Эстәлеккә күсергә

Бусаров Георгий Витальевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Георгий Бусаров
Позиция

һөжүмсе

Буйы

184 см

Ауырлығы

90 кг

Ҡулсыр

һул

Ҡушаматы

Буса[1]

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

23 апрель 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (30 йәш)
Пенза, Рәсәй

Карьера
2011—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2011—2013 Рәсәй флагы Дизелист
2012—2016 Рәсәй флагы Дизель
2016 Белоруссия Гомель
2016—2017 Рәсәй флагы Дизель
2017—2019 Рәсәй флагы Торос
2017—2019 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2019—2020 Рәсәй флагы Динамо Тв
2020—2022 Рәсәй флагы Рубин
2022 Рәсәй флагы Северсталь
2022—2023 Рәсәй флагы Лада
2023—ә.в. Рәсәй флагы Рубин
Халыҡ-ара миҙалдары

Бусаров Георгий Витальевич (23 апрель 1994 йыл, Пенза, Рәсәй) — Рәсәй хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе. Пензанан «Дизель» хоккей клубының тәрбиәләнеүсеһе. Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Төмәндән «Рубин» хоккейсыһы. Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы.

Пензала тәүге йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Георгий Бусаров хоккей менән тыуған Пенза ҡалаһында һөжүмсе позицияһында шөғөлләнә башлай. 2011 йылда уны «Аҡ Барс» хоккей клубы 1994 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең финал уйындарына составына алып тора. Ҡазан командаһы миҙалдарға етмәй, ә Георгий 5 уйында бер мәрәй ҙә йыймай. Шул уҡ йылдың май айында КХЛ юниорҙар драфтында Георгий Бусаровты өсөнсө раундта дөйөм 64-се һан аҫтында Түбәнге Новгородтан «Торпедо» хоккей клубы һайлай. Әммә был клуб өсөн ул уйнамай.

Киләһе 2011/2012 йылдар миҙгеленән алып Георгий профессиональ карьераһын Йәштәр хоккей лигаһы беренселегендә сығыш яһаған Пенза ҡалаһынан «Дизелист» хоккей клубында башлай. Даими миҙгелдең 33 уйынында ул 28 (10+18) мәрәй йыя. Плей-оффта «Дизелист» ярымфиналға етә, шунда буласаҡ чемпионға еңелә һәм хатта бронза миҙалдарын да алмайҙар. 2012/2013 йылдар миҙгеле алдынан үткән турнирҙан ваҡытында Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған «Дизель» хоккей клубы өсөн алты уйында ике гол керетә. 11 сентябрҙә ул ЮХЛ-да тәүге уйынын үткәрә, ә бер аҙна үткәс лигала тәүге шайбаһын да керетә. Шул даими миҙгелдә ул бөтәһе 44 уйында 13 (8+5) мәрәй. Братина кубогы өсөн плей-оффта ул өс осрашыуҙа ике гол керетә. Был миҙгел барышында декабрҙә Георгий ЮХЛ-да айҙың иң яҡшы йәш уйынсыһы тип таныла. Шулай уҡ ул «Дизелист» өсөн биш уйын уҙғарып өлгөрә.

2013/2014 йылдар миҙгелендә Георгий Бусаров тик ЮХЛ-да ғына «Дизель» өсөн уйнай. Бөтәһе был йылда ул 44 осрашыуҙа дүрт мәрәй йыя, ә «Дизель» плей-оффта икенсе раундҡа етә. Алдағы миҙгелдә шул уҡ хәл була. Ә Георгий 59 осрашыуҙа 19 тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. 2015/2016 йылдар миҙгелендә Бусаров «Дизель» өсөн 43 уйында 4 гол кереткәс һәм 6 һөҙөмтәле пас биргәс, һөжүмсе Белоруссия чемпионатында сығыш яһаған «Гомель» хоккей клубына 2016 йылдың февралендә күсә. Шунда ул даими чемпионатта бер уйында ғына ҡатнашып өлгөрә. Ә плей-оффта «Гомель» ярымфиналға етә һәм чемпионаттың бронза миҙалдарын яулай. Миҙгел тамамланғас, Георгий Бусаров кире Пензаға ҡайта[2]. 2016/2017 йылдар миҙгелендә Георгий «Дизель» командаһының иң яҡшы һәм алмаштырғыһыҙ уйынсыларына әйләнә: ул 49 уйында 21 мәрәй йыя. Тик командаһы плей-оффҡа эләкмәй.

