Эстәлеккә күсергә

Стерлитамакский рабочий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стерлитамакский рабочий
Нигеҙләү датаһы май 1917
Логотип
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Рәсми сайт srgazeta.ru

Стерлитамакский рабочийСтәрлетамаҡ ҡалаһының рус телле ижтимағи-сәйәси гәзите. Төбәк баҫмалар араһында алдынғы баҫма[1][2].

Йылына 250 һан менән аҙнаһына биш тапҡыр рус телендә сыға. Яҙылыу һәм ваҡлап һатыу буйынса тарала. Гәзиттең баш мөхәррире Ситдиҡова  — Гүзәл Фидарис ҡыҙы. 

1917 йылдың майында Стәрлетамаҡта урындағы эшсе һәм һалдат депутаттары советы органы булған «Рабочий и Солдат» гәзите сыға башлай. Август аҙағында гәзит исеменә «Крестьянин» һүҙе ҡушыла, был ауыл менән бәйләнештең артыуы тураһында һөйләй. Гәзитте хәреф йыйыусы А.А. Саурцев менән баҫмасы Т.Ф. Чугунов сығара. Гәзитте большевик А.А. Николаев мөхәррирләй, һуңынан — башҡарма комитет советы  рәйесе урынбаҫары  Каманин. Сентябрь айында мөхәрририәт секретары П.П. Шепелюк була. Баҫма даими сыҡмай һәм оҙаҡҡа һуҙылмай. 1917 йылдың октябренән һуң гәзиттең сыҡҡанлығы тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр юҡ.  «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең «Рабочий и Солдат» листовкаһы менән туранан-тура бәйләнеше юҡ. 20-се йылдарҙа Стәрлетамаҡта  башҡа гәзиттәр ҙә сыға, мәҫәлән, «Известия». Стәрлетамаҡта ҡала гәзитенең беренсе һаны . 1930 йылдың 23 ноябрь айында сыға. Гәзит заман рухына ярашлы  «За пятилетку» тип атала.  Үҙенең штатын һәм  статусын һаҡлап, гәзит исемен һуңыраҡ ике тапҡыр үҙгәртә. 1953 йылдың май айынан алып 1956  йылдың август айына тиклем ул  «Сталинское знамя» тип атала, ә инде 1956 йылдың 5 авгусында «Стерлитамакский рабочий» исеме аҫтында сыға.[3]. 1960 йылдың сентябрь айында  ҡала йәмәғәтселеге «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең 30- йыллығын киң билдәләй.  Ләкин был байрамдан һуң ете йыл үткәс, гәзитте сәйәси конъюнктура буйынса  «ҡартайталар». СССР Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 50 - йыллығын байрам итергә әҙерләнә һәм 1967 йылдың 7 апрелендә КПСС -тың ҡала комитеты бюроһы ултырышында «Стерлитамакский рабочий» гәзите  «Рабочий, Солдат и Крестьянин» большевик листовкаһын дауам иттереүсе тип иҫәпләнә, «тимәк, „Стерлитамакский рабочий“ гәзитенә  хәҙер билдәләнгәнсә, 37 йыл түгел, ә май айында 50 йыл тула». Был дата хәҙерге көнгә тиклем гәзиттең титулында күрһәтелә.  

Үҙгәртеп ҡороу йылдарында гәзиттең исемен алмаштырыу  мөмкинлеген тикшерәләр, әммә мөхәрририәт коллективы тарихи исемде һаҡларға ҡарар итә. 

Гәзиттең тематикаһы —Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ваҡиғаларҙы яҡтыртыу, аналитика һәм аңлатмалар, социаль мәсьәләләргә һәм иҡтисадҡа, мәҙәниәт һәи спорт тормошона күҙәтеү[4].

Ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының  матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса Агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының ГУП «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең мөхәрририәте. Гәзит үҙен-үҙе финанслай, төп аҡса рекламаларҙы һәм иғландарҙы баҫтырыуҙан инеп тора[5][6].Гәзиттә Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡала округы Советының һәм хакимиәтенең ҡарарҙары һәм күрһәтмәләре баҫылып сыға[7].

