Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы
Һаҙый Мөхәмәҙи улы Арыҫланов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Үрге Этҡол ауылы, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Наградалары һәм премиялары | |
Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы (29 март 1925 йыл — 21 август 1998 йыл) — СССР һәм Рәсәй журналисы, «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең баш мөхәррире (1966—1990). Экология мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр авторы.
СССР Журналистар союзы ағзаһы (1957). СССР Журналистар союзы премияһы лауреаты (1975). РСФСР-ҙың (1979), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҙый Мөхәмәҙи улы (Ғәди Мөхәмәт улы) Арыҫланов Стәрлетамаҡ медучилищеһын тамамлай[1]
Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985). Фронт тураһында иҫтәлектәр баҫтыра, улар хаҡында яҙыусы Виктор Астафьев хатлашҡан саҡта былай ти: «Күңелдәргә үтеп инерлек, дөрөҫ, ялтырауыҡһыҙ әҫәрҙәрегеҙ талантығыҙҙан ғына түгел, ә һыҙландырып, һуғыш тураһында бөтәһен дә әйтеү теләген ҡуҙғытып, Һеҙгә ҡаҙалып торған шул шырауҙан да ул… Һеҙ — халыҡтың выжданы, ә ул бик тә кәрәк, айырыуса хәҙер».
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Этҡол ауылы (хәҙер Ишембай районы) участка дауаханаһының етәксеһе була, ауырыуҙарға медицина хеҙмәте күрһәтеүгә, туҡландырыуға һәм уларҙың хәл-торошона бик иғтибарлы була[1].
1951 йылдан КПСС ағзаһы[2]. КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлай (Мәскәү, 1966).
1955—1966 йылдарҙа — «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең партия тормошо бүлеге мөдире, 1966—1990 йй. — был гәзиттең баш мөхәррире.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылда Башҡортостанда Һаҙый Арыҫланов иҫтәлегенә «Башҡортостан экологияһы» тигән йыл да тапшырылыусы журналистик премия булдырыла, ул тирә-яҡ мөхит темаһына яҙылған публикациялар өсөн бирелә[3].
2005 йылда Стәрлетамаҡтағы бер урамға Арыҫланов исеме биреләа[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Культурно-историческое наследие села 2015 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Распоряжение Совета Министров Башкирской АССР от 25.01.1989 N 68р <Об установлении персональных пенсий> 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ О наименовании новых улиц города
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫланов Ғәди Мөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Журналисты республики помнят Гадия Арсланова
- Мавлида ЯКУПОВА — Имя, которое всегда с нами 2015 йыл 16 июнь архивланған., Газета «Республика Башкортостан» № 58 от 30 марта 2005 г.
- 29 мартта тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ишембай районында тыуғандар
- 21 августа вафат булғандар
- 1998 йылда вафат булғандар
- Стәрлетамаҡта вафат булғандар
- Алфавит буйынса журналистар
- СССР журналистары
- Рәсәй журналистары
- XX быуат журналистары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- КПСС ағзалары
- СССР Журналистар союзы ағзалары