2017 йылдың беренсе июнендә Өфөнән «Салауат Юлаев» хоккей клубы Георгий Бусаровға спорт хоҡуҡтарын «Дизель» командаһынан аҡсалата компенсацияға алмаштырып ала[3]. 14 сентябҙә Бусаров тәү тапҡыр Континенталь хоккей лигаһында тәүге уйынын үткәрә. Ә 2018 йылдың 21 ғинуарында Братиславанан «Слован» хоккей клубына ҡаршы уйында Лигала тәүге шайбаһын керетә. «Салауат Юлаев» Чернышёв дивизионын 2010 йылдан тәүгегә еңә, ә плей-оффта конференциялар ярымфиналына етә. Георгий шулай уҡ Нефтекаманан фарм-клуб «Торос» өсөн Юғары хоккей лигаһында 10 осрашыуҙа 3 (2+1) мәрәй йыя. 2018/19 миҙгелендә Бусаров «Салауат Юлаев» өсөн 13 осрашыу ғына уҙғара. Башҡа ваҡытта ул «Торос» өсөн ЮХЛ-да уйнай — 43 осрашыуҙа 18 мәрәй йыя, ә командаһы Петров кубогының ярымфиналына етә. Миҙгел тамамланғас, Георгий иреге сикләнгән агент статусын ала. Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубы уға контракт тәҡдим итә, «Салауат» хоккейсыны тотмай һәм аҡсалата компенсация ала[4]. Бөтә миҙгелде Георгий Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Тверҙән «Динамо» составында үткәрә: ул 49 осрашыуҙа 22 мәрәй йыя һәм 11 гол керетә, ә командаһы Петров кубогы өсөн плей-оффҡа эләкмәй.

2020 йылдың 3 июлендә Георгий Бусаров Түбәнге Новгородтан «Торпедо» хоккей клубы менән пробалы контракт төҙөй[5]. Ә 14 августа Юғары хоккей лигаһында иң көслө командаларҙың береһе – Төмәндән «Рубин» хоккей клубының составын тулыландыра[6]. 2020/21 йылдар миҙгелендә Бусаров 66 осрашыуҙа 5 гол керетә һәм 21 һөҙөмтәле пас бирә, ә «Рубин» Петров кубогының ярымфиналына тиклем етә һәм ЮХЛ бронза миҙалдарын яулай. Киләһе миҙгелдә Георгий командала иң һөҙөмтәле уйынсы була — даими чемпионаттың 48 осрашыуында 41 (12+29) мәрәй йыя. Төмән хоккейсылары плей-оффта бар дәғүәселәрен оталар һәм Петров кубогын яулай. Шунда Бусаров 20 осрашыуҙа 18 (4+14) мәрәй йыя һәм команданың иң һөҙөмтәле уйынсылары араһына инә. 2022 йылдың 5 майында Георгий Бусаров КХЛ-да сығыш яһаған «Северсталь» хоккей клубы менән бер йылға килешеү төҙөй[7], эш хаҡы бер миҙгел өсөн дүрт миллион һумға тиң була[8]. Әммә яңы клуб өсөн Бусаров алты осрашыу ғына уҙғара, бер мәрәй ҙә йыймай һәм 2022 йылдың 6 октябрендә «Северсталь» клубы хоккейсы менән килешеүҙе бөтөрә[9].