Беренсе мөхәррире А.А. Николаев була; унан һуң Г. И. Мокеев (1940 йыл); С.С. Крюков (1950); Н. М. Бенин (1960). 1966 йылдан 1990 йылға тиклем мөхәрририәтте Арыҫланов һаҙый Мөхәмәҙи улы етәкләй. Унан һуң — Дятлов Виктор Иванович. 2011 йылдан 2012 йылға тиклем  — Тарасов Андрей Александрович, 2012 йылдан алып 2015 йылға тиклем — Жеребцов Владимир Валерьевич. 2015 йылдан  — Ситдиҡова  Гүзәл Фидарис ҡыҙы. 

  • «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең фотохәбәрселәре  1990 йылда «Стәрлетамаҡ» метеориты төшкән урында беренсе булып килгән журналистар була. 

Беренсе тапҡыр беҙ, бер төркөм фотожурналистар, баҫыуға метеорит төшкәндең икенсе көнөнә килеп еттек, — тип һөйләй «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең фотохәбәрсеһе Сергей Крамсков. — Алты метр ҙурлығындағы соҡор. Эргә тирәһе таҡырайған, эҙҙәр, әлбиттә, тапалған. Ҡатҡан металл сәсрәмәләрен, күрәһең сувенир өсөн йыйғандар[8].

  • Рәсәйҙә драматург Владимир Жеребцов билдәлелек яулай, уның ике пьесаһы Олег Табаков  «Табакеркаһында» ҡуйылды, әммә ул «Стерлитамакский рабочий» гәзитендә эшләүен дауам итә. [9]. Леся Украинка исемендәге рус драмаһының Киев милли театры В. Жеребцов пьесаһына ҡуйған   «Солдатики» спектакле («Чморик, или Подсобное хозяйство») IX халыҡ-ара театр фестивалендә төп призды ала[10], шулай уҡ Германияның Висбаден ҡалаһында иң абруйлы «Европанан яңы пьесалар» театр фестивалендә  уңышлы үтә[11].
  • 1991 йылдың август ваҡиғалары ваҡытында «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең бер һанын республикала  Ельциндың өндәмәһе менән листовка һымаҡ тараталар. Баҫмаханала  баҫмасы һанды баҫтырып сығарырға ҡурҡа[12].
  • Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең матбуғат министры (1991-94, 2000-04) Тимербулатов Зөфәр Мөхтәр улы журналистикаға юлын «Стерлитамакский рабочий» гәзитенән башлай.
  • 2011 йылдан онлайн-арихив порталы бар http://srgazeta.ru/  
  1. Информационно-аналитическая система «Медиалогия» 2011 йыл 11 февраль архивланған.
  2. Отрасль печати должна выжить в условиях кризиса — Официальный портал правительства Республики Башкортостан 2010 йыл 30 ноябрь архивланған.
  3. Т. П. Морозова «Пристань поколений. История Стерлитамака». -Уфа: Китап, 2011. — 408 с..: ил.
  4. Раздел «СТАТЬИ» сайта газеты
  5. О газете 2010 йыл 30 ноябрь архивланған.
  6. В Башкирии продолжают тратить деньги на убыточные СМИ // KP.RU
  7. Официальный сайт отдела архитектуры и градостроительства администрации города Стерлитамака(недоступная ссылка)
  8. Полуночный дозор 2007 йыл 28 сентябрь архивланған. — статья о падении Стерлитамакского метеорита из газеты «Республика Башкортостан»] № 66 (08.04.2006)
  9. Официальный сайт газеты Советская Россия — ЗОЛОТОЙ БЕРЕЗОВЫЙ ЛИСТОК 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  10. Добрый «Добрый театр» 2009 йыл 3 июль архивланған.
  11. Киевский спектакль о людях и свиньях увидела Германия
  12. У прессы должен быть один заказчик — читатель 2016 йыл 5 март архивланған. — интервью с главным редактором «Стерлитамакского рабочего» Виктором Дятловым из газеты «Республика Башкортостан»] № 137 (16.07.2008)