрҙе мөхтәсибтәр етәкләй, улар имам дәрәжәһенә эйә була һәм мосолман руханиҙары араһында ахундан ҡала икенсе урында тора. Мөхтәсиб вазифаһына мөфтөй раҫлай. Мөхтәсибтәр имамдарҙың эшмәкәрлегенә бәйле ялыуҙарҙы ҡарай һәм уларҙың ҡарарҙарын ҡайтанан ҡарауҙа ҡатнаша[2].

1855 йылда Ырымбур мосолман диниә назаратында — 66, 1868 йылда 51 мөхтәсиб булған. Мосолмандарҙың 1-се Бөтә Рәсәй съезында Ырымбур мосолман Диниә назаратында 60 мөхтәсиб булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1930-сы йылдарҙа мөхтәсибәттәр бөтөрөлә. 1990-сы йылдар башында дини ойошмалар Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратытарафынан мөхтәсибәттәр яңынан булдырыла[2]. Башҡортостанда — 38-гә яҡын[2] Татарстанда — 44 тирәһе мөхтәсибәт бар. Мөхтәсибәттәрҙең туранан-тура контроле аҫтында дини учреждениелар һәм ислам мәхәллә мәктәптәре (мәҙрәсә) эшләй.

  1. 1,0 1,1 1,2 Али-заде, А. А. Мухтасиб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Д.Д. Азаматов. Мухтасибат // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Russian_Nationalism 2013 йыл 15 июнь архивланған. // SOVA