2022 йылдың 8 октябрендә Георгий Бусаров Бөтә Рәсәй хоккей лигаһында сығыш яһаған Тольяттиҙан «Лада» хоккей клубына күсә[10]. Был команда өсөн 2022/23 йылдар миҙгелендә Бусаров 47 осрашыу үткәрә, шунда алты шайба керетә һәм 18 һөҙөмтәле пас бирә, ә «Лада» Петров кубогының беренсе этабында миҙгелен тамамлай. 2023 йылдың 8 май көнөндә Георгий Бусаров кире Төмәндән «Рубин» хоккей клубына ҡайта[11]. 2023 йылдың 2 октябренән алып был хоккейсы команданың капитаны ролен башҡара. Даими чемпионатта Бусаров 43 (13+30) мәрәй йыя, ә файҙалыҡ күрһәткесе буйынса (+26) бөтә Лига буйлап беренсе урынды бүлә. Петров кубогы өсөн плей-оффта «Рубин» ярымфиналға тиклем етә, ә Георгий Бусаров, 17 осрашыуҙа 18 (4+14) мәрәй йыйып, плей-оффтың иң һөҙөмтәле уйынсылары араһына инә һәм икенсегә Бөтә Рәсәй хоккей лигаһының бронза миҙалдарын яулай. 2024 йылдың 2 май көнөндә «Рубин» хоккей клубы Бусаровтың командала тағы бер йылға ҡалыуы тураһында иғлан итә[12].

Рәсәй йыйылма командаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылда Бусаров тәү тапҡыр Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырыла. Был халыҡ-ара турнирҙа була. 2013 йылда тәүге шайбаларын керетә. 2013/2014 йылдар миҙгелендә тәүҙә Канаданың йәштәр лигаларының йыйылма командаларына ҡаршы Subway суперсерияһына барып ҡайта, ә аҙаҡтан йәштәр араһында донъя чемпионатына саҡырыу ала. Георгий шунда бөтә 7 уйында ла ҡатнаша һәм бронза миҙалдарҙы яулай.

Һуңғы яңыртыу: 21 май 2024
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Штр +/- У Г П М Штр +/-
2011/12 Дизелист ЙХЛ Б 33 10 18 28 28 -2 8 3 3 6 6 0
2012/13 Дизель ЮХЛ 44 8 5 13 26 2 3 2 0 2 0 -1
2012/13 Дизелист ЙХЛ Б 4 1 1 2 0 -1 1 0 2 2 0 -1
2013/14 Дизель ЮХЛ 33 1 3 4 6 2 11 0 0 0 8 -4
2014/15 Дизель ЮХЛ 46 5 4 9 24 0 13 0 5 5 12 6
2015/16 Дизель ЮХЛ 43 4 6 10 6 -7 Команданан китә
2015/16 Гомель БЭ 1 0 0 0 0 0 11 1 3 4 4 0
2016/17 Дизель ЮХЛ 49 9 12 21 36 2 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 25 1 0 1 6 -3 6 0 0 0 0 -3
2017/18 Торос ЮХЛ 10 2 1 3 2 -1
2018/19 Салауат Юлаев КХЛ 11 1 0 1 2 -2 2 0 0 0 0 0
2018/19 Торос ЮХЛ 28 1 13 14 10 11 15 2 2 4 10 6
2019/20 Динамо Тв ЮХЛ 49 11 11 22 48 11 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2020/21 Рубин ЮХЛ 50 5 14 19 24 3 16 0 7 7 39 3
2021/22 Рубин ЮХЛ 48 12 29 41 26 20 20 4 14 18 10 8
2022/23 Северсталь КХЛ 6 0 0 0 0 -2 Команданан китә
2022/23 Лада БРХЛ 40 6 16 22 20 0 7 0 2 2 10 1
2023/24 Рубин БРХЛ 53 13 30 43 26 26 17 4 14 18 18 10
2024/25 Рубин БРХЛ
Бөтәһе ЙХЛ беренселегендә 37 11 19 30 28 -3 9 3 5 8 6 -1
Бөтәһе ЮХЛ-да/БРХЛ-да 493 77 143 220 254 69 102 12 44 56 107 29
Бөтәһе КХЛ-да 42 2 0 2 8 -7 8 0 0 0 0 -3

Халыҡ-ара карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Команда Турнир Урын У Г П М Штр +/−
2014 Рәсәй U20 ЙДЧ 1 7 0 0 0 14 -2
  • ЮХЛ чемпионы һәм Петров кубогы эйәһе — 2021/22.
  • Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2014.
  • ЮХЛ/БРХЛ бронза миҙалсыһы — 2020/21, 2023/24.
  • Белоруссия экстралигаһының бронза миҙалсыһы — 2015/16.